Сит ил киноларын ҡарағанда гелән бер күренешкә иғтибар итә инем: кеше иртән тороу менән тышҡа йүнәлә. Был ваҡытта махсус йәшниктә шул көнгө гәзит ятҡан була. Әллә баҫмаларҙы төндә тараталармы, тип аптырай торғайным. Дөрөҫөн әйткәндә, көнләшеп тә ҡуя инем. Баҡтиһәң, бындай хәл беҙҙә лә күптән яңылыҡ түгел икән.
“Урал-пресс” агентлығы бер нисә йыл уңышлы эшләп килә, Рәсәйҙең 250 ҡалаһында гәзит-журнал тарата. Айырыуса ойошма һәм предприятиелар менән хеҙмәттәшлек итә. Әйткәндәй, Салауат ҡалаһында “Башҡортостан” гәзитен күптәр нәҡ әлеге агентлыҡ аша алдыра. Баҫмаларҙы ваҡытында таратыу серен белеү маҡсатында “Урал-пресс”тың ошо ҡалалағы филиалына йүнәлдем.
— Иртәнге алтыла уҡ баҫмаларҙы адрестар буйынса айырыуҙы тамамлайбыҙ. Сәғәт ете-һигеҙҙә, һуңлап киткән осраҡта туғыҙ тирәһендә, гәзит хужаһына барып та етә. Ни тиклем иртәрәк эш итһәң, шул тиклем нығыраҡ ышаныс яулайһың. Беҙҙә хаҡтар ҙа бик үк ҡот осҡос түгел, — ти ойошма етәксеһе Наталья Васильева.
— Гәзит-журналға яҙылыу өсөн килеп тороу мөһим түгел. Телефон, Интернет аша ла эшләргә була уны. Ғөмүмән, баҫманы алдырыусы һәр кемгә һаҡсыл ҡараш, хөрмәт булдырылған, — ти халыҡ менән эш итеүсе Альбина Мичурина.
Әйткәндәй, бындағы хеҙмәткәрҙәрҙе бармаҡ менән генә һанарлыҡ, ә башҡарған эштәренең сиге юҡ. Ғөмүмән, ваҡыт уҙһын, сабата туҙһын тип йөрөмәй улар, ә гәзит уҡыусыһына тейешле сәғәтендә барып етһен өсөн тырыша.