Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Чернобылдә эшләгән Илүсә
Чернобылдә эшләгән Илүсә
Кешенең холоҡ-фиғеле уның һөйләшендә сағыла. Осрашыу тураһында телефон аша килешкәндә буласаҡ әңгәмәсемде нисек күҙ алдына баҫтырһам, тормошта ла тап ошолай булып сыҡты. Фатир ишеген шаҡыуға етеҙ хәрәкәтле, урта буйлы мөләйем ханым йылмайып ҡаршыланы мине. Артабанғы аралашыу күптәнге таныштарса дауам итте, сөнки Илүсә Сәхип ҡыҙы менән һөйләшеүе еңел дә, мауыҡтырғыс та. Күҙәтеүҙәрем буйынса, кеше менән тиҙ уртаҡ тел таба белеү – йәшлектәрендә йәмәғәт эшенең уртаһында булып, комсомол мәктәбе үткәндәрҙең барыһына ла хас сифаттарҙың береһе.

Борай районындағы уңыштары менән бөтә республикала киң билдәле Вострецов исемендәге колхоз бригадаһының борон-борондан аҫаба башҡорттар йәшәгән Яңы Бикмәт ауылында тыуып үҫкән Илүсә бала саҡтан уҡ әүҙем була. Яҡшы уҡый, спорт менән шөғөлләнә, волейбол һәм саңғы буйынса район беренселектәрендә уңышлы сығыш яһай. Бейеүгә, нәфис һүҙгә маһир ҡыҙҙан башҡа бер концерт та үтмәй. Башҡаса булыуы мөмкинме һуң? Мәктәптең комсомол ойошмаһы секретары үҙе үрнәк күрһәтмәһә, кемдән өлгө алырға тейеш башҡалар?! Ул ғына түгел, ауылдағы төрлө саралар, алдынғы колхозсылар һәм яҡшы уҡыусылар тураһында район гәзите “Алға”ла, “Ленинсы” һәм “Башҡортостан пионеры” биттәрендә мәҡәләләре йыш донъя күрә.
Уй-хыялдары менән оло сәхнәгә ынтылған Илүсә мәктәпте тамамлап, район мәҙәниәт йортона методист булып урынлаша. Хеҙмәтен матур башлап ебәрә һәм бер йылдан, һөнәренә ныҡлап эҫенгәс, мәҙәниәт-ағартыу училищеһына йыйына. Тик...
– Яҙмышым шул булғандыр инде, – тип хәтерләй ул ваҡыттарҙы Илүсә Сәхип ҡыҙы. – Сәхнә эшен ғүмерлеккә һайлау теләгемә әсәйем ризалашмағас, уның һүҙен йығырға баҙнат итмәнем. Иң яҡын кеше фатихаһынан башҡа юлым уңыр инеме икән – белмәйем.
Ғүмер буйы туған колхозында тир түккән, үҙе ете бала тәрбиәләп үҫтергән Әһәлиә апай, әлбиттә, төпсөгөнә яҡшылыҡ ҡына теләгәндер. Шулай ҙа ирекһеҙҙән ҡыҙының яҙмышын бөтөнләй икенсе йүнәлешкә бороп ебәргән. Ә инде Чернобыль атом электр станцияһындағы авария һөҙөмтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыу өсөн комсомол юлламаһы алған Илүсәһен илап оҙатып ҡала.
– 1987 йылда Нефтекамалағы училищела ашнаҡсы-кондитер һөнәре алғас, төҙөлә башлаған атом электр станцияһы ашханаһына эшкә ебәрҙеләр, – тип дауам итә һүҙен әңгәмәсем. – Уҡыуҙа, йәмәғәт тормошонда алдынғы булғанға, миңә ышаныс күрһәтелде. Ул саҡтарҙа Ағиҙелгә былай ғына килеп урынлашып булмай ине.
Көнбайыштағы Балтик диңгеҙенән көнсығыштағы Тымыҡ океанға тиклем йәйрәп ятҡан бөйөк илдең бөтә халҡы 1986 йылдағы Чернобыль фажиғәһен шәхси ҡайғыһылай ҡабул итә. Ҡара афәт һөҙөмтәләрен бөтөрөүҙә бер генә вәкиле булһа ла ҡатнашмаған ҡала йә район ҡалдымы икән элекке Советтар Союзында?! Бөгөнгө Рәсәйҙән генә лә унда булыусылар 250 меңдән ашыуыраҡ. Һәләкәт урынына хәрбиҙәрҙән һуң тәүгеләрҙән булып атом электр станцияларында эшләүселәр, уларҙы төҙөүселәр, шул иҫәптән ағиҙелдәр ҙә юл ала. Махсус командировкаға башта транспорт йөрөтөүселәр саҡырылһа, һуңынан башҡа тармаҡ эшсәндәренә лә сират етә. Хәйер, йәшерен-батырын түгел, кемделер мәжбүри оҙатһалар, бәғзеләр дәүләт әһәмиәтендәге эшкә үҙ теләге менән юллана.
– 1987 йылдың 7 сентябрендә Өфөнән Киевҡа остоҡ, – тип хәтер йомғағын тарата Илүсә ханым. – “Зеленый мыс” тип аталған биҫтәһендәге дөйөм ятаҡҡа урынлаштырҙылар. Припять ҡалаһы ике сәғәтлек юлда. Цинк менән көпләнгән автобустарҙа эшкә йөрөнөк. Һәр ерҙә хәрби һаҡсылар, бер нисә тикшереү пункты аша пропуск менән генә үткәрәләр. Һуңынан бар халыҡ телевизорҙан ҡараған ҡот осҡос күренештәрҙең тере шаһиты булдыҡ: бер йән эйәһе лә ҡалмаған өрәк-ҡала, ташланған машиналар...
Шартлауҙан һуң атом электр станцияһында таҙартыу, емерелгән энергия блогын саркофаг менән көпләү эштәре өс сменала алып барыла. Унда ҡатнашҡандарға Илүсә Сәхип ҡыҙы хеҙмәттәштәре менән көнөнә өс тапҡыр йылы аш әҙерләй. Ағиҙелдән генә улар ун бер кеше була. Ашхана эшсәндәренә лә махсус кейем, респиратор бирелә, уларҙы көн дә алмаштырып торалар. Һәр кем муйынына радиация күләмен күрһәткән прибор аҫып йөрөй, нурланыш кимәлен белгестәр дозиметрҙар менән үлсәп-тикшереп тора.
– Күптәр минең кеүек йәш ине, ҡайҙа һәм ниндәй шарттарҙа йөрөгәнгә еңелсәрәк ҡарағанбыҙ шул, – тип уйсанланып һүҙен дауам итә “чернобылсе” ҡатын. – Ҡурҡыу белмәй, нурланыу эҙемтәләре тураһында бөтөнләй тиерлек уйламай, ең һыҙғанып эшләнек. Өҫтәүенә, сменанан бушап, ятаҡҡа ҡайтҡас, бер ни булмағандай тансалар, уйын-көлкө ойоштора инек. Күп нәмәне аңлап етмәгәнбеҙ ул саҡта. Бөгөн төрлө уй килә башҡа, шомландырып та ҡуя. Бер генә изге теләгем бар: радиация эҙемтәһе үҙемдең, бигерәк тә ғәзиз балаларымдың һаулығында сағылыш тапмаһын ине.
Балаларына килгәндә, байрамдарҙа оло ғорурлыҡ менән күкрәгенә башҡалары янына “Әсәлек даны” миҙалын да таҡҡан Илүсә ханым ике ҡыҙ һәм өс малайға ғүмер биргән. Банк хеҙмәткәре булған тәүге ҡыҙы Лениза, былтыр кейәүгә сығып, Ҡазан ҡалаһында йәшәй. Оло улы Денис хәрби хеҙмәтен үтәгәс, Нефтекама нефть колледжында уҡый. Икенсе ҡыҙы Ләйсән Ҡазан федераль университетында политолог һөнәрен үҙләштерә. Улар, ата-әсәһенә оҡшап, маҡталып ҡына эшләп-уҡып йөрөй. Ағиҙел башҡорт гимназияһының VIII класында уҡыған Динар менән дүртенселәге Ленар ҙа — алдынғылар рәтендә.
Илүсә Сәхип ҡыҙы тормош иптәше Фоат Рәфҡәт улынан да уңған. Ғүмерлеккә һайлаған йәренең балаларына хәстәрлекле атай булыуы, үҙен ярты һүҙҙән аңлап, һәр яҡлап ҡәҙерләүе менән дә сикһеҙ бәхетле ул. Алыҫ Себер тарафтарына йөрөп эшләргә мәжбүр булған уҙаман һәр вахтаһынан һөйөклөләре янына ашҡынып ҡайта. Ир-егеткә төбәп әйтелгән нәсихәтте тулыһынса бойомға ашырырға ла ихлас тотонған ул. Үҙҙәренә бирелгән ер участкаһына ағас ултыртып сыҡҡан, әле өй һалыуын дауам итә – малайҙар үҫә бит!
Бөгөн дә күптәр һоҡланырлыҡ әүҙем тормошта йәшәгән биш бала әсәһе – “чернобылсе” Илүсә Хәбибова, ялт итеп торған фатирында туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлаған әсәһен ҡарап-тәрбиәләүҙән тыш, башҡорт гимназияһының ата-әсәләр комитеты рәйесе лә. Тамада сифатында күңелле итеп төрлө мәжлестәр, туй һәм юбилей тантаналары ла үткәрә. Әммә шөғөлдәренең иң мөһиме һәм башҡаларға кәрәклеһе тип Илүсә Сәхип ҡыҙы “Чернобыль союзы” йәмәғәт ойошмаһының урындағы бүлексәһендәге эшмәкәрлеген һанай. Бөгөн Ағиҙелдә 65 “ликвидатор” йәшәй, уларҙың иң йәше 46-ла булһа, олоһо – 72-лә. Был категорияға индерелгәндәр тейешле медицина ярҙамы ала, билдәләнгән ташламаларҙан файҙалана. Барыһы ла торлаҡ менән тәьмин ителгән. Шулай ҙа төрлө мәсьәләләр сығып тора. Уларҙы хәл итеү хәстәрен үҙенә йөкмәгән дә инде бар яҡтан әүҙем Хәбибова.
– Ҡала хакимиәте башлығы Олег Крысин, уның урынбаҫары Илмир Ялаловтың даими иғтибарын тоябыҙ, – ти “чернобылселәр” исеменән Илүсә Сәхип ҡыҙы. – Яңы ғына бөгөнгө иҫтәлекле көн хөрмәтенә һәр йылдағыса осрашыу үткәрҙек. Ҡала етәкселегенең ярҙамы һөҙөмтәһендә күптән уйлап йөрөгән ниәтебеҙ ҙә тормошҡа аша: Чернобыль фажиғәһенең 30 йыллығы айҡанлы “ликвидатор”ҙар хөрмәтенә һәйкәл асыласаҡ, әлегә ул буласаҡ урынға махсус таш ҡуябыҙ.
Шулай изге эштәр менән мәшғүл Илүсә Хәбибоваға, яҡындарына һәм уның фекерҙәштәренә уңыштар юлдаш булһын.


Ришат ҒӘЙНУЛЛИН, инвалидтарҙың “Чернобыль союзы” республика йәмәғәт ойошмаһы идараһы рәйесе:
— 2013 йыл беҙҙең йәмәғәтселек ойошмаһы өсөн бик ҡатмарлы, көсөргәнешле булды. Үҙебеҙҙең хоҡуҡтарыбыҙҙы яҡлар өсөн власть органдары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иттек, райондарға командировкаларға сыҡтыҡ, осрашыуҙар ойошторҙоҡ. Әңгәмәләр барышында күп кенә “чернобылсе”ләрҙең үҙ хоҡуҡтарын бөтөнләй белмәүе, ташламаларҙан файҙаланмауы асыҡланды.
Фатир-йортҡа мохтаждар исемлегендә әле 97 кеше тора. Былтыр 61 кеше торлаҡҡа сертификат алды. Яҡынса социаль түләүҙәр суммаһы иҫәпләнгән. Йәнә бер мәсьәлә тураһында әйтеп үтке килә: илдең башҡа төбәктәрендә бер кешегә санитар норма буйынса 18 квадрат метр торлаҡ майҙаны тейеш булһа, беҙҙә был һан 14-те генә тәшкил итә. Бер үк Рәсәйҙә, бер үк закондар буйынса йәшәйбеҙ, тик был хәлде әлегә ыңғай яҡҡа үҙгәртә алмайбыҙ.
Элек шифаханаларҙа сәләмәтлекте нығытыу мөмкинлеге ҙур ине, былтыр иһә 228 кеше юллама һорап мөрәжәғәт итһә лә, ни бары 84-е генә һаулығын нығытып ҡайтты. Тәүҙәрәк медицина хеҙмәтләндереүенә дәғүә булманы, ә төрлө район поликлиникаларына беркеткәс, беҙгә иғтибар ҙа, хеҙмәтләндереү сифаты ла бермә-бер кәмене. Күптәр бит инвалидлыҡ юллай алмай яфалана, кабинеттар буйлап меҫкенләнеп йөрөргә уларҙың хәле лә, теләге лә юҡ. Бындай битарафлыҡҡа, һалҡын мөнәсәбәткә лайыҡ түгел ветерандар. Башҡа төбәктәрҙә “ликвидатор”ҙарҙың 80 проценты самаһына инвалидлыҡ бирелһә, беҙҙә улар ни бары 10 процент тирәһе генә. Йәшләй генә сәләмәтлеген ғүмерлеккә юғалтҡан, ил именлеге хаҡына яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған кешеләр ҙурыраҡ баһаға, хәстәрлеккә лайыҡ тип иҫәпләйем.

Ансар НУРЕТДИНОВ,
“Башҡортостан”дың
үҙ хәбәрсеһе.


Район: Ағиҙел ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә