Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һәр дәүер гәзите менән көслө
Һәр дәүер  гәзите менән көслө
Матбуғат ҙур ҡеүәткә эйә. Шуның өсөн дә борон-борондан, бәләкәй генә дәүләтме, милли ойошмамы, барыһы ла иң элек гәзитен булдырған, йәғни үҙе хаҡында барлыҡ донъяға хәбәр таратҡан. Һәр баҫма үҙенсәлекле йөҙө, йөкмәткеһе, ораны менән иғтибарҙы йәлеп иткән.

Гәзиттәрҙең барыһы ла үҙ дәүләтенең мәнфәғәттәрен алға һөрә, уға хеҙмәт итә. Ә инде йөкмәткеһе, уҡымлылығы урындағы халыҡтың әүҙемлегенә бәйле. Тимәк, матбуғат баҫмаһы — мөхәрририәттеке генә түгел, ә тотош халыҡтыҡы. Үҙ заманында В.В. Ленин: "Гәзит — халыҡтың трибунаһы", — тип юҡҡа ғына әйтмәгән.
Матбуғат баҫмаһын "тарихи йылъяҙма алып барыусы" тип тә атап булыр ине. Донъялағы һәр яңылыҡ тиерлек сағылыш таба унда, өҫтәүенә гәзит был ваҡиғаларҙың эсендә ҡайнап йәшәй, ыңғай үҙгәрештәргә үҙ өлөшөн индерә. Мәғлүм булыуынса, Октябрь революцияһы осоронда баҫмаларҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ булған, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла һалдаттар гәзитһеҙ тормаған. Икенсеһендә "Красная звезда" фронттағы һәр яугиргә ҙур рухи ярҙам күрһәткән, уның иң көслө хәбәрселәре Борис Полевой һәм Константин Симоновтың исеме киң таралған. Еңеүгә әйҙәү, айырым һалдаттарҙың батырлығын өлгө итеп күрһәтеү һәм башҡа изге маҡсатта сығарылған гәзитте ҡулдан ҡулға йөрөтөп уҡығандар.
Беҙҙең республикала төҙөлгән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында ла тәүге көндәрҙән үк туған телебеҙҙә "Ҡыҙыл атлылар" исемле гәзит сыға башлаған. Уның орандары — "Немец оккупанттарына — үлем!" һәм "Үҙең уҡығас, иптәшеңә бир!" Мөхәррире итеп яҙыусы Али Карнай тәғәйенләнгән. М.М. Шайморатовтың талабы буйынса фронт гәзитендә эшләгән хәбәрселәр һалдаттарҙың ауыр фронт шарттарында күрһәткән ҡыйыулығын матур тел менән асыҡ, дөрөҫ итеп яҡтырта белергә тейеш булған, сөнки һәр батырлыҡтың яугирҙәрҙе рухландырыуы мөһим.
Был баҫманың ҡайһы бер һандары әле дивизияның музейында һаҡлана.
Тимәк, һәр дәүер, осор үҙенең матбуғат баҫмаһы менән көслө. Бөгөн дә республикабыҙҙың гәзит һәм журналдары тормошобоҙҙа лайыҡлы урын биләй. Мәҡәләмдә баҫмаларҙың төрлө мәсьәләне хәл итеүгә индергән өлөшө хаҡында төплөрәк бәйән итмәксемен.
Был ваҡиға 1957 йылда булды. Силәбе өлкәһендә уҡытып йөрөй инем. Заманы шундай: китапханаларҙа ла, мәктәптәрҙә лә башҡорт телендә әҙәби китаптар юҡ. Шулай ҙа "Совет Башҡортостаны"нда баҫылып сыҡҡан "Силәбе өлкәһендә башҡорт китаптары ни эшләп юҡ?" тигән мәҡәләм тәьҫирһеҙ ҡалманы: Ҡоншаҡ районына китаптар ебәрҙеләр. 1997 йылда Салауат Юлаев һәйкәле эргәһен эт ояһына әйләндереүҙәре тураһында "Йәшлек" гәзитенә "Беҙ кемгә әйләндек?" тигән бәләкәй генә мәҡәлә яҙғайным. Унан һуң "Башҡортостан"да Рәшит Солтангәрәев "Беҙ элек унда бейей торғайныҡ" тип исемләнгән күләмле яҙмаһын баҫтырҙы. Һөҙөмтәһе барыбыҙға ла билдәле: һәйкәл эргәһен гөл баҡсаһына әйләндерҙеләр.
2006 йыл. Мәләүез ҡалаһынан килгән һеңлем менән “Башҡортса дини календарь" эҙләйбеҙ. Бер ерҙә лә юҡ. Нәшриәткә килдек. Ниңә "Башҡортса дини календарь" юҡ?" тигән һорауыбыҙға бер хеҙмәткәр: "Барын алығыҙ, юғын һорап йөрөмәгеҙ!" – тип яуапланы. Ваҡиға тыуҙырған хис-тойғом "Башҡортостан"да баҫылған "Өфө буйлап — китап эҙләп" тигән мәҡәләмдә сағылыш тапты. Һөҙөмтәлә хәҙер бына нисә йыл инде "Дини календарь" Яңы йылға тиклем донъя күрә, уны һәр башҡорт үҙ телендә уҡып ҡыуана.
2007 йыл. Мәләүез ҡалаһында тыштан ялтырап торған, ә эсендә эт бәйләһәң торғоһоҙ, емерек, бысраҡ өйҙәр барлығына шаһит булдым. Ошо хаҡтағы мәҡәләмдән һуң эш яйға һалынды, халыҡ рәхмәт әйтте. Ғөмүмән, яҙа китһәң, бындай осраҡтар байтаҡ.
Хәҙер гәзиттәрҙә яҡшы ойошма-предприятиеның эше, уларҙың етәкселәре тураһында күп яҙыла. Колхоз-совхоз тарҡалғас, өлгө булырлыҡ фермерҙар үҫеп сыҡты, уларҙы маҡтап телгә алыу ҙа башҡаларға ыңғай өлгө күрһәтә. Былтыр "Башҡортостан" гәзитенең барлыҡ республиканың һөнәрмәндәре менән таныштырыуы ифрат отошло, ҡыуаныслы булды. Был эштәрҙең береһе лә ерле юҡтан башҡарылмай, ә бер-берең менән тәжрибә уртаҡлашып, яңы тормош шарттарына яраҡлашып йәшәргә өйрәтә.
Ысынлап та, гәзит — халыҡ трибунаһы. Унда төрлө кешенең шатлығы, уңыш-ҡаҙанышы урын ала, тормоштағы етешһеҙлектәр ҙә сағылыш тапмай ҡалмай. Яҙмалар буйынса теге йәки был хәлдең ыңғай яҡҡа үҙгәреүе айырыуса һөйөнөслө, был баҫманың ҡеүәтен күрһәтә, әһәмиәтен арттыра.
Бына шунда инде гәзиттең тылсымлы көсө. Һәр уҡыусының уның тормошонда әүҙем ҡатнашыуы зарур. Һәр баҫма — халыҡтыҡы, шуның өсөн дә бит уны "халыҡсан" тип атайбыҙ. Ошо бәйләнеш өҙөлмәһен, ауыр саҡтарҙа бер-беребеҙҙе күтәреп, аңлап, хәстәрләп йәшәһәк ине, хөрмәтле йәмәғәт.


Автор: Ләлә БЕЙЕШЕВА. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә