Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » «Орлоҡ бураҙнаға ятты. Бурыс — мул уңыш үҫтереү»
«Орлоҡ бураҙнаға ятты. Бурыс — мул уңыш үҫтереү»
Шаулап-гөрләп уҙған һабантуйҙарҙан һуң ауыл эшсәндәре ҡабат мәшәҡәткә сумды. Ә улар бөтәһе түгел — йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит. Дәүләкән яҡтарында йыл нисек килә, киләсәккә өмөт ышаныслымы? Район хакимиәте башлығы Закир БИКБУЛАТОВҠА ошо һорау менән мөрәжәғәт иттек.

— Закир Ғизелхаҡ улы, яңыраҡ Асылыкүл буйҙарында ла һабантуй булды, ҡала һәм район халҡы байрамды ниндәй кәйеф менән ҡаршыланы?
— Быйылғы яҙғы баҫыу эштәре юғары ойошҡанлыҡ менән үтте, был иһә халыҡтың кәйефендә лә ыңғай сағылыш тапмай ҡалманы, әлбиттә. Ауыл хужалығы культуралары 86 меңгә яҡын гектарҙы биләй. Техник культуралар ҙа ҙур майҙанда сәселде, араларында етен дә бар – ул ике мең гектарҙан ашыу ерҙе алып тора.
Яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы атҡарып сығыуға бер нисә фактор ыңғай йоғонто яһаны. Беренсе сиратта был райондағы ауыл хужалығы белгестәренең ойошҡан рәүештә эшләүенә ҡағыла. Һәр кем башҡарылаһы бурысына юғары яуаплылыҡ менән ҡараны, һәм һөҙөмтәлә сәсеүҙе агрономия ҡушҡан талаптарға ярашлы үткәрә алдыҡ.
Икенсе бер мөһим сәбәп – дәүләт ярҙамының тос булыуы. Орлоҡ, минераль ашлама һәм яғыулыҡ алыуға 22 миллион һумдан ашыу субсидия бирелде.
Районыбыҙ хужалыҡтары һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығы техникаһын даими яңырта бара. Былтыр, мәҫәлән, 182 миллион һумға яңы техника һатып алдылар. Быйыл ғына ла һигеҙ трактор, дүрт иген комбайны, алты сәскес, ике сәсеү комплексы һәм башҡа ҡорамалға эйә булдылар.
Орлоҡ бураҙнаға ятты, ә беҙҙең артабанғы бурыс тағы ла ҙурыраҡ: яҡшы уңыш үҫтереп алыу. Шуныһы һөйөнөслө: һуңғы көндәрҙә яуған ямғырҙар өмөтөбөҙҙөң аҡланырына ышаныс уятты.
— Ауыл хужалығы тармағының бөгөнгө торошо нисек?
— Малды йәйләүҙәргә күсереү тамамланды. Заманса технологиялар индереү ит һәм һөт етештереүҙе арттырырға булышлыҡ итә. Бында дәүләт программаларында ҡатнашыуҙың ярҙамы ныҡ һиҙелә. Мәҫәлән, “Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары нигеҙендә ғаилә һөт малсылығы фермаларын үҫтереү” программаһында һигеҙ хужалыҡ ҡатнаша. Шәхси эшҡыуар И. Муллагилдин 2012 йылда 10 миллион һумлыҡ грант алғайны, былтыр ул шул аҡсаға 100 баш малға иҫәпләнгән һөтсөлөк фермаһы төҙөп ҡуйҙы. Бүтән ҡатнашыусылар ҙа малсылыҡ биналарын төҙәтә, яңы ҡорамалдар һәм тоҡомло мал һатып ала. “500 ферма” программаһында ла әүҙем ҡатнаша район хужалыҡтары.
— Дәүләкән элек-электән балалар өсөн аяҡ кейеме, һөтө, оно һәм кирбесе менән дан тота ине. Бөгөн сәнәғәт предприятиелары нисек эшләй?
— Шуны ғорурлыҡ менән әйтә алам: әлеге заманда был исемлек кәмемәне, киреһенсә, артты ғына. Миҫалға Рязань торба заводының филиалын атай алам. Был предприятие ҡалала 2011 йылда ғына барлыҡҡа килде. Ошо ҡыҫҡа арала коллектив һәйбәт кенә һөҙөмтәләргә өлгәште, уның продукцияһы Силәбе, Пенза, Һамар өлкәләренә, Татарстанға һатыла.
Сәнәғәт етештереүе күләме лә арта бара. “Нефтемаш”, “Дәүләкән икмәк продукттары комбинаты”, “Дәүләкән һөт компанияһы”, “Дәүләкән керамик кирбес заводы” йәмғиәттәре, аяҡ кейеме тегеү предприятиеларын алдынғылар рәтендә күрһәтергә мөмкин. Төҙөлөштә, хеҙмәт күрһәтеүҙә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫешә.
— Халҡыбыҙҙың борондан килгән йолаһы булған һабантуйға йыл һайын яңы үҙенсәлектәр өҫтәлә. Быйылғы байрам нимәһе менән хәтерҙә ҡалырлыҡ булды?
— Быйыл булып үткәненең үҙенсәлеге шунда – ул Мәҙәниәт йылына тура килде. Районыбыҙ һәләтле кешеләргә бай: үҙешмәкәр сәнғәт артистары һәм коллективтары күп, төбәк-ара, халыҡ-ара конкурстарҙа ла ҡатнашалар. Һабантуйҙа улар тағы бер тапҡыр яҡташтарын сағыу сығыштары менән ҡыуандырҙы.


Автор: В. ШӘҮӘЛИЕВА. Район: Дәүләкән районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә