Уның кеүектәр Рәсәйҙә етәү генә. НТВ каналынан телетапшырыуға саҡырғас, 60 – 70 йәшлек сәйәхәтселәрҙе "ҡарт юлбаҫарҙар" тип атағандар. 33 илдә булған 70 йәшлек Сания Сәғитова апай әле лә яңы сәфәрҙәргә әҙерләнә.
Ишегем төбөндә өс биштәрем юлға сығырымды һәр ваҡыт көтөп кенә тора, – ти ул.
– Ә ни өсөн өсәү?
– Иң бәләкәсен Рәсәй буйлап сәйәхәткә юлланғанда алам. Унда Башҡортостан флагы, карта, кәрәк булыуы ихтимал дарыуҙар, алдағы маршрутты яҙыр өсөн аҡбур йәки маркер, бер ҡап сәй, бер ҡап киптерелгән һөт кеүек нәмәләр һалам.
Сит илгә сыҡҡанда уртаса ҙурлыҡтағы биштәр кәрәгәсәк. Бында инде мотлаҡ сувенирҙар урын ала. Башҡортостан Хөкүмәтенән йәки Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығынан "маршрутты үтергә ярҙам итегеҙ" тигән хат-мөрәжәғәт һорайым. Уны, ҡайһы илгә барһам, шундағы дәүләт теленә тәржемә иттереп, күсермәһен эшләтәм. Был йәһәттән миңә Өфө дәүләт нефть техник университетында сит илдәрҙән килеп белем алған студент һәм аспиранттар ярҙам итә. Урыҫса яҙылған хатты үҙҙәренсә тәржемә итеп, компьютерҙа баҫып бирәләр. Ҡайһы берҙәре хатта туғандарының адрестарын да тәҡдим итә, ата-әсәһенә минең аша тауышлы хат та яҙып ебәрә, әгәр фәлән кеше килһә, ярҙам күрһәтегеҙ, тип алдан иҫкәртә.
– Ысынлап та, уларҙың ярҙамынан файҙаланырға тура килдеме?
– Мысырға барғанда "Ләлә-Тюльпан" мәсетендә уҡытып йөрөгән өс ғәрәп адрестарын бирҙе. Өсөһө илдең өс төбәгендә ине. Шулай итеп, уларҙың илендә барыһында ла булырға тура килде. Һәр ҡайһыһында берәр аҙна ҡунаҡ кеүек йәшәп киттем. Сит илдәрҙең туристарын индермәгән ерҙәрҙе лә алып барып күрһәттеләр. Мин улар һымаҡ кейенеп алдым.
Иранға барғанда ла шундай хаттарҙың ярҙамы тейҙе. Тарихи урындарға (түләүле ергә) бушлай индерергә тигән яҙыуҙы Тәһрандағы Мәҙәниәт министрлығында бирҙеләр, һәм ошо рөхсәтнамә ярҙамында бөтә илдәге иҫтәлекле урындарҙа булдым.
– Ә өсөнсө биштәрегеҙҙе ниндәй маҡсатта ҡулланаһығыҙ?
– Уныһы – иң ҙуры. Туристик походтар өсөн. 2012 йылдың июнь аҙағында Камчаткаға киттек. Һигеҙ пенсионер, бер уҡыусы. Араларында альпинизм менән шөғөлләнгән дүрт-биш ҡатын бар. Мин төркөмгә иң һуңынан килеп ҡушылдым, шуға былар Мәскәүгә поезд менән китте, ә мин – "автостоп" менән. Петропавловскиға ла билетҡа заказ биреп ҡуйғандар.
– Һин барып өлгөрмәһәң, ни эшләрбеҙ икән? – тип борсола былар.
– Мин һеҙҙән алда барып етәсәкмен, Мәскәүҙә күрерһегеҙ! – тим.
Тегеләр ышанмай. Шулай булып сыҡты ла. Улар килгәнсе “Домодедово” аэропортында ятып йоҡлап та алдым әле.
– Турист биштәренә нимәләр тултыраһығыҙ?
– Һәр беребеҙ ике аҡ, ике ҡара икмәкте сохариға әйләндереп алдыҡ. Кипкән аш, бутҡа, емештәр, 5-әр плитә шоколад, палатка, йоҡо тоҡтары, биҙрә, һауыт-һаба, газ баллондары, бәләкәй электр плитәһе һәм алмаш йылы кейем...
– Сәфәрегеҙ күпмегә һуҙылды?
– Бер айға ниәтләп сыҡҡайныҡ. Килеп төшкәндең беренсе көнөндә үк магазиндан ҡыҙыл ыуылдырыҡ һатып алып, ҡалаҡлап туйғансы ашаныҡ. Шунан машина яллап Авачи вулканын яуларға киттек. Лагерь ҡороп, төндө үткәрҙек. Иртәгәһенә 2747 метр бейеклегендәге янар тауға киттек. Текә ярҙарынан арҡан ярҙамында менә торған урындары ла бар. Аяҡҡа ваҡ таш тулмаһын тип, гетра һымаҡ нәмә тегеп кейҙек. Өҫкә, кратер эргәһенә менеп еттек. Ҡурҡыныс, аяҡ аҫтында ер дерелдәп тора, буш мискәгә баҫҡан кеүек лыпылдаған тауыш сыға. Һары көкөрт бөркөлөп ҡатҡан. Йәһәннәм алдында торған һымаҡ...
– Тәүге сәйәхәткә юлланғанда һеҙгә нисә йәш ине? Ни өсөн "автостоп"ты һайланығыҙ?
– Сараһыҙҙан. 1980 йылда малайым ныҡ ауырый ине. Дауалауын-дауаланылар, әммә эҙемтәләре ҡалды. Сәбәбен белә алманылар. Шуны асыҡлар өсөн Мәскәү белгестәренә күрһәтергә уйланым. Иптәшем менән айырылышҡайныҡ, туғандар ҙа ситкә тайпылды. Аҡса юҡ. Үҙемә – 35, улыма – 12 йәш. Мәскәүгә юлайҡан, йәғни үткенсе машиналарҙы туҡтатып китергә тура килде. Ә унда йәйге Олимпиада үтеп киткән мәл. Олимпия ауылында йоҡланыҡ, 3 һум 50 тин түләнек. Был минең өсөн бик ҙур сығым ине бит. Кеҫәлә 10 һум аҡса ҡалды. Ҡайҙан берәй буш ятаҡ табырға тип йөрөгәндә күҙемә иғлан салынып ҡалды. Мәскәү эргәһендәге Загорск тигән ҡалала ауыл хужалығы техникумына ситтән тороп уҡыу бүлегенә ҡабул итәләр. Әлдә үҙем менән кәрәкле документтарымды алғанмын. Килдем. Ятаҡҡа урынлашырға буш талон яҙып бирҙеләр. Бер бүлмәлә биш кеше йоҡланыҡ. Икенсе көнө Мәскәүгә килеп баламды күрһәттем. Ауырыуҙың ҡуҙғыу үҙәге бауырында икәнлеген асыҡланылар. Өс йәштә сағында һары ауырыуы менән сирләгәйне. Яҡшы кешеләр барыбер күп бит ул ерҙә: түләүле поликлиника булһа ла, хәлемә инеп, бушлай ҡабул иттеләр.
Ятаҡҡа ҡайтһам: "Ҡабат-ҡабат йыраҡтан килеп йөрөмәҫ өсөн уҡытыусылар бында саҡта хәҙер бер юлы өс имтиханды ла бер көндә тапшыра алаһығыҙмы?" – тип һоранылар. Шулай итеп, өсөһөн дә "бишле"гә биреп, студент булып ҡайтып киттем.
– Малайығыҙ йүнәлдеме һуң?
– Ғафури районындағы балалар шифаханаһында өс ай ятып арыуланды.
– Техникумда уҡынығыҙмы, әллә ятаҡ өсөн генә урынлашҡайнығыҙмы?
– Мин бит уға тиклем Павловкала һөнәрселек-техник училищеһында уҡығайным. Шуға еңел булды, Загорскиҙағы техникумға ике тапҡыр ғына сессияға барҙым да ике йылда тамамлап та сыҡтым. Ял көндәрендә Мәскәүҙә йөрөп, бөтә иҫтәлекле урындарҙа булдым.
– Шунан бирле "автостоп" менән йөрөйһөгөҙмө?
– Малайым янына йыш барырға тура килде. Шоферҙар ултыртһындар, әллә ҡайҙан күреп торһондар тип сағыу төҫтәге кейемдәрҙе һайлайым, иренемде буяйым. Хәҙер булһа, тәүбә, әллә нимә уйларҙар ине. Иҫләһәм, көлкө. Тауис ҡош һымаҡ торам юлда. Ҡулыма сатыр тотҡанмын. "Автостоп"тың спорт төрө икәнен ул саҡта белеү ҡайҙа... Бер ваҡыт машинаға инеп ултырыуыма, шофер: "Сания апай, һиңә нимә булды ул? Һин мине танымайһыңмы?” – ти. Юлдаш исемле туғаныбыҙ булып сыҡты. Шунан хәлдәремде һөйләп көлөштөк. Ят кешеләр минең ҡиәфәтемде күреп аптырай, тормошомдо бәйән иткәс иһә, бараһы еремә илтеп ҡуялар, хатта үҙҙәре аҡса бирә ине.
– Рәсәй төбәктәренә һәм сит илдәргә юлланырҙан алда һеҙ башта Башҡортостанды гиҙеп сыҡҡанһығыҙ, шулаймы?
– 54 районды ике-өс йылда йөрөп күрҙем. Шунан ситкә юлландым. Төмәнгә барып ҡайттым. 1989 йылда Бөрйәндән Өфөгә күсеп килдем. Сит илдәргә хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына йөрөй башланым.
– "Автостоп"тың үҙенең ҡағиҙәләре лә барҙыр бит. Ябай юлаусыларҙан улар нимәһе менән айырылып торорға тейеш?
– Был спорт төрө 1923 йылда тәү башлап Америкала теркәлгән. Кеше мотлаҡ спорт кейемендә була. Йәй икән – футболкала, ҡыш – һары төҫтәге курткала. Бөтә әйбер – биштәрҙә, ҡулдар буш. Уң ҡулдың баш бармағын өҫкә ҡуйып, ҡалғандарын йоҙроҡҡа төйнәйһең дә алға һуҙып тораһың. Водитель күрһен өсөн һул ҡулда ҙур ҡаланың исеме яҙылған таҡтамы, ҡатырғамы тотаһың. Билдәле, үҙең хәрәкәт яғында баҫып тораһың. Урыны булһа, водителдәр ултыртып алып китә.
– Сит илдә үҙегеҙҙе нисек тотаһығыҙ? Тел белмәүегеҙ ҡамасаулыҡ итәме?
– Мосолман илдәрендә булғанда минең йәштәге ҡатындар нисек кейенһә, шундайыраҡ итеп кейенәм. Иранға ингәндә, мәҫәлән, сиктә торған һалдаттар ҙа: "Яулыҡ ябынығыҙ", – тип әйтә. Унда Хөкүмәт делегацияһында килгән етәксе ҡатын-ҡыҙ ҙа яулыҡ ябына. Телевизорҙан ҡараным: Япониянан килгән министр ҡатын да яулыҡта ултыра ине. Ҡайһы илгә барһаң, шул илдең ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын ихтирам итергә кәрәк. Ситкә сығырға йыйынғас, кәрәкле һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе уларса өйрәнеп алыу мотлаҡ. Ҡалғанын инде ым-ишара менән дә аңлашаһың. Һүҙлектәр йөрөтәм.
– Белеүемсә, һеҙ ситтән күҙәтеүсе турист ҡына булып йөрөмәйһегеҙ, ә махсус ҡыҙыҡһынып, урындағы халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен, ғаилә мөнәсәбәттәрен, тормоштарын да өйрәнәһегеҙ. Шул яҙмаларығыҙҙы китап итеп сығарырға ниәтегеҙ бармы?
– Ике китап яҙырға уйлап йөрөйөм. Тағы бер-ике мосолман иленә барып ҡайтаһым бар, шунан ултырырмын, тим.
Ысынлап та, ҡайҙа ғына булһам да, шул илдең мәҙәниәтен, ғаилә мөнәсәбәттәрен, исем ҡушыу, туй үткәреү, ерләү йолаларын белергә тырышам. Мәҫәлән, Мысырҙа хәҙерге ваҡытта балаларына ниндәй исем ҡушалар икәнен белеү өсөн мәктәптәргә барҙым. Һәр класҡа инеп, уҡыусыларҙың исемдәрен яҙып алдым. Шуларҙы иҫәпләп, процентын сығарып ҡарағайным, 17 проценттан артығырағына Мөхәммәт тип ҡушҡандар булып сыҡты. Беҙ Пирамидалар илендә "Аида" операһындағылай Аида, Рамзес исемдәре осрармы тип уйлаһаҡ, улар бөтөнләй ишетелмәне. "Фирғәүендәр Башҡортостанда йәшәй" тип мәҡәлә лә яҙҙым аҙаҡтан, сөнки был исемдәр беҙҙә күберәк.
– Сит илдә йөрөгәндә ниндәйҙер кимәлдә психолог та булырға кәрәктер?
– Һис шикһеҙ. Кешенең күҙенә ҡарап, ҡыҙыҡһынғанын белеп алам. Фотоаппарат, диктофон сығарып, һөйләшә башлаһаң, улар ҙа ҡыуанып китә.
Мәҫәлән, Сүриәлә микроавтобуста китеп бара инем, эргәмдәге ҡыҙ: "Әйҙә минең менән төшәйек, беҙгә барайыҡ", – тип саҡырҙы. Тәүҙә ҡайҙа йоҡлармын икән тип аптырабыраҡ килә инем, уларҙа дүрт-биш көн ҡунаҡ булдым. Көнкүрештәре менән таныштым. Ғаилә башлығы әсәһе һәм ҡатыны менән тора, ике ҡыҙы, ике малайы бар. Урамда тәмәке тартҡан кеше юҡ, ә өйҙәрендә әсәһе, атаһы, улы, ҡыҙы бергәләп ултырып көйрәтәләр. Минең тартмағаныма аптырайҙар.
Һәр илдең яҡшы ла, насар ҙа яҡтары бар инде ул. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендәге Аджманда араҡы һатылған бер генә магазин бар. Шулай ҙа паркта 42 йәшлек бер эскесене күрергә тура килде. "Бер аҙна эсәм дә бер аҙна дауалайҙар", – ти. Урыҫса һөйләшергә өйрәнеп алған.
– Ғәжәпләндергән нәмәләр ҙә булғандыр?..
– Монголияла бер үҙенсәлеккә иғтибар иттем: унда сәғәткә ҡараған кеше юҡ. Ҡояш менән бергә торалар, байығас яталар. Ҡайҙалыр өлгөрәйем тип йүгермәйҙәр ҙә, ашыҡмайҙар ҙа. Шуға стресс та кисермәйҙәр. Унда йөрәк, нервы ауырыуҙары юҡ кимәлендә. Йылҡы, һарыҡ, кәзә аҫрайҙар. Һыйырҙы һөт өсөн генә тоталар.
Был яҡтарҙа юл да, транспорт та юҡ. Төтөн сыҡҡан яҡҡа ҡарай атлайһың да атлайһың. Улан-Баторға 30 – 40 саҡрым ҡалараҡ мине бер машина ҡыуып етте. Полиция бер эскесе ҡатынды дауаларға алып китеп бара икән. Бүрәттәр менән монголдар – беҙҙең башҡорт һәм татар һымаҡ, телдәре аңлашыла. "Сам бене", йәғни "Һаумыһығыҙ" тип барып инәм. Һан буйынса, Монголияла һәр бишенсе кеше – ҡаҙаҡ. Илдең төньяҡ-көнбайыш аймаҡтары Ҡаҙағстан менән сиктәш бит. Ҡаҙаҡтарҙың тирмәһендә лә йоҡлап китергә тура килде. Егеттәр мал көтә ине. "Ҡунаҡ елдә елләнеп килгән!" – тип бер һарыҡ ботон һалып, кәстрүл тултырып аш ҡуйҙылар.
– Ҡаҙаҡ халҡы ҡунаҡсыл инде, ялан шарттарында булһа ла юлсыға хөрмәт күрһәтеү – беҙҙең халыҡтарҙың уртаҡ йолаһы.
– Спарталағы һымаҡ шарттарҙа йәшәйҙәр. Он, тоҙ, сәй, ит – бөтә ризыҡтары. Ондан үҙҙәре икмәк бешерә. Усаҡҡа һыйыр тиҙәген яғалар. Тирмә хужаһы шуны тотҡан ҡулы менән һалма баҫа башланы. "Ҡана үҙем эшләйем әле, мин бит ҡатын-ҡыҙ", тиһәм дә, "Һин – ҡунаҡ", тип ултыртып ҡуйҙылар. Ҡамырҙы йәйгәс, дүрткә бүлеп, тимер мейескә һалып көйҙөрөп алды.
Тирмәләре һыуыҡ ине, яҡһалар ҙа тиҙ генә һыуый ҙа ҡуя. Миңә ҡорған яптылар, барыбер өшөттөрә. Ахыр, ҡыптыр тундарын япҡандар. Аҙ ғына ҡыбырлаһам, уныһы шыуып төшә лә китә икән. Серекбай тигән егет йоҡламай, төнө буйы тунды кире минең өҫкә ябыу менән мәшғүл булған. "Ҡунаҡты ҡундырма, ҡундырһаң, туңдырма", – тип әйтәләр беҙҙә, ти, иртән көлөп.
– Ә сәйҙәре нисек? Яланда йәшәгәс, үлән ҡайнатып эсәләрме?
– Монгол сәйе һурпалы була. Эсеп өйрәнмәгәс, ашҡаҙан уны ҡабул итмәй. Буржуйкала ҡайнап ултырған һыуға ҙур брикет һымаҡ грузин сәйен һалалар. Әҙерәк торғас, һөт өҫтәйҙәр. Шунан һарыҡтың йә һыйырҙың иретелгән эс майын ҡушалар, тоҙ һалалар. Энергетик яҡтан бик туҡлыҡлы, тиҙәр.
– Яңыраҡ һеҙҙең менән бер ҡыҙыҡлы хәл булған икән. Операцияла ятҡанда испанса һөйләшкәнһегеҙ, имеш. Шул дөрөҫмө? Ҡасан, ҡайҙа өйрәндегеҙ?
– Ике йыл Испанияла йәшәп ҡайттым, шунда әҙерәк өйрәнгәнмендер инде. Өфөләге 21-се дауаханаға операцияға ятырға тура килде. Дөйөм наркоз менән яһанылар, һиҙмәнем дә. Карауатҡа килтереп һалғас ҡына иҫемә килдем. Профессорҙың ассистенты аптыратты: үҙем белмәһәм дә, операция ваҡытында испанса әрләп ятҡанмын.
Испан телле илдәрҙә булғым килә. Әҙерәк һаулығымды тикшертәм дә виза юллап йөрөй башлайым инде. Никарагуа, Куба, Венесуэла, Чили... – бөтәһе 19 илдә испанса һөйләшәләр. Шуларҙы күргем килә.
– Испания һеҙҙе нимәһе менән шулай ылыҡтырҙы һуң?
– Зәйтүн ағасы менән әфлисун емештәренән башҡа һатырлыҡ әйберҙәре лә юҡ, ә халыҡ һәйбәт йәшәй. Унда төрлө фондтар эшләй. Был илгә килгән бер кешене лә кире ҡыуып ҡайтармайҙар. Африка негрҙары, Көньяҡ Америка индеецтары бында ынтыла. Испандар: "Һеҙҙең илегеҙ шул тиклем бай, нефть, газ, алтын, бөтә ресурс бар, ә халҡығыҙ ниңә ярлы?" – тип аптырай.
– Сания апай, һеҙҙең сит илгә иң тәүге сәйәхәттәрегеҙҙең береһе, моғайын, Төркиәгә булғандыр. Уның айырым сәбәптәре лә бар. Һеҙ – Башҡортостандың күренекле ғалимы Мөхтәр Сәғитовтың бер туған һеңлеһе. Белеүебеҙсә, уның ғүмере лә шунда эш сәфәре ваҡытында өҙөлгән...
– Ағайымдың йөрөгән юлдары буйлап сәйәхәт ҡылыуҙы изге бурысым итеп ҡуйҙым. Ғалим дуҫтары менән осраштым, юғары уҡыу йорттарында булдым. Үлгән еренә барып, профессор хажиҙан ясин уҡыттым. Ағайымды төрөк ғалимдары ҙур ихтирам менән хәтерләй, уға хөрмәттәрен миңә лә күрһәттеләр. Ил буйлап йөрөттөләр, күп нәмә һөйләнеләр...
Башҡорт халҡының күренекле улы, ғүмерен Төркиәлә үткәреп, Тыуған илен һағынып йәшәгән Әхмәтзәки Вәлидиҙең ҡәберенә барып, рухы алдында баш эйҙем.
– Туҡтауһыҙ сәйәхәттә йөрөү арытмаймы? Ни тиһәң дә, йәшегеҙ ҙә арыу уҡ. Хәйер, һеҙгә ул йәште бер кем дә бирмәҫ. Юл йөрөү – үҙе бер спорт, ҡартайырға ла ваҡыт юҡтыр, шулаймы? – Беләһегеҙме, минең пенсиям ҙур түгел, төрлө илдәргә юлланыр алдынан эшләп-эшләп алам. Күберәк пенсия алһа ла, өйҙәренән дә сыҡмай, сыҡһа ла ғәйбәт һатып, кеше тикшереп йә ауырыу һөйләп, зарланып, кинотеатрҙарға ла бармай, телевизорға текәлеп ултыра минең йәштәге әбейҙәрҙең күбеһе. Өйҙәрендә бер китап күрмәҫһең. Шулай йәшәргәме? Юҡ! Мин улай булдыра алмайым.
"Парижды күрергә лә үлергә" тигән фильм бар бит әле, шундағы әбей кеүек, мин дә Францияға барҙым. Атаҡлы балет бейеүсеһе, яҡташыбыҙ Рудольф Нуриевтың ҡәберенә зыярат ҡылдым, Пирамидалар илен күрҙем, Ирандағы Хамадан ҡалаһында Әбүғәлисинаның музейында, уның эсендәге ҡәберендә, шулай уҡ урта быуат шағирҙары Сәғди, Хафиз, Фирҙәүси музейҙарында булдым. Ғәрәп Әмирлектәренә дүрт тапҡыр барҙым. Һуңғы сәфәрем байрамдарына тап килде. Дәүләттәре ойошторолған көндө билдәләйҙәр ине. Фарсы ҡултығы янында тирмә ҡороп, ҙур экран ҡуйып, илдең тарихын кино итеп күрһәттеләр. Шунда төрлө төҫтәге ҡағыҙ тышлы кәнфиттәрҙән уларҙың флагын төҙөгәйнем, эй ҡыуандылар. Мин дә бер-ике ауыҙ һүҙ әйтеп киттем. Үҙемдең Башҡортостандан икәнлегемде танытып, дәүләттәр, илдәр араһындағы дуҫлыҡ, татыулыҡтың мөһимлеге хаҡында һөйләнем. Сығышымды оҡшатып, хатта бүләк бирҙеләр.
Ғәрәп Әмирлектәрендә уҡыу, дауаланыу түләүһеҙ, йорттар ҙа бушлай. Бала тыуғас та, уға банкта иҫәп асылып, аҡса һалына бара. Дөйәләре менән сүллектәрҙә йәшәгән бәҙеүәндәргә лә йорттар төҙөгәндәр, ҡасан теләһәләр, шунда килеп инә алалар. Әгәр беҙ ҙә үҙ байлығыбыҙға үҙебеҙ хужа булып йәшәһәк, етеш тормош көтөр инек, тип уйлап ҡуяһың ирекһеҙҙән. Башҡортостанда донъялағы бөтөн төр байлыҡ бар бит.
– Борон сәфәр йөрөп ҡайтыусыларҙан, ниндәй илдәр күрҙең, ниндәй һыуҙар кистең, тип һорағандар. Ниндәй илдәрҙә йөрөүегеҙ менән аҙ булһа ла таныштыҡ. Ниндәй һыуҙар кискәнегеҙҙе лә белеү ҡыҙыҡлы.
– Байкал күлендә, Арал, Ҡара, Урта, Ҡыҙыл, Баренц, Үле диңгеҙҙәрҙә һыу индем. Тымыҡ, Һинд, Атлантик океандарҙы ла күрҙем. Төньяҡ Боҙло океанда ғына булманым. Унда ла, Аллаһ насип итһә, барырмын тип уйлайым.
– Һаман да тынғыһыҙ йәнегеҙ "Мине юлдар, юлдар саҡыра" тип йәшәй инде?..
– Ишек төбөндә биштәрем әҙер тора. Бер сәғәт эсендә йыйынып, юлға сығып китә алам.
– Улайһа, һеҙгә "Юлдағылар юлда булһындар" тип хәйерле сәфәр теләргә генә ҡала. Йөрөгән юлдарығыҙ именлектә үтһен, сәйәхәтегеҙҙә Хызыр Ильяс юлдаш булһын!
* * *
Ете тиҫтәһен тултырырға әҙерләнгән Сания Сәғитова апай сәйәхәт итеп кенә йөрөй икән тип уйлаусылар яңылыша. Ул – әүҙем йәмәғәт эшмәкәре лә. Республикалағы "Аҡһаҡалдар ҡоро" ағзаһы булараҡ, ябылған мәктәптәрҙе яңынан астырыу буйынса ныҡышмалы эш алып бара. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында Өфөнөң Дим биҫтәһендә башҡорт балалар баҡсалары, мәктәптәре асыу буйынса ла күренекле мәғрифәтсе Мөхәммәт Исҡужин менән бергә ең һыҙғанып эшләгән кеше. Былар хаҡында ла һөйләһәк, үҙебеҙ өсөн бөтөнләй икенсе Сания апайҙы асыр инек. Хәҙергә уның сәйәхәтсе булараҡ юлъяҙма биттәренең аҙ ғына өлөшөнә булһа ла күҙ һалып алдыҡ. Киләсәктә Сания апайҙың мауыҡтырғыс сәфәр китабын да уҡырға яҙһын.
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА
әңгәмәләште.