Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡулсаларҙан сылбыр бар була
Ҡулсаларҙан сылбыр бар була
Рухи туғандарҙан төҙөлгән сылбырҙың бер ҡулсаһы булған Сажиҙә Миһранова менән осрашҡас, күңелемдә ниҙер уйылып төшкәндәй булды.
— Миңә хаҡлы ялға китергә ваҡыт етә инде... — тине ул, моңһоу ҡарашын йәшерергә маташып. Болоҡһоу булып китте.
Мәғарифҡа тотош хеҙмәт юлын ғына түгел, ә булмышын арнаған, кинәнеп эшләгән хеҙмәткәрҙең бер көн килеп "туғарылыуы" төрлө уйға һалды. "Урын ҡалыр ул, буш та тормаҫ, әммә илһөйәр, телһөйәр педагогтар өҙмәй тотоп килгән рухи сылбыр ни эшләр?" тигән борсолоу зиһенде быраулап үтте. Республикабыҙ район хакимиәттәренең мәғариф идаралыҡтарында Сажиҙә Миһранова кеүек методистар байтаҡ ине, хәҙер хаҡлы ялға китә башланылар... Уларҙың барыһы менән дә нисек танышмын һуң?



1992/1993 уҡыу йылында Ейәнсура районында "Тормош һабаҡтары" дәреслеге буйынса "Рухи тәрбиәлә халыҡ педагогикаһының өлөшө" тигән фәнни-ғәмәли конференция үткәрелде. Ҡабул ителгән ҡарар нигеҙендә был предмет республиканың барлыҡ башҡорт мәктәптәрендә уҡытыла башланы. Яңылыҡты уҡытыусылар дәррәү күтәреп алды. Ҡыҙыҡһынып, Ейәнсура башҡорт гимназияһына хатта Туймазы, Дүртөйлө тарафтарынан килеп етерҙәр ине. I — XI кластар өсөн аҙнаһына берәр сәғәткә иҫәпләнгән материал туплап, әсбаптар яҙыу, асыҡ дәрестәр үткәреү бик тығыҙ һәм күңелле эш булды. Өҫтәүенә республиканың һәр район үҙәгендә берәр аҙналыҡ курстар уҙғара торғайным. Илдәге демократик үҙгәрештәргә тиклем ете йоҙаҡ аҫтында таралмай ятҡан тарихыбыҙ, йолаларыбыҙ, мәктәптәрҙә бығаса өйрәтелмәгән мәҙәниәт, сәнғәт өлгөләре, халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлдәре, тәрбиә ҡанундары... Курсҡа килгән уҡытыусылар был мәғлүмәтте ихлас ҡабул итә, йотлоғоп тыңлай, һәр береһен яҙып алып, шул нигеҙҙә дәрес бирә ине. Ул саҡтағы мәғариф министры урынбаҫары, "Тормош һабаҡтары" программаһы һәм дәреслектәре авторҙарының береһе Миңлебай Юлмөхәмәтовтың "Шәжәрә" темаһына айырым иғтибар йүнәлтеүенең, Илгизәр Бураҡаевтың дини тәрбиә хаҡында бүлекте нигеҙле итеп яҙыуының ни тиклем мөһим булғанлығын ваҡыт арауығы иҫбатланы. Әйтәйек, предмет буйынса асыҡ дәрестә VI класта ғына уҡытыла башлаған "Шәжәрә байрамы" бөгөн барлыҡ республиканы солғап алһа, 22 йыл элек ингән "Дин дәрестәре" (әлбиттә, Мәскәү ғалимдарының программаһы менән) хәҙер инде барлыҡ Рәсәй мәктәптәрендә өйрәтелә.
"Тормош һабаҡтары"ның үҫешен ҡайғыртып, янып эшләгән методистар араһында Сажиҙә Миһранова ла бар ине. Районға әсбаптарҙы үҙе күтәреп ташыны ул. Бер ваҡыт нәшриәт магазинынан ҙур төргәк йөкмәп сығып килгәнен күреп: "Машина менән килдеңме?" — тип һораным. "Юҡ, автобусҡа сығам", — ти. "Ошо хәтлем китап менәнме?!" — аптырауымдың сиге юҡ ине. "Автобусҡа бер ултырып алһаң, ҡыйынлығы юҡ инде. Малаяҙҙа улым ҡаршылай, — тине Сажиҙә, йылмайып. — Мәктәптәрҙә кабинеттар бик ярлы йыһазландырылған. Һәр уҡытыусы баш ҡалаға килеп йөрөй алмай бит, шуға күрә юл төшкән һайын китапты ошолай күп итеп алып ҡайтам".
Сажиҙә Сыңғыҙ ҡыҙы Салауат районы мәктәптәрендә "Туған тел", "Тормош һабаҡтары", "Башҡорт әҙәбиәте" кабинеттарын булдырып, уларҙы йыһазландырыуҙа арымай-талмай эшләне. Бының әһәмиәтен яҡшы аңлай ул: бала нимәнелер ишетеп кенә түгел, ә күреп, һоҡланып, ҡыҙығып ҡабул итһә генә, күңелендә ихласлыҡ уяна. Ошоға бәйле Сажиҙә Сыңғыҙ ҡыҙы асыҡ дәрескә ингәндә иң элек уҡыусының теманы ҡабул итеү-итмәүенә иғтибар бирә. Эш уңышһыҙыраҡ килеп сыҡҡан хәлдә педагогтан бигерәк үҙе ҡайғыра, уйлана, анализ яһай, башҡаларҙың тәжрибәһен иҫкә төшөрә. Шунан ғына уҡытыусыға һығымталарын еткерә.
Мәктәп йылдарында өлгө алырлыҡ остаздары күп була Сажиҙә Сыңғыҙ ҡыҙының. Мәҫәлән, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә сикһеҙ һөйөү уятҡан Ғиниәт Абдуллин, тәүгә эшкә килгән сағында ихлас ярҙам иткән Әхмәҙи Солтан улы, Мәйсәрә Фәтҡулла ҡыҙы... Уларҙан алған тәжрибә нигеҙендә Сажиҙә Миһранова класта малайҙарҙың тәртибенә, уларҙы әүҙемлеккә, тырышлыҡҡа өйрәтеүгә айырыуса ҙур иғтибар бүлә. Ҡыҙҙарға, билдәле булыуынса, бындай сифаттар тәбиғәттән һалына. Тормошта иһә ир-аттың әүҙемлеге, ойоштороу һәләте ҙурыраҡ әһәмиәткә эйә.
Уҡытыусыларға бер ваҡытта ла ҡаты ҡағылмай, ә үҙ тәжрибәһен урынлы ҡулланып, тыныс ҡына өйрәтә Сажиҙә Сыңғыҙ ҡыҙы. "Эшен яратҡан кешенең йөҙөндә байрам кәйефе булырға тейеш", — тип һанай ул. Үҙе тап шундай сифаттарға эйә: мөләйем, йомшаҡ һүҙле, етеҙ хәрәкәтле... “Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф”, “Рәсәйҙең почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре” исемдәрен лайыҡлы йөрөтә Сажиҙә Миһранова. Уның ғәжәп бай тәжрибәһен ҡулланған, рухи сылбырҙы бушатмаҫлыҡ алмашы ҡалыуын теләргә ҡала хәҙер. Мәктәптә һәр уҡыусы, белемдән тыш, рухи ныҡлыҡ та алырға тейеш. Ә был эштә педагогтарҙың остазы булған методистарҙың өлөшө ифрат ҙур.



Автор: Мәрйәм БУРАҠАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ашығыс хәбәр еткерҙе
Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә...

Тотош уҡырға 2

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә...

Тотош уҡырға 3

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған 11.03.2026 // Йәмғиәт

Табиптар әйтеүенсә, уның хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана....

Тотош уҡырға 2

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды 11.03.2026 // Йәмғиәт

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә