Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ләхеттә ҡан һарҡыһа, ожмахта урын ҡалырмы?
Күптән ҡайтҡаным юҡ ине тыуған яҡтарға. Илебеҙҙең закондар сығарыу органына депутаттар һайлау кампанияһы үткәс, юл төштө. Тыуған Яҡут ауылына ҡайтып етмәгәйнем әле, был йән өшөткөс хәбәрҙе Күмертауҙағы дуҫым янына кергәндә ишеттем.
Һайлау көнөндә егерме өс йәше тулды Шахтерҙың. Мәҡәлә геройҙарын ауылдаштары нисек атаған, шулай бирергә булдым, сөнки аңдарын йылан ағыуы томалаған, шул арҡала кешелек сифаттарын юғалтҡан бәндәләрҙе мулла ҡушҡан исемдәре менән атау уларға ҡарата хөрмәт күрһәтеү һымағыраҡ булыр ине... Яңы әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан егеттең йөҙө тыумыштан таба төбө кеүек ҡап-ҡара булғанлыҡтан, шундай ҡушамат таҡҡан уға ауылдаштары.
Шахтер, барлы-юҡлы тиндәрен усына йомарлап тотоп, ҡайҙа барып бәрелергә белмәй ауыл мәҙәниәт йорто алдында торғанда, уның ишегенән Гондурас күренде.
— Нишләп елгә бәүелеп тораһың, мырҙа? — Бер нисә йыл район милицияһында эшләгән, әммә, эскеһенә баш була алмағанлыҡтан, унан ҡыуылған Гондурас Шахтер эргәһенә килеп баҫты. Тиҫтерҙәре араһында һуғышып абруй яулағанға күрә шундай ҡушамат тағылған кәүҙәгә таҙа был егеткә. — Бөгөн һинең тыуған көнөң түгелме һуң? Ағайыңды һыйлаһаң була инде ошондай матур байрамда.
Типһә тимер өҙөрҙәй Гондурас янында башланғыс кластар уҡыусыһы тиклем генә күренгән Шахтер, ужым быҙауы һымаҡ был бәндә менән эйәртенешеп йөрөүҙе хушһынмаһа ла, ҡаршы тороуҙың үҙе өсөн насар эҙемтәләргә килтереүен аңлап, усына йомарлаған тиндәрен күрһәтте.
— Байлыҡ бар ҙа ул, ағай, сәмәйгә етеңкерәмәй. Көтәһегә кем бирһен беҙгә?
— Аптырағанһың икән юҡҡа, минең әсәйем көнө-төнө көмөшкә менән сауҙа итә лә инде, киттек шунда, хәҙер һығып алабыҙ беҙ уны.
Һигеҙ йөҙгә яҡын кеше йәшәгән был ауылда көмөшкә етештереүселәр байтаҡ ҡына. Район буйынса иғлан ителгән “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашырға теләк белдерһәләр ҙә, ошо ағыу сәсеүселәргә ҡарата урындағы хакимиәт тарафынан бер ниндәй ҙә аныҡ саралар күрелмәй. Һәр самогонсының исем-шәрифе лә билдәле, ниндәй хаҡҡа һатыуҙары ла мәғлүм, мәгәр улар үҙҙәренең ҡара эштәрен башҡара бирә. Хәйер, бер ошо ауылда ғына һаталармы ни “йылан ағыуын”? Эшһеҙлектән йонсоған ауыл кешеһе, тамаҡ аҫрау өсөн башҡа мөмкинлектәр булмағас, шул тайғаҡ юлға баҫмай нишләһен?
Әсәһенән бер ярты сәмәйҙе алып, түш кеҫәһенә тыҡҡан Гондурас Шахтерҙы үҙҙәренең йортонан йөҙ–йөҙ илле метр ситтәрәк урынлашҡан Дальняктың өйөнә әйҙәне. Дальняк — өс бала атаһы: оло ҡыҙы менән улы ситтә. Бисәкәйе лә Мәләүезгә йөрөп эшләй, бөгөн өйҙә юҡ сағы. Гондурас иртән мал-тыуар ҡарарға сыҡҡанда уҡ күрше ҡатыны шәп-шәп атлап автобус туҡталышына йүнәлгәйне. Тимәк, эшкә сапты инде. Күршеләре йәй башында аҫрауға өс йәштәр тирәһендәге малайҙы алып ҡайтҡайны, әле Дальняк, моғайын, ана шул улы менән генәлер.
Дальняк ҡушаматы Гондурастың күршеһенә водитель булып эшләгәнгә тағылған. Бер шулай күршеһе машинаһы менән кисләтеп кенә ҡайҙандыр ауылға ҡайтып төшкән.
— Ҡайҙан ҡайтып киләһең былай? — тип һорайҙар икән бынан колхоз гаражында ултырған егеттәр.
— Дальнякка барҙым бит бөгөн, — ти был, маңлайына бәреп сыҡҡан ҡара тирен ҡул һырты менән һөртөп. — Иртүк колхоз рәйесе “Һаҡмар” совхозына ебәргәйне, шунан көскә ҡайтып киләм. Ай-һай, алыҫ ара икән, ныҡ йонсотто.
Бының яуабын ишеткән ир-аттың көлөүенән гараж түбәһе саҡ ишелеп төшмәй. “Һаҡмар” совхозы тигәне Ырымбур өлкәһендә урынлашҡан. Уларҙың ауылынан, уҙа барһа, етмеш-һикһән саҡрымдыр. Ана шул көндән алып быға ҡушамат дегәнәк шикелле йәбешә лә ҡала.
Был өсәүҙең күпме эсеүе, сәмәй алыу өсөн ҡайҙан аҡса табыуы мөһим дә түгел. Төнгө сәғәт 1 менән 2 араһында Гондурас райондың полиция бүлегенә шылтырата.
— Шахтер Дальнякты үлтерҙе, тиҙ генә килеп етә һалығыҙ! — тип ҡысҡыра ул трубкаға.
Тәртип һаҡсылары енәйәт ҡылынған йортҡа килеп кергәндә, Дальняктың ҡанға туҙған, һыуынған кәүҙәһе иҙәндә ятҡан була.
— Был мырҙам Дальняк ағаһының башына етте, — ти полиция хеҙмәткәрҙәренә Гондурас, Шахтерға төртөп күрһәтеп. — Эсеп ултыра торғас, әллә нимә бүлешә алмай, һуғышып киттеләр ҙә, Шахтер йорт хужаһының башына ултырғыс менән һуҡты. Ул йорттан сығып ҡасҡас, ихатала ҡыуып етеп, балта менән тураҡланы.
Бының һөйләгәндәренә башын ғына һелкеп ултыра Шахтер. Полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәт урынында булған ике егетте лә район үҙәгенә алып китә. Ләкин, һис ни булмағандай, төш ауыуға Гондурас ауылға кире әйләнеп ҡайта, ә Шахтерҙы, кеше үлтереүҙә ғәйепләп, зинданға ябып ҡуялар.
Ҡырҡ йыллап бындай ауыр енәйәт ҡылынғаны булмаған ауылда халыҡ бөтөнләй аптырашта ҡалған. Кем менән генә һөйләшһәң дә, Шахтерҙың кеше ғүмеренә ҡул һуҙырлыҡ һәләте барлығына шик белдерә ауылдаштары. Әңгәмәселәрем ышандырырлыҡ дәлилдәр ҙә килтерә. Беренсенән, Шахтер Гондурастан да, Дальняктан да физик йәһәттән күпкә ҡайтышыраҡ. Икенсенән, уның быға ҡәҙәре берәү менән дә низағлашҡаны булмаған. Өсөнсөнән, нығыраҡ төшөрөп алһа, Шахтерҙың йоҡлай торған ғәҙәте бар икән. Енәйәт ҡылынған төндә лә ул йоҡлап ятҡан, имеш. Тимәк, был өсәүҙән тыш, Дальняктың йортона кемдер кереп сыҡҡан. Имеш-мимештәр бер ҙә буш урында яралмай. Гондурастың Шахтерҙы ҡосаҡлап, һин үлтерҙең инде Дальняк ағайыңды, тип ултырыуы ла шикләнергә бер сәбәп тыуҙыра. Аңын юйғансы эскән кешегә нимә әйтһәң дә уның был һүҙҙе ысынға алыуы ихтимал.
Минең маҡсатым кемделер ғәйепләү, кемделер аҡларға тырышыу түгел. Мәгәр, енәйәт ҡылынған икән, хоҡуҡ һаҡлау органдары, ентекләп тикшереп, ғәйепле кешене асыҡларға бурыслы. Әлбиттә, суд, бының тап шулай икәнлеген раҫлап, хөкөм сығарғандан һуң енәйәтсе тейешле язаһын алыр.
Дальняктың аҫрауға алған өс йәшлек улы ла ишаралар менән нимәлер аңлатырға тырышҡан шикелле. Әммә “енәйәтсе” тотолдо тип юғарыға рапорт бирергә ашыҡҡан полиция хеҙмәткәрҙәре телмәре зәғиф баланың ымлауына иғтибар итеүҙе кәрәк тапмаған.
Һәр хәлдә был һорауҙарҙың барыһына ла хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең асыҡлыҡ индереренә иманым камил. Ауыл халҡын иң ныҡ борсоған мәсьәлә — ул, ҡабатлағандан доға иҫкермәй, тигәндәй, көмөшкә һатыусыларға ҡарата урындағы етәкселәр тарафынан әлегә тиклем тейешле сара күрелмәүе.
Бөгөн иһә урындағы халыҡты йәнә Гондурастың бер ни булмағандай ауыл буйлап эсеп йөрөүе хафаға һала...
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ,
“Башҡортостан”дың
үҙ хәбәрсеһе.
Көйөргәҙе районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872