“Үҙәк” машина-технологик станцияһының Дүртөйлө филиалына ҡараған бер бүлексә Яңауыл районында эшләй. Уның етәксеһе Марс Кәлимуллин көр күңел менән ҡаршыланы.
– Яҙғы хәстәребеҙгә тәүге баһа биреләсәк көнгә лә күп ҡалманы – 7 июнгә район һабантуйы билдәләнгән, – тип һүҙ башланы Марс Хәлим улы. – Әлегә яландарҙа эш ыңғай бара. Иртә культураларҙы сәсеп бөттөк, бойҙай – биш йөҙҙән, арпа өс йөҙҙән артығыраҡ, һоло ике йөҙ илле гектарҙа бураҙнаға ятты. Һуңғы көндәрҙә мал аҙығы өсөн бер йыллыҡ культураларҙы сәсеү менән мәшғүлбеҙ, тиҙ арала быны ла теүәлләргә ниәт. Шунан инде үҫемлектәрҙе химик утай башлайбыҙ. Ҡыҫҡаһы, яҙғы баҫыу мәшәҡәттәре финиш һыҙығына сыҡты.
...Кесеҡор һәм Иҫке Ҡоҙаш ауылдары араһында ятҡан һөҙәк тау биттәрендә агрегаттарҙың саң-туҙан күтәреп эшләп йөрөүе алыҫтан күренә. Малға ашатырға ҡатнаштырып кәрешкә менән арпа сәсеүселәр янында туҡталдыҡ. Эш бында тулы комплекста бара: урындағы механизатор Айрат Рәхимов “Т-150” менән пар ҡаплау үткәрә, Дүртөйлө районының Исмаил ауылынан килгән Мәүлит Ғиндуллин дискылы тырмалар менән ер эшкәртһә, яҡташы Рушан Мәрһәмов шундай уҡ икенсе тракторҙа сәсеп бара. Әҙер баҫыуҙы катуклау бүлексә тракторсыһы Аркадий Александровҡа йөкмәтелгән. Яҙғы эштәрҙә ҡатнашҡан дүрт сәсеү комплексының береһе яғыулыҡ һалған ваҡытта беҙҙең янға дискылы тырма таҡҡаны ла килеп туҡтаны. Егеттәр менән ҡыҫҡа ғына әңгәмә ҡорҙоҡ.
— МТС-та алтынсы йыл эшләйем, Яңауыл яландарына 8 майҙа килдек, — тине, беҙҙең менән танышып, тракторсы Мәүлит Ғиндуллин. — Тейешле шарттар тыуҙырылған, барыһынан да ҡәнәғәтбеҙ.
— Шуға ла көндө төнгә ялғап эшләйбеҙ инде, — тип йылмайып уға ҡушылды Рушан Мәрһәмов. — Сменаһына етмеш гектарға тиклем ер сәсәбеҙ. Бер ниндәй ҙә өҙөклөк юҡ.
Агрегаттарҙың баҫыу буйлап ҡуҙғалыуын ситтән күҙәтеп ҡалдыҡ. Ысынлап та, һәр механизатор, үҙ бурысын аныҡ белеп, тейешлене теүәл үтәй. Ер тырматыусы трактор беҙҙең янда туҡтап та торманы. Кәрешкә һәм арпа орлоғон ике “КамАЗ” машинаһында Фәүис Вәлиуллин менән Борис Раянов алып килде, уларҙың да һуңлағаны юҡ. Сәскестәрҙе тултырыуҙа Рәлиф Нәбиуллин тырышлыҡ күрһәтә.
Бүлексә етәксеһе шулай уҡ механизаторҙар Рәсих Рәүилов, Фирус Дусҡаев, ағалы-энеле шоферҙар Вилдан менән Илвир Әхмәҙиевтәрҙе лә тик маҡтап телгә алды.
Яҙғы баҫыу эштәрендә ҡатнашыусылар үҙ сиратында яландағылар өсөн тәмле аш бешереүсе Рәмилә Йәмәлетдинова менән Ирина Блиноваға оло рәхмәт белдерә. Әйткәндәй, былтыр Рәмиләне бер тауыштан “Бүлексәнең 2013 йыл кешеһе” тип танығандар икән. “Яҡшылыҡ ерҙә ятып ҡалмай” тиеүҙәре шулдыр инде. Бар ерҙә лә бурыстың аныҡ ҡуйылышына, механизаторҙарҙың тырыш хеҙмәтенә оло һоҡланыу менән ҡайттыҡ Яңауыл баҫыуҙарынан. Алдағы айҙарҙа матур һауа шарттары юлдаш булып, мул уңыш кинәндерһен ине уларҙы алтын көҙҙәрҙә. Игенсе быға бар яҡтан да лайыҡ бит!
Ансар НУРЕТДИНОВ,
“Башҡортостан”дың
үҙ хәбәрсеһе.