Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Класымда бер нисә ҡыҙҙың битенә һытҡы сыҡҡан. Улар хәҙер күпте белә, аңлай. “Сыҡҡанһың икән, әйҙә тора бир, иҫем китте, ти, һиңә”, — тигәндәй, ана нисек тыныс ултыралар, инша яҙалар. Кәңәштәремде тотҡандарына ҡыуанып, уларҙы күҙәтәм.



Әхирәтем Кәримә менән булған хәл ҡылт итеп иҫемә төштө. Был донъяла беҙҙән дә бәхетлерәк кеше юҡтыр, тип йәшәп ятҡанда, әхирәтемдең битенә шул ҡәһәр һуҡҡан һытҡылар сығып, уның бар хыялдарын, өмөттәрен селпәрәмә килтерер тип кем уйлаған. IХ класта битен ваҡ ҡына ҡыҙыл тимгелдәр баҫып алды. Нимә генә эшләмәнек: бензин менән йыуҙыҡ, ҡатыҡ та һөрттөк, дегет тә буяныҡ. Ә улар, үс иткәндәй, күбәйгәндән-күбәйә генә. Шул ваҡытта уның әсәһе йә уҡытыусылар был һытҡыларҙың үҫмер саҡта була торған тәбиғи бер күренеш икәнен аңлатһа икән дә бит...
Шулай Х класта, үҙебеҙсә бөтмәҫ ҡайғы-хәсрәткә сумып йөрөгән мәлдә, беҙҙе медосмотрға алып барҙылар. Оло ғына врач апай, миңә ҡарап: “Кем бәхетенә үҫәлер инде был һылыуҡай”, — тигән булды ла бит, ә әхирәтемә: “Ярар, йөрәккәйем, ҡайғырма, кейәүгә сыҡҡас, бөтә ул һытҡылар”, — тине. Ә Кәримә, күҙҙәрен ҙур асып, апайға ҡараны. Ә ул: “Бөтә, бөтә, ҡайғырма”, — тип көлә. Әхирәтемде алыштырҙылармы ни. Күҙҙәре янып, йөҙө балҡып китте. Үтә алсаҡланып һөйләнде лә һөйләнде.
Х кластан һуң беҙҙең юлдар айырылды. Ул — педучилищеға, ә мин Өфөләге пединститутҡа уҡырға индек. Ғаиләбеҙҙең икенсе районға күсеүе сәбәпле, беҙ башҡаса осрашманыҡ. Тормош, бер артын, бер алдын күрһәтеп, үтә торҙо. 30 йылдан һуң һис көтмәгәндә осраштыҡ беҙ Кәримә менән. Баҡсаға китергә электричка көтөп тора инем, кемдер миңә исемем менән өндәште. Ян-яғыма ҡарайым, бер таныш та күренмәй. Бер оло йәштәге апай ҡулымдан тартты. “Әйҙәгеҙ, һеҙҙе әхирәтегеҙ саҡыра”, — тип инвалид коляскаһы яғына әйҙәне. Ә үҙе, был осрашыуҙы күрмәҫ өсөн, күрәһең, мин хәҙер, тине лә вокзал эсенә инеп китте. Ни уйларға ла белмәйенсә, коляскала ултырған ҡатынға төбәлдем. Сал сәстәрен артҡа йыйып төйнәгән, битен тәрән йыйырсыҡтар баҫҡан, һағыш, хәсрәт тулы күҙҙәренә йылмайыу ғәләмәте сығарырға тырышҡан 60 йәштәр тирәһендәге әбей ине ул. Өҫтөндә – ҡәҙимге генә күлдәк, кофта, аяғында, йәйҙең эҫе көнө булыуға ҡарамаҫтан, ап-аҡ ойоҡбаштар. Теге апай ниңә “әхирәтегеҙ” тине икән, тип уйлап өлгөрмәнем: “Әхирәткәйем, был мин — Кәримә”, — тип ҡатын ике ҡуллап миңә үрелде. Ҡулымдан сумкам төшөп китте, күҙ алдарым ҡараңғыланды, телдән ҡалдым. “Тыныслан инде, тыныслан. Был һинең әхирәтең Кәримә. Һин һаман да шул көйөһөң, үҙгәрмәгәнһең. Беҙгә хәҙер 46 йәш тулды бит инде”, — тип мине аңыма килтерҙе. Мин уны ҡосаҡлап, гөжләп торған халыҡҡа иғтибар ҙа итмәй, иларға тотондом. Ситтән күҙәтеп торған булһа кәрәк, баяғы ҡатын йүгереп килеп етте, валерьянка бирҙе.
— Ярар, һеңлем, тыныслан, илама. Әйҙәгеҙ, ситкәрәк китәйек әле. Беҙҙең поезд китеүгә сәғәттән ашыу ваҡыт бар. Ә һеҙҙеке ҡасан?
— Баҡсаға, баҡсаға, әйҙәгеҙ беҙгә, — тип, бәйләнешһеҙ әллә нәмәләр һөйләндем.
— Юҡ, рәхмәт, һеңлем. Бөгөн ҡайтырға тейешбеҙ. Беҙҙе машина менән ҡаршы алалар, — тип, апайҙың артынан Кәримәнең коляскаһын этешеп вокзалдың ситенә килеп еттек. Ул, беҙҙе ҡалдырып, тағы ла китеп барҙы.
Мин Кәримәнең ҡаршыһына сүгәләп ултырҙым. Ә ул һөйләргә кереште:
— Зинһар, бүлдермәй генә тыңла. Хәҙер барыһы тураһында ла ҡыҫҡаса ғына һөйләйем. Медосмотр үткән көндө иҫләйһеңме? Доктор апайҙың, кейәүгә сыҡҡас, бөтә ул, тигән һүҙе минең бөтөн яҙмышымды хәл итте бит ул саҡта. Уның енси өлгөрөүҙе күҙ уңында тотоп шулай әйткәнен хәҙер генә аңлайым. Ә ул ваҡытта... Шул көндә үҙ иркем менән бәхетһеҙлеккә табан беренсе аҙымды яһаным. Иҫләйһеңме икән, минең арттан шофер Ғәлим йөрөй ине. Ул миңә оҡшай, әммә шул һытҡылар ғына кәртә булып тора ине. Ә шул кистә үҙем, үҙем теләп, уға бирелдем, әхирәткәй. Ә иртәгәһенә, ахмаҡ, таң менән көҙгөгә ҡарайым, йәнәһе, теге һытҡылар бөткәнме икән? Ә улар, минән көлгәндәй, ҡыҙарышып, беҙгә бик яҡшы тигәндәй, һаман тора. Ғәлим: “Кәримә, Х класты тамамла ла өйләнешәйек. Бәлки, мине армияға алмаҫтар”, — тигәс, көлдөм генә.
Туҡта, туҡта, күҙеңде ҙурайтма. Ни әйтереңде беләм. Аждаһалай әсәйеңдән ҡурҡмай, был аҙымға нисек барҙың, тип һорамаҡсыһың. Хәҙер үҙем дә аңлата алмайым. Ул бит мине клубҡа уйынға ла сығармай торғайны, йәнәһе, унда йүнһеҙ ҡыҙҙар, тәртипһеҙ егеттәр генә йөрөй. Йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтерһәң, үлтерәм, ти торғайны. Теләгең булһа, бер нәмә лә туҡтата алмай икән ул, әхирәт. Йәй көнө әсәйем миңә кәбәркәгә урын һалып бирә лә тыштан йоҙаҡлап ҡуя ине. Ә мин, иҙән таҡтаһының ҡаҙағын һурып алып, төндә Ғәлимде шунан индерә торғайным. Белмәйем, үҙ башыма шулай бәйҙән ысҡынған эт кеүек шашынғанмындыр инде. Йәй буйы шулай һөйөштөк, яратыштыҡ, донъяла беҙҙән дә бәхетле кеше юҡ кеүек ине.
Һытҡыларым да һирәгәйгән кеүек булды. Көҙ көнө Ғәлимде, көтөргә һүҙ биреп, армияға оҙаттым. Ә үҙем педучилищеға уҡырға индем. Беренсе курсты уңышлы тамамлап, каникулға ҡайттым. Минең арттан күрше ауыл егете Вәзих йөрөй башланы, киномеханик булып эшләй ине. Һеңлеһе менән бер курста уҡыйбыҙ. Бер мәл Вәсилә тыуған көнөнә саҡырҙы. Әсәйем Өфөгә, һеңлеһенә, ҡунаҡҡа киткәйне. Күңелле итеп тыуған көн үткәрҙек, Вәсилә егете менән сығып китте, ҡунаҡтар таралышты. Вәзих мине тәүҙә оҙатып ҡуям тигәйне, һуңғараҡ, йоҡлап ҡайт, һуң бит инде, тип өгөтләй башланы. Ҡалдым. Ышан, әхирәт, күңелемдә бер боҙоҡ уй юҡ ине. Ҡыҫҡаһы, Вәзих мине көсләне. Бар хәлемсә ҡаршылаштым, ҡысҡырҙым. Эш уҙғас, еңгәһе килеп инде. Улар өй аша ғына тора. Мин таң һарыһынан, Вәсиләне лә күрмәй, күҙ йәштәремә быуылып, ауылға ҡайттым. Бар ауыл ғәйбәт менән тулған. Әсәйем ҡайтҡанда мин өйҙә юҡ инем. Сумкаһын ташлаған да күрше ауылға, Вәзихтәргә, йүнәлгән: “Өйлән, өйләнмәһәң, судҡа бирәм”, — тип янъял ҡуптарған. Атаһы Вәзихте әсәйемдең алдына килтереп баҫтырған. Ә ул: “Мин Кәримәне яратам, өйләнер инем, ләкин ул ҡыҙ түгел”, — тигән. Әсәйем торған ерендә ултыра төшкән.
Мин уның ҡайтырын ни тере, ни үле түгел хәлдә көттөм. Килеп инде. Ҡулында – утын ағасы, күҙен ҡан баҫҡан. Иң әшәке һүҙҙәр менән әрләп, ҡайһы еремә тура килһә, шунда һуға, туҡмай башланы. Мин иҫтән яҙғанмын, үҙенең хәле бөткән, шунан ғына туҡтаған. Дауаханала иҫемә килгәндә: “Мин үҙемдең нимә эшләгәнемде иҫләмәйем. Үлтерһәм, һәйбәтерәк булыр ине, шул тиклем ҡаты тоттом, ә ул бына нимә ҡылған. Кеше күҙенә күренер әмәл юҡ, тоҡомобоҙҙо хур итте”, — тигән һүҙҙәренән һуң йәнә аңымды юғалттым. Үҙ хәлемдең аяныслылығын аңлар хәлгә еткәндә 24 көн уҙғайны. Үлергә маташып ҡараным, тик палаталағы ҡатын ҡамасауланы. Беҙ аяҡҡа баҫтыра алмайбыҙ, тигәс, мине әсәйемдең бер туған һеңлеһе Гөлфиә апайым Өфөгә алып ҡайтты.
Ул бер ҙә тормошҡа сыҡмаған, мәрхәмәтле ҡарт ҡыҙ. Йөрөтмәгән дауаханаһы ҡалманы бисараның.
Ғәлим, армиянан ҡайтҡас, ике йыл буйы эскән. Иҫерек килеш араҡыға китеп барғанда машинаһы менән түңкәрелгән. Ә теге Вәзих өйләнгән, холҡо бик алама булған. Эскән һайын ҡатынын туҡмаған, балалары менән өйҙән ҡыуып сығарған. Ун йыллап булалыр инде, өйөндә аҫылынған килеш тапҡандар. Ҡәйнештәре аҫҡан, имеш, тип һөйләнеләр. Бына шулай, әхирәткәйем, барыбыҙ ҙа үҙ язабыҙҙы алдыҡ...




Автор: Әнүзә ЙОМАҒОЛОВА. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә