Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » "Алға" һәр саҡ алда
"Алға" һәр саҡ алда
Хәстәрлекле етәкселәр янында булып китеү ауыл хужалығы тураһында бер яҡлы ғына фекер йөрөтөүҙән азат итә. "Алға" кооперативы рәйесе Раушан Ғайсин менән осрашҡандан һуң, башта төрлө уйҙар урғылды. "Бигерәк тә хәҙер үҙеңә генә ышанырға кәрәк", – тиеүенә тәүҙә сәйерһенеп ҡарағайныҡ, аҙаҡ инде уның әйткәндәре менән тулыһынса килештек.

Был хужалыҡ үҫемлекселектә лә, малсылыҡта ла һынатмай. Үткән йылғы эш һөҙөмтәләре буйынса ул районда алдынғылыҡты бирмәгән. Уңыштарҙың һәр ҡайһыһы кооператив эшсәндәренең хеҙмәт хаҡында сағылыш таба.
Крәҫтиән тиҙҙән баҫыу мәшәҡәттәренә күмеләсәк. Яҙғы сәсеү кампанияһы тотҡарлыҡһыҙ барһын өсөн "Алға" етәкселеге бөтәһен дә алдан хәстәрләргә күнеккән. Бөгөн бындағы тимер сыңы, техника тауышы, үҙенсәлекле бер моң хасил итеп, хеҙмәт дәртен арттырыусы мөхит булдыра.
"Алға" һәр саҡ алда– Техника паркын һаҡлау һәм яңыртыу – тәүге маҡсаттарҙың береһе, – тип һөйләй Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, "Алға" ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе Раушан Ғайсин. – Заман талаптары көн дә тиерлек үҙгәреп торғанда улай итмәй ҡара! Былтыр “Джон Дир” маркалы сәсеү комплексын алып ҡыуанғайныҡ, белгестәр менән кәңәшләшкәндән һуң шундай уҡ техникаға йәнә заказ бирҙек. Бер-ике йылда ул үҙ хаҡын тулыһынса ҡайтара.
Шундай ҡыйбатлы сит ил тракторын нисек һатып алаларҙыр тип ғәжәпләнеүемде һиҙгәс, Раушан Рифҡәт улы бына нимә тине:
– Дәүләт тарафынан ярҙам тоябыҙ. Хәстәрлек булмаһа, ҡырағай баҙар шарттарында ҡайһы юлды һайларға ла белмәҫ инек. Иң мөһиме – киләһе көндәргә ышаныстың көслө булыуы. Иҫәп тигән төшөнсәне лә оноторға ярамай.
Кооператив техниканы алдан уҡ әҙерлек һыҙығына ҡуйыуҙы ғәҙәткә индергән. Әйткәндәй, март аҙаҡтарында техникаға тикшереү үткәргәндәр, Өфө һәм Салауат ҡалаларынан ашлама килтерелгән. Эш ике сменала ойоштороласаҡ.
– Башта ужым бойҙайын өҫтәмә туҡландырҙыҡ, унан инде тырмаға төштөк, шулай итеп, бик күңелле осор башланды, – ти танышым. – Баш агроном Фәнил Маннанов, баш инженер Илдар Гәрәев – төп таянысым. Шулай уҡ Рөстәм Сәлимов, Рәмзил Дәүләтов, Рөстәм Зәйҙуллин, Фәндәс Әхмәҙуллин, Илсур һәм Азамат Хафизовтарға ҙур өмөт бағлайым.


Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ. Район: Саҡмағош районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә