Рәсәй көнө алдынан Башҡортостан Президенты вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Хәмитов хеҙмәт алдынғыларының бер төркөмөнә илдең һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Республика онкология диспансерының бүлексә мөдире Фәрит Монасиповҡа – «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы» тигән маҡтаулы исем, Башҡортостандағы ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеттың башҡарма директоры Өлфәт Йомағужинға Халыҡтар дуҫлығы ордены бирелһә, тағы ла күптәр мәртәбәле бүләккә лайыҡ булды.
Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан Балтас районының Үрге Ҡарыш ауылында йәшәүсе Альбина менән Винер Хәйҙәршиндар ғаиләһе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡулынан «Ата-әсәлек даны» миҙалын алғайны. 11 июндә иһә Рөстәм Хәмитов уларға «ГАЗель NEXT» автомобилен бүләк итте. Ғаилә башлығы «Башкиравтодор» йәмғиәтенең Балтас бүлексәһендә бульдозер машинисы булып эшләһә, ҡатыны халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәгендә хужалыҡ мөдире икән.
Ғаиләлә туғыҙ ҡыҙ һәм малай тәрбиәләнә. Башҡортостан дәүләт аграр университетында белем алған Элитаға 21 йәш булһа, кинйә улдары Айнурға ошо көндәрҙә ике йәш тула. 18 йәшлек Артур ҙа – апаһы белем алған уҡыу йортоноң I курс студенты. Күптән түгел тыуған ауылдарындағы мәктәптә Айгиз – VI, Айназ IV класты тамамлаған. Бәләкәйерәк Нурсилә, Инзилә һәм Айнур әле өйҙә тәрбиәләнә.
– Ауыр ҙа, күңелле лә күп бала бағыуы. Улар ата-әсәһен илата ла, ҡайһы саҡ йырлата ла. Әммә беҙ ошо кескәйҙәребеҙ менән бәхетлебеҙ, – ти әсә.
Хәйҙәршиндарға йәшәү өсөн 60 квадрат метр самаһы майҙан бәләкәйерәк булһа ла, күңелдәре киң уларҙың. Эшкә лә талымһыҙҙар: 17 сутый ерҙә йәшелсә-емеш үҫтерәләр, 15 баш һыйыр малы, әллә күпме һарыҡ, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Ике еңел машина, тракторҙары бар.
Кескәй Нурсилә, шәп бүләк алыуҙарына ҡыуанып, рәхмәт һүҙен әйтһә, Артур үҙенең һәм әсәһенең транспорт йөрөтөү хоҡуғын биргән танытмалары барлығын белдерҙе...
Өр-яңы “ГАЗель” машинаһы Хәйҙәршиндарҙы Республика йорто алдында көтә ине. Рөстәм Зәки улы ғаилә башлығына: «Әйҙә, ҡуҙғал!» – тип өндәшкәс, Винер Флүр улы баҙап ҡалманы, рулгә тотондо. Тап ошо ваҡыттан был күркәм ғаилә өсөн ғүмерҙең тағы бер сағыу миҙгеле башланды. Етмәһә, тиҙҙән ошо бәхеткә ҡуш булып йортҡа тағы бер бәпес ҡайтасаҡ.
Рәфил ҒӘЛЛӘМОВ, Балтас районы хакимиәте башлығы:– Районыбыҙҙа күп бала баҡҡандар байтаҡ. Ете балалы – ике, биш балалы – алты, дүрт балалы 30 ғаилә бар. Балтаста, ғөмүмән, күп балалы 354 ғаилә йәшәй. Бөгөн бүләк алған Хәйҙәршиндар иһә — һәр йәһәттән өлгөлө ғаилә.
Венария ҒӘЛИМЙӘНОВА, Бөрө районы һәм Бөрө ҡалаһындағы хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығының Балтас районы бүлексәһе етәксеһе:– Күп балалылар әҙ түгел, әммә Хәйҙәршиндар – ысын мәғәнәһендә ҙур, татыу ғаилә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пособие алыу өсөн генә бала тапҡандар ҙа байтаҡ. Ә Альбина менән Винер балаларҙы нимәгәлер иҫәп тотоп түгел, ә йәшәү өсөн таба. Улар дәүләт тарафынан ярҙам да көтөп ятмай, үҙҙәре күпләп мал аҫрай, тырышып эшләй ҙә.