Олоғая килә күп нәмәләр тураһында уйландыра, хәтер ептәре бер-береһенә ялғанып өҙлөкһөҙ ағыла башлай. Әҙәбиәткә аяҡ баҫҡан йылдар, әҙәби ижад юлын бергә үткән ҡәләмдәштәр, гәзит, журнал редакцияларында, китап нәшриәтендә эшләгән саҡтағы хеҙмәттәштәр... Өфөлә йәшәлгән алтмыш йыл ваҡыт эсендә ғәжәп күп хәл-ваҡиғалар баштан үткән икән шул.
Тик әле мин улар хаҡында яҙырға йыйынмайым. Күңелемде һәр саҡ борсоп торған бер күренешкә туҡтап китмәксемен.
Яҙыусы тураһындағы тере хәтерҙе кем дауам итергә тейеш? Әҙәбиәт белгестәреме, яңы быуын ҡәләмдәштәреме, таныш-белештәреме? Әлбиттә, әҙәбиәт ғалимдарының төп эше — яҙыусыларҙың әҫәрҙәренә, тормош юлына байҡау яһау. Шул уҡ ваҡытта улар үҙҙәренең хеҙмәттәре менән яҙыусының ғүмерен дә оҙайта кеүек тойола миңә. Ошо бик тә изге эшкә яңы быуын яҙыусылары нисегерәк ҡушыла һуң? Минеңсә, уғата һүлпәнлек күрһәтә, үҙ ҡаҙандарында ҡайнап йәшәүҙән, яңы китабы донъя күрҙеме, "презентация" тигән яҙыуҙы муйынына аҫып, трибунаға күтәрелергә тырышыуҙан ары китмәй. Бәлки, улар егерменсе быуатта башҡорт әҙәбиәтен донъя кимәленә күтәргән яҙыусыларҙы ла, уларҙың әҫәрҙәрен дә белмәйҙер?..
Туҡта инде, мин һүҙемде икенсерәк юҫыҡта алып барырға теләй инем бит. "Башҡортостан" гәзитендә бөйөк совет шағиры Владимир Маяковскийҙың ҡыҙы Елена Владимировна Маяковская тураһындағы мәҡәләне уҡығас, ҡулға ҡәләм алғайным. Америкала тыуып үҫкән, хәҙер һикһән ете йәшкә еткән Елена Владимировна ҡасандыр Башҡортостанда — әсәһе Елизавета Заберттың тыуған ерендә лә була, Рәсәйҙең гражданлығын алыу күптәнге хыялым, ти һәм... атаһы — Владимир Маяковский тураһында китап яҙа. Мин бына ошо күренеште баланың атай ғүмерен оҙайтыусы тере хәтер тип атайым.
Һәм минең күҙ алдына трибуна артына сығып баҫҡан йәш кенә һылыу ҡыҙ килеп баҫа. Был — Гүзәл Агишева. Атаҡлы яҙыусыбыҙ Сәғит Агиштың ейәнсәре. Ул олатаһы тураһында ғәжәп бер ихласлыҡ менән һәр һүҙен сатнатып әйтеп һөйләй, хатта миңә Сәғит ағай йәнләнеп, ҡыуанысынан осоп китерҙәй талпынғандай тойолдо. Был көндә Сәғит Агиштың тыуыуына 70 йыл тулыуға араналған кисә бара ине. Трибуна артына байтаҡ кеше күтәрелде, уларҙың кемдәр булыуын да, ни һөйләгәнен дә хәтерләмәйем, ә бына Гүзәл хәтергә уйылып ҡалған. Сөнки ул йәне менән дә, олатаһына оло ихтирамы менән дә уның ғүмерен дауам иттереүсе...
Бынан байтаҡ йылдар элек, 2001 йылда булһа кәрәк, почтальон миңә ҙур ғына бандероль алып килде. Асып ҡараһам, матур йәшел тышлы китап. Унда "Сөйөмбикә Ҡудашева, Рөстәм Кузиев", "Бер быуатҡа һуҙылған ғүмер" тигән һүҙҙәр яҙылған. 516 биттән тора. Авторҙар — Сәйфи Ҡудаштың ҡыҙы менән кейәүе. Ҡыҙыҡ — әҙип тураһында үҙ балалары яҙған шундайын күләмле хеҙмәтте күргән юҡ ине әле.
Уны әкренләп уҡып сыҡтым. Оҙон, ҡатмарлы ғүмер юлы үткән, йөҙ йәшкә етә яҙып вафат булған яҙыусы тураһында уның менән бергә йәшәгән кешеләрҙән башҡа бер кем дә бындай китапты яҙа алмаҫ ине, тигән фекергә килдем. Теге йәки был әҫәрҙең яҙылыу тарихы, исемдәре билдәле тиҫтәләрсә кешеләр менән осрашыуҙар, йөҙәрләгән хаттарҙан юлдар — иҫ китмәле бай тарих. Был китап Сәйфи Ҡудаштың оҙон ғүмеренә йәнә йөҙ йыл өҫтәгән кеүек.
Ошо урында ниңәлер күңелһеҙ бер хәл иҫкә төшә. 1983 йылда ижади мираҫы әллә ни бай булмаған, әммә уҙған быуаттың 60-сы йылы баштарында байтаҡ ваҡыт ул проза секцияһы бюроһының рәйесе вазифаһын башҡарҙы, мин секретары инем. Шакир ағай ҡулъяҙмаларҙы бик тә ихлас уҡый, авторҙарға эшлекле кәңәштәрен бирә. Бер нисә авторҙың китабы уның махсус редакцияһында сығыуы ла шул хаҡта һөйләй. Мәҫәлән, Зәйнәб Биишеваның "Кәмһетелгәндәр", Яныбай Хамматовтың "Бөртөкләп йыйыла алтын" романдары уның махсус редакцияһында донъя күрҙе. Шакир Насиров бик иртә – илле биш йәшендә – арабыҙҙан китте, һәм уны тиҙ үк онотҡан һымаҡ булғайнылар: тыуыуына 60 йәш тулғанда ла әллә ни иҫкә алманылар, китаптары сыҡмай. Шуға күрә, ул саҡта “Китап” нәшриәтендә эшләүемдән дә файҙаланып, етмеш йәшенә китабын сығарырға кәрәк, тигән фекергә килдем. Нәшриәт директоры ҡулъяҙманы әҙерләргә ҡушты. Йыйынтыҡты нисек тә тулыраҡ итеп сығарғы килә ине. Үлеренән ике ай самаһы элек осрашҡанда, "Таң еле" тигән повесымды яҙып бөттөм", — тип һөйләгәне лә иҫкә төштө. Иң тәүҙә бер нисә йылдар элек айырылышҡан ҡатыны Мәүжидә ханымға мөрәжәғәт иттем. Миндә уның бер нәмәһе лә юҡ, тигән яуап алдым. Ҡыҙына телефондан шылтыраттым, был хаҡта ниңә миңә шылтыратаһығыҙ, мин бер ни ҙә белмәйем, тип ҡырт киҫте. Һуңғы йылдарҙа йәшәгән ҡатынын да эҙләп таптым. Мин уның ҡағыҙҙарын сүплеккә сығарып ырғыттым, тине. Бер ни ҙә эшләр хәл юҡ ине. Республика китапханаһында һаҡланған ике китабындағы әҫәрҙәрҙе машинкала баҫтырып алыу менән сикләнергә тура килде. Китап сыҡты, әммә күңелемдә уңалмаҫ яра ҡалды. Яҡындарының уның ижадына төкөрөп ҡарауы яҙыусы өсөн оло фажиғә ине. Сәбәбе — ғаилә ебе өҙөлөүҙә, тере хәтерҙе дауам иттереүсе булмауҙа. 2013 йылда Шакир Насировтың тыуыуына 100 йыл тулды, был дата ла тауыш-тынһыҙ ғына үтеп китте...
Бындай күңелһеҙ хәлдәрҙе иҫкә төшөрөп торғо килмәй ҙә, тик тере хәтер ептәре өҙөлөп ҡалыу осрағы башҡаса юҡмы ни? Ҡайһы берәүҙәрҙең балалары урыҫ мәктәбен бөткәнлектән, атаһы йә әсәһенең әҫәрен уҡыуҙан мәхрүм, кемдәрҙеңдер балаһы сит-ят яҡтарға китеп олаҡҡан. Ундайҙарҙы туған тел, туған әҙәбиәт кенә түгел, атай-әсәй яҙмышы ла әллә ни ҡыҙыҡһындырмай. Хәйер, ғәйепләп тә булмайҙыр, сөнки бит улар ата-әсәнең хуплауы, хатта тырышлығы менән Мәскәүҙә, Петербургта, хатта сит илдә уҡыған да шунда төпләнеп ҡалған. Минең балам фәлән ерҙә, төгән уҡыу йортонда уҡый, тип маҡтанып йөрөгән атайҙарҙы ла осратҡан бар. Улар үҙҙәре үк ҡан тамырҙарын өҙә сабыуын уйлап ҡарайҙармы икән?..
Быны заман күренеше тип аҡларға тырышыу бигүк дөрөҫ түгелдер. Сөнки ата һәм бала, ҡан-ҡәрҙәшлек бәйләнешен, күсәгилешлекте һаҡларға тырышыусылар әлегә күберәк. Быны мин яҙыусыларыбыҙ тормошонан бер нисә миҫал килтереп раҫламаҡсымын.
Күренекле яҙыусы Яныбай Хамматовтың ҡыҙы Гүзәл урыҫ урта мәктәбен бөтөп, Башҡорт дәүләт университетында инглиз теле уҡытыусыһы һөнәрен алып сыҡҡан. Ул атаһының, ҡайһы бер бүтән яҙыусыларҙың да әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә итеүсе булараҡ танылыу тапты, Яҙыусылар союзына ағза итеп алынды. Улай ғынамы, уның ҡыҙы Айгөл, йәғни Яныбай Хамматовтың ейәнсәре, олатаһының әҫәрҙәрен башҡорт телендә уҡыу ғына түгел, үҙе балалар өсөн матур-матур хикәйәләр яҙа. Ә бит ул матур әҙәбиәттән алыҫ һөнәр эйәһе — Башҡорт дәүләт медицина институтында уҡып, табибә булған.
Шағир Вафа Әхмәҙиевтең улы Фәрит Мәскәүҙә әҙәбиәт институтын бөтөп, ата юлын дауам итә. Мостай Кәримдең улы Илгиз Кәримов һәм Зәйнәб Биишеваның улы Юлай Әминев тә, тәүгеһе — атаһының, икенсеһе әсәһенең әҫәрҙәрен урыҫ теленә әйләндереп, оҫта тәржемәселәр булып танылды. Улар икеһе лә урыҫ мәктәбен бөткән, хәҙер Мәскәүҙә йәшәйҙәр, шулай булыуға ҡарамаҫтан, туған телде онотмағандар, ҡан-тамырҙар бәйләнешен, башҡорт рухын һаҡлап ҡалғандар, тере хәтер ебен ҡулдан ысҡындырмайҙар.
Ә һуң яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның улы Илгизәр менән ҡыҙы Зөһрәнең әҙәби ижад юлын һайлап, яҙыусы булып китеүҙәрен әйт әле! Был бит Мәрйәмдең ғүмер баҡый илем, телем, балаҡайҙарым тип янып йәшәүенең һөҙөмтәһе. Күренекле шағир Рауил Шаммастың улы Алмас, мәктәптә уҡып йөрөгән саҡта уҡ ҡулына ҡәләм алып, хәҙер шиғриәт юлына ныҡлы аяҡ баҫты. Ижад донъяһындағы был күренештәр – бик тә күңелле хәл. Тимәк, әҙәбиәтебеҙ ағасының тамырҙары тыуған тупраҡҡа ныҡлы береккән, һәм “яҙма әҙәбиәттең киләсәге юҡ” тигән төшөнсә лә буш һүҙ.
Әлбиттә, һәр яҙыусының балаһы уның һөнәрен дауам итә ала, тип раҫларға ла тырышмайым. Бына сәхнә оҫтаһының балаһы артислыҡҡа ынтылыуын, табиптарҙың вариҫтары медицина юлын һайлауын бик асыҡ күҙәтергә мөмкин. Әҙәбиәт өлкәһендә был хәл ҡатмарлыраҡ. Тыумыштан художестволы фекерләү маһирлығына эйә булмай тороп, белем һәм тырышлыҡ менән генә яҙыусы булып китеп булмай. Әммә бында йәнә бер күренеште ситкә ҡуя алмайбыҙ. Матурлыҡҡа ынтылыуҙың икенсе төрлө һуҡмаҡтары ла бар. Мәҫәлән, халыҡ шағиры Тимер Йосоповтың улы Булат, ғалим һәм яҙыусы Әнүр Вахитовтың улы Салауат кинорежиссер булараҡ танылды, шағирҙарҙан — Хәким Ғиләжев, Рәми Ғарипов, Ғабдулла Байбурин кеүектәрҙең улдары күренекле рәссамдар. Тимәк, атай орлоғо әллә ни ситкә төшмәгән, улар башҡорт мәҙәниәтенә һәр ҡайһыһы үҙ ижад юлында мәртәбә өҫтәй.
...Фекерҙәрем йәнә икенсе йүнәлештәргә аға башлай. Яҙыусыларыбыҙ әкренләп мәңгелек донъяһына күсә тора. Элегерәк уларҙы тәрбиәләп ерләү, һуңынан ҡәберҙәренә иҫтәлекле таш ҡуйыу кеүек изге эштәрҙе әҙәби фонд үтәй килде. Был бурысты ваҡытында әҙәби фонд етәксеһе булып эшләгән Зөлфәр Хисмәтуллин, Александр Филатов, һуңы йылдарҙа Марс Әхмәтшин ихлас башҡарҙы. Әҙәби мираҫҡа, шәхестәр иҫтәлегенә һәр йәһәттән иғтибар бөткәнлектән, изге тип ҡарала торған ошо ғәмәлде башҡарыу ҙа үтә ауырлашты. Был бурыс әлеге шул тере хәтер ептәрен дауам иттереүсе балалар өҫтөнә төшә. Улар аталар рухына тоғро ҡалһындар, мәңгелек донъяһына күскәндәргә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеү йәшәйештәренең иң мөҡәддәс өлөшөнә әйләнһен ине.
...Ишембай районында Ҡанаҡай тигән ауыл бар. Шағир Яҡуп Ҡолмойҙоң тыуған тәйәге. Мәрхүмдең ҡәберендә лә, ҡасандыр үҙе уҡыған мәктәп эргәһендә лә бынамын тигән һәйкәлдәр ҡалҡып сыҡҡан. Уны балалары — Марат, Булат, Зәйтүнә ҡуйған. Был — атайға булған иҫ киткес ҙур хөрмәт, уның ғүмерен оҙайтыу, тере хәтер ебен киләсәк быуындарға тапшырыу, барығыҙ унда, күрегеҙ, фәһем алығыҙ!
Ноғман МУСИН,
Башҡортостандың халыҡ
яҙыусыһы.