Хәстәрлекле етәкселәр янында булып китеү ауыл хужалығы тураһында бер яҡлы ғына фекер йөрөтөүҙән азат итә. "Алға" кооперативы рәйесе Раушан Ғайсин менән осрашҡандан һуң, башта төрлө уйҙар урғылды. "Бигерәк тә хәҙер үҙеңә генә ышанырға кәрәк", – тиеүенә тәүҙә сәйерһенеп ҡарағайныҡ, аҙаҡ инде уның әйткәндәре менән тулыһынса килештек.
Был хужалыҡ үҫемлекселектә лә, малсылыҡта ла һынатмай. Үткән йылғы эш һөҙөмтәләре буйынса ул районда алдынғылыҡты бирмәгән. Уңыштарҙың һәр ҡайһыһы кооператив эшсәндәренең хеҙмәт хаҡында сағылыш таба.
Крәҫтиән тиҙҙән баҫыу мәшәҡәттәренә күмеләсәк. Яҙғы сәсеү кампанияһы тотҡарлыҡһыҙ барһын өсөн "Алға" етәкселеге бөтәһен дә алдан хәстәрләргә күнеккән. Бөгөн бындағы тимер сыңы, техника тауышы, үҙенсәлекле бер моң хасил итеп, хеҙмәт дәртен арттырыусы мөхит булдыра.
– Техника паркын һаҡлау һәм яңыртыу – тәүге маҡсаттарҙың береһе, – тип һөйләй Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, "Алға" ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе Раушан Ғайсин. – Заман талаптары көн дә тиерлек үҙгәреп торғанда улай итмәй ҡара! Былтыр “Джон Дир” маркалы сәсеү комплексын алып ҡыуанғайныҡ, белгестәр менән кәңәшләшкәндән һуң шундай уҡ техникаға йәнә заказ бирҙек. Бер-ике йылда ул үҙ хаҡын тулыһынса ҡайтара.
Шундай ҡыйбатлы сит ил тракторын нисек һатып алаларҙыр тип ғәжәпләнеүемде һиҙгәс, Раушан Рифҡәт улы бына нимә тине:
– Дәүләт тарафынан ярҙам тоябыҙ. Хәстәрлек булмаһа, ҡырағай баҙар шарттарында ҡайһы юлды һайларға ла белмәҫ инек. Иң мөһиме – киләһе көндәргә ышаныстың көслө булыуы. Иҫәп тигән төшөнсәне лә оноторға ярамай.
Кооператив техниканы алдан уҡ әҙерлек һыҙығына ҡуйыуҙы ғәҙәткә индергән. Әйткәндәй, март аҙаҡтарында техникаға тикшереү үткәргәндәр, Өфө һәм Салауат ҡалаларынан ашлама килтерелгән. Эш ике сменала ойоштороласаҡ.
– Башта ужым бойҙайын өҫтәмә туҡландырҙыҡ, унан инде тырмаға төштөк, шулай итеп, бик күңелле осор башланды, – ти танышым. – Баш агроном Фәнил Маннанов, баш инженер Илдар Гәрәев – төп таянысым. Шулай уҡ Рөстәм Сәлимов, Рәмзил Дәүләтов, Рөстәм Зәйҙуллин, Фәндәс Әхмәҙуллин, Илсур һәм Азамат Хафизовтарға ҙур өмөт бағлайым.