Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » "Серле" документтар табылды
"Серле" документтар табылды
Ваҡыт үтеү менән тарихи документтарға ҡараш та үҙгәрә. Социалистик дәүләт физик йәһәттән аяҡҡа баҫып ҡалыу хаҡына тарихи иҫтәлекте йыш ҡына ҡорбан итергә мәжбүр булды.

Уҙған быуаттың 20-се йылдарында ВКП(б) илде йылдам индустриялаштырыуға йүнәлеш ала. Яҙмышты хәл иткес ҡарарҙың кире эҙемтәләренең береһе – архивтарҙы емереү. Эшсе-крәҫтиән инспекцияһының халыҡ комиссариаты 1928 йылдың 20 декабрендәге ҡарары менән барлыҡ учреждениеларға һәм предприятиеларға (шул иҫәптән тарихи документтарҙы һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән архивтарға) ҡағыҙ сәнәғәте ихтыяждары өсөн “артыҡ” документтарҙы эшкәртеүгә тапшырыу бурысын йөкмәтә. 1933 йылға 28 миллион документ, йәғни шул осорҙағының яртыһы тапшырыла. Бер үк ваҡытта Үҙәк дәүләт архивтарын ойоштороу буйынса эш алып барыла.
"Серле" документтар табылды 1938 йылдың апрелендә дәүләттең архив ведомствоһы Л.П. Берия ҡарамағына күсә, НКВД-ның Баш архив идаралығы (БАИ) төҙөлә. Уның эшмәкәрлеге, нигеҙҙә, НКВД органдары мәнфәғәтендә, йәғни “халыҡ дошмандары”на компромат эҙләүгә ҡорола. ВКП(б) архивтары БАИ системаһына индерелмәй. Бөтә кимәлдәге партия органдары ил өсөн әһәмиәтле барлыҡ ҡарарҙарҙы контролдә тотһа ла, рәсми яҡтан был архивтар дәүләт ҡарамағына индерелмәгән була. Ул осорҙа ВКП(б) архивтарында миллиондарса кешенең яҙмышын билдәләгән бик күп мәғлүмәт туплана. Бөгөн ул – Рәсәй дәүләт яңы тарих архивы.
Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Совет иле етәкселеге рәсми тарих булдырырға, хәрби командование эшмәкәрлегендәге етешһеҙлектәрҙе, Ҡораллы Көстәрҙәге ысын юғалтыуҙарҙы, Советтар Союзының абруйын төшөрөрлөк ғәмәлдәрҙе сағылдырған документтарҙы йәшерергә йә иһә юҡ итергә ынтыла.
Бөйөк Ватан һуғышының тарихы буйынса комиссия идеологтары — профессор Г.Ф. Александров менән СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты И.И. Минц был хаҡта түбәндәгеләрҙе яҙған: “Бөйөк Ватан һуғышы тарихы буйынса материалдарҙы ныҡлы һаҡларға, уларҙы эшкә (идеология ҡанундарына) зыян килтерерлек итеп файҙаланыуға юл ҡуймаҫҡа, мәғлүмәттәрҙе таратмаҫҡа ҡушылды. Улар менән бик аҙҙар ғына танышырға тейеш ине”. Идеология схемалары һәм уйҙырмалары тарихи хәҡиҡәтте йәмәғәтселектең аңынан ҡыҫырыҡлап сығарҙы.
Һуғыштан һуң архив документтары күпләп юҡ ителә. Мәҫәлән, макулатураға 1945 йылда — 8,7 миллион, 1950-лә – 30,7, 1959 йылда 87,8 миллион эш тапшырыла. Улар араһында уҙған быуаттың 50-се йылдарында хәрби хеҙмәткә саҡырылған кешеләрҙең исемлеге лә була.
1954—1955 йылдарҙа Дәүләт именлеге комитетының “компетентлы органдар” эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәттәрҙе һаҡлаған Үҙәк архив тулыһынса ҡыйратыла. Үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуңғы осорҙа документтар, территория, ваҡыт, тема һәм башҡа йәһәттән үҙенсәлектәренә ҡарап, төрлө архивтарға бүленә.
Ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәтте табыу өсөн тикшерелгән мәсьәләнең тарихын яҡшы белергә кәрәк. Хәрби хеҙмәт инвалидтарының “Берҙәмлек” Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе 2002 йылдан алып 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һәм уның легендар командиры тураһында материалдар йыйыу менән шөғөлләнә. Документтарҙың күбеһенә “йәшерен” тигән тамға ҡуйылғанға күрә, уларҙы төплө өйрәнеү мөмкинлеге әлегә тиклем булманы. Республиканың дәүләт, йәмәғәт структураларына мөрәжәғәт итеү ҙә һөҙөмтә бирмәне.
“Берҙәмлек”тең төбәк бүлексәһе Башҡортостан йәмәғәт берекмәләренең Үҙәк дәүләт архивынан Рәсәй дәүләт яңы тарих архивына мөрәжәғәт итеүҙе һораны, сөнки әүәлге юлламалар яуапһыҙ ҡалдырылғайны. Ниһайәт, оҙаҡ көтөлгән яуап килде. Унда билдәле мәғлүмәттәр ҙә, яңы документтар ҙа бар.
Генерал М.М. Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биреүҙе һорап, ҡултамға йыйыу буйынса республикала уҙғарылған акцияның логик ахыры булырға тейеш. Батырҙы наградаға тәҡдим итеү өсөн документтарҙы дөрөҫ тултырыу шарт. Алынған яңы материалдар быға булышлыҡ итәсәк.


Автор: Борис МАЛОРОДОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 5

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 4

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 4

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 5

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 03.11.2026 // Йәмғиәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 4

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы 02.11.2026 // Йәмғиәт

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 5

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла 02.11.2026 // Йәмғиәт

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 2-8 ноябрҙә «Ҡаршы һыҙат» операцияһы үткәрелә. Был хаҡта республика дәүләт ......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә