Райондың хозур тәбиғәтле көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Борай менән сиктәш ятҡан Күгәрсенде ысын мәғәнәһендә төпкөл ауылдар исемлегенә индерергә мөмкин. Бынан үҙәккә — Ҡалтасыға — 32 саҡрым булһа, ауыл Советы хакимиәте урынлашҡан Оло Ҡасаҡҡа — 9, яҡындағы “Яңауыл” тимер юл станцияһына — 70 километр.
Ауыл Етеҙ Танып буйында ята. Был йылға Пермь крайындағы һаҙлыҡтарҙан алып Тәтешле, Балтас, Борай һәм Ҡалтасы райондары буйлап Күгәрсенгә ҡәҙәр 287 километр ара үтә, артабан Краснокама районына сыға һәм, тағы ла алтмыш саҡрым тирәһе ағып барып, Ағиҙелгә ҡоя.
Ҡайһы бер ғалимдарҙың фекеренсә, ауылдың исеме "Күгәрсе" булырға тейеш, "күгәрсен" атамалы ҡошҡа бер ниндәй ҙә бәйләнеше юҡ. Һәр хәлдә, килеп сығышы ныҡлы тикшерелмәгәнлектән, төпкөл рәсми телдә Күгәрсен булып нығынып ҡалған, урыҫса уны "Кугарчино" тип йөрөтәләр.
Башҡорттар төйәге, тиелгәнҠайһы бер сығанаҡтарҙа билдәләнеүенсә, Бөрө өйәҙе Эске-Йылан волосының аҫаба башҡорттары ерҙәрендә нигеҙләнгән Күгәрсен ауылы документтарҙа тәүләп 1783 йылда телгә алынған. Ә инде 1795 йылғы V ревизия мәғлүмәттәренән күренеүенсә, бында (исеме урыҫса Кугарчинова тип бирелгән) йәшәгән халыҡ башҡорт тип яҙылған. Ауылда 11 йорт-хужалыҡ, 36 ир-ат һәм 31 ҡатын-ҡыҙ теркәлгән. Артабанғы, 1834 йылдағы, VIII ревизия йомғаҡтарына ҡарағанда, Бикмәт түбәһенә ҡараған был ерҙә (урыҫса — Кугарчина) 200-гә яҡын кеше йәшәгән.
1859 йылғы ошондай тикшереүҙән һуң ауылға "Күгәрсе" тигән исем бирелгән. Төп ер биләүсе — халыҡ, тип билдәләнгән. Ундағы 67 йорт-хужалыҡта 203 ир-егет һәм 180 ҡатын-ҡыҙ теркәлгән. Ә инде 1917 йылда үткәрелгән Дөйөм Рәсәй ауыл хужалығы һәм ер иҫәбен алыу мәғлүмәттәренән күренеүенсә, 165 йортта 884 башҡорт, 16 йортта 95 татар һәм бер хужалыҡта урыҫ милләтле һигеҙ кеше йәшәгән.
Октябрь революцияһына тиклем халыҡ башлыса малсылыҡ һәм игенселек менән шөғөлләнгән, бал ҡорто үрсеткән, балыҡ тотҡан. Ауылда һыу тирмәне, Етеҙ Танып аша йөрөгән паром булғаны билдәле. Ә 1906 йылғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Күгәрсендә мәсет, ике лавка, икмәк кибете эшләгән.
1961 йылда нәшер ителгән "Башҡорт АССР-ының административ-территориаль бүленеше" тигән белешмә-китапта күрһәтелеүенсә, ауылда шул осорҙа 877 башҡорт йәшәгән. 1981 йылда сыҡҡан ошо уҡ баҫмала ла "Ҡыҙыл йондоҙ" колхозына ҡараған Күгәрсендең милләттәштәребеҙҙең төйәге булыуы хаҡында яҙылған.
2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата мәғлүмәт буйынса ауылда 242 кеше йәшәгән. Бөгөн иһә ете урамда 139 йорт иҫәпләнә, шуларҙың 43-ө буш тора, ҡалған 96-һында 211 кеше (106 ир-егет һәм 105 ҡатын-ҡыҙ) ғүмер итә. Халыҡтың күп өлөшөн урта йәштән уҙғандар тәшкил итә. Иң өлкәне — 97 йәшлек Хәлисә инәй Сәләхова, бер йәшкә тиклемге өс сабый бар.
Күгәрсен халҡы Совет йылдарында гөрләп йәшәгән, малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгән. Колхозда һыйыр, һарыҡ фермалары, ишле йылҡы өйөрө булған, бер ни тиклем ваҡыт сусҡа ла аҫрағандар. Өлкәндәрҙең хәтерләүенсә, тау битләүҙәрендә ҡарбуз да үҫтергәндәр. Ә инде ҡыяр, помидор, һуған, кишер, картуф, ҡауын тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
Уҙған быуаттың икенсе яртыһында кирбес заводында бер миҙгел эсендә миллиондан ашыу дана яҡшы сифатлы төҙөлөш материалы сығарғандар. Күптәр һалабаш һыҙырып мул ғына табыш алған. 1890 йылда уҡ асылған ауыл мәктәбе был осорҙа ун йыллыҡ булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыһы хаҡында ла үткән заманда һөйләргә тура килә. Күмәк хужалыҡ тарҡалған, кирбес заводы, мәктәп, магазин, почта бүлексәһе ябылған... Ауыл халҡы бөгөн башлыса эшһеҙ, үҙ йүнен үҙе күрә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, төшөнкөлөккә бирелгәндәрҙе, аҙып-туҙып йөрөгәндәрҙе осратманыҡ Күгәрсендә.
Хеҙмәт кенәгәһендә — бер генә яҙыуЮлдашым — Ҡалтасы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Инна Тимерәйева — менән машинаны Мәктәп урамы башындағы тәүге йорттоң ҡаршыһында туҡтаттыҡ. Ишекте асыу менән ҡолаҡҡа кәкүк саҡырыуы ишетелде, уға һандуғас моңо ҡушылды. Инна Ивановна беҙҙе ҡаршыларға сыҡҡан апай менән бик йылы иҫәнләште. Яңы танышым ауыл мәктәбенең элекке директоры Әлфинә Хәсәнова икән, әле хаҡлы ялда. Яңауыл районының Бәҙрәш ауылы ҡыҙы 1977 йылда Бөрөләге педагогия институтының (хәҙер — БДУ-ның Бөрө филиалы) урыҫ теле һәм әҙәбиәте факультетын тамамлаған. Күгәрсенгә юлланма буйынса эшкә килгәс, ошо ауыл егете Тәһимгә кейәүгә сығып, бында ғүмерлеккә тороп ҡалған.
— Республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов менән бергә уҡыныҡ, — тип һөйләп алды Әлфинә Зәки ҡыҙы. — Һабаҡташым төркөмдәштәрҙең бер осрашыуында: "Барған ереңә таш булып төштөң инде", — тип шаяртып торғайны. Ысынлап та, шулай булды шул.
Әлфинә Хәсәнованың хеҙмәт кенәгәһендә эш урыны тураһында бер генә яҙыу бар: Күгәрсен урта мәктәбенә уҡытыусы итеп ҡабул ителгән, хаҡлы ялға сығырҙан һигеҙ йыл элек уҡыу йортона директор итеп тәғәйенләнгән. Колхозда, райпола шофер, һуңынан мәктәптә газ өсөн яуаплы хеҙмәткәр булған ире Тәһим ағай менән дүрт ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Өлкәндәре Юлиә Өфөләге нефть эшкәртеү заводтарының береһендә мастер булып эшләй, уға етәһе Альбина һәм Зөлфиә сауҙа тармағын һайлаған, ә төпсөктәре Ләйсән быйыл яғыулыҡ-энергетика техникумын тамамлай.
Донъялар буталып, урындағы колхоз тарҡалғас, мәктәп, магазин ябылғас, Тәһим ағай менән Әлфинә апай ауылда "Танып" исемле аҙыҡ-түлек, көндәлек кәрәк-яраҡ киоскы асҡан. Бер нисә йыл шулай үҙҙәре өсөн бөтөнләй яңы һөнәр менән шөғөлләнеп алғандар. Ауылдаштары уларға рәхмәтле булған, әлбиттә, тик, эшһеҙ ҡалып, аҡсаһыҙ интеккән халыҡтың әйбер һатып алырға ниндәй хәле булһын инде? Аҙыҡ-түлекте, башҡа тауарҙы бурысҡа биреп, әллә ни алға барып булмай шул. Һөҙөмтәлә төшөм түгел, ә көтөлмәгән сығымдарға килтергән эшен ябырға мәжбүр булған Хәсәновтар.
Хәҙер ауыл халҡы кәрәк-яраҡты 20 саҡрымдан ашыу алыҫлыҡта ятҡан Красный Холмға (ауылдың атамаһы башҡортса Ҡыҙыл түбә булырға тейеш, ниңәлер, тәржемә ителмәгән) барып ала. Бындай мөмкинлеге булмағандар әйберҙе машинала килтереп һатҡандарҙы көтөргә мәжбүр. Өлкән йәштәгеләрҙең күбеһенә балалары, туғандары ял көндәрендә барлыҡ кәрәк-яраҡты килтереп китә.
Тәһим ағай менән Әлфинә апай күп итеп мал тота, ҡош-ҡорт аҫрай, йәшелсә-емеш үҫтерә. Үҙҙәре етештергән аҙыҡ-түлекте баҙарға ла алып сығалар. Ғөмүмән, эше ырамлы, тормошо йәмле Хәсәновтарҙың. Киләсәктә лә шулай булһын тип теләйек.
"Ҡуҙ өҫтәргә килдем"Үҙенсәлекле яҙмышлы ауылдаштары менән таныштырыуҙы үтенгәс, Әлфинә апай Йәүҙәт Шәрифйәновҡа алып китте. Алтынсы тиҫтәнең уртаһына етеп килгән был ир-уҙаман һәм уның ҡатыны Римма ханым беҙҙе ихлас ҡаршы алды. Урамда ятҡан бүрәнәләргә ултырып, хужа менән тормош тураһында фәлсәфә ҡорҙоҡ.
— Тыуған ауылымды тергеҙеү, уның һүнә башлаған тормошона ҡуҙ өҫтәү маҡсатында Нефтекамалағы фатирымды улыма ҡалдырып, ауылда йәшәй башланым, — тип һүҙ башланы Йәүҙәт. — Быға күптәр аптыраны. Ҙур дәрт менән үҙ эшемде асып ебәреүем кешеләрҙе тағы ла ғәжәпләндерҙе. Мине "иҫәр" тип атағандар ҙа булды. Үҙем иһә тормошомдоң шулай ҡырҡа боролош алғанына бер ҙә үкенмәйем. Ауылымды бер нигә лә алыштыраһым юҡ.
Йәүҙәт Исмәғҙән улы һөнәрселек училищеһында быраулаусыға уҡып сыҡҡан, һуңынан ошо йүнәлештәге техникумды ситтән тороп тамамлаған, хәрби бурысын үтәгән. Унан сирек быуат ғүмерен Себер тарафтарында, Чукоткала нефть сығарыуға арнаған. Хаҡлы ялын быраулау мастеры вазифаһында ҡаршылаған Йәүҙәт Исмәғҙән улы, әйтеүебеҙсә, тыуған ауылына ҡайтып төпләнгән. Утыҙ ике гектар ер алып, игенселеккә тотонған, таҡта ярыу цехы асҡан, заманында гөрләп эшләгән кирбес заводын өлөшләтә булһа ла тергеҙеү уйы менән махсус ҡорамалдар алған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыһы ла һин теләгәнсә генә килеп сыҡмай шул. Көтмәгәндә һаулығы ҡаҡшап китеү сәбәпле, күп башланғыстарынан ваз кисергә мәжбүр булған Йәүҙәт. Иң кәрәкле ваҡытта Өфөгә операцияға алып барған һәм тейешле дауалауҙы ойошторған табип улы Ринатҡа ҙур рәхмәт уҡып, ҡайһы бер эштәрен дауам итә, уларҙан киләсәктә лә баш тартырға йыйынмай. Шөғөлдәренең иң мөһиме, әлбиттә, таҡта ярыу. Йүнсел цех ярҙамында ауылдаштарын төрлө төҙөлөш материалы менән даими тәьмин итә. Себерҙә эшләгән туғаны Өлфәт Фәизов менән бергәләп Күгәрсендең иҫке һәм яңы зыяраттарын кәртәләп алған — был хаҡта ауылдаштары ғорурлыҡ менән телгә алды.
Йәүҙәт Исмәғҙән улының ҡатыны мәктәптә эшләгән, балаларға сит телдәрҙе өйрәткән. Тыумышы менән Борай районынан булған Римма Марат ҡыҙы иренең ниәттәрен тулыһынса аңлап, уға теләктәшлек күрһәтеп ғүмер итә. "Ауылда йәшәүҙең ыңғай яҡтары күп", — ти ул. Күгәрсендең матур тәбиғәтен һүрәткә төшөрөү күңелендәге дәрт-илһамды тағы ла арттырып ебәрә.
Шәрифйәновтарҙың ике улы Ҡалтасыла һәм Нефтекамала үҙаллы тормош көтә, ата-әсәһен өс ейәнсәр менән һөйөндөрөп өлгөргәндәр.
Балын маҡтай-маҡтай алаларЗаман ауырлыҡтарына ҡарамайынса, яратҡан шөғөлөнән тәм, тормошонан йәм табып йәшәгән Нәүбәт Хәкимов менән таныш булып сыҡтыҡ. Нефтекамала уҙған былтырғы көҙгө йәрминкәлә өҫтөнә ап-аҡ халат, башына түбәтәй кейеп, ҡала халҡына ихласлап бал тәҡдим иткән был алсаҡ йөҙлө ир баҙарға килгәндәрҙең иғтибарын үҙенә шунда уҡ йәлеп иткәйне. Уның менән байтаҡ ҡына һөйләшеп торҙоҡ, ауылына ла саҡырғайны. Әле килеп, ихатаһына ингәс үк танып, бик йылы ҡаршыланы.
— Үҙ көсөм менән әкрен генә йәшәп ятам инде, — тип, Нәүбәт Мәҙәни улы хужалығы менән таныштыра башланы. — Өс тиҫтәнән ашыу умартам бар. Яҡында — әрәмәлек, хуш еҫле сәскә-үләнгә бай урман-ҡырҙар. Минең балды маҡтай-маҡтай өйөмә үк килеп алалар. Себер яҡтарында эшләгән ауылдаштар йыш туҡтап китә. Свердловск өлкәһенән, Пермь крайынан килгәндәр ҙә бар. Бал ҡалһа, уны күрше ҡала һәм райондарҙа уҙғарылған йәрминкәләргә алып барам.
Ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Нәүбәт 25 йыл тирәһе колхозда механизатор булып тир түккән. Әле "УАЗ" машинаһы һәм "ДТ-75" тракторы бар. Һуңғыһына махсус көрәк элдереп, ҡыш Күгәрсен урамдарын ҡарҙан таҙарта, ауылдаштарына техника кәрәк саҡта инәлтмәй. Шәхси хужалығы гөрләп тора ир-уҙамандың: мал, ҡош-ҡорт аҫрай, баҡсаһында картуф, йәшелсә-емеш үҫтерә.
Атаһының нигеҙен һыуытмау маҡсатында тыуып үҫкән йорто эргәһенә яңыһын төҙөп ҡуйған. Буяу тамсы ла ҡулланылмағас, өйҙә шул хәтлем рәхәт, сығаһы ла килмәй. Баллонлы газ, "тәрилкә" аша күрһәткән телевизор, башҡа заманса көнкүреш ҡорамалдары — ҡаланыҡынан әллә ни артта ҡалмаған шарттарҙа йәшәп ята төпкөл ауыл уңғаны. Тормош юлында Кушнаренко яҡтарынан ҡатын осраған. Ул да, бындағы хозур тәбиғәткә һоҡланып, яҙмышына бик тә риза булып ғүмер итә.
Күгәрсенгә "таш булып төшкән" килендәрҙең береһе — 86 йәшлек хеҙмәт һәм тыл ветераны, биш бала әсәһе Разиә әбей — өсөнсө улы Нәүбәттең йортонда имен-аман йәшәп ята. Үткәненә лә, бөгөнгөһөнә лә зары юҡ уның. Республика Президентынан, район хакимиәте башлығынан килгән байрам ҡотлауҙарына ҡыуанып, миҙалдарынан һәм, иң мөһиме, биш малай үҫтергәненән ҙур ғорурлыҡ тойғоһо кисереп әңгәмәләште ул беҙҙең менән.
— Бынан 60 йыл элек ирем Мәҙәни кәләш итеп алып ҡайтҡайны, шунан бире Күгәрсендәмен, — тип хәтирәләргә бирелде инәй. — Шөкөр, бик матур йәшәнек. Ул колхозда, кирбес заводында эшләне, халыҡҡа мейес тә һалды, мин иһә һауынсы булдым. Иртәрәк китеп барҙы шул ирем яҡты донъянан... Биш малай үҫтерҙек, барыһы ла һау-сәләмәт йәшәп ята, үҙ шөғөлдәре бар, кеше араһында кәм-хур түгелдәр. Дүртенсем Вәзиғәт хәрби хеҙмәттә, Чечняға ике рәт барып ҡайтты. Киләсәге яҡты була күрһен инде ул-килендәремдең, ейән-ейәнсәрҙәремдең.
Туғыҙынсы тиҫтәһенә яҡынлаған Разиә әбей ҙә, Нәүбәт тә — дин юлында. Һәр яңы көндө яҡты өмөттәр менән ҡаршылауҙары тап ошоға бәйлелер ҙә.
Ҡойонан да ҙур ҡыуаныс табып... Күгәрсендәге тағы ла бер килендәрҙең береһе Флиҙә апай Файзылғаянова, яңы һуйылған кәзә итенән бешерелгән ашы һәм бәлеше менән ҡаршы алып, ихлас күңелдән өҫтәлгә саҡырҙы. Беҙҙе ҡыҫтап-ҡыҫтап һыйлаған арала йәшлегенә ҡайтып әйләнде:
— Борай районының Ҡалмыҡ ауылынанмын. Заман менән бергә атлап, мәктәптән һуң комсомол йүнәлтмәһе менән фермаға һыйыр һауырға барҙым. Тәү көндәрҙән маҡталып эшләнем, дүрт йыл алдынғылыҡты бирмәнем. Туристик сәйәхәткә ебәрҙеләр, В.И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы булдырылған миҙал менән бүләкләнеләр.
Флиҙә Ильяс ҡыҙының Күгәрсендә йәшәүенә — дүрт тиҫтә йыл. Кирбес заводында, мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләгән ул. Моторист Нәҙил ағай менән өс бала үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары Төмән өлкәһендә донъя көтһә, улдары — ауылда. Иренең вафатынан һуң хужалыҡты малайҙары менән алып бара Флиҙә Ильяс ҡыҙы. Йылҡы тоталар, һарыҡ-кәзә, тауыҡ аҫрайҙар. Гөл-сәскәгә күмелгән йорт алды баҡсаһында нимә генә үҫмәй: әллә нисә төр емеш-еләк һәм ағас ҡыуаҡтары, картуф, йәшелсә, виноград, арбуз, ҡауын... Малайҙары ҡаҙған ҡойо йәшәү шарттарын тағы ла яҡшыртҡан. Әйткәндәй, егеттәр ауылдаштарына мейес сығара, башҡа төрлө ярҙам күрһәтә.
Тик... Тормош гел ҡыуаныстарҙан ғына тормай шул. Флиҙә апайҙың бер улы икенсе группа инвалиды икән. Уның тыуыу тураһындағы таныҡлығында бер генә хәрефтең дөрөҫ яҙылмауы сәбәпле, ғәрип бала ҡараған өсөн дәүләт тарафынан бирелгән аҡсалата ярҙамдың туҡталыу ихтималлығы тыуған. Райондың ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре мәсьәләнең айышына ныҡлап төшөнөп, яңы таныҡлыҡты нисек алырға икәнен ныҡлап аңлатмағанмы, әллә әсә кеше үҙе тулыһынса төшөнөп етмәгәнме — нисек кенә булмаһын, Флиҙә апайҙың алдында ҙур проблема тора. Шәхси транспорты булмаған, аҡсаға наҡыҫлыҡ кисергән өлкән йәштәге ҡатынға өс тиҫтә саҡрымдан ашыу алыҫлыҡта ятҡан район үҙәгенә меңәр һум түләп такси менән бер нисә тапҡыр барып ҡайтырға кәрәклеген уйлап ҡара... Шулай ҙа ЗАГС бүлеге етәксеһе Инна Вәлиеваның был һорауға яуап эҙләй башлауы мәсьәлә тиҙ арала уңышлы хәл ителер тигән өмөт уята.
Бер ҡатлыраҡ инде ул ауыл кешеһе. Флиҙә апай ҙа, йөрәген өйкәп торған мәсьәләне тиҙ генә ситкә ҡуйып, ҙур ихласлыҡ менән хужалығын күрһәтергә тотондо. Баҡсалағы барлыҡ эште күңел һалып башҡара ул. Улдарының хеҙмәт емеше менән хаҡлы ғорурланып, ихаталағы яңы ҡойонан һыу алғанда йылмайып фотоға ла төштө, ә һуңынан изге теләктәр теләп, оҙатып ҡалды. Яҡшылыҡтары икеләтә-өсләтә әйләнеп ҡайтып, үҙен шатландырһын ине!
Юл һалдырып булырмы?Урам осонда, ҡалҡыуыраҡ ерҙә "көлөп" ултырған был яңы бурса йорт әллә ҡайҙан уҡ үҙенә саҡырып тора. Нигеҙенән алып ҡыйығынаса, шулай уҡ ихатаның ҡоймаһы ла заманса материалдар ҡулланып эшләнгән. Хужалар ишек алдына сығып ҡаршы алды, ихласлап өй эсенә әйҙәне. Зауыҡ менән йыһазландырылған, иҙәненә келәмдәр түшәлгән иркен йорт, әлбиттә, ҡаланың бер типтағы ҡыҫыҡ фатир бүлмәләре менән сағыштырырлыҡ түгел.
— Тыуған яҡ тарта, шуға икенсе йәйҙе бында ҡаршылайбыҙ, ауылда үҙебеҙҙе яҡшыраҡ хис итәбеҙ, — тип башланы һүҙен Ғәбит Фаттаев. — Тәбиғилектең күберәк булыуын теләнем, күңел тартҡанса, барыһын да үҙ ҡулдарым менән теүәлләп киләм.
Күгәрсендә тыуып үҫкән Ғәбит Хәлит улы, 1981 йылда автомеханик һөнәрен үҙләштереп, атом электр станцияһы төҙөлә башлаған Ағиҙелгә эшкә ебәрелгән. Ҡалала төҙөлөш туҡтатылғас, аҡ кирбес сығарыу заводында хеҙмәт иткән, унан сит яҡтарҙа эшләгән. Чернобыль һәләкәте эҙемтәләрен бөтөрөүҙә лә ҡатнашҡан. Сирек быуатҡа яҡын Ағиҙелдә йәшәгәс, Нефтекамала фатир һатып алған. Хәләл ефете Рәмзиә Рифҡәт ҡыҙы менән балаларын үҙаллы тормош юлына баҫтырғандар. Хаҡлы ялға сыҡҡас иһә, алдағы ғүмерен күңелдәре ҡушҡанса үткәрергә ҡарар иткәндәр. Бер нигә зарланмай, көр кәйеф менән көн күрә Фаттаевтар. Әлбиттә, ҡул ҡаушырып ултырмайҙар: тиҫтәнән ашыу умарталары бар, йәшелсә үҫтерәләр, йәй-көҙ рәхәтләнеп емеш-еләк, бәшмәк, төрлө файҙалы үлән йыялар.
Хужа умарта баҙы яһап ҡуйған, әле гараж төҙөү менән мәшғүл. Йүкә мунсаһы менән айырыуса ғорурлана ул. Киләсәккә маҡсаттары ифрат күп. Араларында күбеһе Күгәрсен халҡының мәнфәғәттәрен ҡайғыртыуға йүнәлтелгән. Мәҫәлән, ауылдан асфальтҡа сығыу өсөн тура юл һалдырыу.
— Өс саҡрым араға ҡырсынташ һалынһа, етә инде, — ти ул. — Тура юл халыҡтың йәшәйеш шарттарын аҙ ғына булһа ла еңеләйтер ине. Яҡын арала етәкселәр алдына ошо мәсьәләне ҡуйырға ниәтләйем.
Скутерҙа ла, атта ла килеп етә!Күгәрсендә, шәхси эше менән мәшғүлдәрҙән тыш, өс социаль хеҙмәткәр бар. Улар ярҙамға мохтаж ҡарт-ҡороноң ауыр көнкүрешен еңеләйтеүгә булышлыҡ итә. Бынан тыш, күгәрсендәрҙең ифрат уңған фельдшеры бар. Ул, Алена Камалова, 2007 йылда Бөрө медицина училищеһын тамамлаған, күршеләге удмурт ауылы Көркәктән йөрөп эшләй. Йылы мәлдәрҙә 16 саҡрымлыҡ урау юлды скутерҙа үтһә, ҡыш көн һайын атаһының атында туранан килә. Фельдшерҙы йорттар буйлап йөрөгәнендә осраттыҡ.
— Һайлаған һөнәрем оҡшай, бер ниндәй ауырлыҡ тоймайым, — Алена Ғәфүрйән ҡыҙы беҙҙең менән ихлас аралашты. — Яҙғы-көҙгө бысраҡта, ҡышҡы һалҡындарҙа йөрөүе ҡыйыныраҡ инде. Улай тиһәң, сырхау кешегә икеләтә ауыр бит — һәр береһенә ҡулымдан килгәнсә ярҙам итергә тырышам.
Ауылда йәшәүселәрҙең барыһының да, шул иҫәптән әле мәктәпкә йөрөмәгән дүрт баланың, ярты йәшлек бәпестең һәм өс ауыр сирҙән яфаланыусының сәләмәтлек торошон даими күҙәтеүҙә тота фельдшер. Төп иғтибар, әлбиттә, һуңғыларына. Уларҙың хәлдәре насарая башлаһа, Красный Холмдағы участка дауаханаһына ебәреүҙе ойоштора Алена. Был йәһәттән дә бөтәһе лә яйлы. Ҡышын юлдарҙы ҡарҙан асып торғастар, "Ашығыс ярҙам" машинаһы ауылға килә ала.
Аҙ ғына һөйләшеүҙә лә фельдшерҙың үҙ бурыстарына оло яуаплылыҡ менән ҡарағанын, эшен ныҡлы яратып, күңел биреп башҡарғанын тойҙоҡ. Ҡыҫҡаһы, Күгәрсен ауылы халҡының сәләмәтлеге ышаныслы ҡулдарҙа. Бар яҡтан да уңыштар юлдаш булһын һиңә, аҡ халатлы уңған удмурт һылыуы!
* * *Совет осоронда ауылдарына газдың, асфальт юлдың килеп етмәүенә, һыу үткәргестең яртылаш ҡына һалыныуына ҡайғырыуҙан күптән туҡтаған күгәрсендәр. Был мәсьәләләрҙең хәҙер хәл ителеренә лә өмөттәре тулыһынса тиерлек өҙөлгән. Ваҡытында күтәрелгән таш юлдың ураулығы теңкәләрен ҡоротһа ла, Красный Холмға ҡарай һуҙылған асфальтҡа сығырлыҡ таш юл тураһындағы уйҙары әлегә хыял ғына булып ҡала. Күҙ менән ҡаш араһында колхоздың тарҡалыуына, мәктәптең, магазиндың ябылыуына оҙаҡ ҡына ҡайғырһалар ҙа, хәҙер хәленә күнеккән күгәрсендәр.
Шул уҡ ваҡытта хозур тәбиғәт ҡосағындағы ғәзиз төйәктәренең киләсәгенә ышанысы ныҡлы яңы таныштарымдың. Күгәрсендәрҙең проблемалары, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикабыҙҙағы һәм илебеҙҙәге меңдәрсә ауылға хас шул. Улар ҡасан, нисек хәл ителер — был һорауға әлегә аныҡ яуап юҡ. Тотош халыҡты ашатырға тейешле ауыл тураһында дөйөм Рәсәй кимәлендә аныҡ саралар күрергә ваҡыт етте түгелме ни?! Күгәрсен кеүек төпкөлдәрҙә йәшәгәндәрҙең киләсәккә ышанысының тулыһынса һүрелгәнен көтәбеҙме икән?
...Ҡайтырға юлланыр алдынан район хакимиәте вәкиле Инна Ивановна һәм элекке мәктәп директоры Әлфинә Зәки ҡыҙы менән Етеҙ Танып буйына төштөк. Матур тәбиғәткә һоҡланып, тау битләүендә ултырған йорттарға ҡарап, төпкөл ауылдың дөйөм, ундағы халыҡтың ҡайһы бер шәхси проблемаларын өсәүләп барлап сыҡтыҡ. Уларҙан тиҙ арала ғына ҡотолорлоҡ булмаһа ла, "барлыҡ ауыр мәсьәләләр тиҙ арала хәл ителһен, Етеҙ Танып һыуына ҡушылып ағып китһен ине" тигән уртаҡ теләк тыуҙы. Шулай ғына була күрһен!