Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡырым һабаҡтары
Ҡырым ярымутрауына кемдәрҙең генә күҙе төшмәгән дә кемдәр генә уға хужа булмаған! Боронғо ҡыпсаҡтар, хазарҙар, гректар, римдар, төрөктәр, урыҫтар, украиндар табаны аҫтында ла ҡалған ул. Бөгөн килеп Рәсәйгә ҡушылды.

Майлы ҡалъяға ымһыныусылар күп була шул. Йылы, йомшаҡ тәбиғәт, өс яҡтан ярҙарын йыуған Ҡара диңгеҙ, караптар туҡтарға уңайлы ҡултыҡтар, бихисап үҫемлеккә бай ер... Ымһындыра. Тик ситтән ҡарап нәфселәнеүселәрҙең ынтылышынан урындағы халыҡҡа ғына тынғы юҡ. Әленән-әле ҡубып торған һуғыш ҡыпсаҡҡа ла, йәһүдкә лә, грекка ла, ҡырым татары тип йөрөтөлгән халыҡҡа ла тыныслыҡ биргәне юҡ. 48 сәғәт эсендә илеңдән һөрһөндәр ҙә 50 йылдан ҡайтыуыңа ереңдә яттар йәшәһен әле – ни эшләрһең икән? Өҫтәүенә яттар һине танырға ла, ата-бабаңдың ҡаны аҡҡан ергә хоҡуғыңды бар тип белергә лә теләмәһә, ер йөҙөндәге һәр халыҡта ла изге һаналған зыяраттарыңды ла туҙҙырып бөткән булһалар – ни ҡылырһың? Ошо хәлдә ҡалғайны ҡырымдар.
Үҙ ерҙәрен кире яулап алыр өсөн яуға ташланды улар. Төрлөсә көрәштеләр: халыҡ-ара ойошмаларға ла мөрәжәғәт иттеләр, урындағы власть тупһаларын да тапанылар, ҡулдарына мылтыҡ, һәнәк, күҫәк күтәреп һуғышҡан саҡтары ла аҙ булманы.
Украинала сыуалыштар башланды. Киевтағы эшкинмәгән үҙәк власты бер нисә йөҙ кешенән торған "уң ҡанат" ҡыйратып һалды ла үҙ өҫтөнлөгөн алға һөрөргә тотондо. Тегеләр тәхет өсөн талашҡан мәлдә, "күрше" шыбырланы: "Нимәгеҙҙе ҡарап ятаһығыҙ? Хөр йәшәргә теләһәгеҙ, ҡуҙғалығыҙ! Үтенеп һораһағыҙ, ҡайҙа барайыҡ". Ҡырымда төп халыҡты тәшкил иткән урыҫ телле халыҡ һөрәнләне: "Ал беҙҙе үҙ ҡанатың аҫтына, Рәсәй! Украина беҙҙе ҡыйырһыта".
Ҡырым татарҙары ла тик ятманы: "Беҙ үҙаллы булырға теләйбеҙ". Әммә уларға аңлаттылар: "Урыҫ теллеләр менән бер төптән булһағыҙ, телегеҙҙе дәүләт дәрәжәһенә күтәрәбеҙ, власть тирәһендә урын бирәбеҙ, ер алырһығыҙ, ҡыйырһытылған кешеләр икәнлегегеҙҙе танырбыҙ". Тегеләр референдум яһаны. Референдумға әҙерлек өсөн билдәләнгән бер ай ваҡытты ҡыҫҡарттылар – бүтән көстәр баш ҡалҡытҡансы, халыҡ һүҙен рәсмиләштереп ҡуйырға кәрәк! 16 мартта референдум булды – бөтә кеше Украинаны ташлап, Рәсәйгә китергә булды. Рәсәй ни эшләһен, халыҡ мәнфәғәтен күҙәтмәй ҡайҙа барһын – Ҡырымды ҡанаты аҫтына алыуҙы белдергән килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Ҡырым урыҫтары ла ҡәнәғәт – туғандары менән берләште, ҡырым татарҙары ла, ныҡ риза булмаһалар ҙа, килеште. Уларҙы ла әҙәмгә һананылар бит. Рәсәйгә лә насар түгел: илен ҙурайтты, көньяҡта Ҡара диңгеҙгә ул хужа тиһәң дә була. Бер Украина ғына тишек шоманға ултырып ҡалды – ни хәл итәһең, көрәштә ике яҡтың береһе еңелә.
Ошо хәл бынан 457 йыл элек Башҡортостандың Рәсәй составына инеүен хәтерләтә. Ул саҡта ла хәлдәр әлегегә оҡшаш була. Күрше Ҡазан ханлығы ҡыйратылған. Урыҫтың килеүенән һәм аслыҡтан ҡурҡҡан ноғайҙар был тирәнән ҡасҡан. Себер ханлығының башҡорттарға ярҙам итерлек рәте юҡ. Өҫтәүенә Урыҫ батшаһы "үҙ иркең менән миңә кил, ул саҡта хоҡуҡтар бирермен, килмәһәң..." тип тора. Кемгәлер баш һалыуҙың эҙемтәләре, саҡырыу ҡағыҙында яҙылғанса, бик үк шәптән булмаҫын белһә лә, башҡорттар ризалаша, сөнки эйелгән башты ҡылыс киҫмәй.
Тик йыяһы аҡыл, уйлайһы фекер бының менән генә бөтмәй. 1557 йылғы килешеүҙә Урыҫ батшалығы башҡорттарға ерҙәренең тейелмәҫлеге тураһында вәғәҙә бирһә лә, уны талау, бүлгеләү һәм һатыу бер ваҡытта ла туҡтамай. Шуның һөҙөмтәһендә бөгөнгө "кимерелгән" Башҡортостан, бүлгеләнгән, ярғыланған башҡорт халҡы тороп ҡала. Башҡорт аҫаба ерҙәре һәм халҡы Пермь крайында, Һамар, Һарытау, Ырымбур, Силәбе, Свердловск, Ҡурған өлкәләрендә, Татарстанда ла бар.
Ерҙе һәм халыҡты берләштерергә ынтылыш булманы түгел, булды. Һуңғы тапҡыр ошо теләкте бойомға ашырырға тырышыу 1991 – 1992 йылдарҙа булды. Ырымбур, Һарытау, Силәбе, Ҡурған өлкәләренә ҡараған башҡорттар, үҙҙәрен һәм ерҙәрен Башҡортостан Республикаһына ҡушыуҙы һорап, Мәскәүгә, Өфөгә мөрәжәғәттәр яҙҙы, аҙағына меңәр-меңәр ҡултамға ҡуйылды. Өфө Мәскәүгә һылтанды, Мәскәү ыжлап та бирмәне: башҡорт ҡайғыһы төштән һуң булды.
Ошондай уҡ мөрәжәғәт Ҡырымдан килгәйне, иртәгәһенә килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ябай ғына һорау тыуа: сит илдә ҡалған урыҫ телле кешеләр тураһындағы хәстәрлек ни эшләп Рәсәйҙең эсендәге халыҡтарға булған ҡараштан ер менән күк кеүек айырыла һуң? Бөйөк Рәсәй ундағы бар халыҡтың да сәскә атыуы өсөн тырыша, тиҙәр ҙә баһа бейек-бейек трибуналарҙан. Башҡорттар аҡса һорамай, өҫтәмә хәстәрлек талап итмәй. Бары тик телен һаҡлау, мәҙәниәтен үҫтереү, йолаларын оноттормау өсөн ҡәрҙәштәре менән бер илдә йәшәргә теләй. Рәсәйҙән сығып китергә, айырылырға, бүлгеләнергә тигән уй баштарына ла инеп сыҡмай бит.
Башҡортостандан ситтәге башҡорттарҙың хәле аяныслы: кешеләр һаны торған һайын кәмей, мәктәптәр ябыла, милләттең тотҡаһы булған тел дәүләттә, йәмғиәттә генә түгел, аш бүлмәһендә (кухняла) аралашыу ҡоралы булыуҙан да туҡтап бара. Тимәк, ундағы халыҡтың милләт булараҡ йәшәүенә күп ҡалмай.
Ҡырымдағы урыҫтар, үҙҙәре менән ошондай хәл булып ҡуймаһын тип, мәлен тура килтереп баш күтәрҙе. Рәсәй дәүләте уларҙы яҡлап ырғып килеп торҙо, бик күп илдәрҙең ҡаршы сығыуына иғтибар ҙа итеп тормай, тегеләрҙе үҙенең көслө ҡулы аҫтына алды.
Ҡырым хәҙер – Рәсәй иленеке. Беҙ ҙә үгәй түгел бит. Шулай булғас, бүлгеләнгән беҙҙең халыҡтың берләшергә ынтылыуына Рәсәй хөкүмәте ҡаршы килеп тормаҫ бит инде!
Ә хөкүмәттең ҡарашына килгәндә, оҙаҡламай ул билдәле булыр тигән уйҙабыҙ. Беҙгә өндәшмәй ҡалырға ярамай. Ҡырым һабаҡ бирҙе бит.
Ғәлим ХИСАМОВ, яҙыусы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872