Әле ялан батырҙары ғына түгел, матбуғат хеҙмәткәрҙәре өсөн дә ҡыҙыу осор. Сер түгел, гәзит-журналға яҙылыу ауырлыҡ менән бара. Почта хеҙмәтенең был ярты йыллыҡҡа хаҡты арттырыуы редакцияларҙың бәкәленә һуҡты. Матбуғат өлкәһендә эшләүселәрҙе борсоған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү өсөн республикаға килгән Рәсәйҙең элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Алексей Волиндың гәзит-журнал мөхәррирҙәре менән осрашыуында төп тема ошо булды.
2008 йылдан “Рәсәй почтаһы”на баҫмаларҙы таратыу өсөн Федераль ҡаҙнанан 3 миллиард һум субсидия бирелә ине. Быйыл был ярҙам туҡтатылды, шуға күрә баҫмаларға хаҡ күҙгә күренеп артты. Әммә әле Башҡортостанда хәлдәр тотороҡло, тип билдәләне Алексей Волин. Баҫмаларҙың таралыуы буйынса республикабыҙ Рәсәйҙең башҡа төбәктәре араһында беренселекте бирмәй. Тик был күрһәткес төбәк баҫмаларының ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар менән осрашмауы тураһында һөйләмәй, әлбиттә. Ҡыйынлыҡтар бар. Уларҙы бергәләп хәл итергә кәрәк. Был хаҡта “Республика Башкортостан” гәзитенең баш мөхәррире Эльза Хорева бик ентекле һөйләне.
– Ҡайһы юлды һайлаһаҡ, яңылышмаҫбыҙ икән? Уҡыусыға беҙҙең гәзит биттәрендә рәсми документтарҙың күп сығыуы оҡшамай. Барыһының да ҡыҙыҡлы, зауығына тап килгән мәҡәләләр уҡығыһы килә. Ә рәсми документтарҙы икенсе индекслы баҫмала нәшер итә башлаһаҡ, реклама биреүселәрҙе, тимәк, аҡсаны юғалтасаҡбыҙ. Хәлдәр бөгөнгөсә дауам итһә, коллективты ҡыҫҡартыу мәсьәләһе тыуасаҡ. Гәзит-журналдың халыҡҡа ваҡытында килмәүе лә бәкәлгә һуға. Ә киосктар аша гәзитте һатыу ҙур ҡыйынлыҡ менән бара, – тип, ул барлыҡ журналистарҙы борсоған мәсьәләләрҙе күтәреп сыҡты.
Алексей Волин иһә министрлыҡтың был мәсьәләгә ҡарашын еткерҙе һәм төбәк баҫмаларын һаҡлап ҡалыу юлдарын барланы.