Ашҡаҙар йылғаһы буйында урынлашҡан Суртанлыкүл ауылының бер өлөшөн халыҡ Утар тип атап йөрөтә. Йылғаға ярымутрау һымағыраҡ инеп үк ултырған был урын үҙенең тәбиғи матурлығы менән башҡа тирәнән айырылып тора. Уның бер яҡ ситен ҡайын ағастарынан ғына торған ҙур булмаған урман сикләһә, икенсе яғында ярҙарын ҡамыш баҫҡан йомро ғына күл йәйрәп ята. Был күлгә яҙғы ташҡында Ашҡаҙарҙан бик күпләп балыҡ инеп ҡала. Уларҙы йыл әйләнәһенә ошо һыу ятҡылығына исем биргән иҫәпһеҙ-һанһыҙ суртандар ҙа, ауыл халҡы ла тотоп рәхәтләнә.
Тирә-яғы урманлы ла, йылғалы ла, күлле лә Утар бынан етмеш йыл самаһы элек йәй башынан ҡара көҙгәсә быҙау-фәлән генә йөрөгән туғай булған. Уҙған быуаттың 40-сы яҙында унда тәүге нигеҙ ташы һалына. Күрше булып йәшәгән Зиннәт менән Хәйрулла ағайҙар, инде буй еткергән бер тиҫтер улдары Харис менән Шәрифулланы өйләндереп, башҡа сығарыу маҡсатында бында йорт төҙөргә тотона. Башланған эш – бөткән эш: бер йыл эсендә туғайҙа ыҡсым ғына ике йорт ҡалҡып сыға. Теүәл бер йылдан, 1941 йылдың июнендә, Харис менән Шәрифулла күрше Юлдаш ауылынан килен төшөрөп, яңы йорттарға күсеп сыға, һәм ауыл халҡы был урынға Утар тигән исем дә тағып ҡуя.
Кәләш ҡосағын аҙна-ун көн самаһы ғына татып ҡала ике йәш ир. Һуғыш башланыу менән Харис Гөлбикәһен, Шәрифулла Әсмәһен ҡалдырып, фронтҡа китеп тә бара. Хушлашҡанда: “Өйҙәребеҙҙе буш тотмағыҙ, һыуытмағыҙ, беҙ оҙаҡламабыҙ”, – ти улар йәш йәрҙәренә. Биргән вәғәҙәләренә тоғро ҡалып, Гөлбикә менән Әсмә ауылдарына ла ҡайтып китмәй, күпме өгөтләһәләр ҙә, ҡайны-ҡәйнә йортона ла күсенмәй, үҙ мөйөштәрендә яңғыҙ йәшәй бирә.
Был яҡтарҙа утын яғы бик наҡыҫ булғанлыҡтан, тәүге ҡыштан уҡ бергә, бер өйҙә ҡышлай ике йәш ҡатын. Яҙ башында, тормоштарына йәм өҫтәп, Әсмәнең бәпесе лә донъяға килә. Мулла саҡырып, яңы тыуған сабыйға Зәлифә тип исем дә ҡушалар. Үҙенең ауырға уҙа алмай ҡалыуына Гөлбикәнең эсе бер аҙ көтөрләһә лә, Әсмәнең балаһын үҙенекеләй күреп тәрбиәләшә, сабыйға икенсе әсә була тиһәң дә ярай. Шул уҡ ваҡытта, Харис ҡайтыу менән бер-бер артлы үҙемдекеләрҙе лә табырмын әле, тип йыуана. Яңы йорттарына ҡот-бәрәкәт өҫтәп, сабый артынса уҡ үҙҙәре эйәртеп килгән таналары ла бер-бер артлы быҙаулап бирә. Былары ла тормоштарына – ҡыуаныслы мәшәҡәт, табындарына һөт-ҡатыҡ сифатында һый өҫтәй. Әлбиттә, быҙауҡайҙар ныҡлап аяҡҡа баҫыу менән колхоз тартып алды, һөттәренең дә күп өлөшө майға әйләндерелеп, “закуп”ҡа китә торҙо, әммә ҡалғаны тамаҡҡа ярайһы уҡ терәк булды.
Һуғыш осоронда ҡарт-ҡоро, бала-саға, ҡатын-ҡыҙ, бигерәк тә ауыл кешеһе күргән ыҙа хаҡында һөйләп тә, яҙып та аңлатып булмайҙыр, моғайын. Уны кисергәндәр ҙә бит бер-ике ауыҙ һүҙ менән “үҙәктәргә үтте инде” тип кенә ҡуя. Бына шул үҙәккә үтерлек тормош Гөлбикә менән Әсмәне лә урап уҙманы. Ике йәш ҡатын уның ҡап уртаһында ҡайнарға мәжбүр ине. Барса халыҡ кеүек үк, Гөлбикә менән Әсмәне лә киләсәккә өмөт, еңеүгә һәм яҡындары менән ҡауышасаҡтарына ышаныс, сабырлыҡ, сыҙамлыҡ, күтәрә алмаҫтайҙы күтәрерлек көс йәшәтте.
Яңғыҙҙары дүртенсе яҙҙы ҡаршылағанда Гөлбикәнең ишеген беренсе ҡайғы ҡаҡты. Күҙ терәп торған Алаҡайы, быҙаулай алмай, үлеп ҡуйҙы. Бәлә яңғыҙ йөрөмәй, тиҙәр һәм уның да ниндәйе бит әле — һыйырһыҙ ҡалыуына аҙна-ун көн дә үтмәне, ҡатындың ҡулына “ҡара ҡағыҙ” тотторҙолар. Ҡапылдан йөрәгенә бысаҡ ҡаҙалғандай тойһа ла, аҙыраҡ иҫ йыйғас, “был – буш хәбәр, Харисым тере, ул үлергә тейеш түгел” тип күңелен йыуатты йәш ҡатын һәм шул һүҙҙәренә үҙен ышандыра алды.
Гөлбикә өсөн болоҡһоу башланып киткән яҙ барыһы өсөн дә шатлыҡ килтергән Бөйөк Еңеү яҙы булған икән дә. Ниместәрҙең баш һалыуын ишеткәс, йәш ҡатындың да ҡыуанысының сиге булманы, хатта нисәмә ай йөрәген тырнаған үлем хәбәренән һурылған йөҙө лә яҡтырып китте. Алла бойорһа, Харисым да тиҙ арала ҡайтып етер, тип ирен түҙемһеҙләнеп көтөргә тотондо. Ауыл ҡапҡаһынан килеп ингән һәр һалдат уның өмөтөн нығытҡандан-нығытты. Әсмә менән бер рәттән көн дә иҙән-тупһаларын йыуып, оҙаҡламай ҡәҙерле кешеһенең башы терәләсәк яҫтыҡ-түшәктәрен ҡабартты.
Күрше Әсмәнең хәләле Шәрифулла, ҡулына ике ҙур сумаҙан тотоп, арҡаһына тауҙай биштәр тағып, июнь уртаһында өйөнә ҡайтып төштө. Уның ҡапҡанан инеп барғанын күреү менән Гөлбикәнең йөрәге урынынан ҡупты, артынса уҡ Харисы ла күренер тип кис булғансы оло юлдан күҙен алманы. Әсмәләргә иң һуңынан, һалдат күрергә килгән ауыл халҡы таралышып бөткәс кенә, инде.
– Ҡайҙа йөрөйһөң ул, иң алдан йүгереп кереп, сәй-фәлән әҙерләшергә ярҙамлашырһың, тиһәм, – тип шелтәләй биреберәк ҡаршы алды уны Әсмә.
– Ҡайынлыҡта ҡороған ботаҡ-һатаҡты утынға йыйып йөрөгәйнем, – тигән булды Гөлбикә ялғанлауына ҡыҙара биреп һәм өҫтәл янындағы ултырғыста алдына Зәлифәне алып ултырған Шәрифулла менән барып күреште.
Һалдат күстәнәсенән ауыҙ ит, тип хужалар Гөлбикәне табынға саҡырҙы. Инде ярайһы уҡ ҡыҙып алған Шәрифулла, күкрәгендәге берҙән-бер миҙалды борғослап ултырған Зәлифәне алдынан төшөрөп, яртылаш буш шешәнән сынаяҡтарға араҡы ҡойҙо.
– Харис иптәш үлеп ҡалған икән, ауыр тупрағы еңел булһын. Әйҙәгеҙ, уны иҫкә алайыҡ. – Ул сынаяҡтарҙы ҡатындарға тотторҙо һәм үҙенекен бер тынала эсеп тә ҡуйҙы.
Шәрифулланың һүҙҙәре Гөлбикәнең йөрәгенә энәләй ҡаҙалды. Күршеһенең иҫән-имен әйләнеп ҡайтҡанына ихлас ҡыуанғайны бит. Ә был һүҙҙәре... Ғүмерҙә араҡының тәмен дә татып ҡарамаған Гөлбикә сынаяҡтағын бөтөрә эсте лә ҡуйҙы. Хатта ҡапылдан: “Ялғанды һөйләп ултырма, оятһыҙ!” – тип ҡысҡырғыһы килде.
Ә инде Шәрифулланың: “Ҡайғырма, йәшһең, сибәрһең, берәйһен яусыларбыҙ үҙеңә”, – тип шырт баҫҡан яңағын һыпырғылауы ҡатынды бөтөнләй сығырынан-сығара яҙҙы. Шулай ҙа Гөлбикә үҙен тыйырға көс тапты. “Һинең иптәшлегең... Был һүҙҙәрҙе Харис ишетһә, ни эшләр ине икән, бахырҡай“, – тип уйлауҙан уҙманы.
– Ә быныһын минең иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуым өсөн күтәрәйек. – Шәрифулла сынаяҡтарға тағы араҡы ҡойҙо.
Уныһын да бөткәнсе эсеп ҡуйҙы Гөлбикә. Тик ниңәлер араҡы алманы уны, башы ғына бер аҙ томанланды һәм шул томан аша ишетелгән ҡыҙарып-бүртенеп ултырған күрше ирҙең: “Ахмаҡтар ут эсенә инеп ҡан ҡойҙо, ә минең кеүек аҡыллыраҡтар интендант булып, уларға кейем-һалым, аҙыҡ-түлек хәстәрләп кенә йөрөп, май эсендә йөҙҙө”, – тип мығырҙауы Шәрифулланан дошман яһаны.
Әсмәләрҙән сыҡҡанда ҡулына тағы “ҡара ҡағыҙ” тотторғандай хис итте Гөлбикә үҙен. Ҡайтып түшәгенә йығылғас, төнө буйы әсе күҙ йәштәре менән иланы ла иланы ул. Таң алдынан ғына йоҡоға китеп, үҙендә ниндәйҙер бушлыҡ, төшөнкөлөк тойоп уянды һәм уларҙың үҙен ғүмер буйы оҙатып йөрөйәсәген күңеленә көсләп тигәндәй төшөндөрҙө.
Һуғыштан һуңғы йылдар ҙа үҙенең юҡлығы, бөткөһөҙ ауыр эше менән халыҡтың эс-бауырын ярайһы уҡ өҙҙө. Шулай ҙа яҡшыға өмөтләнеп, әҙәм балаһы барыһына ла түҙҙе. Ир-атлы ғаиләгә йәшәү яңғыҙ ҡатын-ҡыҙға ҡарағанда байтаҡҡа еңелерәк ине, әлбиттә. Ни тиһәң дә, бисә-сәсә ирҙәр эшенән бушап, йорт-ҡура тирәһендә була, ғаиләһен хәстәрләй. Ир колхоз эшендә йөрөгәс, тегенеһе-быныһы ла йортҡа ҡайтып тора, таяныр ерең дә була. Ир-атлы йорт – бағаналы ҡапҡа, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит. Ана, Шәрифуллаһы ҡайтыу менән Әсмә лә ныҡлап тын алып ҡалды. Төҫ-башы ла күҙ менән ҡаш араһында йомроланды, тиҙ арала малай таба һалып, инде өсөнсөгә ауырлы йөрөй. Тамағы ла ярайһы һыйлы, өҫ-башы ла бөтәйҙе, тиерлек. Бигерәк тә ирен бригадир итеп ҡуйғас, тормоштары күҙгә күренеп һәйбәтләнде.
Яңғыҙ ҡатынға иһә донъя йөгөн мисәүгә егелеп тартырға тура килә. Ул ҡышҡылыҡҡа яғырға баҫым баҫтырып, тиҙәк һуғыу, колхоз сапҡандан ҡалған таҡы-тоҡо ерҙә сүпләп бесән әҙерләү, ҡош-ҡортон, мал-тыуарын тәрбиәләү, яҙҙан көҙгә тиклем картуф баҡсаһында соҡоноу – һанай китһәң, эш, береһе өҫтөнә береһе өйөлөп, ғүмерҙә баш күтәрмәҫлек дәрәжәлә. Иң йонсотҡаны, ыҙалатҡаны – осо-башы күренмәгән колхоз эше. Файҙаһы булһа, тағы бер хәл – инде нисәмә йыл, таяҡ аҫтында таяҡҡа эшләп, ғүмерҙәре заяға үтә. Өләшкән игендәре лә күберәге елгәргәндән ҡалғаны. Ныҡлап бер ай ашарға ла етмәй. Ярай әле кәзә аҫрап, мамығынан шәл бәйләп һатып, халыҡ аҙмы-күпме табыш ала.
Гөлбикәнең дә күҙ терәп торғаны кәзәләре булды. Ҡайһы бер йылда биш-алты башҡа ла еткергеләп ҡуйҙы уларҙың һанын. Бәрәстәрҙең тәкәләре үҫеп, көҙөн һуғымға һуйыла барҙы. Ә орғасыларын нәҫелгә ҡалдырҙы. Шул кәзәләрҙең мамығын тарап, аялап, иләп, көҙгө-ҡышҡы оҙон төндәрен шәл бәйләп уҙғарҙы. Ауыл ҡатындары бәйләгән шәлдәрен башлыса Стәрле баҙарына сығарып һата ине. Ә Гөлбикәнекен иһә йыл да Азиянан ҡайтып йөрөгән ауылдаштары Хәмдүнә алып китә торҙо. “Шәлдәрең үтемле һинең. Тигеҙ ҙә, тығыҙ ҙа бәйләйһең, биҙәктәре лә матур”, – тип шунда уҡ аҡсаһын да ҡулына тоттора. Тегендә барғас, үҙе ике-өс тапҡырға арттырып осоралыр инде үзбәк бисәләренә Гөлбикәнең күҙ нурҙары ҡойолған шәлдәрҙе. Осорһа-осорһон әйҙә, тере аҡса бирә бит, колхоздың елгәргәндән ҡалған игене түгел. Аҡсалар кәрәк-яраҡ алырға ла, түләүҙәрен түләргә лә бик ярап ҡала ине. Ҡыҫҡаһы, осто-осҡа ялғарға етте. Тәне яланғас, тамағы бик үк ас булмаһа ла, яңғыҙлығы үҙәгенә үтеп, һәр саҡ йөрәген өйкәп торҙо. Харистан ауырға ҡала алмағанына ҡат-ҡат үкенде. Балаһы булһа, тормошо бөтөнләй икенсе төҫ алыр ине лә бит. Яҙмышы башҡасараҡ яҙылған икән шул уның.
Һуңғы араларҙа Гөлбикәнең башына: “Ғүмер буйына бер яңғыҙым йәшәп булмаҫ, әллә үҙемә ымһынып йөрөгән ирҙәрҙең берәйһен әүрәтеп, буйға уҙайыммы икән”, – тигән уй йыш килгеләне. Ләкин баҙнаты етмәйәсәген тойоп, ул йүнһеҙ уйҙы башынан ҡыуырға тырышты. Яңғыҙлыҡтан ҡасып йыш ҡына күршеләренә инеп, Әсмәнең балаларын ҡарашты, шулар менән аралашып, аҙ-маҙ күңелен баҫты.
Ҡырҡ етенсе йылдың август айындағы һалҡын ямғырлы бер көнөндә ҡапылдан ғына тәҙрәгә күҙ һалған Гөлбикә үҙҙәренә инеп килгән бер ирҙең шәүләһен күреп ҡалды. Уның шинелдә булыуын һәм арҡаһына һалдат биштәре лә аҫҡанын шәйләп: “Әллә... Йә Хоҙай, Харисым!” – тигән уй ҡапылдан йөрәген семетә һалды. “Инергә мөмкинме?” – Ишек шаҡыған тауыштың бөтөнләй ят булыуы йәш ҡатынды шунда уҡ тәүге уйынан һүрелтте. Гөлбикә келәне үҙе барып асты.
(Дауамы бар).