Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бал ашаған бала зиһенле
Бал ашаған бала зиһенле
Мәғариф өлкәһендәге реформаларға күҙ һалһаң, һәр уҡыу йылы яңылыҡ алып килә һымаҡ. Быйылғы 2013–2014 йыл да "Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында" яңы Закон менән башланып киткәйне. Аҙым һайын үҙгәрештәр урындарҙа нисек сағылыш таба? Уҡытыу системаһы ниндәй юҫыҡта үҫешә? Мөғәллимдәрҙең, уҡыусыларҙың кәйефе нисек? Бөрйән районында был өлкәләге хәлдәрҙе байҡау, күҙаллау өсөн район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Ришат Булат улы ШӘРИПОВҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.


— Ришат Булат улы, отчет тип ҡабул итмәйек, һөйләшеү алдынан мәғариф учреждениеларының хәл-торошон ҡыҫҡаса бәйән итеп, уҡыусыны таныштырыу өсөн бер аҙ һандарға туҡталып үтәйек.
— Барыбыҙға ла мәғлүм, мәғариф өлкәһендә туҡтауһыҙ үҙгәрештәр бара — яңыртыу, ҡулайлаштырыу... Үҙгәрештәргә дусар булмаған йәки иғтибар үҙәгенән ситтә ҡалғандар юҡтыр. Беҙ ҙә шулар иҫәбендә. Бөгөн район биләмәһендә 60 мәғариф учреждениеһы эшләй: алты урта мәктәп, уларҙың 17 филиалы, 16 төп һәм бер башланғыс мәктәп, бер төп дөйөм белем биреү мәктәбе, биш бәләкәй комплектлы башланғыс мәктәп, алты мәктәп-балалар баҡсаһы, 22 балалар баҡсаһы.
— "Бәләкәй комплектлы" тигән төшөнсәгә асыҡлыҡ индереп китһәгеҙ ине. Ғәҙәттә, балалар һаны етмәгәндә, ҙурыраҡ мәктәптәргә йөрөтөүсәндәр бит. Был ауылдарҙың үҙенсәлеге ниҙә, тимәксемен.
— Мәғариф тураһындағы закондарға ярашлы, уларҙа уҡытыу дауам итә. Был бик дөрөҫ аҙым, тип уйлайым. Мәҫәлән, Үрге Нөгөш ауылында өс кенә уҡыусы. Тик юлы ла юҡ, барып та булмай. Ошондай уҡ мәктәптәр Мәндәғолда, Мәҡсүт, Бәләкәй Ҡыпсаҡ, Һарғаяла эшләй. Һуңғыһын "ҡурсаулыҡ" тип тә йөрөтәләр. Улар бик төпкөлдә урынлашҡан, ә балаларға башланғыс белемде булһа ла үҙҙәрендә бирергә кәрәк.
Ошо уңайҙан быйыл ғына ла алты яңы автобус алғанды әйтеп үтке килә. Быға тиклем 26 автобус бар ине. Шунан һуң спорт ҡорамалдары базаһын яңылары менән тулыландырҙыҡ. Был юҫыҡта эштәр көйлө бара: ашханаларға ҡоролмалар, медицина тәғлимәте ҡорамалдары алыу, мәктәптең инфраструктураһын үҫтереү, капиталь ремонт үткәреү өсөн дә ярайһы аҡса бүленде. Бөтәһе 40 телевизор, документ-камера, 150 ноутбук һәм 96 компьютер алынды... Барыһын да һанап бөтөп булмай. Тик мәғариф өлкәһенә иғтибар арта ғына, тимәксемен.
— Бөрйән тиһәң, күҙ алдына тауҙар, таҙа һыулы йылғалар баҫа. Ә бал ҡорто, умартасылыҡ, солоҡсолоҡ райондың визит карточкаһына әйләнгән. Һеҙҙәге һәр бала тиерлек ҡортсолоҡ серҙәрен белә. Мәктәптәрҙә был йүнәлештә ниндәй эштәр башҡарыла?
— "Көньяҡ Урал райондарын үҫтереү" программаһына ла инеп киттек, Мәғариф министрлығы ла ярҙам итте – ете мәктәптә умартасылыҡ кабинеты булдырып, был өлкәлә ысын мәғәнәһендә ҙур эш ойошторҙоҡ. Беҙҙә VIII–IХ кластар ҡортсолоҡ серҙәрен өйрәнә. Быйыл балдың сифатын билдәләй торған ике лаборатория алдыҡ. Беренсенән, ете яңы эш урыны астыҡ; икенсенән, балаларға өҫтәмә һөнәр бирәбеҙ. Кабинет, умарталар менән министрлыҡ ярҙам итһә, район хакимиәте башлығы Динир Әсғәт улы Әхмәтйәнов ярҙамында күстәр алдыҡ. Башҡортостан апитерапия үҙәге директоры Әмир Ишемғолов Аҫҡар ауылында урындағы үҙәк асты. Маҡсаты — Бөрйән бал ҡортон ишәйтеү. Уның менән берлектә эшләйбеҙ, мәктәптәргә ҙур ярҙам күрһәтә.
— Балдың файҙаһы тураһында күп ишетәбеҙ, беләбеҙ. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, Рәсәй халҡының һәр кешеһенә бүлһәк, ул тейешле күләмдә ҡулланылмай. Бигерәк тә бала, үҫмер организмы мохтажлыҡ кисерә. Япондарҙа, мәҫәлән, һәр уҡыусыға тәғәйен норма билдәләнгән. Ул балдың мейе эшмәкәрлеген, хәтерҙе яҡшыртыуға бәйле...
— Беҙҙә умартасылыҡ менән шөғөлләнгән һәр мәктәптә бал ашатыуҙы ойошторғанбыҙ. Ҡортсолоҡто үҫтереп, тәүҙә филиалдарына, һуңынан бөтә район мәктәптәренә индерәсәкбеҙ. Ҡайһы яҡтарҙа балды кеше күргәне лә юҡ, беҙҙең балалар өсөн ул ниндәйҙер үҙенсәлекле яңылыҡ түгел, ғәҙәти ризыҡ һанала.
— Заман башҡа – заң башҡа тигәндәй, мәктәптәрҙә махсус кабинеттар булдырыуға, техник фәндәргә ҙур иғтибар бүләһегеҙ. Алда телгә алған өҫтәмә уҡыу-лаборатория ҡоролмалары, компьютерҙар урынлаштырыуығыҙ ҙа ошо турала һөйләй.
— Эйе. Былтыр ғына ла беҙ дүрт мәктәпкә биология, физика, химия кабинеттары өсөн лаборатория, биш мәктәпкә – төрлө фәндәрҙән, ә дүртәүгә информатиканан тотош кабинет алдыҡ. Үҙенсәлекле заман техникаһынан иһә Әбделмәмбәт мәктәбенә роботтар ҡайтарыуыбыҙ булғандыр. Иҫке Монасип, Байназар, Иҫке Собханғол художество коллективтарына милли кейемдәр тектерҙек. Шунан техник фәндәр менән бер рәттән, гуманитар фәндәргә лә иғтибар ҙур. Бигерәк тә туған тел уҡытыуға. Төрлө саралар үткәрәбеҙ. Әҙәби түңәрәктәр алып барабыҙ. География, тарих та ныҡлы өйрәнелә.
Роботтар тигәнең — робот конструкторҙар. Балалар уларҙы өйрәнә, йыя. Үҙгәрештәр индерә. Мәктәп директоры Инсур Үтәбаев үҙе информатика дәресен алып бара. Уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уята. Белеүемсә, ауыл мәктәптәренән Салауат районының Малаяҙ гимназияһында ул ныҡлы эшләп килә. Робот техникаһы буйынса Башҡортостан чемпионаты үтә. Шунда беҙҙең ике уҡыусыбыҙ, тәүге тапҡыр ҡатнашыуҙарына ҡарамаҫтан, береһе – икенсе, икенсеһе өсөнсө урынды алып ҡайтты. Хәҙер мәктәптең күпселек малайы робот йыйыуға ылығып китте, ҡанатланып йөрөй...
— Уңыштарығыҙ, ысынлап та, ҡыуанырлыҡ. Ләкин эштә проблемаларһыҙ ҙа булмай. Хәл итәһе иң төп мәсьәләләрҙе атап үтһәгеҙ ине.
— Әлегә тиклем бер арауыҡта мәктәпкә килгән балалар һаны кәмеп алды. 2015 йылдан артасаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә мәктәп биналарының байтағы ағастан, уларҙың да иҫкергәндәре күп. Эйе, был мәсьәлә буйынса район хакимиәте менән республика етәкселеге аныҡ эш алып бара. Шуға ла яҡын киләсәктә хәл ителер тип ышанабыҙ. Балалар баҡсалары менән дә шул уҡ хәл — урын етмәүе йәш ғаиләләргә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Район үҙәгенең Баҙал биҫтәһендә 150 урынлыҡ бина төҙөлөүе ҡыуандырҙы. Яйлап башҡа ауылдарҙа ла эш барасаҡ.
Ниндәй генә тармаҡты алһаҡ та, проблема етерлек. Был юҫыҡтан мәғариф системаһында ла шулай. Уларҙы йырып сығыу барыбыҙҙан да – етәкселәрҙән, уҡытыусыларҙан, шулай уҡ ата-әсәләрҙән – тора. Белем биреү менән бер рәттән, тәрбиә эше лә мөһимдәрҙән мөһиме һанала.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872