Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт ҡаны тамған был тауҙарҙа
Башҡорт ҡаны тамған был тауҙарҙа
Республикабыҙҙан барған сәйәхәтселәр Ҡырым тупрағына, тау-таштарына аяҡ баҫып, тәбиғәт гүзәллеге менән хозурланғанда, ошо ерҙә яҡташтарыбыҙҙың күпләп һәләк булғанлығын күҙ уңында тотһа ине. Ҡырымға барып, унда дауаланыу, ял итеүҙән файҙаланыу мөмкинлектәре, Алла бойорһа, асылырға тора кеүек.

Ҡырым һәм Керчь ярымутрауҙарында, Севастополдә һуғыш ҡот осҡос булды. Немец фашистары был төбәкте ҡулға төшөрөү, баҫып алыу өсөн көсөн йәлләмәне. Ҡырым — ул татлы кәнфит һымаҡ. Минең ҡарашҡа, ундағы уңдырышлы тупраҡ, бөркөттәр оя ҡорорҙай таш-ҡаялар үҙҙәренең асылы менән ниндәйҙер кимәлдә Башҡортостан тәбиғәтен дә хәтерләткәндәй. Һуғыш йылдарында ошо ерҙәрҙә яугирҙәр ҡан ҡойған, ҡара тир түккән, күпләп һәләк булған. Улар араһында Башҡортостандан саҡырылғандары ла байтаҡ иҫәпләнгән.
Ҡырымды азат итеү 1943 йылдың октябрь-ноябрь айҙарында башланды. Диңгеҙ десантының ҙур төркөмө Ҡара диңгеҙ ярындағы Новороссийск ҡалаһына бәреп ингәндә, ҡоро ер һәм һауа ғәскәрҙәре Кубань тарафында һөжүмгә күсте. Иң мөһиме — Керчтә плацдарм яулау, уға таянып, ышаныслы алға барыу күҙ уңында тотола.
Ваҡиғалар алдынан Новороссийск диңгеҙ базаһына 1-се ранг капитаны Михаил Баҡаев күсеп килә. Граждандар һуғышында сыныҡҡан, Амур йылға флотилияһында белем алып, тәжрибә туплаған офицерға ҙур ышаныс бағлана. Сәйәси хеҙмәткәр булараҡ, ул иң ҡатмарлы шарттарҙа ла һалдаттар менән аралашыу, уларҙы яңы бурыстарға әҙерләү, өндәү юлдарын яҡшы белә.
Башҡорт ҡаны тамған был тауҙарҙаБаҡаев 1902 йылда Бәләбәй ҡалаһында тыуған. Автобиографияһында ҡартатаһының нәҫел тамырҙары Әй буйы башҡорттарына тоташҡанлығын бәйән итә. Батша карателдәренән ҡотолоп, Волга буйына күсеп килгән боласылар христиан динен ҡабул итә. Ике-өс быуын йәшәгәс, Михаилдың атаһы яңы урынға күсенеүҙе хуп күрә, сөнки "яңы суҡынған" тамғаһынан кәмһенә. Шулай итеп, Бәләбәй ҡалаһында тыуған Михаил тулы хоҡуҡлы христианға әүерелә. Ә Баҡаев фамилияһы нәҫел тамырҙарының ҡайҙа тоташҡанлығына ишаралай, тип яҙа ул автобиографияһында.
Новороссийск ҡалаһын алғанда һәм Керчкә десант әҙерләгәндә, Баҡаев һоҡланғыс тырышлыҡ һәм булдыҡлылыҡ күрһәтә. Ул — оҫта ойоштороусы, теләһә ниндәй ҡыйын хәлдән сығыу юлдарын таба, әммә октябрҙә диңгеҙҙә дауыл башланғас, баҙап ҡала. Керчкә десантты кисектереүҙе үтенә. Һөжүмгә барыр ваҡыт уҙып бара, ә ел-дауыл һис туҡтамай. Шуға ҡарамаҫтан, десант юлға сыға. Тик Керчкә якорь ташлап, ярға һыйыныу ҡатмарлы була.
"Егет егетлеген итә, ат эсерә буранда" тигәндәй, Баҡаев плацдарм яулауҙы ойоштора. Егеттәр ергә баҫырға ла өлгөрмәй, дошман контрһөжүмгә күтәрелә. Окоп та ҡаҙылмаған. Бына китә алыш! Немецтар ҡурҡыныс тауыш сығарып ябырыла, психик тәьҫир итеү сараларын ҡуллана. Әммә матростарҙың ҡыйыулығын улар күҙ алдына ла килтермәй. Дәррәү күтәрелеп ҡаршы ташланыуҙан албырғаған немецтар үксә ялтыратырға мәжбүр була.
Беҙҙекеләр һәләк булған яугирҙәрҙең кәүҙәләрен йыйып өлгөргәнсе, теге мәлғүндәр яңынан килә. Контрһөжүм был юлы ла кире ҡағыла. Өсөнсөһөндә лә, дүртенсеһендә лә... Михаил Баҡаев матростарынан бер минутҡа айырылһасы!
Ошо 1943 йылдың 1 ноябрендә кескәй төркөм булып ойошҡан диңгеҙ десанты яугирҙәре немецтарҙың егерме һөжүмен кире ҡаға. Әйтеүе генә анһат! Ниндәй берҙәмлек, ниндәй көс йөрөткәндер яугирҙәрҙе.
Төп көстәр ярҙамға килә алмай. Дауыл ҡотора. Баҡаев төркөмө юғалып ҡалмаһын өсөн һанаулы ғына тулыландырыу көсө өҫтәлеп тора. Бер аҙна үтә, ике... Аҙыҡ-түлек, боеприпас бөтөп бара. Һыу юлы булмағас, авиацияға мөрәжәғәт итәләр. Азов диңгеҙенә яҡын базала ҡыҙҙар полкы бар икән. Яңы ғына күсеп килгән 46-сы төнгө бомба ташыусылар полкы. Командиры — Евдокия Бершанская. Донъялағы берҙән-бер ҡыҙҙар полкы. Самолеттары — "кукурузник", рәсми телдә — У-2. Осоусы ҡыҙҙарҙың икеһе – Башҡортостандан. Лейтенант Мәғүбә Сыртланова – Бәләбәйҙән, ә Клавдия Серебрякова – Стәрлетамаҡтан. Булдыҡлы ҡыҙҙар ҡурҡыуҙы йәшерә белә.
Полк төндә осош яһай. Һәр самолет дүрт-биш рейс эшләй. Бына Керчтәге десантҡа ярҙам башлана. Ҡыҙҙарҙың бер төркөмө немецтарға "күстәнәс" ташыһа, икенселәре — плацдармдағы десантҡа.
Башҡорт ҡаны тамған был тауҙарҙаМәғүбә Сыртланованың магнит таҫмаһындағы яҙмаһынан: "Десантсыларҙы ауыр хәлгә төшөрмәҫ өсөн барлыҡ сараны күрәбеҙ. Трассаны өйрәндек. Урынды ла. Беҙ барып етәһе ваҡытҡа мәктәп янындағы ышыҡ урында усаҡ яғалар. Берүк немецтар һиҙеп ҡалмаһын. Беҙ ошо сысҡан утындай баҙлаған ориентирға тура килтереп, йөгөбөҙҙө бушатып китеү яғын ҡарайбыҙ. Әммә дошман прожекторсылары ла йоҡламай. Маршрутты белеп алдылар. Ҡайһы бер әхирәттәребеҙҙе бәреп төшөрөп өлгөрҙөләр ҙә инде. Ҡотолғоһоҙ тоҙаҡҡа эләкмәҫ өсөн мин урау юлды һайланым, диңгеҙ өҫтөнән осам. Караптарҙағы зенитсыларҙың һәләте түбән. Ҡайтыр яҡҡа боролғас та диңгеҙ өҫтөндәге маршрут менән барам. Ләкин ҡәһәрле дошман бер мәл тейҙерә атты бит! Двигатель ҡоторҙай башланы. Туҡтап ҡалһа, диңгеҙ төбө ҡәбер буласаҡ. Ни эшләргә? Бөтә көсөм менән ҡоро ергә етергә тырышам. Юҡ, булмаҫ, тип күңелһеҙлеккә бирелә башлағанымда, двигатель туҡтаны. Мин самолетты мөмкин булғанса планерҙа тотам. Бәлки, ергә төшөп булыр. Йә Хоҙай, нимәлер зыңҡ итеп ҡалды. Сығып оса яҙҙым. Ҡараһам, ысынлап та яр сите. Ә самолеттың ҡойроғо һыуҙа шапылдап тора. Тулҡын бәрә икән".
Десантсыларҙы һауанан тәьмин итеп тороуҙа, алдағы һөжүмдәрҙә уңышҡа ышаныс тыуҙырыуҙа Сыртланова менән Серебрякованың хеҙмәте ҙур.
Баҡаевсылар самолет көткәндә был икәүҙең бер ҡалала тыуып үҫкәнлеген, аралары 10 йәш булыуын белһәләр икән! Бәлки, бер урамда ялан аяҡ йүгергәндәрҙер. Кем кемде таныһын! Һуғыш.
Шундай һорау тыуа: ни сәбәпле йөк самолеттары осмаған? У-2 ун тапҡыр урағанды бер юлы килтерә алырҙар ине. Әтнәкәһе булған икән. Йөк самолеты тар майҙанда ориентирға тәңгәл килә алмай, ҡиммәтле һуғыш припастарын йә диңгеҙгә, йә дошман еренә ташлағанға күрә уйлап табылған да инде У-2. "Бик түбәндән, хатта өй ҡыйығына саҡ ҡағылмай осҡан был үтә ябай самолетты немецтар бәреп төшөрә алмай интегә. Юғары командование хатта мул премия вәғәҙә итә. Ә "рус-фанер" тип мыҫҡыллап аталған түбән һәм аҡрын осҡан У-2 ҡыйыу ҡыҙҙар ҡулында һис көтмәгәнсә уңышлы эшләүен дауам итә.
Ҡырым күгендә батырлыҡтар ҡылып, дан алған яҡташтарыбыҙҙың береһе — Муса Гәрәев. 76-сы штурмлаусы авиация полкы (ШАП) составында сержант званиеһындағы осоусы Сталинград һуғышынан һуң дошмандың Перекоптағы, Сиваштағы оборона ҡоролмаларын емереүҙә ҡатнаша. Аҙаҡ Симферополь, Севастополь ҡалаларын алыуҙа һуғыша. Юғары баш командующий И.В. Сталиндың 34 рәхмәтенең икеһе осоусы-штурман Гәрәевкә белдерелеүе тап Ҡырым күгендәге батырлығына лайыҡлы баһа булып тора.
Һуғыш һис көтөлмәгән сюрприздар ҙа әҙерләй. Дошман ғәскәрҙәрен изге төбәктән һепереп түккәс, командование егеттәрҙе шифаханаға ебәрә. Кем уйлаған ошондай мәлдә ҡарҙай аҡ япмаларҙа ятып ял итеп булыр тип! Әммә күп тә үтмәй, "Полкка ҡайтырға!" тигән фарман килеп төшә.
1944 йылдың май көндәре. Ял итеп, дауаланып алыу яугирҙәргә килешер ине лә, ләкин көтөлмәгән хәл тыуа. Смоленск ҡалаһына табан юл алына.
Һуғыштан һуң ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, гвардия полковнигы Муса Ғайса улы ара-тирә шифахана ваҡиғаһын хәтергә төшөрөп ала ине. Уның Илеш районының Иләкшиҙе ауылында тыуғанлығын, күрше Таш-Шишмәлә үҫкәнлеген Башҡортостанда белмәгән кеше юҡтыр. Һуғыштан һуң сафта ҡалып, 1945 йылдың 24 июнендә Еңеү парадында ҡатнашты, хәрби академия һәм Генштаб академияһын тамамланы, транспорт дивизияһы командованиеһында булғанда Ер шарының бөтә төбәктәрендә тиерлек эҙ ҡалдырҙы, Башҡортостанға ҡайтып, ДОСААФ ойошмаһы етәксеһе вазифаһын башҡарҙы.
Ҡырымды азат итеү һуғыштарында оло батырлыҡ күрһәткән яҡташтарыбыҙ араһында Тажетдин Ғиләжетдиновтың исеме айырым телгә алына. Ул — Борай районынан, танылған уҡытыусы, тыуған ауылы Баҙраҡта мәктәп директоры, аҙаҡ РОНО мөдире булып эшләне. Ә Ҡырымда лейтенант Ғиләжетдинов батареяһы Сапун тауында немецтарҙың оборона нығытмаларын емерҙе. Булһа ла була икән батыр һуғышсылар! Ләкин Гитлер ғына быны белеп бөтөрмәй. Генералдарын кәңәшмәгә саҡырғас, талап ҡуя: Ҡырымды мөмкин булғанса ҡулдан ысҡындырмаҫҡа.
Башҡорт ҡаны тамған был тауҙарҙа51-се армияға ҡараған 216-сы уҡсылар дивизияһы 1944 йылдың апрелендә һөжүм башлай. 7-9 апрелдә лейтенант Ғиләжетдинов Тархан ауылы өсөн барған һуғышта дошманға ҙур ҡаршылыҡ күрһәтә. Үҙенең ҡыйыу егеттәре менән немецтарҙың өс дзотын, ике ауыр миномет батареяһын, өс танкка ҡаршы орудиеһын сафтан сығара. Тупсы Ғиләжетдиновты полк командиры башҡаларға өлгө итеп ҡуя. Ике көн эсендә генә лә батарея немецтарҙың яңынан ике танкын, ике штурмлаусы орудиеһын сафтан сығара. Ләкин бөтәһе лә уң килеп тормай, немецтар батырҙар батареяһына махсус һөжүм башлай. Беҙҙең оҫта тупсылар — Ғиләжетдиновтың ышаныслы ярҙамсылары — мина ярсыҡтарынан яралана. Бер мәл командир үҙе генә ҡала. Һөжүм итеүсе дошманды утҡа тоторға кәрәк. Үҙе йүгереп барып снаряд килтерә, үҙе ҡора, үҙе тоҫҡай... Беҙҙең яугирҙәр япа-яңғыҙы ҡалғанда ла дошманға ҡаршылыҡ күрһәтә, посты ташлап ҡалдырыу мөмкин түгел. Ғиләжетдиновҡа ла ярсыҡ тейә. Яраһын нисек етте шулай бәйләй, ләкин ҡан һарҡыуын туҡтата алмай. Әммә атыуын белә. Күрә, өҫкә ябырылып немец танкы килә! Ғиләжетдинов, һуңғы көсөн туплап, был үлем машинаһын да ҡыйрата. Ошо көндә уны госпиталгә оҙаталар.
Ҡырымды азат итеүҙә батырҙарса һуғышып, Тажетдин Баһауетдин улы тыуған төбәге Башҡортостанға сағыу дан өҫтәне. Уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелде. Һуғыш тамамланғас, Геройға Борай районының Баҙраҡ ауылында оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәү бәхете тейҙе. Миңә уның менән осрашып һөйләшергә тура килде. Йор һүҙле, фәлсәфәле фекерле уҙаман ине.
Севастополь ҡалаһы өсөн көрәштә 87-се (300-сө) гвардия уҡсылар дивизияһы ҡатнашты. Башта Перекоп ҡалаһын, унан һуң Ҡырым далаларын алып, немец ғәскәрҙәрен эҙәрлекләй-эҙәрлекләй Севастополь ҡалаһына килеп етә ул. Дивизия маҡтаулы "Перекоп" атамаһына лайыҡ була, Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Улар ҙа штурмовиктар артынса Смоленск йүнәлешенә күсерелә.
Был дивизия 1942 йылдың июль-август айҙарында Өфөлә һәм Ҡандрала үҙ сафын Башҡортостандан саҡыртылған егеттәр менән тулыландыра. Шул уҡ йылдың октябрендә Сталинград һуғышында ҡатнаша. Йәш ғалимдар өсөн шуныһы мөһим: был дивизияның данлы һуғыш юлдары өйрәнелмәгән.
300-сө гвардия уҡсылар дивизияһы, Керчь диңгеҙ десанттары, адмирал Баҡаев, осоусылар Сыртланова, Серебрякова, Гәрәев, тупсы Ғиләжетдинов. Был исемлектә бөтәбеҙгә лә тиерлек билдәле булған батырҙар һаналған. Беҙ уларға арналған материалды Ҡырым Республикаһының Белогорск районына ебәрҙек тә инде. Теләгебеҙ — "Башҡортостан яугирҙәре Ҡырымды азат итеү алыштарында" кеүегерәк экспозиция эшләү. Дөрөҫ, әлеге мәғлүмәт тулыландырыласаҡ. Был йүнәлештә ҡыҙыҡһынған кешеләр ҙә булыр тигән өмөт бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, музей фондтарында материал етерлек түгел.
Беҙҙең Республика Хәрби дан музейы — әүҙем һәм уңышлы эшләгәндәрҙең береһе. Һуңғы биш йылда тематик экспозицияларҙы тулыландырыуҙа, яңыларын булдырыуҙа күп эш башҡарылды, заманса технологиялар индереүҙә һәм уларҙы һөҙөмтәле ҡулланыуҙа бай тәжрибә тупланды. Виртуаль музей программаһы ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Ҡырымдағы коллегаларҙың хеҙмәттәшлек итергә теләктәре көслө.
Әле генә рухи мохтажлыҡ кисереп йәшәгән ҡырымдарҙың беҙгә яҡын булып китеүе өмөт уята. Миңә ҡалһа, һуғыш тарихын өйрәнеүҙә яңы офоҡ асыласаҡ, ике төбәк эҙәрмәндәре, ғалимдары ҡулға-ҡул тотоноп эшләйәсәк.
Ҡырым далалары һәм тау-таштарында башҡорт эҙҙәре ярылып ята. Һәр хәлдә унда беҙҙең ғәзиз йәндәр һуғышҡан, изге ҡанын түккән. Уларҙың эҙенә төшөү еңелдән булмаҫ. Һәләк булғандарҙың күбеһе һаман тейешенсә ерләнмәгән, билдәһеҙ юғалғандарҙың исемен халыҡҡа ҡайтарыу бурысы ла — беҙҙең өҫтә. Был ҡәһәрле һуғыш ҡорбандары, еңеүсе батырҙар тураһында ла мәғлүмәт етерлек түгел. Хәйер, эштәр башланып ҡына тора.
Фәрит ВАХИТОВ,
Республика Хәрби дан музейының ғилми хеҙмәткәре.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 516

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 660

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 506

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 308

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 898

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 641

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 870

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 052

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 583

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 635

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 471

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 650