Сихыр тигән шөғөл менән беҙҙең башҡорттар булышманы, Тәңренән ҡурҡтылар. Һәр им-том эшен Тәңренән рөхсәт һорап ҡына башлайбыҙ. Ана Сурай ауылындағы Кәрәпшин (Кравченко) бабай ҙа балаларға укол һалыр алдынан “Бисмиллаһир рахман иррахим” тип, урыҫ булһа ла, Тәңренән рөхсәт һорай.
Ноҡот һалып, кешенең киләсәген юрайһың. Уҡый белһәң, таштар ҙа кеше тормошоноң күп яҡтарын асып бирә. Хоҙай тәбиғәтебеҙгә барыһын да биргән, тик уның үҙен дә һаҡларға кәрәк, ғәзиз бала кеүек. Ноҡот тигәндәй, әсәйеңдең ноҡот һалғанын беләһеңме? Һылыу Нәбирә ноҡотто шул тиклем дөрөҫ итеп һөйләп бирә. Хатта китапҡа шулай итеп яҙылған да, ул уны уҡый ҙа сыға кеүек. Аптырарһың кешенең шулай зирәклегенә, — тип тирә-яғына ҡаранып ҡуйҙы. Был — шуның менән һүҙ бөткәндер тигән мәғәнәне аңлата ине. Мин дә ашығып һорау бирә һалдым:
— Зөлхизә инәй, беҙҙең яҡта ниндәй дарыу үләндәре үҫә?
— Мәктәптә һеҙгә аңлатманылармы ни? Үләндәрҙең, ағас-ҡыуаҡтарҙың барыһы ла тип әйтерлек дауалы. Әммә араларында ағыулылары ла осрай. Үләндәрҙе бер ҡарауҙан ғына айырып булмай. Ана ҡаҙборсаҡ, рижик, киндер тигән үләндәрҙең орлоғо йүткереүҙе лә баҫа, тамаҡ та туйып ҡалған һымаҡ була. Үләндәр күп ул, һанай китһәң: артыш, вәлирйән, мумия, лауыр, әҫпе еләге, кейәү үләне, йүткерек үлән, бәпембә, ҡанүлән, яра япрағы, мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, күк умырзая.
— Араһында әйтелмәй ҡалғандары ла барҙыр инде.
— Бар шул, һәр имсе үҙенең бик тә дауалы үләндәренең бер нисәүһен йәшереп тота. Был им сере тип атала. Мәктәптә өйрәтмәйҙәрҙер инде, күрәһең. Ашай торған үләндәрҙең дә витаминға бай икәне иҫбатланған: балтырған, оҫҡон, тау йыуаһы, ҡул йыуаһы, әппәкес, ҡымыҙлыҡ (был ҡуҙғалаҡ нәҫеленән түгел, аҡ сәскәгә күмелеп ултыра), ҡымыҙлыҡ (ҡуҙғалағы була), ҡуҙғалаҡ (сәскә атыр һабағы, ҡымыҙлығы булмай), көпшә, ҡаҡы, яуғас (бәләкәй генә ҡамыш һымаҡ япрағы була, һары сәскә ата), ҡуян тубығы (шул уҡ көпшәнең тамыры), кәзә һуғаны. Емештәр: муйыл (аслыҡ йылында, һуғыш осоронда әлдә ул булды), бүтәгә сейә, урман сейәһе, еләк, айыу еләге, ҡарағат, ҡара бөрлөгән, ҡыҙыл бөрлөгән (тау битләүендәге урман араларында лыпын ята. Кеше ниңәлер шуға иғтибар итмәй. Унан бит ҡыҙылсанан дарыу ҙа яһайҙар).
— Ярай, инәй, мәғлүмәттәрегеҙ өсөн рәхмәт. Аяҙытып та килә шикелле. Иртәгә аяҡтан баҫҡаны, арттан шыуғаны баҫыуға ашыға инде.
— Хоҙай көнөн генә бирһен.
Мин уға француз яулығына төрөлгән күстәнәстәремде бирҙем. Зөлхизә инәйҙең йөҙө айҙың ун етеһе кеүек яҡтырып китте. Хәйерле юл теләп доғаһын ҡылды. Шул доғалар йөрөтәлер ҙә әле мине был донъяла.
Һуғыш заманында колхоздың төп тотҡалары ошо Ғәлиә, Зөлхизә һәм әле мин яҙмаған бик күп инәйҙәр булды. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк: һуғыш ваҡытында биш йәшлек бала-саға ла мәжбүри рәүештә колхоздың төрлө эшен башҡарҙы. Хәҙер әйтһәң, әҙәм ышанмаҫ.
Ошо ил инәләрен иҫкә төшөрөп (баҡыйлыҡҡа күскәндәр инде) ултырғанда, ниңәлер Мәлих Харистың бер шиғыры иҫкә төштө:
Эй, ғүмерҙең һуңғы сәғәте,
Һин дә миңә шулай күкрәп кил.
Батырҙарын иҫкә алғанда,
Онотмаһын мине лә Тыуған ил.
Онотмабыҙ, Мәлих ағай! Йөрәгебеҙ туҡтағанса, һеҙҙең исем һүнмәҫ яҡты бер рух булып тибәсәк. Ә бына һуғыш ваҡытында көс түккән икмәк үҫтереүселәрҙең, мал ҡараусыларҙың, ҡорсаңғы аттарҙы тәрбиәләүселәрҙең, бесән етештереүселәрҙең, утауҙа ҡатнашыусыларҙың, ағас-таш әҙерләүселәрҙең исемдәрен дә ил ҡаһармандары сафына ҡуйып ҡәҙерләһәк ине.
Мәҡәләмдең аҙағында тағы ла бер етди проблеманы күтәрмәксе булам. Бына, мәҫәлән, яуҙан имен ҡайтҡандарға, һуғыш ветераны тип, фатирҙар бирҙеләр. Улар бер урында торлаҡ хәлен яйға һала ла, икенсе төбәккә барып, тағы сиратҡа баҫа, унда ла уға фатир бирәләр. Үҙҙәре үлгәс, әбей-һәбейҙәре, “беҙ – һуғыш ветераны ҡатындары”, тип фатир юллап ала. Мәҫәлән, бер инәйҙе беләм, ул Өфөнән генә ике тапҡыр фатир алды. Хәҙер сит өлкәгә күсеп киткәйне, унда ла сиратҡа баҫҡан һәм уға фатирлыҡ (1,5 млн.) аҡса биргәндәр.
Ә бына һуғышта ҡаһармандарса баштарын һалған, күптәре офицер булған, шуларҙың балаларына бигерәк тә 1941-ҙәргә дәүләт тарафынан берәй льгота-маҙар булдымы? Һуғышта ауғандарҙың балаларына фатир биреү мәсьәләһе тураһында ҡарар барлығын мин күптән беләм. Хатта ул гәзиттә лә баҫылып сыҡҡан тип һөйләйҙәр ине совет осоронда. Мәскәүҙә аспирантураны тамамлап ҡайтҡас, мин дә Министрҙар Кабинетына киттем. Ул заманда Министрҙар Советы рәйесе Аҡназаров ине. Урынбаҫарҙарының береһенә инергә булдым, сөнки рәйес ишеге беҙҙең кеүектәргә асылмай. Индем, иҫәнлек-һаулыҡ һораштым. Хәл-әхүәлемде һөйләп бирҙем. Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған өлкән лейтенант, политрук, Ленинградты һаҡлаусы Ғәйнетдин Аҙнағоловтың урамда йәшәгән балаһына берәй льгота юҡмы икән, тип килгәйнем. Ишетеүемсә, кисә бер йәһүд егетенә фатир юллап ҡағыҙ биргәнһегеҙ икән. Миңә лә шундай ҡағыҙ кәрәк ине. Уның кәңәше буйынса бында килгәйнем, тинем. Ағай күҙен аҡайтып миңә ҡараны ла: “Бына һиңә фатир!” — тип уҫлаптай йоҙроғон күрһәтте лә сығып китергә бойорҙо. Ишеген япҡанда, алты-ете ҡатлы һүгенеү һүҙҙәре яңғырап тороп ҡалды. Шулай итеп бер башҡорт түрәһе милләттәшен бүлмәһенән ҡыуып сығарып кинәнде.
Рәсәй ҡырҡ аяғына ла аҡһай: ауыл хужалығы, мәғариф, сәнғәт, сәнәғәт, әҙәбиәт, фән, һаулыҡ һаҡлау һәм башҡалар. Үҙ субъекттарында һөҙөмтәле эшләп ултырған завод-фабрикаларҙы Үҙәк үҙ ҡулына йомдорҙо. Ҡыҙыл китапҡа ингән ҡомартҡы тауҙарыбыҙҙы тартып алырға маташалар. Быларҙың барыһы ла коррупцияның яңы формаларын үҫтереүгә ярҙам итә. Спортты үҫтереп кенә, халыҡтың күпме аҡсаһын шунда һалып, илдең иҡтисадын үҫтереп булмаясаҡ. Күпме халыҡ итәк ҡырҡып еңен ямай. Мәғарифты тамырынан үҙгәртеп ҡороу кәрәклеген уйлап та ҡарамайҙар. Йәш быуында әҙәп-әхлаҡ, ватансылыҡ тойғоһон нисек тәрбиәләргә? Ул төшөнсәләрҙе балаға нисек аңлатырға? Үҙе йәшәп ятҡан, белем алып йөрөгән мәктәбенән, иң ҡәҙерле ватанынан айырылғас, сит ауыл, сит мәктәп бала күңелендә әҙәп-әхлаҡ, ватансылыҡ тойғоларын пыран-заран килтермәҫме? Бындай юл менән белем биреүҙең һәм кешелеклелек тойғоһона балта сабабыҙ түгелме?
Әгәр ҙә ниндәйҙер ҡөҙрәт менән 1941 ҡабатлана ҡалһа, күңелдәре рәнйетелгән балалар, йәштәр үткән замандағы иштәренең юлын ҡабатламаясаҡ. Шул осорҙа биш йәшлек бала-сағаның колхоз йөгөн тартып барыуы тураһында кем аңлатыр? Тыл ветерандарын да йәлеп итергә кәрәк тантаналарға.
Күпме үҙгәртеп ҡороуҙар булды. Советтар Союзының бәрәкәтле һуҡмаҡлы сәйәси юлдары аҙ инеме ни? Бына белем биреү системаһын, йә Мәҙәниәт министрлығын ғына алып ҡарайыҡ. Улар эшләне, сифатлы эшләне, халыҡ һәм мәктәптәр менән тығыҙ бәйләнештә булды. Таланттарҙы күрә белделәр. Шуға ла сифат, эш һөҙөмтәһе беренсе урында булды. Хәҙерге түрәләр ҡырылмаһа ҡырҡ һаҡ аҫтына бикләнеп ултырып алды ла дөйөм халыҡты бар тип тә белмәй. Рәсәй сит илдәрҙең йәшәү рәүешенә эйәрә. Коррупциялы Рәсәйҙең барыр юлы юҡ. Ниндәй ил ул (социализммы, капитализммы, империализммы)?
Ябай халыҡ Еңеү байрамында күберәк ҡатнашһын. Байрам икән — байрам, йыназа икән — йыназа. Минең өсөн был көн йыназаға тиң. Атайым, ағайымдар (алты Аҙнағолов) батырҙарса һуғышып һәләк булды. Байрам еткән һайын, уларҙың рухтары тәҙрә төбөмдәге матур-матур гөлдәргә ҡуналыр инде. Шунда мин уларға: “Яуҙан тере ҡайтҡан — ярты батыр, яуҙа ауған һалдат — мең батыр”, — тимен.
Рафаэль АҘНАҒОЛОВ,
педагогия фәндәре докторы, БДУ профессоры.
(Аҙағы. Башы 110-сы һанда).