Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һуғышта сыныҡҡан дуҫлыҡ
Һуғышта сыныҡҡан дуҫлыҡ
"Халыҡ хәтере – мәңгелек. Көслө держава булған, Европаны азат итеүҙә ҡатнашҡан һәр кемдең тарихта эҙе юғалырға тейеш түгел", — тип яҙған үҙенең "Хәтер" китабында урыҫ яҙыусыһы Черепанов.

Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк мылтыҡ тоторлоҡ ир-егеттәребеҙҙе һәр өйҙән әсәйҙәр, инәй-олатайҙар, апай-һеңлеләр оҙатып ҡалған. Әле ул ваҡытта был һуғыштың күпмегә һуҙыласағын, һалдаттарҙың ҡырыласағын, тылда ҡалғандарҙың аслыҡтан, ауырыуҙан, көс етмәҫлек ауыр эштән үлерен бер кем дә күҙалламай ине.
Батырҙар тураһында бик күп яҙалар, һөйләйҙәр. Ә минең гәзит уҡыусыларға башҡорт менән татар егеттәренең ошо һуғышта тыуған ғәжәйеп дуҫлығы тураһында бәйән иткем килә. Был хәлде Татарстандың Саба ҡасабаһында йәшәгән, ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләп, хәҙер хаҡлы ялға сыҡҡан Әлфинур Хажиәхмәт ҡыҙы Ғарипова һөйләне.
Хажиәхмәткә, Әлфинурҙың атаһына, һуғыштың беренсе көнөнән үк повестка килә. Ә эшкә яраҡлы бала-сағаны, йәш-елкенсәкте, ҡатын-ҡыҙҙы – мари урмандарына, ә йәш балалы ҡатындарҙы Саба районында урынлашҡан “Шәмәрҙән” тимер юл станцияһы эргәһендәге урманды ҡырҡырға ебәргәндәр. Ауылда һәр ғаиләгә һалым һалғандар. Халыҡ, балаларының ауыҙынан өҙөп, хөкүмәткә аҙаҡҡы икмәген тапшырған. Әгәр ҙә һалымды түләй алмаһалар, НКВД хеҙмәткәрҙәре килеп, һуңғы һыйырын, кәзә-һарығын, тауығын алып сығып киткән, хатта төрмәгә япҡан, Себергә ебәргән. Ауылда аслыҡтан шешенеүҙәр йышайғандан-йышайған.
Әлфинурҙың әсәһен – Ғәлиәне – урман ҡырҡырға “Шәмәрҙән” станцияһына ебәргәндәр. Уларҙың һалҡын өйөндә Хажиәхмәттең 80 йәшлек әсәһе, биш йәшлек ҡыҙы, алты айлыҡ улы иртә таңдан кискә тиклем әсәләренең бер телем икмәк алып ҡайтыуын тәҙрәнән күҙ алмайынса тилмереп көткән. Сөнки урман киҫеүселәргә төш ваҡытында һыулы 200 грамм арыш икмәге менән ике бөртөк картуф киҫәге йөҙөп йөрөгән аш биргәндәр. Ғәлиә икмәктең яртыһын балаларына алып ҡайтып ашатҡан. "Һуғышта тылдан да ҡыйыныраҡ, аталары ҡайтҡансы аслыҡтан үлмәһәк булды", — тип бер-береһен йыуата торған булған улар. Ҡатын-ҡыҙ балта, ҡул бысҡыһы менән йөҙәр йәшлек имән, ҡарағай, шыршы ағастарын икешәр метр итеп ҡырҡып, елкәләренә һалып станцияға ташыған. Бала-саға ағас ботаҡтарын йыйып, утҡа яҡҡан. Бәғзеләрҙе ағас баҫып үлтергән. Станциянан тауар вагондарына тейәлеп һуғышҡа оҙатылған ир-егеттәр, бүрәнә ауырлығынан һығылған ҡатын-ҡыҙҙы күреп:
— Беҙҙең урынға ир-егеттәр эшен башҡарыуығыҙ өсөн ғәфү итегеҙ! Гитлерҙы дөмөктөрөрбөҙ ҙә әйләнеп ҡайтырбыҙ! Хоҙай һеҙгө түҙем бирһен! Көтөгөҙ, хат яҙығыҙ! — тип иҫән-һау ҡайтырҙарына ышанып, бүректәрен болғап йә булмаһа гармунда уйнап, йырлап үтә торған булған.
Ирҙәренең һуғыштан иҫән-һау еңеп ҡайтыуҙарына ышаныс уларға йәшәргә, эшләргә көс һәм ҡеүәт биргән. Тик ышаныстарын, көс-ғәйрәттәрен фронттан килгән өс мөйөшлө, ҡәһәрле "Пал в бою" тигән хат ҡына еңә, бөгә алған, ваҡыты етмәйенсә сәстәрен ағартҡан. "Пропал без вести" тигән хәбәр килһә, "иҫәндер әле, йә булмаһа, яраланып госпиталдә яталыр" тип үҙ-үҙҙәрен йыуатҡандар. "Беҙ иҫән-һау" тигән ҡыҫҡа ғына хат килһә, бөтә ауыл менән уҡып ҡыуанғандар.
...Әлфинурҙың атаһы Хажиәхмәт 1002-се полкка эләгә. Бер нисә минутҡа ялға туҡтағанда, бомба шартлауҙары тынып торғанда, аяҡ өҫтө баҫҡан көйө ҡыҫҡа ғына итеп: "Әлегә иҫән-һау, фашистарҙы дөмөктөргәс, әйләнеп ҡайтырбыҙ!" – тигән хаттар яҙып һалған. Һарғайып бөткән ул хаттарҙы хәҙер ҙә күҙ ҡараһылай күреп һаҡлай Әлфинур.
Сигенеүҙән туҡтап, дошманды кире ҡыуа башлағас, бер ауыр һуғыштан һуң, Хажиәхмәт һаҙлыҡҡа бата. Инде төпкә киттем тигәндә, эргәһендә үҫкән талға йәбешә. Ләкин кәүҙәһен тартып сығарырға көсө етмәй. Өс көн, өс төн алыша ул үлем менән. Бер мәл урман араһынан һалдаттар үлгәндәрҙе йыйырға сыға. Хажиәхмәт бар көсөн йыйып ҡысҡыра, ләкин уны ишетеүсе булмай. Ҡайһы берҙәрен, кеҫәләренән документтарын ғына алып, һаҙлыҡҡа төртөп төшөрөүҙәрен күргән һалдат ҡотолоуына тамам өмөтөн өҙөп, күҙен йомған көйө үҙе белгән доғаны уҡый. Шул саҡ ҡапыл ҡолағына: "Эй, ты живуй шту ли?" — тигән таныш тауыш ишетә. Бар көсөн йыйып яуап ҡайтарырға тырыша, ләкин тауышы сыҡмай. Хәлһеҙ ҡулдары менән талды һелкетә.
"Терпи, солдат, я шас приду", — ти ҙә теге һалдат, күп тә тормай, оҙон кәртә һөйрәп килтереп, уға йәбешергә ҡуша. Ләкин Хажиәхмәт ҡулдарын талдан ысҡындыра алмай. Һалдат ҡайҙандыр оҙон бау табып ала. Уға ярҙамға килгән икенсе урыҫ һалдаты:
— Ты что, Сирай, үлгән һалдатты ҡотҡарырға итәһеңме? Минең әле йәшәгем килә, һаҙлыҡҡа төшмәйем, — ти ҙә китеп бара. Сирай исемле һалдат бауҙың бер осон һаҙ янында үҫкән ҡайынға, икенсе осон үҙенең биленә бәйләй ҙә кәртәне тотоп һаҙлыҡҡа инә. Хажиәхмәт инде башҡаһын белмәй, сөнки иҫен юғалтҡан була. Ул госпиталдә генә аңына килә. Эргәһендә ултырған һалдат, көлөп:
— Ну, малай, чүт икәүләп китмәнек бит һаҙлыҡ төбөнә, әлдә генә Дәүләт килеп сыҡты, — ти саф башҡортса. Хажиәхмәт аптырап:
— Һуң, ҡайҙан белдең минең тере икәнде? — тип һорағас:
— Белмәй ни, "Аятел көрси"ҙе уҡый инең бит, мин үҙем дә уны бетеү итеп тағып йөрөтәм. Һуғышҡа киткәндә өләсәйем яһап биргәйне, — ти. Хажиәхмәт тә, йылмайып, гимнастеркаһына теккән бетеүен күрһәтә:
— Ә мин доға көсөнә ышанам, әсәйем миңә, һәр ваҡыт уҡып йөрө, тигәйне.
Был өс егетте яҙмыш 1942 йылда осраштыра. Ошо хәлдән һуң Өфө егете Сирай Ғәниев, Балтас районының Йәнтимер ауылынан Дәүләт Ғәлләмшин һәм татар егете Хажиәхмәт Ғарипов айырылмаҫ дуҫтар булып 2-се Украина фронтында хеҙмәт иткән. Роталағы һалдаттар ошо дуҫтарҙың ялға туҡтаған ваҡыттарында моңло итеп йырлауын, Дәүләттең ҡурайҙа уйнауын тыңларға яратҡан. Төрлө милләт һалдаттары: "Һеҙҙең йырығыҙ тауҙан ағып төшкән шишмә сылтырауы кеүек, әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа бормалана”, — тип әйтә торған булған. Ҡайһы берәүҙәре ҡурай моңона һоҡланып, үҙҙәре уға өрөп ҡараған. Тауышын сығара алмағас, аптырашҡа ҡалғандар. Ҡурайҙы, һынып ҡуймаһын тип, рота флагы менән бергә һалғандар.
Берлинға хәтлем барып етеп, һуғышта иҫән ҡалыуҙарына доғалар ярҙам итеүенә бер шикһеҙ ышанғандар. Бер-береһен онотмаҫҡа, ҡунаҡҡа йөрөшөргә һүҙ биреп айырылышҡандар.
Ләкин уларҙың тыуған яҡтарында аслыҡтан хәлһеҙләнгән балалары, ауыр эштән йонсоған ҡатындары, күҙ нурҙарын юғалтҡан әсәләре, фәҡирлек хөкөм һөргән ғаиләләре көткән. Хажиәхмәттең ҡайтыуына күп илауҙан әсәһе һуҡырайған, бәләкәй улы үлгән була. Тыуған илде тергеҙергә, балаларҙы үҫтерергә кәрәклеген аңлаған һалдат көн-төн тип тормай, балта оҫтаһы булып эшләй.
Әле уларҙы алда тағы ла һынау көтә. Һуғыш ваҡытында бер банка әсе ҡатыҡ менән бер һыныҡ икмәкте бүлешеп ашаған, бөтә ауырлыҡты бергә күтәреп, туғанлашып бөткән халыҡты шаҡ ҡатыралар. Юмғалаҡ ауылын "өмөтһөҙ" тип иғлан итәләр. Эйе, ашаған белмәй, тураған белә, тиҙәр. Ата-бабаларың йәшәгән, бала сағың үткән нигеҙеңде ташлап китеүҙән дә ауырыраҡ һынау бармы икән? Ауыл халҡы илаша-илаша төрлөһө төрлө яҡҡа тарала. Уларға күсенеү өсөн хөкүмәт бер ниндәй ҙә ярҙам күрһәтмәй. Хажиәхмәт ғаиләһе менән район үҙәге Сабаға күсә. Улы менән ҡыҙы тыуа. 1968 йылда йорт һалып инә. Тормош үҙ яйына ҡайта, һуғыш яралары уңала башлай.
1975 йыл. Әлфинур, көйәнтәләрен иңенә һалып, шишмәгә һыуға сыға. Уның ҡаршыһына ауыр сумаҙандар күтәргән ирле-ҡатынлы ике ят кеше килеп сыға һәм ниҙер һорарға тип ауыҙҙарын асыуҙары була, ҡыҙҙың аяҡтары тотмай, көйәнтәһе иңенән төшөп китә лә һыу тулы силәктәре кире шишмәгә тәгәрәй.
— Сирай ағай! Сирай ағайым килгән! Мин уны таныным! Атай! Атай! Һөйөнсө! — тип ҡысҡыра-ҡысҡыра йүгерә Әлфинур. Урамда йөрөгән Хажиәхмәт тә ҡыҙының тауышын ишетеп: "Ни булған икән?" — тип йүгереп сыға. Ул көндә бөтә урам байрам итә. Ә кисен башҡорт балы менән сәй эсергә, Сирай менән Хажиәхмәттең йырлағанын тыңларға барлыҡ Саба халҡы йыйыла.
Әлфинур менән осрашҡанда оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Ул үҙенең үтенесе тураһында ла яҙырға ҡушты, Сирай Ғәниевтең һәм Дәүләт Ғәлләмшиндың туғандарын табып, бер күрешеп һөйләшәһе ине, тине.
Рәхимә ВӘЛИУЛЛИНА.

Татарстан Республикаһы,
Байҙар Сабаһы ҡасабаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873