Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Үҙе китте… Башҡарған ролдәре мәңгегә йөрәктәрҙә ҡалды
Үҙе китте… Башҡарған ролдәре  мәңгегә йөрәктәрҙә ҡалды
Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрын ғына түгел, ә бөтә сәнғәт донъяһын оло юғалтыуға һалып Филарит ағай Бакировтың баҡыйлыҡҡа күсеүенә лә йылдан ашыу ваҡыт үткән. Тик уны яратҡан сәхнәһе, коллегалары, тамашасыһы әле һаман юҡһына…

Филарит ағай тыумышы менән – Балтас яғынан. Мәктәпте тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһының актерҙар бүлегендә уҡый. Ҡулына диплом алғас, 1970 йылда, Салауат башҡорт драма театрында эш башлай. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, Филарит ағай унда сағыу образдар тыуҙыра: М. Кәримдең “Ай тотолған төндә”һендә – Аҡъегет, Ә. Мирзаһитовтың “Бәхтегәрәй”ендә – Бәхтегәрәй, Г. Лорканың “Ҡанлы туй”ында – Леонардо һәм башҡалар... Бер төркөм моряк егеттәргә ауылдарына ялға ҡайтҡан арала М. Байджиевтың “Наҙлыгөл” спектаклен ҡарау бәхете тейә. Ғәзиз ролен башҡарыусы Филарит ағайҙың уйнауынан тәьҫирләнгән егеттәр театрға рәхмәт хаты яҙа. “Ғәзизгә беҙҙән – ҙур ихтирам, ул беҙҙең өсөн өлгө булып тора. Һеҙҙең кеүектәрҙән көс-дәрт алабыҙ. Тыуған илебеҙ һәм унда йәшәгән ватандаштарыбыҙ өсөн беҙ һәр ваҡыт һаҡтабыҙ! Һеҙгә тағы ла ҙур рәхмәт!” – тиелә хат юлдарында.
1987 йылда Филарит Бакиров М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына саҡырыла. Өфөлә лә ул юғары кимәлдә бик күп образдар тыуҙырыуға өлгәшә: А. Абдуллиндың “Ун өсөнсө председатель” спектаклендә – председатель Сәғәҙиев, Д. Юлтыйҙың “Ҡарағол”онда – Әпкәләй, Т. Миңнуллиндың “Диләфрүзгә дүрт кейәү”ендә – Шәкүр, Ф. Бүләковтың “Толпар”ында – Толпар.
1991 йылдан алып һуңғы көндәренә ҡәҙәр Филарит ағай Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрына тоғро хеҙмәт итте. Уның тыуҙырған образдары – У. Шекспирҙың “Ричард Өсөнсө”һөндә – мәкерле Ричард, К. Карыйҙың “Бәхетһеҙ мөхәббәт”ендә изге күңелле Иван, Ф. Бүләковтың “Онотолған доға”һында – Зар ҡарт, Х. Ирғәлиндең “Инә бүре ҡарғышы”нда – ҡаты бәғерле полковник Экбаум, А. Яхонтовтың “Үткәндәре бай ҡатын”ында – бәхетһеҙ Юрий, Б. Рафиҡовтың “Париж башҡорто”нда – Гәрәй, И. Садиҡовтың “Хужа Насретдиндың биш ҡатыны”нда Насретдин һәм башҡа күп төрлө яҙмышлы һәм характерҙағы геройҙар.
Талантлы кеше һәр яҡлап талантлы, тиҙәр. Филарит ағай үҙен һәләтле режиссер итеп тә танытты. Ул ҡуйған Б. Рафиҡовтың “Замана минең ҡулда”, И. Йомағоловтың “Буш сәңгелдәк”, К. Аҡбашевтың “Сибәр ҡатын”, А. Ғаффарҙың “Яҙҙар моңо”, Д. Сәлиховтың ”Өҙөлгән йөҙөм”, Н. Ғәйетбаевтың “Ҡыҙҙар, ишек асығыҙ”, А. Гельмандың “Эскәмйә”, К. Чандрҙың “Бер мөхәббәт – мең ғашиҡ” спектаклдәре оҙаҡ йылдар сәхнәнән төшмәй уйналды. Йәнә Филарит ағай үҙе ҡуйған әйберҙәрҙә үҙе лә уйнай. Был уның спектаклдәренең бәйәһен тағы ла күтәрә төшә ине. Әйткәндәй, тәржемә өлкәһендә лә ярайһы уҡ әүҙем эш алып барҙы ул.
Һуңғы йылдарҙа Филарит ағай уйнаған Флорид Бүләковтың “Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?” драмаһында – Ғафур, Мирхәйҙәр Фәйзиҙең “Ғәлиәбаныу” музыкаль драмаһында – Бәҙри, Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” комедияһында – Әжмәғол, Флорид Бүләковтың “Мәскәү-Васютки” драмаһында Ҡарт образдарын тамашасы һаман да һағынып иҫкә ала. Ул тыуҙырған йөҙәрләгән көслө, сағыу, ҡабатланмаҫ образдар башҡорт сәнғәтенең алтын фондын тәшкил итә, тиһәк тә хаталанмаҫбыҙ. Ысынлап та, театрҙа һәр стена уның тураһында ниндәйҙер яҡты иҫтәлек һаҡлаған төҫлө. Аҙмы-күпме – 40 йылдан ашыу ғүмер сәхнәгә бағышланған... Күп яҡлы ижад эйәһен Хөкүмәтебеҙ ҙә юғары баһаланы – 1995 йылда “халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исем менән бүләкләне.
– Филарит Әбделғәзим улы ниндәй генә жанрҙа – драма, трагедия йәки комедия булһынмы – үҙ образын булдыра белде, хатта бәләкәй генә ролгә лә намыҫ менән ҡараны. Урыны менән шаян да, йор һүҙле лә, шул уҡ ваҡытта талапсан да, ҡайһы саҡта ғәҙел уҫал да була белде. Тураһын ярып, күҙгә ҡарап әйтте, – тип иҫкә ала уны коллегалары. Ошо урында билдәле драматург Кәбир Аҡбашевтың һүҙҙәре иҫкә төшә:
– Филарит кеүек тураһын ярып әйткән кеше һирәк бит ул. Бына ошондай остаздарҙың, алдыңда йылмайып, артыңдан бысраҡ атырға әҙер кешеләр күбәйгән хәҙерге заманда, арабыҙҙан китеүе үкенесле.
– Барыһы ла әле генә кеүек. Театрым, сәхнәм, ролдәрем тип янып-көйөп йәшәне Филарит һәм башҡаларҙан да шуны көттө. Хәҙер һағынып һөйләргә уның эшләнгән, эшләнеп бөтөлмәгән эштәре, ҡылған изгелектәре генә ҡалды. Филарит та йондоҙ булып балҡыны ла, тиҙ генә атылып, һүнде шул, – ти ауыр көрһөнөп, тауышындағы һағышты йәшерә алмаһа ла, йөрәгенә сабырлыҡты бикләгән актерҙың ҡатыны Ниса апай. – Оло юғалтыуҙан бик ныҡ шаңҡып ҡалһаҡ та, сәнғәт усағыбыҙҙың утын һүндермәй, ул ҡалдырып киткән спектаклдәргә йән өрҙөк, ҡабаттан тергеҙҙек. Әгәр эштәрен дауам итәбеҙ икән, уның образдарын сәхнәлә күрһәтәбеҙ икән, Филарит Бакиров беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәйәсәк әле. Иртәгә беҙҙең театр бинаһында киске сәғәт 7-лә Филарит Бакировтың хәтер кисәһе уҙасаҡ. Минең төп бурысым – урыны-еренә еткереп, матур итеп ойоштороу. Ә һеҙгә, ҡәҙерле тамашасыларым, быға тиклем дә бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, тип өндәшәм. Донъя фани… Киткән кире ҡайтмай, ә килгәндәр килә китергә. Шуға күрә был яҡты донъялағы һәр сәғәтебеҙгә шатланып, бер-беребеҙҙе ихтирам һәм хөрмәт итеп йәшәйек...
Рәхмәт һиңә, Филарит ағай, эшләгән эштәрең, ҡалдырған яҡты эҙең өсөн, рухың шат, йәнең йәннәттә булһын.


Автор: Гөлдәр СОБХАНҒОЛОВА. Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә