Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » "Донъялар тыныс булһын!" — ти ағинәй
"Донъялар тыныс булһын!" — ти ағинәй
Баҡай ауыл Советына ҡараған Мәүлет ауылында йәшәүсе Хәнифә Низаметдинова 100 йәшлек юбилейын үткәрҙе.

Юбилярҙы район хакимиәте башлығы Алмас Йосопов, уның социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Илдар Ахунов, ветерандарҙың район советы етәксеһе Рәйес Латипов һәм Баҡай ауыл Советы хакимиәте башлығы Шамил Әсмәндиәров ҡотланы. Ҡунаҡтар, әлбиттә, буш ҡул менән килмәгән, улар инәйгә сәскә гөлләмәләре һәм бүләктәр тапшырҙы. Иң ҙур бүләк Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡотлауы булды. Уны ауыл старостаһы Флүрә Сатаева уҡып ишеттерҙе.
...Хәнифә Рәсмәкәй ауылында биш балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Ошонда һылыу ҡыҙ булып буй еткерә. Ире Мамалим Абдрафиҡов менән Мәүлет ауылында төпләнәләр. Ләкин фашистарҙың Тыуған илебеҙгә баҫып инеүе, ҡот осҡос һуғыш башланыуы ғаиләнең матур тормошон, яҡты хыялдарын селпәрәмә килтерә. Мамалимды фронтҡа алалар, Хәнифә өс бала менән тороп ҡала.
– Ифрат ауыр йылдар ине, – тип иҫләй йөҙйәшәр. – Аслыҡ-яланғаслыҡ хөкөм һөрҙө. Ҡайғы яңғыҙ йөрөмәй, тиҙәр бит: ун ғына айлыҡ кесе улым вафат булды. Фронттан ҡурҡыныс хәбәр алдым – Мамалим хәбәрһеҙ юғалған. Ләкин нисек тә йәшәргә, балаларҙы үҫтерергә кәрәк ине.
Һуғыш тамамланһа ла, хәсрәт-борсоуҙарҙың аҙағы күренмәй: ҡот осҡос янғын Хәнифәнең өйөн көлгә әйләндерә, ғаилә урамда ҡала. Ярай әле, колхоз ярҙам ҡулы һуҙа: бер йәй эсендә яңы йорт һалып бирә. Хужабикә бөгөн дә шунда ғүмер итә.
Яңғыҙ ҡатынға балаларын аяҡҡа баҫтырыу ауыр була, шуға ла Шәйхулла Низаметдиновҡа тормошҡа сыға. Ире яҡшы атай, хәстәрлекле хужа була, шатлыҡ өҫтәп, уртаҡ ҡыҙҙары Римма тыуа. Шәйхулланың бар эшкә лә ҡулы ята: ауылдаштарына өй, мунса һала, уңғанлығы менән ихтирам ҡаҙана ул. Бергә-бергә бәхетле оҙон ғүмер кисерә Низаметдиновтар. Тик ғаилә башлығы ҡаты ауырып, 85 йәшендә вафат була.
Хәҙерге ваҡытта Хәнифә инәйҙе оло ҡыҙы Рида ҡарай.
– 78 йәшкә етһәм дә, һаман әсәй өсөн бала булып ҡалам, – тип көлә ул. – Әсәйебеҙ аралашыусан, ҡунаҡ килгәнде ярата. Матур йырлай, бәйет, таҡмаҡтар сығара. Күңеле гел яҡшылыҡта, кешеләргә иғтибарлы. Уларҙың быуынына бихисап ҡыйынлыҡ күрергә тура килгән, бындай ҡайғы һәм хәсрәтте Хоҙай бер кемгә лә күрһәтмәһен. Ата-бабабыҙ ауыр саҡтарҙа һынатмаған, яманлыҡты ситкә ҡуйып, яҡшылыҡҡа ышанып йәшәгән...
Оҙон ғүмерле Хәнифә апайҙы туғандары һәм яҡындары иғтибар һәм хәстәрлек менән солғап алған. Аллаһ Тәғәлә уға ғүмер бүләк итеп кенә ҡалмаған, теүәл аҡыл һәм асыҡ зиһенен дә һаҡлаған. Юбиляр бөгөн дә күҙлекһеҙ уҡый. Киләсәктә лә көндәрен яҡын кешеләренең йылыһы һәм мөхәббәте яҡтыртһын!


Автор: Айгөл ФӘХРИЕВА. Район: Кушнаренко районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә