Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сабый хаҡы бар ҡиммәттән өҫтөн
Сабый хаҡы бар ҡиммәттән өҫтөн
Күптән түгел Рәсәй Президентының Башҡортостандағы ҡабул итеү бүлмәһендә республиканың Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Милана Скоробогатова граждандарҙы ҡабул итте. Халыҡты борсоған һорауҙарға өс сәғәт яуап биргәндән һуң, Милана Марат ҡыҙы беҙгә атҡарылған эш хаҡында һөйләне. Һүҙ – уға:



– Бөгөн бөтәһе 100-ҙән ашыу кеше үҙен борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт итте. Яҡын сит илдәрҙән, Европанан, хатта Американан үҙҙәренә йәки балаларына гражданлыҡ юллау кеүек һорау менән килгәндәр менән эш йыл дауамында бара. Бынан тыш, Рәсәй Президентының Башҡортостандағы ҡабул итеү бүлмәһенә генә гражданлыҡ инициативаһы менән опекун советтары, интернат учреждениелары вәкилдәре, ижтимағи ойошмалар етәкселәре килә. Был юлы поликлиникала педиатр булып эшләүсе ҡыҙ Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдең ижтимағи ярҙамсыһы булырға теләүе хаҡында белдерҙе. Ул балалыҡ, сәләмәтлек мәсьәләләре менән шөғөлләнергә, ғаиләләргә кәңәштәр бирергә әҙер булыуы хаҡында әйтте.
Айырылышҡандан һуң торлаҡһыҙ ҡалыу кеүек ауыр хәлгә тарығандар ҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Һөйләшеүгә килгән бәлиғ булмаған малайҙы былтыр колледжға уҡырға инергә булышлыҡ иткәйнем. Бөгөн уға ниндәй аныҡ ярҙам кәрәклеге хаҡында һөйләштек. Уның хыялы – тиҙерәк белем алыу һәм эш башлау. Бынан тыш, ул етем бала булараҡ фатир юлларға һәм инвалидтар йортонан әсәһен алырға теләй.
Насар күргән һәм ишеткән кескәйҙәрҙең ата-әсәләре физик культураны һәм спортты үҫтереү маҡсаты менән килгәйне. Киләсәктә был уй-теләкте тормошҡа ашырыу буйынса саралар күрәсәкбеҙ.
Бөгөн күп кенә ғаризаларҙы ҡабул иттем. Ғәҙәттә, граждандар кәңәш һорап килә ине. Ә бөгөн, нигеҙҙә, хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр менән мөрәжәғәт иттеләр.
Сираттағы мәсьәлә менән быға тиклем шөғөлләнгәнем юҡ ине: бер ир ун йыл буйы уртаҡ балаларын тәрбиәләгән ҡатынға алимент түләүҙән баш тарта һәм суд тарафынан уға үҙ фамилияһын биреүгә ҡаршы ҡарар ҡабул ителһен өсөн генетик экспертиза яһауҙы талап итә.
Бер өләсәй ейәнсәренең яҙмышы хаҡында борсолоп беренсе тапҡыр ғына мөрәжәғәт итмәй. Депола трамвай водителе булып эшләгән ҡатынды борсоған мәсьәләне көҙҙән алып хәл итергә тырышабыҙ.
Иртәгә – Балаларҙы яҡлау көнө. Был байрам илдә илле йыл билдәләнә. Ошо айҡанлы быйыл ғинуарҙа Рәсәйҙә «Ҡайнар йөрәк» тигән фестиваль иғлан ителгәйне. Ил төбәктәренә ике номинация буйынса, йәғни батырлыҡ һәм спорт, ижад өлкәһендә ниндәйҙер ҡаҙаныштарға өлгәшкән йәки тормош ауырлығын еңеп сыҡҡан, ошо уҡ ваҡытта үҙҙәрен шәхес булараҡ күрһәтә алған етем йәки инвалид балаларҙың исем-шәрифтәрен ебәреүҙе һорағайнылар. Рәсәйҙең Бала хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкиле Павел Астаховтың үтенесе буйынса был эште башланыҡ. Республика ҡалаларынан һәм райондарынан ошондай балаларҙы эҙләп, исемлек төҙөйбөҙ. Йөҙҙән ашыу анкетаны уҡығандан һуң, бик ныҡ тулҡынландым. Исемлекте ныҡлап ҡарағандан һуң, кемдеңдер йәше үткәнлеге һәм башҡа сәбәптәр асыҡланды. Һөҙөмтәлә 65 ҡыҙ һәм малайҙы һайлап алдыҡ. Улар – янған йорттан өлкәндәрҙе, һыуға батыусы кескәйҙәрҙе ҡотҡарыусы һәм башҡа батырлыҡ ҡылған 12–14 йәшлек ҡыҙҙар һәм малайҙар. Әле республикала һәр ошондай бала тураһында репортаждар төшөрөлә һәм Башҡортостан телевидениеһында күрһәтелә.

А. МӨЛӨКОВА яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Синоптиктар республикала һауа шарттарының боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 1

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 1

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 1

Республикала ауыр йөк машиналарын тикшереү башланды

Республикала ауыр йөк машиналарын тикшереү башланды 08.06.2026 // Йәмғиәт

Сараларҙы көсәйтеүгә хәүефле статистика сәбәпсе булды....

Тотош уҡырға 1

Республикала бушлай ЭКО-ға квоталар һаны 14% артҡан

Республикала бушлай ЭКО-ға квоталар һаны 14% артҡан 08.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала бушлай ЭКО-ға квоталар һаны 14% артҡан...

Тотош уҡырға 2

Ләйсән Үтәшева өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан

Ләйсән Үтәшева өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан 05.06.2026 // Йәмғиәт

Ләйсән Үтәшева өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан...

Тотош уҡырға 4

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты 05.06.2026 // Йәмғиәт

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты...

Тотош уҡырға 2

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла 05.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла...

Тотош уҡырға 1

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде 05.06.2026 // Йәмғиәт

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә