Яңы асылған мәғлүмәт сығанаҡтары Бөйөк Ватан һуғышының ҡайһы бер алыштарына, айырым хәрби берләшмәләргә бөтөнләй башҡа күҙлектән ҡарау мөмкинлеген бирә. Республика әҙәбиәтендә лә, ғилми хеҙмәттәрҙә лә легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Сталинград янында фашист ғәскәрҙәрен ҡулсаға алыуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы хаҡында тулы мәғлүмәт юҡ. Ҡан ҡойғос һуғышта дивизиябыҙ һалдаттары батырлығы Волгоградтағы Мамай ҡурғанында ҡуйылған гранит плитәлә мәңгеләштерелгән.
М.М. Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 8-се кавалерия корпусы составында ойошторола. Алыштар барышында ҡайһы бер хәл-сәбәптәр арҡаһында 55-се кавалерия һәм 21-се гвардия кавалерия дивизиялары йыш ҡына башҡа ғәскәри берләшмәләргә тапшырыла (буйһондорола). Гвардия генерал-майоры М.Д. Борисов етәкселегендәге кавалерия корпусы, совет уҡсылар дивизияһы менән сағыштырғанда, һан йәһәтенән 25-30 процентҡа артығыраҡ була.
Башҡорт атлылары, ошо алыштарҙа тиңһеҙ батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, командование тарафынан ҡуйылған хәрби бурысты үтәй. Ә бурыс бик ҡатмарлы була.
“Уран” операцияһын планлаштырғанда Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы етәкселеге ҡулсаға алынырға тейешле дошмандың көсөн баһалауҙа хаталана: фашистар 100 мең булыр тип күҙаллана, ә асылда иһә 330 меңлек ғәскәр ябырыла. Улар ныҡлы ҡаршылыҡ күрһәтә.
Командование фарманына ярашлы, дошманды ҡамауға алған осорҙа 8-се кавалерия корпусына
“152-се ГАП (гаубицалы), 35-се ГМП (“катюшалар”), 179-сы ИПТАП (танктарға ҡаршы истребителдәр артиллерия полкы), 174-се АП ПТО (танктарға ҡаршы оборона артиллерия полкы), 510-сы һәм 511-се ут сәсеүсе ТБ (танктар батальоны), 586-сы АП ПВО (һауа оборонаһына ҡаршы авиация полкы) тапшырыла”. Һөжүм планы:
“Дошман оборонаһын өҙөү түбәндәге эҙмә-эҙлелектә тормошҡа ашырыла: беренсе эшелон – 14-се һәм 47-се гвардия уҡсылар дивизияһы – дошман оборонаһын өҙә; икенсе эшелон – 1-се һәм 26-сы танк корпустары – һөжүмгә күсә, уның артынан 8-се мотоциклет полкы юллана; өсөнсө эшелон – 8-се кавалерия корпусы тулыландырыусы көстәр менән 1-се танк корпусы артынан бара”. Ә ысынбарлыҡта иһә хәл башҡасараҡ була. Рәсәй Оборона министрлығының Үҙәк архивында табылған документтарҙан күренеүенсә, 152-се ГАП 1942 йылдың 19 ноябрендә әҙерлек барышында етәкселек тарафынан тотҡарлана һәм 8-се кавалерия корпусы составына индерелмәй, уның менән бергә һуғышта ҡатнашмай; 510-сы утлы ТБ корпусҡа ҡушылмай, ә алдан уҡ икенсе берләшмәләргә тапшырыла, тимәк, ул да 8-се кавалерия корпусы операцияларына йәлеп ителмәй; 511-се ТБ 55-се кавалерия дивизияһы составында бер генә һуғышта ҡатнаша: атлы ғәскәрҙәрҙән айырылып, алға китә, танктарға ҡаршы оборона һөжүменә эләгеп, ҙур юғалтыуҙар кисерә. Ул 1942 йылдың 22 ноябрендә, корпус составынан алынып, уҡсылар берләшмәһенә тапшырыла; 179-сы ИПТАП кавалерия корпусына инеп тә өлгөрмәй, уҡсылар ғәскәренә тапшырыла; 35-се корпусҡа ике тапшырылып, ике тапҡыр кире алына, бик аҙ ваҡыт уның составында була, өҫтәүенә 1-2 залп биреү менән генә сикләнә; армия фарманына ярашлы, корпусҡа ингән 35-се ГМП-ның 10 автомашинаһы мина ташыуға йүнәлтелә. Улар үҙҙәре менән корпуслы машиналарҙы ла алып китә. Һөҙөмтәлә полктың корпусҡа ярҙамы әллә ни ҙур булмай; 174-се артиллерия полкы штатында транспорт саралары булмай сыға. Операция барышында ул йә снарядһыҙ, йә яғыулыҡһыҙ ҡала; 586-сы авиация полкында ла шундай уҡ хәл күҙәтелә.
Кавалерия корпусының, шулай уҡ 112-се дивизияның да был рейдҡа әҙерлеге һүлпән була. Корпус командирының тыл тәьминәте буйынса урынбаҫары Г.А. Белов аңлатмалар яҙыуға ҡарамаҫтан, хәл үҙгәрешһеҙ ҡала. Ул осорҙа корпусҡа тапшырылған берләшмәләрҙең һуғыш кәрәк-ярағы менән тәьминәте түбәндәгесә билдәләнә:
“179-сы ИПТАП – бер ҡоралдан 18 тапҡыр (013 б/к); 174-се АП ПТО – 40 (0,3 б/к); 152-се ГАП – 20 (0,25 б/к); 586-сы АП ПВО – 200 (1,0 б/к) атыу мөмкинлегенә; 35-се ГМП өс залп бирерлек реактив снарядҡа эйә була”. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының корпус штабына хәрби белдереүенән:
“1942 йылдың 20 ноябрендә иртәнге сәғәт 6-ла дошман 112-се дивизияға ҡаршы флангтан һәм фронттан күләме буйынса батальонға тиң өс удар төркөм тупланы. Уларҙың һәр береһе 12 танк ярҙамы менән контрһөжүмгә сыҡты. 47-се ГСД һәм уға булышлыҡ иткән танктар бригадаһынан ярҙам юҡ. Шуға күрә Блиновскийҙың көньяғына сигенергә мәжбүрбеҙ. Блиновский тирәләй оборона алып, кавалерия дивизияһы ғәскәрҙәре дошмандың контрһөжүмен кире ҡаҡты, дүрт танкын, 400-ҙән ашыу һалдатын һәм офицерын юҡ итте, 163-өн әсирлеккә алды.
Кавалерия корпусын көсәйтеү өсөн тапшырылған хәрби частар килеп етмәне.
Ҡаты һуғыштар барышында кавалерия дивизияһы һәләк булғандар һәм яраланғандар менән бергә 600 кешеһен юғалтты, шул иҫәптән ике полк командиры — подполковниктар Кусимов менән Макаев яраланды”. Беҙҙең ғәскәрҙәр ауыр хәлдә ҡала. 5-се ТА етәксеһенең бойороғонан:
“1942 йылдың 21 ноябренән 21-се гвардия кавалерия дивизияһына 8-се кавалерия корпусы составынан сығып, дошмандың 14-се пехота дивизияһы тылы буйлап, 1-се гвардия армияһының һул флангына ярҙам итеү өсөн “Фрунзе” совхозы фермаһы, Горбатовский, Сингин йүнәлешендә үҙаллы барырға”.
1942 йылдың 24 ноябрендә совет ғәскәрҙәре вермахтың 6-сы ялан армияһын, шулай уҡ уға тапшырылған башҡа берләшмәләрҙе һәм частарҙы ҡулсаға ала. Кавалерия корпусы Сталинградта фашистарҙың ҡамауҙа ҡалған төркөмөнә ярҙам итеү ниәтендәге һөжүмен кире ҡағыу маҡсатында шунда уҡ рейдҡа юллана.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командирының 8-се кавалерия корпусына докладынан:
“26, 27 һәм 28-ендә 55-се кавалерия дивизияһы менән уртаҡ ғәмәлдәребеҙ уңыш килтермәне. Һауа оборонаһына ҡаршы саралар булмағанға күрә, Обливскаяға ҡараған йүнәлештә ҙур юғалтыу кисерҙек. 1942 йылдың 29 ноябренән 4 декабренә тиклем Обливскаяны алыу буйынса 40-сы гвардия уҡсылар дивизияһы менән берлектәге ғәмәлдәребеҙ, 40-сы дивизия командирының һөжүм итеү ваҡытын үҙ белдеге менән күсереүе арҡаһында, 112-се кавалерия дивизияһының көсөн ҡаҡшатыуға килтерҙе.
Бурыстарҙы аңлағанға, хәрби бойороҡто мотлаҡ үтәргә тырышҡанға, яугирҙәрҙе һәм командирҙарҙы илһамландырырға ынтылғанға күрә, етәкселек составы идара урынын ҡалдырып, алғы сафта барырға мәжбүр булды, һөҙөмтәлә ҙур юғалтыу кисерҙе.
1942 йылдың 19 ноябренән 7 декабренә тиклем 275-се кавалерия полкында – 6, 294-се полкта – 5, 313-сө полкта – 3 командир, эскадрон һәм взводтарҙағы барлыҡ командирҙар алмашына.
112-се кавалерия дивизияһы 2 631 яугирен, 2 098 атын юғалта. Айырыуса дошман авиацияһы ҙур зыян килтерә. Кавалерия дивизияһын һауанан яҡлаусы ла, дошман ҡаршылыҡ күрһәткән айырым нөктәләрҙе юҡ итеү сараһы ла булмай”. Совет авиацияһы ул осорҙа 112-се кавалерия дивизияһына ла, кавалерия корпусына ла ярҙам итә алмай. Дивизияның командирҙар составы кавалеристарҙы үҙҙәре һөжүмгә күтәрә, ҙур юғалтыу кисерә, сөнки немецтар тәү сиратта офицерҙарҙы юҡ итергә ынтыла.
1942 йылдың 28 ноябрендә Көньяҡ-Көнбайыш фронтындағы кавалерия инспекторы полковник Коблов фронт командующийы генерал-лейтенант Н.Ф. Ватутинға түбәндәгеләрҙе хәбәр итә: “55-се һәм 112-се кавалерия дивизиялары дошман авиацияһы һөжүме һөҙөмтәһендә һан яғынан 60 проценттан ашыу юғалтыу кисерҙе, айырыуса 25, 26, 27 ноябрҙә. Тәртипкә килтермәйенсә, бындай хәлдә дивизиялар әүҙем хәрби хәрәкәткә һәләтһеҙ...”
8-се кавалерия корпусындағы строевой бүлектең 1942 йылдың 5 декабрендәге белешмә ҡағыҙына ярашлы, өҙлөкһөҙ һуғыш алып барған корпус, ниһайәт, тулыландырыла. Бер ай буйы (1943 йылдың 2 ғинуарына тиклем) фашистар үҙҙәренең тәьминәт базаларын һаҡлап ҡалыу өсөн ҡаты һуғыша. Дошман авиацияһының ҡаршылыҡ күрһәтеүе сәбәпле, Обливскаяны яулап алыу бурысын ғәскәрҙәребеҙ ике тапҡыр үтәй алмай. Бында берлектәге һөжүм буйынса ғәмәлдәрҙең көйләнмәүе ҙур йоғонто яһай. Уҡсыларҙың берләшмәләре менән элемтә өҙөлә. Кавалерия корпусы менән кавалерия дивизияһына һөжүм тураһындағы хәбәр уҡсыларҙан 2-9 сәғәткә һуңлап килә. Шулай ҙа совет яугирҙәре дошмандың ҡулсаға алынған ғәскәре өсөн ҙур стратегик әһәмиәткә эйә булған Обливскаяны яулап ала. Был хәл 5-се танк армияһына генерал-лейтенант М. Попов етәкселек иткәндә була.
Беҙҙең 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы, ауыр юғалтыуҙар кисергәнгә күрә, Обливскаяны алыуҙа ҡатнашмай. Уға икенсе задание бирелә. 1942 йылдың 31 декабрендә дивизия Деев, Попов һәм Глухоманский сигендә оборона ала.
112-се дивизия дошманға ҙур зыян килтерә. 1942 йылдың 1 ноябренән 31 декабренә тиклемге осорҙа уның частары түбәндәгеләрҙе яулап ала йәки юҡ итә:
оберофицерҙар – 120 (13);
унтерофицерҙар – 296 (54);
һалдаттар – 6 615 (414);
йәмғеһе: 7 031 (481) менге аттар – 292 (41);
артиллерия аттары – 112 (-);
йөк аттары – 124 (-);
йәмғеһе: 528 (53) мылтыҡтар – 4 372 (742);
автоматтар – 21 (87);
еңел пулеметтар – 130 (26);
станоклы пулеметтар – 29 (14);
зенит пулеметтары – 4 (1);
патрондар (төрлө) – 8 000 дана;
йөк автомашиналары – 177 (246);
махсус машиналар – 9 (-);
тракторҙар – 2 (-);
мотоциклдар – 28 (51);
самолеттар – 10 (34);
велосипедтар – 20 (150);
арбалар – 26 (17);
еңел автомашиналар – 8 (14);
бронемашиналар – 8 (-);
танктар – 25 (-);
минометтар – 21 (5);
туптар – 12 (3);
һуғыш кәрәк-ярағы,
аҙыҡ-түлек, яғыулыҡ келәттәре – 5 (14).
Йәйә эсендә әсирлеккә йәки яулап алынғандар күрһәтелгән, ҡалғандары – юҡ ителгәндәр. Дивизияның хәлен иҫәпкә алып, Ҡыҙыл Армия кавалерияһының генерал-инспектор идаралығы 1942 йылдың 30 декабрендә ВКП(б)-ның Башҡортостан Өлкә комитетына, уны тулыландырыуҙы һорап, түбәндәге хатты ебәрә:
“112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы Көньяҡ-Көнбайыш фронтында ҡаһармандарса һуғыша. Ҡаты алыштар барышында дивизия ҙур юғалтыуҙар кисерә һәм тулыландырыуға мохтаж була. Оборона буйынса халыҡ комиссары урынбаҫары Щаденко иптәштең 1942 йылдың 16 декабрендәге 1/3107-се хатына ярашлы, ҡыҫҡа ваҡытта кеше һәм ат көстәрен бүлеү сараһын күреүҙе һорайым.
Ҡыҙыл Армия кавалерияһы генерал-инспекторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы генерал-майор Обухов”. Республика үҙенең дивизияһына ярҙам итә: фронтҡа ашығыс рәүештә 1 мең кеше һәм 1 500 кавалерия аты ебәрә.
(Архив документтарынан
өҙөмтәләр курсив менән бирелде).