Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡартлығыңды йәшлектә уйла
Алһыу менән һағындырып ҡына осраштыҡ. Бергә уҡығайныҡ.
— Юлдашҡа инеп сыҡтыҡ әле. Ауылға ҡайтышлай юл ыңғайына. — Әхирәтемдең хәбәренә әллә ни әһәмиәт бирмәнем. Юлдаш тигән ауылдар күп беҙҙә: Илештә лә, Әбйәлилдә лә, Федоровкала ла, Мәләүездә лә бар. Берәй туғаны йә танышы йәшәйҙер шунда.
Алһыу һәүетемсә генә дауам итте:
— Атайымды исеме менән әйтмәй, шулай Юлдаш тием дә ҡуям.
Ҡолағым ҡарп итеп ҡалды. Егерме йыл танышбыҙ, ә атаһы тураһында бер тапҡыр ҙа ишеткәнем юҡсы. Уның хаҡында бер ҙә һөйләмәгәс, мәрхүмдер, тип һорашҡаным булманы. Эй-й, ысынлап та, Алһыу Юлдашевна тип йөрөтәләр бит үҙен. Яңылыҡҡа ғәжәпләнеп, телемдән тоҙһоҙораҡ һорау ысҡынды:
— Һинең атайың бармы ни?
— Булмай әллә, бар. Ағайым менән мин бәләкәй саҡта беҙҙе ташлап сығып киткәс, атайға һанамайым уны. Әсәйемдең дә иртә үлеүе уның арҡаһында ғына. Ҡайғынан нервылары тамам ҡаҡшап, гүр эйәһе булды бахырым.
...Алһыуҙың әсәһе йәш сағында дан ҡыҙ була. Үҙе сибәрҙәрҙең-сибәре, үҙе — уҡытыусы. Яҡын-тирә ауылдарҙа уға күҙе төшмәгән егет ҡалмай, ләкин ҡыҙ йәре итеп күрше райондыҡын һайлай.
Өйләнешкәс, тәүге осорҙа матур ғына йәшәйҙәр. Бер мәл йәш ҡатын уйға ҡала: ул — юғары белемле белгес, ә ире — юҡ. Тормош юлын тигеҙ үтәһе ине... Һәм иренә юғары уҡыу йортона инергә тәҡдим итә. Инде ике балалары булғас, ир тәүҙә аптырап ҡала, әммә ризалаша.
Биш йыл буйы йыраҡ ҡалала ул һөнәр үҙләштерә, ә ҡатыны мәктәптә уҡыта, балаларын тәрбиәләй, ҡыҫҡаһы, ең һыҙғанып донъя көтә. Күп тә ҡалмай көтөргә. Тик... уҡыуын бөткән ир кире ҡайтмай. Баҡһаң, шунда бер ҡатынға әүрәп тороп ҡалған. Ғаилә башлығын үҙе өгөтләп белем алырға ебәргән ҡатындың иһә барлыҡ хыялдары селпәрәмә килә. Ғәрләнеүҙән ҡара ҡайғыға бата. Үҫеп килгән ике балаһы ғына йәшәргә көс бирә.
Артабан шуларға бауырын баҫа. Йәш, матур ҡатын кәләшлеккә һоратып килеүселәрҙең барыһын да кире бора. Балаларын үҫтереп, оянан осороп ебәргәс кенә, бер бабай менән тормош ҡора. Бәхеткә, бик һәйбәт кешегә тура килә. Әммә һаулығы ныҡ ҡаҡшаған була, иртә донъя ҡуя.
— Мин атайымдың хыянатын кисерә алманым. Ағайым менән интернатта йәшәгәндә яныбыҙға килгеләй торғайны. Бер һүҙ өндәшмәй, ағастай ҡатып тик торор инем. Ахыры: “И-и, ошо ҡыҙым бигерәк ҡырағай инде”, — тип ҡуя. Ә ағайым атай менән ихлас аралашты. Әллә ирҙәр ирҙәрҙе нығыраҡ аңлай, әллә улар өсөн хыянат итеү ул хәтлем үк ауыр енәйәт түгел, — тип хәтерләй Алһыу. — Тик атайым, беҙҙең тормошто селпәрәмә килтереп, тулы ғаиләлә бер ҡайғыһыҙ үҫеүҙән мәхрүм итеп, үҙе лә бәхетле була алманы. Сәбәбен белмәйем, әммә теге ҡатындан да сығып китте ул.
— Хәҙер ҡайҙа, кем менән йәшәй инде? — тип ҡыҙыҡһынам.
— Сираттағы әбейе менән бер ауылда. Күрәһең, унда ла үҙен бик хөрмәт итеп тормайҙар, ләкин алтмышты уҙған, үҙ мөйөшө булмаған ҡарт ҡайҙа барһын инде? Башын баҫып көн итә, сөнки был юлы ла ағайым, һуғылып сығайыҡ инде, тип инәлгәс, барғайныҡ, урамда ғына һөйләшеп тора алдыҡ. Беҙҙең менән башҡа күрешеүсе, сәйгә саҡырыусы булманы. Атайым күҙҙәрен аҫҡа төбәп: “Ғәфү итегеҙ, балалар, өйгә индерә алмайым”, — тине. Шунда уның ни тиклем хоҡуҡһыҙ йәшәүен аңланым. Әммә йәлләү тойғоһо тыуманы. Ҡасандыр әсәйемде, беҙҙе бер ҙә йәлләп тормағайны әле.
Әхирәтемдең хәбәре мине тетрәндерҙе. Ҡартайған көнөңдә ҡәҙерһеҙ ғүмер кисереүҙән дә ауыры юҡтыр. Ә ошолай бер кемгә лә атай була алмаған атайҙар бихисап бит. Бер бөгөнгө менән йәшәп, йәш саҡта бөтәһе лә алда кеүек тойола бәғзе берәүҙәргә. Тик ғәмһеҙ ваҡыт тиҙ үтә. Хатаңды танып, төҙәткең килһә лә, һуң булыуы ихтимал. Балалар һинһеҙ үҫеп бөтөп, үҙҙәре ғаилә ҡорған, һине ғәфү итеүсе, кисереүсе кеше юҡ...
Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА.
Өфө ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә