Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Водитель танытмаһына “автомат” өҫтәлде
Водитель танытмаһына “автомат” өҫтәлде
Билдәле булыуынса, былтыр йыл аҙағында юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә төҙәтмәләр индерелгән закон үҙ көсөнә инде. Шул сәбәпле, илдә яңы водитель танытмаһында яңы категориялар һәм уның төркөмдәре барлыҡҡа килде.

Хәҙер мопед йөрөтөү өсөн дә танытма кәрәк буласаҡ. Дөрөҫ, әлегә теләһә ниндәй категория ла ярай. Әгәр мопед хужаһының бөтөнләй “права”һы юҡ икән, ул уҡып, имтихан тапшырып, “М” категориялыһын алырға тейеш.
Хәҙер шунда уҡ “Тm” (трамвай), “Тb” (троллейбус) категориялары ла өҫтәлә. Еңел мотоциклдар, 7,5 тоннаға ҡәҙәр ауырлыҡтағы йөк машиналары (В1), 16 урынға тиклемге автобустар (D1) төркөмсәләре лә билдәләнә.
Шулай уҡ “С1Е” һәм “D1Е” кеүек төркөмсәләр пәйҙә булды. Улар тағылмалы машиналарға идара итеү хоҡуғын бирә. Хәҙер быларҙың бөтәһе лә водитель танытмаһында яҙыласаҡ.
Ошоғаса машина йөрөтөргә өйрәнгәндә һәм имтихан тапшырғанда буласаҡ водителдең тиҙлекте күсерә белеүе мотлаҡ ине. Әммә хәҙер ҡайһы берәүҙәргә бындай техника бөтөнләй кәрәк түгел. Хәҙер улар автомат ҡумталы машинала имтихан бирә ала. Был осраҡта танытманың “Сикләү” тигән 14-се пунктында “АТ” билдәһе торасаҡ, йәғни бары “автомат”лы машинаға идара итергә ярай тигәнде аңлата. Был – “права”ның тыш яғындағы һуңғы графа. Унда шулай уҡ сикләү ҡуйыла, мәҫәлән, инвалид водителдәр өсөн “бары ҡулдан идара итеү өсөн” тигән яҙыу менән…
Халыҡ-ара кимәлдәге водитель танытмаһына ла үҙгәрештәр ҡаралған.
Әлбиттә, булған “права”ны тиҙ арала алмаштырыу талап ителмәй, ул мөҙҙәте бөткәнгә ҡәҙәр ғәмәлдә ҡала. Ә инде алмаштырһаң, бер кемгә лә имтихан тапшырырға тура килмәйәсәк. Танытма әүәлгесә үк яңыртыла. Был осраҡта яңыһында категориялар ҙа элеккесә ҡала. Берәү ҙә яңы документта “АТ” билдәһен ҡуймай.
Әммә проблема башҡа төрлө. Яңы танытма хаҡында закон үҙ көсөнө инеүгә ҡарамаҫтан, яңы графаларҙа билдә ҡуйырға рөхсәт биргән аныҡ ҡына документтар әҙерләнмәгән. Әйткәндәй, мопедта елдерер миҙгел тыуһа ла, әлегә уға рәсми рәүештә бер кем дә танытма ала алмай. Сөнки, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында законға ярашлы, ЮХХДИ-ла имтиханды автомәктәптә шул техниканы өйрәнгән кеше генә бирә ала. Әммә беҙҙә әле мопедҡа идара итергә өйрәтә торған бер мәктәп тә юҡ.
Әлбиттә, ниндәйҙер категорияға танытмаһы булғандарға мопедҡа атланыу бер ни түгел. Ә бына әле “права”һы булмаған үҫмерҙәр, ауылдарҙағы өлкәндәр ни эшләргә тейеш?
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, былтыр ниндәйҙер сослоҡ менән автомәктәптә уҡымаған килеш тә бихисап кеше төрлө категория алып өлгөргән. Әммә быйыл уларҙың һаны күпкә кәмейәсәк, сөнки лицензия биргән органдар автомәктәптәрҙе етди тикшерә, һәм ғәйеп табылған осраҡта уларҙы яза көтә.
Йәнә шуныһы мөһим: күптән түгел был йүнәлештә уҡытҡан учреждениеларға лицензия биреү йәһәтенән яңы ҡағиҙәләр ҡабул ителде. Унда ЮХХДИ-ның автомәктәптәрҙе, унда уҡытылған программаларҙы мотлаҡ тикшереүгә хоҡуғы хаҡында яҙылған. Әммә, әлеге лә баяғы, программа төҙөлмәгән, шулай булғас, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре бер ниндәй ҙә яҙыу бирә алмай.
Ә был лицензия талаптарын боҙоу һанала. Әгәр махсус программа яҡын көндәрҙә барлыҡҡа килмәһә, күпселек автомәктәптәргә үҙҙәренең эшмәкәрлеген икенсе юҫыҡҡа борорға тура киләсәк. Ул сағында водитель танытмаһын кемдәр алыр икән?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә