Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Баҫмалар һуңламай килә
Баҫмалар һуңламай килә
Сит ил киноларын ҡарағанда гелән бер күренешкә иғтибар итә инем: кеше иртән тороу менән тышҡа йүнәлә. Был ваҡытта махсус йәшниктә шул көнгө гәзит ятҡан була. Әллә баҫмаларҙы төндә тараталармы, тип аптырай торғайным. Дөрөҫөн әйткәндә, көнләшеп тә ҡуя инем. Баҡтиһәң, бындай хәл беҙҙә лә күптән яңылыҡ түгел икән.


“Урал-пресс” агентлығы бер нисә йыл уңышлы эшләп килә, Рәсәйҙең 250 ҡалаһында гәзит-журнал тарата. Айырыуса ойошма һәм предприятиелар менән хеҙмәттәшлек итә. Әйткәндәй, Салауат ҡалаһында “Башҡортостан” гәзитен күптәр нәҡ әлеге агентлыҡ аша алдыра. Баҫмаларҙы ваҡытында таратыу серен белеү маҡсатында “Урал-пресс”тың ошо ҡалалағы филиалына йүнәлдем.
— Иртәнге алтыла уҡ баҫмаларҙы адрестар буйынса айырыуҙы тамамлайбыҙ. Сәғәт ете-һигеҙҙә, һуңлап киткән осраҡта туғыҙ тирәһендә, гәзит хужаһына барып та етә. Ни тиклем иртәрәк эш итһәң, шул тиклем нығыраҡ ышаныс яулайһың. Беҙҙә хаҡтар ҙа бик үк ҡот осҡос түгел, — ти ойошма етәксеһе Наталья Васильева.
— Гәзит-журналға яҙылыу өсөн килеп тороу мөһим түгел. Телефон, Интернет аша ла эшләргә була уны. Ғөмүмән, баҫманы алдырыусы һәр кемгә һаҡсыл ҡараш, хөрмәт булдырылған, — ти халыҡ менән эш итеүсе Альбина Мичурина.
Әйткәндәй, бындағы хеҙмәткәрҙәрҙе бармаҡ менән генә һанарлыҡ, ә башҡарған эштәренең сиге юҡ. Ғөмүмән, ваҡыт уҙһын, сабата туҙһын тип йөрөмәй улар, ә гәзит уҡыусыһына тейешле сәғәтендә барып етһен өсөн тырыша.



Автор: Рәмил МАНСУРОВ. Район: Салауат ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


  1. Рияз Мәсәлим
    Рияз Мәсәлим от 30.05.2014, 06:01
    Салауат ҡалаһы башҡорттарының бәхете бар икән! Ә бына беҙгә, бөрөләргә, әйткәндәй, өфөләргә лә, ундай бәхет тәтемәй. Өфөлә матбуғат киоскыларында, почта бүлекселәрендә башҡорт телендә баҫмалар юҡ! Йәғни Башҡортостандың баш ҡалаһы типа атлаған ҡалала башҡорт телендә баҫма һатып алып булмай. Өфө таныштарымдың билдәләүенсә, өйҙәренә лә почта баҫмаларҙы онотҡан да бер генә килтерәләр, ти. Ә бына Бөрөлә хәл тағы ла хөртөрәк.
    Почта бүлексәләрендә башҡорт телен белгән бер әҙәм дә юҡ. Ҡала администрацияһында ла бер башҡорт юҡ. Ә татар һәм рус әҙәмдәре татарса һәм русса ғына баҫмаларҙы яҙҙырталар. Ҡалабыҙҙа матбуғат киосктарын бөтөргәндән һуң, матбуғатты бер ҡайҙа ла һатып алырлыҡ түгел инде. Әйткәндәй, ҡала китапханаларында ла башҡорттар юҡ. Китапханаларҙа башҡорт гәзитен һораһаң, татар гәзитен бирәләр. Башҡорт баҫмаларын тик Бөрө башҡорттары ҡоролтайы әүҙемселәре һәм БДУ БФ башҡорт филологияһы кафедраһы ғына яҙҙырып алдыра.
    Почта бигерәк алама эшләй. Әгәр "Урал-пресс" агентлығы һеҙҙә яҡшы эшләй икән, әйҙәгеҙ, Рәсәй почта хеҙмәтенән баш тартайыҡ, шул агентлыҡҡа тапшырайыҡ был эште?
    Башҡа әмәле юҡ бит...

Комментарий өҫтәргә