Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ғүмерем буйы атайымдың ҡәберен эҙләнем
Атайым Зәбихулла Зыяитдин улы Зыяҡаев 1904 йылдың майында Балаҡатай районының Иҫке Масҡары ауылында тыуған. 1941 йылдың авгусында, дүрт балаһын ҡалдырып, немец илбаҫарҙарына ҡаршы яуға киткән.

Был ваҡытта мин бәләкәй генә булғас, атайымды хәтерләмәйем дә. Ул башта 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 60-сы полкындағы 2-се эскадронда майор Гәрәй Нафиҡов командаһында һуғыша. Уң аяғының үксәһе өҙөлгәс, госпиталдә дауаланып, һуғышҡа яраҡһыҙ тип һаналып, ауылға ҡайта, ике таяҡҡа таянып йөрөп, бригадир булып эшләй. 1944 йылда комиссиялағы табип, таяҡтарын һындырып, мейес артына ташлап: «Һуғышҡа ярайһың», – тип, ҡабат фронтҡа ебәрә. Беренсе Украина фронтында Советтар Союзы маршалы И.С. Коневтың 229-сы дивизияһында, 811-се уҡсылар полкында снайпер була, разведкаға йөрөй.
Атайымдың фронттан яҙған хаттарын һәм ике фотоһүрәтен иҫтәлек итеп һаҡлайым. Бер хатындағы «Бәләкәй ҡыҙым Миңлегөлгә сәләм» тигән юлдарҙы йөрәгемдең иң түрендә йөрөтәм. 1945 йылдың 23 ғинуарында Польша ерендә һәләк булған атайым.
Ғүмерем буйы ғәзиз кешемдең ҡәберен табырға тигән уй-хыял менән йәшәнем.
1984 йылда «Советтар Союзына хеҙмәт итәм» тигән тапшырыуҙа журналист Лев Лещенский подполковник Янушу Пишмановскийға Польша ерендә үлгән Совет яугирҙәре тураһындағы китапты нәшер итеүгә әҙерлек тураһында һораны.
– Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығына арналған беренсе китап донъя күрҙе. Был иҫтәлекле ваҡиғаның 45 йыллығына ҡарата икенсеһе донъя күрәсәк. Кемдең атаһының, яҡын туғандарының хаттары, фотолары бар, ебәрегеҙ, – тип яуап бирҙе подполковник.
Мин тиҙ генә, атайымдың «ҡара ҡағыҙ»ының күсермәһен һалып, журналисҡа хат яҙып ебәрҙем. «Үтенесегеҙ кәрәкле адрес буйынса юлланды. Атайығыҙ сит илдә үлгәс, эҙләү өсөн оҙаҡ ҡына ваҡыт үтер инде», – тигән яуап килде. Советтар Союзының һәм Польшаның «Ҡыҙыл тәре»һе вәкилдәре ҡәберҙе өс йыл эҙләне, эш барышы тураһында гел яҙып торҙо. Рәхмәт инде уларға. 1987 йылда шатлыҡлы хәбәр алдым. Хатта: «Зәбихулла Зыяҡаев Польшаның Ново-Сонч ҡалаһындағы Рейтана урамында 22-се туғандар ҡәберлегендә ерләнгән» тигән юлдар бар ине.
2013 йылдың 2 майына тиклем атайымдың һуңғы төйәген барып күреү хыялы менән йәшәнем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быға тиклем илдә үҙгәртеп ҡороуҙар һәм башҡа буталыштар булып торҙо. Улым һәм һигеҙ йәшлек ейәнсәрем менән ҡәҙерле кешемдең ҡәберенә барып баш эйҙек, ауылдан алып килгән тупраҡты һалдыҡ, бөтә туғандарынан, ауылдаштарынан сәләмдәремде әйттем. Оҙаҡ йылдар бара алмағаным өсөн ғәфү үтендем. Ҡәберлектә бөтәһе 736 һалдат ерләнгән. Хәрбиҙәр иҫтәлегенә тере сәскә һалдыҡ, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың бәләкәй әләмдәрен ҡаҙаныҡ.
1995 йылдан алып мине: «Ни өсөн һуғыштың башынан аҙағына тиклем ҡатнашҡан атайымдың наградалары юҡ?» – тигән һорау борсоно. Шуға ошо ваҡыттан алып Хәрби архивҡа дүрт тапҡыр хат яҙҙым. Бөтәһенә лә «Бүләкләнеүселәр исемлегендә юҡ» тигән яуап килде. 2010 йылда ғына бишенсе хатыма «1904 йылғы, 811-се уҡсылар полкының 229-сы дивизияһы рядовойы Зәбихулла Зыяҡаев II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены менән наградланған» тигән яуапты алғас, ҡыуанысымдың сиге булманы. Ә кенәгә алыу өсөн бер йыл үтеп китте. Судта ла: «Мин – Зәбихулла ҡыҙы», – тип иҫбат итергә тура килде.
Беҙҙе, дүрт баланы, әсәйем Ғәйнисафа Байрамғол ҡыҙы яңғыҙы тәрбиәләне. Ул Ҡыйғы районының Алағуз ауылында тыуған. Бөтәбеҙгә лә яҡшы тәрбиә бирҙе, ауылдаштарына өлгө булды. «1941 – 1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәйне. Сигергә, бәйләргә оҫта ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 67 йәшендә вафат булды.
1926 йылғы Заһиҙулла ағайымды ун һигеҙ йәше лә тулмайынса армия хеҙмәтенә алалар. Ауылға ете йылдан һуң ғына әйләнеп ҡайтты, ғаилә ҡороп, ете бала үҫтерҙе. Ул колхозда һатыусы, келәт мөдире, хисапсы, бригадир, тракторсы булып эшләне. Бик ярҙамсыл, асыҡ йөҙлө ағайыбыҙҙы ҡаты сир 68 йәшендә яҡты донъянан алып китте.
1931 йылғы Ғәфүрә апайым бәләкәйҙән бесән сабыу, утын киҫеү кеүек эштән тартынмаған. Хоҙай уға йыр-моңға һәләтте лә йәлләмәгәйне. Ҡаҙағстанға сиҙәм күтәрергә тип эшкә киткән апайым шул илдә төпләнде, өс бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Уның ҡәбере – ҡаҙаҡ ерендә.
1936 йылғы ағайым Дыуан совхоз-техникумын тамамлағайны. Яңауылда ла эшләне. Аҙаҡ армияға алдылар. Хәрби училищела белем алғандан һуң, Краснодар крайында, Магаданда, Одессала хеҙмәт итте. Майор званиеһында отставкаға сыҡҡан ағайымдың ике улы бар. Ул әсәйемдең үлгән көнөндә, 13 декабрҙә, вафат булды.
Һыҙланыуҙар йөҙәтһә лә, сирҙәргә бирешмәйенсә, теләктәремдең бойомға ашыуына сикһеҙ шатмын. Былтыр Рәмил ағайымдың да яҡты донъя менән хушлашыуы мине редакцияға бөтә яҡындарымдың иҫтәлегенә бағышлап хат яҙырға мәжбүр итте.
Миңлегөл ҺАТЛЫҠОВА,
хеҙмәт ветераны.


Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә