Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡайһыһын һайларға?
Ҡайһыһын һайларға?“Ҡасан аҙна аҙағы етер, бер рәхәтләнеп йоҡлап алыр инем” тигән хыял берегеҙгә лә ят түгелдер, моғайын. Йоҡоно туйҙырыу, әлбиттә, яҡшы эш. Шулай ҙа, мәшәҡәттәрҙән тулыһынса арынып, алдағы эш аҙнаһын шәп кәйефтә башлау өсөн ял көндәрен аяғөҫтө, хәрәкәттә үткәреү күпкә файҙалы.
Шәмбе, йәкшәмбелә эш хаҡында онотоп тороу, күберәк һаулыҡты ҡайғыртыу, яҡындарың, ғаиләң менән бергә булыуҙың мөһимлеген һәр беребеҙ аңлай. Ошо йәһәттән хәҙер спортҡа ҙур иғтибар бүленә. Шулай ҙа “ағай-апайҙар” булып бөткән урта һәм өлкән йәштәге кешеләргә ҡапыл ғына уйлап, тиҙ арала коньки, саңғы эләктереп, сығып китеүе еңел эш түгел. Иң тәүҙә быға, әлбиттә, эске әҙерлек кәрәк. Шулай уҡ спорт кәрәк-ярағын дөрөҫ һайлау ҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Ошоно иҫәптә тотоп, саңғы һәм конькиҙы алғанда иғтибар ителергә тейешле ҡайһы бер үҙенсәлектәренә туҡталмаҡсыбыҙ.
Саңғының спорт, туристар, һәүәҫкәрҙәр, тау спорты, һунар өсөн тәғәйенләнгән төрҙәре бар. Ял көндәрен файҙалы үткәреү ниәте менән янған кеше булараҡ, беҙ, әлбиттә, һәүәҫкәрҙәрҙекенә туҡталабыҙ. Өлкән йәштәгеләргә пластик саңғылар ҡулай буласаҡ. Улар яҡшыраҡ шыуа, оҙаҡҡа етә, шунлыҡтан аҡсаны йәлләргә ярамай. Әммә балаларға бындай пластик төрҙө алыу файҙаһыҙ, сөнки физкультура дәрестәрендә юғары тиҙлектә шыуыу ҡәтғи тыйыла.
Саңғы һайлағанда ҡатылығына ла иғтибар итеү кәрәк. Ул һеҙҙең ауырлығығыҙҙы күтәрә алырлыҡ булырға тейеш. Иң ҡиммәтлеһен алырға ынтылыу ҙа урынһыҙ, унан, күп аҡса сарыф ителгәнлектән, күңелегеҙгә кинәнес тапмауығыҙ бар. Уртаса хаҡтағы саңғыға өҫтөнлөк бирегеҙ.
Ә бына тау саңғыларын ауырлыҡ, буй, оҫталыҡ кимәленә ҡарап һайлайҙар. Саңғыға яңы баҫҡан кеше өсөн үҙ буйынан 20 сантиметрға ҡыҫҡараҡ саңғы алырға кәңәш ителә. Киңерәк булһа, ышаныслыраҡ. Ҡатылығына килгәндә, башлап шыуыусы өсөн иң еңел һәм йомшағы тәҡдим ителә.
Коньки һайлағанда иң тәүҙә уның уңайлы булыуына, ауырлығына, ботинканың үлсәменә иғтибар итегеҙ. Магазинда уны кейгәс, ике аяғығыҙға баҫығыҙ, хәрәкәт итеп ҡарағыҙ — бер аҙ ғына уңайһыҙлыҡ тойһағыҙ ҙа, сисеп, икенсене һайлағыҙ, сөнки был етешһеҙлек шыуған саҡта үҙен һиҙҙерәсәк, аяҡтар һыҙлаясаҡ. Ботинканы көндәлек аяҡ кейеменән ярты үлсәмгә ҙурыраҡты һайларға, ойоҡбаш менән кейеп ҡарарға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта ул бик үк иркен булмаҫҡа, үксәгә, балтырға һылашып торорға тейеш.
Ҡайһы бер һатыусылар тәүге тапҡыр боҙға сығырға йыйынған кешегә фигуралы түгел, ә хоккей өсөн тәғәйенләнгән конькиҙы тәҡдим итә. Уларҙа шыуыу еңелерәк — ботинкаһы ҡалын пластиктан яһалған, бауы ныҡ итеп бәйләнә, йөҙө һөҙәк (һирәк ҡолаясаҡһығыҙ). Әгәр инде фигуралыға өҫтөнлөк бирһәгеҙ, тиренән эшләнгән ботинкалыһын алырға тырышығыҙ, сөнки пластиктарҙа күп йөрөгәндә аяҡтың формаһы боҙолоуы ихтимал. Пластикка поролон ҡушылған аяҡ кейеменән айырыуса йыраҡ торорға кәрәк — уларға бөтөнләй ел үтмәгәнлектән, аяҡ тирләйәсәк.
Коньки менән тиҙ генә “дуҫлашыу”, әлбиттә, мөмкин түгел. Ҡолауҙан тәнегеҙҙе күгәреү “биҙәр”, балалар күҙ йәштәрен дә түгеп алыр. Шулай ҙа, тырышлыҡ булһа, конькиҙың һөйөүен мотлаҡ яуларһығыҙ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә