Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланһа, ғәҙәттә, иң элек мәктәптәргә юл тотабыҙ, уҡытыусыларға өмөт бағлайбыҙ. Ә бына Әлшәй районына сәфәргә ышаныс менән сыҡтыҡ, сөнки был төбәктә "Башҡортостан" гәзите ярайһы уҡ күп тарала. Шуға күрә уларҙы яҙылырға саҡыраһы-өгөтләйһе түгел. Баҫманы алдырыусылар ҙа, нигеҙҙә, уҡытыусылар.
Хәйер, районда матбуғатҡа ҡарата элек-электән йылы ҡараш йәшәп килә, яҙылыу тураһында һүҙ сыҡһа, мең сәбәп табып аҡланыу юҡ, эште йәһәт кенә ойошторорға күнеккәндәр.
Әлшәйҙәр икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыуҙы ла әүҙем башлаған.
Был төбәккә юл төшкәндә быйыл да "Коллектив менән — "Башҡортостан"ға!" акцияһына тәүгеләрҙән булып ҡушылған Ҡыпсаҡ-Асҡар дөйөм белем биреү мәктәбе коллективы менән танышырға булдыҡ.
Ҡунаҡ аҙ ултырыр, күп һынар, тигәндәй, ҡыҫҡа ғына ваҡытта уларҙың ижади ҡарашлы, яңыса фекерләгән, халҡыбыҙ киләсәге өсөн битараф булмаған коллектив икәнлегенә инандыҡ.
Зауыҡ менән йыһазландырылған, тупһаһынан уҡ ныҡлы тәртип күҙгә ташланып торған ауыл мәктәбендә 90-ға яҡын бала уҡый. Уларға белем биреү ҙә, заман талаптарына ярашлы шәхес тәрбиәләү ҙә ошондағы 19 уҡытыусы иңендә. Әйткәндәй, уларҙың 17-һе юғары белемгә эйә. Республика кимәлендәге бер генә саранан да ситтә ҡалмауҙарын әллә күпме диплом һәм маҡтау ҡағыҙҙары раҫлай. Директор Илһам Әхмәтйәнов әйтеүенсә, балаларҙың һәләтен төрлө яҡлап асырға ынтылалар, һөҙөмтәһе конкурстарҙа һәм олимпиадаларҙа асыҡ күренә.
Билдәле, баҫма хаҡында уны ҡулына тотоп та ҡарамаған йәки алдырып уҡымаған кеше менән һүҙ алып барып та, бәхәсләшеп тә, кәңәшләшеп тә булмай. Был йәһәттән гәзитте алдырған һәм таратҡан Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбе уҡытыусыларына рәхмәтлебеҙ. Шуға ла асыҡтан-асыҡ һөйләшеү, баҫманың йөкмәткеһенә, биҙәлешенә ҡарата фекерҙәрен белеү, тәнҡит һүҙҙәрен ишетеү уның сифатын яҡшыртыуға этәргес буласаҡ. Башҡортостан тарихы һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Миңзилә Муллағолова әйтеүенсә, күп кенә материалдарҙы дәрестә файҙаланалар, ҡайһы берҙәре хаҡында балалар менән йәнле фекер алышыу ойошторалар.
Наилә Исламованың гәзит хаҡындағы йылы һүҙҙәре күңелебеҙҙе күтәрҙе.
— Ғаиләбеҙ менән уҡыйбыҙ, һәр кем үҙе теләгән теманы таба ала, йөкмәткеһе бай "Башҡортостан"дың, — тине ул. Гөлназ Низамованы быйыл гәзиткә хаҡтың артыуы ла ҡурҡытмай, башҡорт телендә сыҡҡан бөтә баҫмаларҙы ла алдыра. Ауыл тормошона ҡағылған, көнитмеште төрлө яҡлап яҡтыртҡан мәҡәләләрҙе күргеһе килә уларҙың.
Ғөмүмән, ҡолаҡҡа элерлек, күңел дәфтәренә теркәрлек байтаҡ файҙалы фекер ишеттек. Ветерандар советы рәйесе Карам Әхмәтов иһә өлкән йәштәгеләрҙең йәшәйешенә ҡағылышлы темаларға күберәк урын биреүебеҙҙе теләй. Хаҡлы ялға сыҡҡанға ҡәҙәр колхозда баш инженер булып эшләгән, оҙаҡ йылдар партия комитеты рәйесе вазифаһын атҡарған Карам Шәрәфулла улының, әлбиттә, колхозда гөрләп эшләгән саҡтарҙы юҡһыныуы һәр һүҙендә һиҙелде. Хеҙмәт ветеранын йәштәрҙең ауылда төпләнмәүе, байтаҡ йорттоң буш тороуы тәрән борсолдора. Ҡыпсаҡ-Асҡар ауыл Советы биләмәһендә ни бары бер генә һуғыш ветераны ҡалған, ул — Ҡасим Собханғолов. Ауылдың иң өлкән кешеһе Сәхибә Собханғолова йөҙ йәшенә етеп бара.
— Хеҙмәт ветерандары беҙҙә 200-ҙән ашыу. Улар әле лә сафта. Ошо ерҙең йәмен ебәрмәүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ, зыяраттарҙы ҡарайбыҙ, урамдарҙы тәртиптә тоторға тырышабыҙ, — ти ветерандар советы рәйесе.
Заманында колхоз көслө, бай булған, ҡайһы бер төбәктәрҙә мәсеттәр яңы күтәрелһә, бында ул электән ике ҡатлы итеп һалынған. Ауылда клуб, китапхана эшләй, йорттарға газ һәм һыу индерелгән. Яҡшы йәшәү өсөн барыһы ла бар, тик йәштәргә эш юҡлығы төбәктәрендә төпләнеү өсөн кәртә булып тора.
Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбенән һуң Ташлыға, аҡҡоштар төйәк иткән хозур төбәккә, юлландыҡ. Мәктәп ябылһа, ауылдар тарҡаласаҡ, тип юҡҡа ғына саң ҡаҡмай шул халыҡ. Мәктәптең ауылдың йәме лә, йәне лә икәнлегенә бында ла ышандыҡ. Ҙурлығы менән дә, заманса булыуы йәһәтенән дә ҡайһы бер ҡала мәктәптәре көнләшерлек белем усаҡтары. "Бында һеҙгә йырлап ҡына эшләрлек икән", — тип хайран ҡалыуыбыҙҙы күргәс, мәктәп директоры Светлана Шәрипова:
— Шулай эшләйбеҙ ҙә инде. Уҡыусылар өлгәшкән уңыштар һәм һөҙөмтәләр ошонда ла асыҡ күренә, — тип төрлө кимәлдәге ярыштарҙа, конкурстарҙа яулаған дипломдары, кубоктары менән таныштырҙы.
Ташлы мәктәбендә берҙәм, заман талабын аңлап эш иткән матур коллектив менән осраштыҡ. Үҙҙәренең ҙур яуаплылыҡ талап иткән һөнәр эйәләре икәнлектәрен таныуҙары милли матбуғатҡа мөнәсәбәттәрендә лә асыҡ күренде. Уларға ла "Коллектив менән — "Башҡортостан"ға!" акцияһына ҡушылыуҙары өсөн рәхмәтлебеҙ.
Шөкөр, яҙыусы Рәйес Низамов яҡташтарының рухтары һүнмәгән. Милли матбуғат баҫмаларын уҡыйҙар. Һәр һаны менән тиерлек танышып барғас, әйтер һүҙҙәре күп булды. Ауылдарҙа эшҡыуарҙарҙың нисек итеп тәүге аҙымды яһауы хаҡында төплөрәк мәҡәләләр көтәләр. "Халыҡ беҙҙә талантлы, ҡул эштәренә оҫталар ҙа байтаҡ, әммә тәүәккәллек, ныҡышмаллыҡ етеңкерәмәүҙәнме, үҙ эшен асҡандар һирәк йә башлағас та баҙап ҡалалар", — тип уйланыуҙарын да еткерҙеләр.
Пенсионер уҡытыусы Разия Тимерованы йәштәргә эш булмауы борсой. Ауылға иғтибарҙы көсәйтергә кәрәк тип иҫәпләй ул. Рәмилә Ғатауллина:
— Етештергән тауарҙы ҡайҙа итергә белмәй йонсойбоҙ. Умартасылар — бал, мал-тыуар аҫраусылар ит һата алмай йөҙәй, ошо мәсьәләне Хөкүмәт кимәлендә ныҡлап хәл итергә ваҡыттыр бит инде, — тип ауыл халҡының башын ауырттырған теманы дауам итте.
Ташлы — боронғо ауыл, Таштүбә менән Баязит ауылдары ла ингән биләмәлә 800-ҙән ашыу кеше йәшәй, уларҙың 300-гә яҡыны — пенсионер, 50-ләбе бюджет өлкәһендә эшләй. "Раевка" йәмғиәтенең "Ташлы" бүлексәһендә 45-кә яҡын кеше мал ҡарау һәм иген үҫтереү менән мәшғүл. Ә бына йәштәрҙең Себер яҡтарына йөрөп эшләргә мәжбүр булыуы ташлыларҙы ныҡ уйландыра.
— Һүҙ юҡ, ауылда матур-матур йорттар ҡалҡа, былтыр ғына өс ғаилә өй туйланы, уларҙы Себерҙә эшләгәндәр һала. Тик йәштәрҙең ошо ерҙә төпләнеп донъя көтөүе кәрәк, — ти ауыл хакимиәте башлығы Ирек Мәүлийәров.
Эйе, гүзәл тәбиғәтле төбәктә ерегеп донъя көткән халыҡ ошо ерҙең байлығын арттырып матур йәшәргә, мәҙәнилек кимәлен күтәрергә ынтыла. "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашып киләләр. Мәсеттең булыуы ла һәйбәт, дин юлынан атлаусыларҙың ишәйеүе һөйөндөрә. Үҫмерҙәр араһында ла иман йорто ишеген асып инеүселәр бар. Ғөмүмән, ауылдың киләсәген йәштәрҙә күрәләр һәм уның бөгөнгө йәшәйештәренә бәйле булыуын яҡшы аңлай ташлылар.
Әлшәй районы — быуаларға бай төбәк. Ысынлап та, Ташлыла ғына дүрт быуа бар. Быйыл аҡҡоштар йәнә бында әйләнеп ҡайтҡан. Һис тә юҡҡа ғына был ерҙе төйәк итмәгәндер тоғролоҡ һәм мөхәббәт символы булған күркәм ҡоштар...