Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Дошман да күрҙеләр, изгегә лә һананылар
Дошман да күрҙеләр,  изгегә лә һананылар
Әсе һыҙғырыу. Ул балалыҡ иленән ишетелә. Тәбиғәттә күңелгә ятышлы ике һыҙғырыуҙы беләм. Береһе — яҙын тәүге тамсылар тишкеләгән ҡар аҫтынан ағып сыҡҡан кескәй генә йырғанаҡтарҙы, ҡояш нурҙарына бөрөләрен ирәйеп бүрттергән ағастарҙы, ғөмүмән, ҡышҡы йоҡонан уянып ҡына килгән тыуған яғын һағынып ҡайтҡан сыйырсыҡтар һыҙғырыуы. Икенсеһен тик дала яғы кешеләре генә ишеткәне барҙыр. Уныһы ҡарҙан әрселә башлаған тау баштарынан, ҡалҡыулыҡтарҙан килә. Бәләкәй генә бер мәхлүк йән эйәһе эйелә биреп йөрөй-йөрөй ҙә үрә баҫа: ш-шундай итеп һыҙғырып ебәрә ул, ауылыңдың теләһә ниндәй фырт егетен дә уҙҙыра. Ниңәлер: "Полундра, яҙ башлана, я-яҙ!" — тигән төҫлө. Быныһы — йомран һыҙғырыуы.

Нәҡ ошо ваҡытта башлана ине беҙҙең, 8-12 йәшлек малайҙарҙың, йомранға һунарға сығыуы. Был шөғөл беҙгә тиклем дә булған, беҙ ҙә дауам иттек. Тик ҡалған быуын малайҙары әллә яҙҙы тәүгеләрҙән булып сәләмләгән һыҙғырыусы йән эйәләрен йәлләне, әллә йыбанды — "һунар"ҙы дауам иттереүсе булманы. Аҙаҡтан иһә күптәрен телевизор "йота" башланы: 90-сы йылдарҙа сериалдар китте, беҙҙең саҡтағы 10-15 минутлыҡ "мультиктар" сәғәттәргә һуҙылды. Йомран аулау түгел, уйын уйнағандар ҙа тау баштарында һирәк күренер булды. Малайҙар ҙа, ҡыҙҙар ҙа өйҙәренә бикләнде. Хәҙер иһә компьютер донъяһына сумдылар.
Йомран ояһын, беҙҙеңсә әйтһәк, йомран тишеген эҙләп табыуы әллә ни мәшәҡәт тыуҙырмай. Алда әйткәнемсә, эргәһенә сығып, үҙе үк һыҙғырып саҡыра. Ояларҙың ике төрлөһө була: горизонталь тиерлек соҡолғаны һәм мәмерйәһе. Тәүгеһенән йомран гелән инеп-сығып йөрөй, ә икенсеһе, туп-тура вертикаль төшкәне, йәғни мәмерйәһе, ҡурҡыныс янағанда "сумыр" өсөн. Көтөү көткәндә был мәмерйәгә сыбыртҡы төшөрөп ҡараған бар, ҡайһыһы метрҙан аша, хатта икегә етә.
"Һунар" нимәнән ғибәрәт һуң? Ошо тишектәргә һыу тултырыуҙан. (Ҡайһы саҡта иһә тоҙаҡ ҡороуҙан. Тик был алым малайҙар өсөн бик ҡыҙыҡ түгел, сәм дә уятмай, һунар ҡомары ла булмай). Ҙурыраҡ малайҙар яҡын-тирәләге күләүектәрҙән күнәкләп һыу ташый, бәләкәйерәктәр өң эргәһендә тора. Тәүҙә һыу эсенә бик еңел үтә. Һуңынан ҡапыл туҡтай.
— Әһә, барып етте, йомран һыуҙы эскә артабан үткәрмәҫ өсөн арҡаһы менән ҡапланы, — ти "һунарсылар" командаһы "белгестәре"нең береһе.
— Оҙаҡ тора, инә йомрандыр, — ти бүтәне.
Өндәшмәйем. Шуны беләм: инә йомран булһа, оҙағыраҡ тора — балаларын һыу үтеүҙән, үлемдән һаҡлай, меҫкенең. Ата йомран иһә тиҙерәк сыға ла, ғаиләһен һаҡлау өсөн алышҡа ташланырға тип, аҫлы-өҫлө тырпайған икешәр тешен шыҡылдатҡан була. Сыйнай. Бахыр, ҡорһаҡ тулы һыу, еүеш тән менән ни эшләй алһын инде ул, тип ҡуям эстән генә, хатта әҙәм балаһына түгел, ҡош-ҡортҡа ҡаршы торорлоҡ та көсө юҡ бит. Етмәһә, сығыуы менән кемдеңдер таяғы эләгә. Йәлләйем йомранды. (Һуңынан, үҫкәс белеүемсә, уны бөтәһе лә үҙенсә йәлләгән икән. Тик өйөр ҡануны, үҙеңде көслө итеп тойоу, беҙгә тиклемге "йола"ны тотоу үҙенекен эшләгән). Ә малайҙар алдында сер бирергә ярамай — ҡурҡаҡтан һалдырырҙар. Етмәһә, "ҡыҙыҡай" тигән ҡушамат та тағыуҙары бар. Башҡаса һинең менән береһе лә уйнамауы ла ихтимал. Шуға ла өндәшмәйем. Береһе лә тауышланмай. Тик ҡараштар ғына йомран тишегендә.
Өң ауыҙына еткән һыу туҡтап ҡала. Йөрәк урынында түгел: дарҫ-дөрҫ тибә, туп-туп итә. Ҡапыл һыу сайҡала. Уның өҫтө боғор-боғор итә — өң эсендә ҡалған һауа сыға. Һыу юҡ була ла ҡап-ҡара йомран башы күренә. (Йомрандар аҡһыл һоро төҫтә була. Еүешләнһә, ҡараға әйләнә). Тик кәүҙәһе сыҡмай. Бер аҙ тын алып тора. Һуңынан, ҡасып ҡотолорға теләптер инде, мәмерйәһенә саба. Ләкин шәп йүгерә алмай — ҡорһағы һыу менән тулған...
Беҙ, малайҙар, шул тиклем дә ҡанһыҙ булдыҡмы икән ни, тип ҡуям хәҙер. Юҡтыр, ғәйеп беҙҙә генә булмағандыр. Ул заманда йомран дәүләт мөлкәтен урлаусы, уртына шунса-шунса иген тултырып баҫыуҙан ояһына ашығыусы бур, ҡараҡ тип кәүҙәләндерелә ине. Хатта бер йомрандың күпме зыян килтереүе тураһында ла күп яҙҙылар, аҙым һайын тылҡынылар. Шуға ла өлкәндәр беҙҙең "һунар"ҙы өндәшмәй генә хуплағандыр.
Әммә береһе лә ошо йән эйәләренең аслыҡ замандарында нисәмә йөҙ кешене үлемдән алып ҡалғанын һөйләмәне лә, иҫләмәне лә. Был турала мин үҫкәс, журналист һуҡмағы Һамар, Ырымбур яҡтарына илткәс кенә ишеттем. Һамар өлкәһе башҡорттарында йомранды үҙҙәренең нәҫелдәренең изге йән эйәһе тип ғорурлыҡ менән һанағандар ҙа бар. Бәлки, башҡорттоң йомран-табын ырыуының үҙ исемен был йән эйәһенә бәйләп йөрөтөүе лә юҡҡа түгелдер.
Беҙҙең ауылда хәҙер йомрандар бик аҙ. Юҡ, беҙ малай саҡта ҡырып бөтөрмәнек уларҙы. Бер йәйҙе әллә ҡайҙан илле-алтмышлап ҡош өйөрө килеп сыҡты. Ҡоҙғондан ҙурҙар, һоролар. Ошо уҡ йәйҙә улар барса йомранды ҡырҙы ла бөттө. Бейек ағас баштарында оя ҡороп бала сығарҙылар ҙа артабан остолар. Башҡаса килмәнеләр. Ҡоштар ҙа күренмәне, йомрандар ҙа бөттө. Тик йомран бөткәндән генә колхоз баҫыуҙарында уңыш артманы...


Автор: Т. МУСИН. Район: Ҡырмыҫҡалы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә