Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Илаҡ Йәмилә нисек сыныҡты
Илаҡ Йәмилә нисек сыныҡты
Сталинград ҡалаһы өсөн барған алыш – Бөйөк Ватан һуғышы тарихында иң ҡанлы биттәрҙең береһе. Дәһшәтле яу 1942 йылдың 17 июленән алып 1943 йылдың 2 февраленә тиклем бара. Бында 300 меңлек дошман ғәскәре тар-мар ителә.

Һуғыш башланғанда атайым йылҡы көтә ине. Ауылдан иң көслө аттарҙы вагондарға тейәп алып киттеләр. Халыҡ ир-егеттәрҙе оҙатҡанда нисек һығылып илаһа, аттар менән хушлашҡанда ла шул уҡ хәл булды. Шулай итеп, малҡайҙар ҙа ил һаҡларға китте, ҡыҙ-ҡырҡын, юл доғаларын уҡып, ирҙәребеҙ, уландарыбыҙ еңеү менән иҫән-һау ҡайтһын, тип теләп ҡалды. Сират беҙгә – ҡатын-ҡыҙға етте.
Миңә ни бары 16 йәш. Ауылда – илау-һыҡтау. Көн һайын кемгәлер "ҡара ҡағыҙ" йә иһә өсмөйөшлө хат килә. Минән рөхсәт тә һорап торманылар. "Ҡыҙым, илгә төшкән бәләне бергә күтәрергә кәрәк, ғүмерең бөтмәһә, әйләнеп ҡайтырһың. Беҙҙең халыҡ бер ваҡытта ла ауырлыҡ алдында баш эймәгән. Ниндәй көслө Наполеонды өңөнә тиклем ҡыуғанбыҙ, хатта Кутузов халҡыбыҙҙың ҡыйыулығына һоҡланған. Был ҡәһәр һуҡҡыры орсоҡ кеүек кенә Гитлерҙы һис шикһеҙ еңәсәкбеҙ, ҡыҙым". Атайымдың фатихаһы миңә дәрт-көс бирҙе.
Сентябрь айының матур көнө ине. Арлар ауылынан Хәсбиямал (уға 22 йәш), Көҙәндән Сабира апайҙар менән осраштыҡ. Араларында мин – иң бәләкәйе, оҙон сәслемен, үтә ябыҡмын. Тегеләр мине ҡыҙғана. "Эй балаҡай, нисек кенә түҙерһең икән, ниндәй ҙур ауырлыҡтар көткәнен күҙ алдыңа ла килтермәйһең бит", — тип көрһөнәләр. “Ярай, кеше күргәнде күрермен”, — тип сер бирмәгән булам. Ишембайҙа беҙҙе вагондарға ултырттылар. Һәр станцияла өҫтәлә барып, 300 кешегә еттек. Юлда 22 көн үтте. Сталинградҡа яҡынлашҡан һайын донъяны ҡараңғылыҡ ҡаплай барған һымаҡ. Килеп төшкәс, үҙебеҙҙе үлем усағына эләккәндәй тойҙоҡ, һөйләп аңлатырлыҡ түгел ул күренеште. Хоҙай күрһәтмәһен ундай тамуҡты күрергә. Бөтә донъя – ҡап-ҡара күмер, мәйет еҫе аңҡый. Беҙҙе Павлов өйө генә имен ҡаршыланы, уныһы ла пуляларҙан тишелеп бөткән.
Ирекһеҙҙән күҙҙәремде йомоп, төрлө сәскәләргә күмелгән Шиҙе буйҙарын иҫләнем дә һыҡтап илай башланым. Ошонда икән үлемебеҙ, тыуған яҡтарға ҡайтып булмаҫ, ахыры, тигән уй тыуҙы күңелдә. Асыҡтыҡ, һыу юҡ, совет һалдаттары сигенгәндә иң мөһим объекттарҙы шартлатҡан икән. Ҡайҙа ҡарама — бомба, снаряд соҡорҙары. Ике ай буйы асыҡ һауала йоҡланыҡ. Һалдаттар һалам тултырылған түшәктәр килтерҙе, икәүһен түшәйбеҙ, икәүһен ябынабыҙ. Хәсби апай беҙҙе йыуата. Сабира апай урыҫса белгәс, уның һәр һүҙен командирҙыҡы һымаҡ тыңлайбыҙ.
Ә мин Хажы ауылын иҫкә төшөрәм дә үкһеп илайым.
Эй, был донъя, нимәгә генә өйрәтмәй – өс тағандай бер-беребеҙгә терәк булып, өсәүләп йөрөп ятабыҙ. Ноябрҙә барак һымаҡ ҡаралты төҙөнөк, унда асыҡ һауалағыға ҡарағанда яҡшыраҡ. Иҙәне юҡ, шулай булһа ла һөйөнәбеҙ. Ағастан эшләнгән аяҡ кейемдәре тараттылар. Һаҡлап ҡына кейергә ҡуштылар. Волганан һыу эсергә ярамай, һыу өҫтөндә мәйеттәр йөҙә. Ямғыр ваҡытында күләүек һыуын сепрәк менән һөҙөп эсәбеҙ. Тәүҙә мина, бомба ярсыҡтарын бер урынға йыйырға ҡушылды. Көн дә биш саҡрым йәйәү йөрөп, емереклектәрҙе таҙартып, һуҡмаҡ һалып алдыҡ. Күптәр минаға баҫып, һәләк булды, Әхмәр ауылынан бер яҡташыбыҙ күҙ алдында шартлағас, уны илай-илай ерләнек. Бер нисә көндән фашистарҙың мәйеттәрен йыйырға ҡуштылар. Һаҫыҡ үлек еҫе, өҙөлгән баш-ҡулдар... Әсәйем өйрәткән аяттарҙы уҡыйым. Ә Хәсби менән Сабира апайҙар: "Ҡуй, Йәмилә һеңлем, улар беҙгә үлем килтерҙе, күпме халыҡты матур донъянан юҡ итте, уларға тик ләғнәт уҡырға кәрәк", – ти. Үҙем мәйеттәрҙе йәлләйем, апайҙарға күрһәтмәй генә күҙ йәштәремде һөртәм.
Яйлап әсе яҙмышыбыҙға өйрәнә башланыҡ шикелле. Үлектәрҙе ташыу ҙа ҡурҡыныс булмай башланы, сыныҡтыҡ, нығындыҡ. Шул хәтлем фашисты дөмөктөргәс, еңеү беҙҙеке буласаҡ, ҡалған Гитлер һалдаттарын да ошо яҙмыш көтә, тип ҡыуанабыҙ, үҙебеҙҙә еңеүгә ышаныс уятабыҙ. Өсөнсө йыл барған һуғыш фашист һалдаттарын да ныҡ йонсотҡан, ҡаҡ һөйәккә ҡалғандары ла күп. Эй, был тормош... Апайҙар "илаҡ Йәмиләне лә Сталинград түҙемлеккә өйрәтте" тип миңә дәрт өҫтәй. 300 грамм кукуруз икмәге бирәләр, һыҡһаң, бармаҡ араһынан һыу сыға. Беҙ, Башҡортостандан килгән ҡыҙҙар, ауырыуға бик бирешеп бармайбыҙ, ҡаҡы, ҡымыҙлыҡ, кәкүк емеше ашап үҫкәнгәлер, моғайын.
Бер йыл үтеп тә китте. Хәүефле тиф ауырыуы тарала башланы. Кешеләр бер-бер артлы үлә. Оҙон толомомдо ҡырҡып, тап-таҡыр итеп башымды ҡырҙылар. Сәсемде алып ҡайтырмын тип уйлаһам, уның шау бет икәнен күреп, толомом менән илай-илай хушлаштым. Концлагерь тотҡондарына оҡшап ҡалдыҡ: яп-яланғас баш, ябыҡ кәүҙәләр... Сабира апай: "Ҡайғырмайыҡ, тыуған яҡҡа ҡайтҡас, сәсте ҡатыҡ һыуы менән үҫтерербеҙ", – тип йыуата. Өсәүләп нисек тә бирешмәҫкә тырышабыҙ, иҫән ҡайтырға хыялланабыҙ. Иртән тороп, ағас аяҡ кейемдәре менән таҡ-тоҡ атлап, биш саҡрым юл үтәбеҙ. "Ана, Башҡортостандың яҡшы аттары килә", – тип беҙҙе ирештерәләр. Иртән торһаҡ, бер-беребеҙҙең иҫәнлегенә шатланабыҙ. Хәсби апай астан үлтермәҫ өсөн беҙҙе өсөнсө сменаға эшкә алып китә. Бешергән ашта туң бәрәңге йөҙөп йөрөй. Уның ҡапсығын алып ҡайтып өтөп ашайбыҙ, нисек тә йәшәргә тырышабыҙ. Иҫән-һау ҡайтһаҡ, тау баштарынан йыуа, ҡымыҙлыҡ йыйып, ауыҙ тултырып ашар инек, тип хыялланабыҙ.
Кеше үлмәһә, үлмәй икән – тифтан да иҫән-һау ҡотолдоҡ. Мин ҡыйыуландым, Хәсби, Сабира апайҙар һымаҡ урыҫса гәпләшергә өйрәнеп алдым. Оҙон сәсле, илаҡ Йәмилә ҡайҙа икән, тип мине шаярталар.
Бер көндө завод эргәһендә подвал таптыҡ, эсе туп-тулы мәйет. Кем ултырып, кем ятып тигәндәй, мәңгелеккә йоҡоға талған. Тегеләрҙе һөйрәйбеҙ, оҙон ботинкаларының шнурҙарынан тотоп сығарабыҙ. Өс көн буйы 300-ләгән фашист мәйетен ташып шул тиклем арыныҡ. Ҡайһы бер ҡыҙҙар поезға ултырып ҡасырға маташты, тик барыбер кире тотоп килтерҙеләр, шуға түҙергә һүҙ ҡуйыштыҡ.
Беҙҙең аслыҡтан, тиф ауырыуынан иҫән ҡалыуыбыҙ өсөн Хәсби апай ныҡ тырышты. Ул беҙҙең ашау теләген бөтөрөү өсөн тоҙ ялата ине. Әгәр улайтһаң, һыу эске генә килә. Совет һалдаттарының көндән-көн дошманды илебеҙҙән һөрә барыуы беҙгә йәшәргә көс бирә, дәрт өҫтәй, тыуған яҡтарға иҫән-һау ҡайтыуға ышаныс уята. Рәхмәт һиңә, Хәсби апай, беҙҙе үлем тырнағынан ҡотҡарыуға төрлө юлдар табыуың өсөн.
Мин, Йәмилә апайығыҙ, 1947 йылда тыуған ауылым Хажыға ҡайтып төштөм. Май айы ине. Туғандарым менән тауҙарыма менеп, ҡуш ҡуллап йыуа, кәкүк емештәрен тәмләп, шатлығымдан йәшел үләндәрҙе ҡосаҡлап иланым. Яп-яланғас ҡалған башымды Шиҙе һыуында ҡатыҡлап йыуҙым... Әйткәндәй, Хәсби апай, Сталинградта тормошҡа сығып, өс ҡыҙ бала табып, 1965 йылда тыуған яҡтарына ҡайтты. Ә Сабира апайҙы, уҡытыусы кәрәк тип, саҡырып ҡайтарҙылар. Бына шулай погонһыҙ һалдаттар, Сталинград тамуҡтарын үтеп, Еңеү көнөн яҡынайтты. Йәмилә апайығыҙ ҙа хәҙер 87 йәштә. Этҡол ауылы егетенә тормошҡа сығып, алты бала тәрбиәләп үҫтерҙем.

* * *
Биш йыл элек Хәсби апай яҡты донъянан китте. Сабира һәм Йәмилә апайҙар, бөтә ауырлыҡтарҙы, тамуҡтарҙы үтеп, бөгөн балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән ожмахтай тормошта йәшәүҙәренә шат. Тик һаман да миналарға шартлап һәләк булған әхирәттәре онотолмай, иҫтәлектәр йөрәктәрҙе һыҙлата. Тыныс булһын донъялар, туптар тауышы башҡаса ишетелмәһен!
Хәтирәләрҙе
Вараҡа ҒӘЛӘҮЕТДИНОВА
яҙып алды.


Район: Ишембай районы, Яңы Әптек ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә