Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ер ҙә ҡурсалауға мохтаж
Ер ҙә ҡурсалауға мохтаж
“Дружба” йәмғиәтендә был көнгә етди әҙерләнгәндәр, һынатып, йөҙ ҡыҙарырлыҡ булмаһын тип тырышыуҙары хужалыҡҡа аяҡ баҫҡас уҡ күренә. Башҡаса мөмкин дә түгел, сөнки ергә һәм хеҙмәтсәндәргә бәйле сара етди, яҙғы сәсеү ҙә кисектереп тора торған эш түгел. Ә килеүселәр күп ине, хатта ҡырмыҫҡа иләүеләй гөж килеп торҙолар тиергә мөмкин. Ауыл хужалығы идаралығы, мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре, ауыл биләмәһе хакимиәте башлыҡтары, хужалыҡ етәкселәре, белгестәр, фермерҙар һәм Өфөнән ғалимдар йыйылды агрономия конференцияһына.

“Яңы Казанковка” бүлексәһендә машина-трактор паркын, сәсеүгә әҙерләнгән орлоҡ менән танышыуҙан башланды сара. Техника күп төрлө, сит илдән алынғандары ла, үҙебеҙҙә етештерелгәндәре лә бар. Уларҙың һәр береһе тураһында инженерҙар тулы мәғлүмәт бирҙе, өҫтөнлөктәрен ентекле аңлатты.
— Үҙегеҙ яҡшы беләһегеҙ, юғары етештереүсәнле заманса техника ҡулланғанда сығым аҙ була, етмәһә, ҡыҫҡа ваҡытта һәм сифатлы итеп атҡарыла, — тип комбайндарҙы, тағылма ҡорамалдарҙы яңыртыу кәрәклегенә иғтибарҙы йүнәлтте хужалыҡ етәксеһе Аҫылбәк Алмашев.
Орлоҡ һаҡланған ангарҙа “Сингента” фирмаһы продукцияһынан торған бай күргәҙмә лә ойошторолғайны. Гибрид орлоҡтар, үҫемлектәргә ашламалар менән дә ихлас танышты сарала ҡатнашҡандар. “Дружба” йәмғиәтенең баш агрономы Рәшит Кәримов, сорттарҙың ҡайһыһына өҫтөнлөк бирәсәктәре, сәсеүлек майҙандарын нисек файҙаланасаҡтары хаҡында әйтеп, тәжрибә уртаҡлашты.
Конференцияның икенсе өлөшө Сәйет мәҙәниәт клубында дауам итте. Район хакимиәте башлығы Малик Вахитов хужалыҡтарҙың эшмәкәрлегенә баһа биреү менән генә сикләнмәне, агротехнологик сараларҙы дөрөҫ үтәү кәрәклегенә етди иғтибар итергә ҡушты.
— Һәр баҫыу, тупраҡ составы үҙенсәлекле, шуға күрә бөтә майҙанды бер төрлө алым менән эшкәртергә, бер үк сортлы орлоҡ сәсергә, ашлама ҡулланырға ярамай. Агрономия өлкәһенә ижади ҡарарға өйрәнегеҙ, ғалимдарҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалырға, йылдар буйы тәжрибә тупларға кәрәк. Сәсеү ваҡытында һәм тотҡарлыҡһыҙ башҡарылһа, йылдың нисек килеүенә ҡарамай, мул уңыш алырға мөмкин, — тип һауа торошона һылтаныуҙың урынһыҙлығына ишараланы Малик Шакир улы.
Район башлығы һәр хужалыҡ етәксеһенә хеҙмәт кешеһен ҡәҙерләргә, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен күҙәтергә, механизаторҙарға уңайлы эш шарттары тыуҙырырға ҡушты.
Аҫылбәк Алмашев әйтеүенсә, уларҙа 190 эшсән иҫәпләнә. Механизаторҙар медицина тикшереүе үткән, махсус эш кейеме, һаҡлыҡ саралары менән тәьмин ителгән. 9027 гектар һөрөнтө ерҙең 55 процентын иген культуралары биләйәсәк. Көҙҙән кондициялы, юғары сифатлы орлоҡ һатып алынған. Сәсеү агрегаттары тулыһынса төҙәтелгән. Баҫыуҙарҙың 80 проценты сығымһыҙ технология буйынса сәселәсәк. Ғөмүмән, яҙғы эштәрҙе 10-12 көндә атҡарырға ниәтләйҙәр.
Республикала Мәләүез районы үҫемлекселек тармағы буйынса алдынғыларҙан һанала. Быға былтыр Башҡортостан Хөкүмәте Дипломы менән бүләкләнеүе лә дәлил. Көҙ хужалыҡтар 17300 гектар майҙанда ужым культуралары сәсеп ҡалдырғайны, улар яҡшы ҡышлаған. Төбәктә 9700 тонна орлоҡ тупланған, шуның 10 проценты — юғары сифатлы. Әйткәндәй, Салауат исемендәге, “Һуҡайлы” кооперативтары, “Ергән” МТС-ы, “Дружба” йәмғиәте орлоҡ яңыртыуға ҙур иғтибар бирә. Мал аҙығына тигән үҫемлек сәселәсәк майҙандар күләме артасаҡ. Һуңғы йылдарҙа серетмәнең уңдырышлылығы һиҙелерлек кәмегән. Тупраҡты тиреҫ һәм минералдар менән ашлау хаҡында ла етди һөйләшеү булды.
Башҡортостан агросәнәғәт комплексының алдынғы үҫемлекселек технологиялары һәм мелиорация бүлеге начальнигы Ирек Сураҡовтың сығышы ҡыҙыҡһыныу уятты. Ул үҫемлекселек өлкәһендәге программалар буйынса ҡаралған субсидиялар менән таныштырҙы. “Таҙа баҫыу”, “Ауыл хужалығын үҫтереү”, “Тупраҡты һаҡлау”, “Мелиорация” программалары буйынса юғары сифатлы орлоҡ һатып алыуға, шәкәр сөгөлдөрөнән мул уңыш йыйыуға быйыл да субсидия биреләсәк.
Үҫемлекселек тармағы йыл һайын байтаҡ үҙгәреш кисерә, уға ҡулайлашырға, дөрөҫ ысулдар, ашламалар һайлай белергә, сәсеүлек әйләнешен агронормаларға тура килтереп төҙөргә кәрәк. Шуға ла ғалимдар менән ауыл хужалығы эшсәндәре араһындағы бәйләнеште артабан да нығытыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу — заман талабы.


Автор: Әлиә ӘМИРОВА. Район: Мәләүез районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә