Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » «Балаларыбыҙ менән бәхетлебеҙ»
«Балаларыбыҙ менән бәхетлебеҙ»
Рәсәй көнө алдынан Башҡортостан Президенты вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Хәмитов хеҙмәт алдынғыларының бер төркөмөнә илдең һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.


Республика онкология диспансерының бүлексә мөдире Фәрит Монасиповҡа – «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы» тигән маҡтаулы исем, Башҡортостандағы ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеттың башҡарма директоры Өлфәт Йомағужинға Халыҡтар дуҫлығы ордены бирелһә, тағы ла күптәр мәртәбәле бүләккә лайыҡ булды.
«Балаларыбыҙ менән бәхетлебеҙ»Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан Балтас районының Үрге Ҡарыш ауылында йәшәүсе Альбина менән Винер Хәйҙәршиндар ғаиләһе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡулынан «Ата-әсәлек даны» миҙалын алғайны. 11 июндә иһә Рөстәм Хәмитов уларға «ГАЗель NEXT» автомобилен бүләк итте. Ғаилә башлығы «Башкиравтодор» йәмғиәтенең Балтас бүлексәһендә бульдозер машинисы булып эшләһә, ҡатыны халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәгендә хужалыҡ мөдире икән.
Ғаиләлә туғыҙ ҡыҙ һәм малай тәрбиәләнә. Башҡортостан дәүләт аграр университетында белем алған Элитаға 21 йәш булһа, кинйә улдары Айнурға ошо көндәрҙә ике йәш тула. 18 йәшлек Артур ҙа – апаһы белем алған уҡыу йортоноң I курс студенты. Күптән түгел тыуған ауылдарындағы мәктәптә Айгиз – VI, Айназ IV класты тамамлаған. Бәләкәйерәк Нурсилә, Инзилә һәм Айнур әле өйҙә тәрбиәләнә.
– Ауыр ҙа, күңелле лә күп бала бағыуы. Улар ата-әсәһен илата ла, ҡайһы саҡ йырлата ла. Әммә беҙ ошо кескәйҙәребеҙ менән бәхетлебеҙ, – ти әсә.
«Балаларыбыҙ менән бәхетлебеҙ»Хәйҙәршиндарға йәшәү өсөн 60 квадрат метр самаһы майҙан бәләкәйерәк булһа ла, күңелдәре киң уларҙың. Эшкә лә талымһыҙҙар: 17 сутый ерҙә йәшелсә-емеш үҫтерәләр, 15 баш һыйыр малы, әллә күпме һарыҡ, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Ике еңел машина, тракторҙары бар.
Кескәй Нурсилә, шәп бүләк алыуҙарына ҡыуанып, рәхмәт һүҙен әйтһә, Артур үҙенең һәм әсәһенең транспорт йөрөтөү хоҡуғын биргән танытмалары барлығын белдерҙе...
Өр-яңы “ГАЗель” машинаһы Хәйҙәршиндарҙы Республика йорто алдында көтә ине. Рөстәм Зәки улы ғаилә башлығына: «Әйҙә, ҡуҙғал!» – тип өндәшкәс, Винер Флүр улы баҙап ҡалманы, рулгә тотондо. Тап ошо ваҡыттан был күркәм ғаилә өсөн ғүмерҙең тағы бер сағыу миҙгеле башланды. Етмәһә, тиҙҙән ошо бәхеткә ҡуш булып йортҡа тағы бер бәпес ҡайтасаҡ.
«Балаларыбыҙ менән бәхетлебеҙ»


Рәфил ҒӘЛЛӘМОВ, Балтас районы хакимиәте башлығы:
– Районыбыҙҙа күп бала баҡҡандар байтаҡ. Ете балалы – ике, биш балалы – алты, дүрт балалы 30 ғаилә бар. Балтаста, ғөмүмән, күп балалы 354 ғаилә йәшәй. Бөгөн бүләк алған Хәйҙәршиндар иһә — һәр йәһәттән өлгөлө ғаилә.



«Балаларыбыҙ менән бәхетлебеҙ»Венария ҒӘЛИМЙӘНОВА, Бөрө районы һәм Бөрө ҡалаһындағы хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығының Балтас районы бүлексәһе етәксеһе:
– Күп балалылар әҙ түгел, әммә Хәйҙәршиндар – ысын мәғәнәһендә ҙур, татыу ғаилә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пособие алыу өсөн генә бала тапҡандар ҙа байтаҡ. Ә Альбина менән Винер балаларҙы нимәгәлер иҫәп тотоп түгел, ә йәшәү өсөн таба. Улар дәүләт тарафынан ярҙам да көтөп ятмай, үҙҙәре күпләп мал аҫрай, тырышып эшләй ҙә.


Автор: Айһылыу НИЗАМОВА. Фото: Эдуард ДИЛМӨХӘМӘТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә