Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » БУЛҺАҢ БӨГӨН НЫҠ ТЫРЫШ, МОТЛАҠ ҮҪЕР МУЛ УҢЫШ
БУЛҺАҢ БӨГӨН НЫҠ ТЫРЫШ, МОТЛАҠ ҮҪЕР МУЛ УҢЫШ
“Үҙәк” машина-технологик станцияһының Дүртөйлө филиалына ҡараған бер бүлексә Яңауыл районында эшләй. Уның етәксеһе Марс Кәлимуллин көр күңел менән ҡаршыланы.

– Яҙғы хәстәребеҙгә тәүге баһа биреләсәк көнгә лә күп ҡалманы – 7 июнгә район һабантуйы билдәләнгән, – тип һүҙ башланы Марс Хәлим улы. – Әлегә яландарҙа эш ыңғай бара. Иртә культураларҙы сәсеп бөттөк, бойҙай – биш йөҙҙән, арпа өс йөҙҙән артығыраҡ, һоло ике йөҙ илле гектарҙа бураҙнаға ятты. Һуңғы көндәрҙә мал аҙығы өсөн бер йыллыҡ культураларҙы сәсеү менән мәшғүлбеҙ, тиҙ арала быны ла теүәлләргә ниәт. Шунан инде үҫемлектәрҙе химик утай башлайбыҙ. Ҡыҫҡаһы, яҙғы баҫыу мәшәҡәттәре финиш һыҙығына сыҡты.
...Кесеҡор һәм Иҫке Ҡоҙаш ауылдары араһында ятҡан һөҙәк тау биттәрендә агрегаттарҙың саң-туҙан күтәреп эшләп йөрөүе алыҫтан күренә. Малға ашатырға ҡатнаштырып кәрешкә менән арпа сәсеүселәр янында туҡталдыҡ. Эш бында тулы комплекста бара: урындағы механизатор Айрат Рәхимов “Т-150” менән пар ҡаплау үткәрә, Дүртөйлө районының Исмаил ауылынан килгән Мәүлит Ғиндуллин дискылы тырмалар менән ер эшкәртһә, яҡташы Рушан Мәрһәмов шундай уҡ икенсе тракторҙа сәсеп бара. Әҙер баҫыуҙы катуклау бүлексә тракторсыһы Аркадий Александровҡа йөкмәтелгән. Яҙғы эштәрҙә ҡатнашҡан дүрт сәсеү комплексының береһе яғыулыҡ һалған ваҡытта беҙҙең янға дискылы тырма таҡҡаны ла килеп туҡтаны. Егеттәр менән ҡыҫҡа ғына әңгәмә ҡорҙоҡ.
БУЛҺАҢ БӨГӨН НЫҠ ТЫРЫШ, МОТЛАҠ ҮҪЕР МУЛ УҢЫШ— МТС-та алтынсы йыл эшләйем, Яңауыл яландарына 8 майҙа килдек, — тине, беҙҙең менән танышып, тракторсы Мәүлит Ғиндуллин. — Тейешле шарттар тыуҙырылған, барыһынан да ҡәнәғәтбеҙ.
— Шуға ла көндө төнгә ялғап эшләйбеҙ инде, — тип йылмайып уға ҡушылды Рушан Мәрһәмов. — Сменаһына етмеш гектарға тиклем ер сәсәбеҙ. Бер ниндәй ҙә өҙөклөк юҡ.
Агрегаттарҙың баҫыу буйлап ҡуҙғалыуын ситтән күҙәтеп ҡалдыҡ. Ысынлап та, һәр механизатор, үҙ бурысын аныҡ белеп, тейешлене теүәл үтәй. Ер тырматыусы трактор беҙҙең янда туҡтап та торманы. Кәрешкә һәм арпа орлоғон ике “КамАЗ” машинаһында Фәүис Вәлиуллин менән Борис Раянов алып килде, уларҙың да һуңлағаны юҡ. Сәскестәрҙе тултырыуҙа Рәлиф Нәбиуллин тырышлыҡ күрһәтә.
Бүлексә етәксеһе шулай уҡ механизаторҙар Рәсих Рәүилов, Фирус Дусҡаев, ағалы-энеле шоферҙар Вилдан менән Илвир Әхмәҙиевтәрҙе лә тик маҡтап телгә алды.
БУЛҺАҢ БӨГӨН НЫҠ ТЫРЫШ, МОТЛАҠ ҮҪЕР МУЛ УҢЫШЯҙғы баҫыу эштәрендә ҡатнашыусылар үҙ сиратында яландағылар өсөн тәмле аш бешереүсе Рәмилә Йәмәлетдинова менән Ирина Блиноваға оло рәхмәт белдерә. Әйткәндәй, былтыр Рәмиләне бер тауыштан “Бүлексәнең 2013 йыл кешеһе” тип танығандар икән. “Яҡшылыҡ ерҙә ятып ҡалмай” тиеүҙәре шулдыр инде. Бар ерҙә лә бурыстың аныҡ ҡуйылышына, механизаторҙарҙың тырыш хеҙмәтенә оло һоҡланыу менән ҡайттыҡ Яңауыл баҫыуҙарынан. Алдағы айҙарҙа матур һауа шарттары юлдаш булып, мул уңыш кинәндерһен ине уларҙы алтын көҙҙәрҙә. Игенсе быға бар яҡтан да лайыҡ бит!

Ансар НУРЕТДИНОВ,
“Башҡортостан”дың
үҙ хәбәрсеһе.




Район: Яңауыл районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә