Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Башҡорттоң иң күркәм сифаттарын туплаған образ
Салауат образы халыҡ ижадында ла, профессиональ сәнғәттә лә башҡорт милләтенең иң күркәм сифаттарын үҙендә туплаған шәхес булып күҙаллана. Теге йәки был дәүерҙә ил-йорт азатлығы өсөн халҡын яуға күтәргән азаматтар, ил тотҡалары, иншалла, башҡорт тарихында етерлек: Бошмандан башлап Миңлеғәле Шайморатовҡа тиклем барлаһаң, күк көмбәҙендә улар иң сағыу йондоҙҙарҙай балҡыясаҡ. Әммә башҡорт өсөн Урал батыр милләттең пәйғәмбәргә тиң мификлаштырылған изге рухы иҫәпләнһә, Салауат – уның ерләштерелгән аныҡ варианты. Сөнки ул – айырым ихтилал етәксеһе, хатта халыҡ юлбашсыһы ғына түгел, ә әсәһеләй ғәзиз тыуған еренең бар биҙәген шағирҙарса күрә белгән, уны данлаған даусан сәсән, уға төбәлеп осҡан ыулы уҡтарға, арыҫландай ажғырып, күкрәген ҡуйған ҡуш йөрәкле яугир, милләтте ҡыйырһытыуҙар, мыҫҡыллауҙар сиктән ашҡас, айырым төбәкте генә түгел, ә тотош башҡорт илен изге яуға күтәрә алған талантлы сардар, бер үк мәлдә башҡорттоң иң һөйөклө улы һәм иң хөрмәтле ил ағаһы.


Шуға ла Салауат образының һәр быуын тарафынан яңыра, тулылана, үҫтерелә барыуы бик тәбиғи. Әле беҙ уның шиғриәттә (шиғриәттең дә иң юғары өлгөләрендә) нисегерәк һынланыуын ҡарамаҡсыбыҙ. Атаҡлы Шәйехзада Бабич, мәҫәлән, ҡобайыр стилендә легендар баһадирҙың ҡаһарманлығын бына нисегерәк данлай:
Салауат тиңһеҙ арыҫлан,
Уғы алған алыҫтан...
Бер үк мәлдә әҫәрҙә батырҙың һәр осорҙа ла ойоштороусы, әйҙәүсе көскә әйләнә барыуына баҫым яһала:
Салауат — йөрәк ҡәғбәһе,
Ерҙә әнүәр кәүҙәһе,
Күктә зәңгәр шәүләһе...
Иң һуңында үлемһеҙлеге символлаштырыла:
Салауат — йәнле шәжәғәт,
Салауат мәңге сәләмәт,
Ҡаны беҙгә аманат,
Килтермәбеҙ яманат...
(«Салауат батыр»).
Халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти ҙә халыҡ улының, ил ағаһының үлемһеҙлеген образлы ҡеүәтләй:
Исемен дә уның, эштәрен дә
Заман да, тупраҡ та күммәгән...
(«Салауат иптәш»).
Был традицияны Рәми Ғарипов Салауаттың яугирлегенә торошло образлы деталдәрҙә, художестволылыҡтың иң юғары кимәлендә артабан дауам итте:
Ят тупраҡта ятып ҡалғанда ла
Аҫыл һөйәк, изге исеме,
Үҙенән дә ғәййәр яугирҙәрҙең
Тел осонда булды исеме.

Ҡаһым түрә утлы Париждарға
Алғасҡыла бәреп кергәндә,
Салауаттың һынын олатайҙар
Еңеү тыуы итеп күргәндәр.

…Аҡмағандай кире Ағиҙелкәй,
Сүкмәгәндәй ергә Уралтау,
Салауаттың йыры тынмаҫ илдә,
Еңә алмаҫ рухын ҡорал-дау...
(«Салауат батыр»).

Аҫылғужа иһә халыҡ йырындағы «Салауат нисә йәшендә?» тигән һорауға былай яуаплай:
Халыҡ өсөн көрәш йәшендә!
Бәхет өсөн көрәш йәшендә!
(«Салауат нисә йәшендә?»).
Муса Ғәли өсөн Салауат – ғәҙеллекте, намыҫты яҡлашыр үткер ҡорал:
... Ҡайт, Салауат!
Яҡты киңлектәргә
Тарлыҡ тулды. Ялған ояланы:
Шыбыр-шыбыр килгән ямғыр түгел,
Ят вәғәздәр аңды томаланы...
(«Ҡайт, Салауат!»).

Салауаттың үлемһеҙлеге күп кенә әҫәрҙәрҙә мәңгелек диңгеҙ менән типә-тиң аралашыуында ла сағыла:

...Сирек быуат сынйырлымын, диңгеҙ,
Ярыңдың таш-тупрағына...
Тыңла мине!
Үтер йылдар...
Берәү килер бында Уралымдан —
Төшмәй тормаҫ әле юлдар...
Еткер уға, зинһар, һорауымды —
Илкәйемә ҡайтып йырлар...
(Аҫылғужа, «Салауаттың диңгеҙгә әйтеп ҡалдырғаны»).

Шәхестең үлемһеҙлеген Әнғәм Атнабаев шағирлыҡ менән батырлыҡтың бергә тығыҙ үрелеүендә күрә:
Батырҙар күп, әммә шағир түгел,
Шағирҙар күп, батыр түгелдәр...
(«Салауат менән һөйләшеү»).

Салауаттың әҙәм балаһы булараҡ сыҙамлылығының, ихтыяр көсөнөң нигеҙҙәрен төпсөгән шиғри юлдарға иғтибар итәйек:
Кеше мең ғазапҡа түҙә икән,
Ил яҙмышы булһа хәтерҙә...
(Зәйнәб Биишева, «Салауаттың һуңғы монологы»).
Йәки:
Нисек түҙҙе һинең ғорур йәнең,
Нисек түҙҙе һинең шағир йәнең
Ғазаптарға,
Язалауҙарға?!.
Азатлыҡтың ни хаҡҡа төшөүен,
Матурлыҡтың ни хаҡҡа төшөүен,
Батырлыҡтың ни хаҡҡа төшөүен
Аңлатырға
ебәрелгәнһеңдер күктәрҙән!
Шуға һинең йәнең
халҡың ғына
Күтәрерлек йөктө күтәргән!..
(Фәнил Күзбәков, «Башҡортлоҡ»).

Башҡортмон тигән башҡортҡа Салауатҡа ҡағылышы булған һәр нәмә ҡәҙерле:
Илде талпындырыр ниндәй ҡурай
Салауатҡа биргән был ерем?..
Яҙған саҡта илгә шиғырын, хатын,
Ниндәй ҡоштан алған ҡауырһын?
Ундай ҡурай, ундай ҡауырһынды
Инде эҙләп, ҡайҙан табырһың?..
(Рауил Бикбаев, «Ҡурай һәм ҡауырһын»).

Батыр илде һаҡлаһа, ил батырҙы һаҡлай идеяһы ла ышандырырлыҡ үткәрелә әҫәрҙәрҙә:
...Зиндандарҙан,
мине үлем-дарҙан
Һаҡлап ҡалған халҡым,
илем бар...
(Сафуан Әлибай, «Салауат»).

Салауатҡа Ағиҙел ярында һәйкәл ҡуйылыу батырҙың илгә ҡайтыуы булып дөйөмләштерелде:

Мәңгелеккә илдән һөргәйнеләр,
Мәңгелеккә ҡайтты Салауат...
(Рәшит Шәкүр, «Бөйөк һыбай»).

Арғымағы менән аша атлап
Оло ике быуат араһын,
Ҡайтып килде бер көн Салауат,
Һағынып тыуған
башҡорт далаһын...
(Ғилемдар Рамазанов, «Салауаттың ҡайтыуы тураһында баллада»).

Һәр беребеҙҙең тиерлек күңелендә Салауат образы йәшәй. Шуға ла Мәүлит Ямалетдиндың («Салауат йәшәй аңымда»):
Сабый ғына сағымдан
Салауат йәшәй аңымда,
Һағышлы бер көй булып,
Сыңлап тора сазымда...
тигән юлдары аҫтына бик күптәр үҙенең ҡултамғаһын ҡуя алыр ине, моғайын.
Күренеүенсә, башҡорт шиғриәтенең иң аҫыл өлгөләрендә халҡым тип йәшнәгән Салауаттың үлемһеҙлеге ышандырырлыҡ образдарҙа һүрәтләнә. Бөгөн дә уның рухы яуызлыҡҡа, бохайырлыҡҡа ҡаршы көрәштә тынмаҫ оран булып яңғырай, изгелеккә әйҙәүсе, милләтте туплаусы көс булараҡ башҡортмон тигән һәр башҡорт йөрәгендә йәнәш тибә.



Автор: Фәнил Күзбәков.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы
Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана

Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

12 майҙан республиканың Экология министрлығында һунарсыларҙан рөхсәт ҡағыҙы алыуға ғаризалар ҡабул ......

Тотош уҡырға 1

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды 05.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын түләү Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрәкәттәге армияла хеҙмәт иткән йәки хәрби хәрәкәттәр ......

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла 05.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 1

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

Был үҙгәрештәр һауа киңлеген файҙаланыу буйынса ғәмәлдәге сикләүҙәргә бәйле....

Тотош уҡырға 1

Республикала аномаль эҫе булыуы көтөлә
Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Еңеү парадының нисек үтәсәге билдәле булды

Башҡортостанда Еңеү парадының нисек үтәсәге билдәле булды 04.05.2026 // Йәмғиәт

9 майҙа Башҡортостандың баш ҡалаһында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 ......

Тотош уҡырға 1

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла 04.05.2026 // Йәмғиәт

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла...

Тотош уҡырға 3

Республикала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Республикала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Республикала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда бала табыу йорттарының береһендә апрелдә 24 игеҙәк тыуған

Башҡортостанда бала табыу йорттарының береһендә апрелдә 24 игеҙәк тыуған 04.05.2026 // Йәмғиәт

Республика клиник перинаталь үҙәгендә яҙҙың икенсе айы өсөн ҡыуаныслы статистика мәғлүмәттәре менән ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда өс көнгә һауа торошо: ямғыр, йәшен һәм +22° тиклем йылыта

Башҡортостанда өс көнгә һауа торошо: ямғыр, йәшен һәм +22° тиклем йылыта 04.05.2026 // Йәмғиәт

Шаршамбы, 6 майҙа, һауа температураһының +22° тиклем күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә