Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәнгә – дауа, күңелгә – шифа
Сабыр иткәс, өмөтләнеп көткән нурлы яҙға ла аяҡ баҫтыҡ. Ер асылған, күңел сафланған, донъя төрлө төҫтәрҙә балҡыған мәл. Ошо илаһи яҙ шауҡымылыр, ахыры, редакция почтаһына килгән хаттарҙың да күбеһе йылылыҡ, һөйөү һәм рәхмәт тойғоһо менән һуғарылған.

"Йыл да "Башҡортостан" гәзитенә яҙылам. Күмәкләп рәхәтләнеп уҡыйбыҙ. Йөкмәткеһе лә, биҙәлеше лә бик оҡшай, — тигән Баймаҡ ҡалаһынан хеҙмәт ветераны Гөлкәй Яҡупова. — Мин – ветерандар ойошмаһы рәйесемен. Оҙаҡ йылдар мәктәптә эшләнем. Интернат балалары өлкәндәргә ярҙамлашып тора. Мәктәп директоры Азамат Сәлихов – бик иғтибарлы, уңған етәксе. Уның уң ҡулы Ғәлимә Лоҡманова уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлеген оҫта ойоштора. Шуғалыр ҙа уҡыусыларҙың өлгәше юғары, күбеһе ҡурайҙа, мандолинала уйнай".
Иң әүҙем хәбәрселәребеҙҙең береһе Нурулла Миһрановтан килгән хаттарҙың да йөкмәткеһе йылы тәьҫораттар ҡалдыра.
"Ғәлим Дәүләтовты Белорет районының Манышты ауылында ғына түгел, Инйәр төбәгендә йәшәгән һәр кем белә. Уның һүрәте Почет таҡтаһынан төшмәне лә тиһәм, хата булмаҫ, — ти хат авторы. — Инйәр урман хужалығында эш башлауына ла 25 йыл булып киткән. Уларҙың бригадаһында – алты кеше. Егеттәр әҙерләгән таҡта, бурса, рәшәткәләр һәр саҡ яҡшы сифатлы.
Ғәлим Сабир улы Инйәргә йөрөп эшләгәс, күп ваҡыты юлда үтә. Бөтә йорт-ҡура мәшәҡәте ҡатыны Гөлназ иңенә төшә. Татыу ғаиләлә өс бала үҫә, бик тәртипле, тырыш ҡыҙ һәм малайҙар тәрбиәләйҙәр. Шуға күңел һөйөнә: өлгөлө ғаилә ҙур йорт һалып сыҡты. Бөтә туған-ырыуының күмәкләшеп ярҙам итеүенә барыбыҙ ҙа һоҡландыҡ. Ә ғаиләнең өр-яңы машина алып ебәреүен күргәс, "иҫән-һау йөрөгөҙ" тигән теләгебеҙҙе еткерергә ашыҡтыҡ".
Нурулла Мөхитдин улы йәнә Белорет районының Манышты ауылынан һуғышҡа киткән иллеләгән ир-аттың ҡайһы берҙәре менән таныштырып, ваҡыт ағышында һарғайып бөткән бер ҡосаҡ фото ла ебәргән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сифаты насар булыу сәбәпле, һүрәттәрҙең береһен дә гәзит битендә биреү мөмкин түгел.
"Миәкә районының Илсеғол ауылы егете Ғимаҙислам Ғәбсәләмов беҙҙең төбәктә эшләп йөрөгәндә фронтҡа алына һәм Еңеү көнөнә ҡәҙәр һуғышта ҡатнаша. Аҙаҡ япон самурайҙарына ҡаршы алыша һәм 1946 йылдың июнендә генә, күкрәгенә орден-миҙалдар тағып, Сәфәрғол ауылына ҡайтып төшә. Оҙаҡ йылдар мәктәптә уҡыта. 96 йәшендә яҡты донъя менән хушлашты, Манышты зыяратында ерләнде", — тип яҙа автор һәм ауылдан фронтҡа өсәүләп киткән бер туған Яздановтар ғаиләһен иҫкә ала:
"Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалдар менән наградланған Шакир Яздан улы 1947 йылда тыуған яғына ҡайта. Ә 1986 йылда уға "Берлинды алған өсөн" миҙалы тапшырыла. Мөхәмәтулла Яздан улы ла, ике Ҡыҙыл Йондоҙ һәм башҡа орден-миҙалдар менән наградланып, ауылына ҡайтып төшә. Туғандарҙың өсөнсөһө — Хатип Яздан улы, осоусылар мәктәбендә уҡығандан һуң, Ленинград фронтына эләгә. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн өс орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Бер ғаиләнән сыҡҡан өс батыр яугирҙе оноторға хаҡыбыҙ юҡ".
Бер туған Мансуровтар хаҡында ла яҡты иҫтәлек маныштыларҙың күңелендә йәшәй. Мәхмүт Миһран улы тәүге көндән үк һуғышҡа китеп, 1946 йылда ғына ҡайтып төшә. Яу ҡырында алған наградалары эргәһенә тыныс хеҙмәт осоронда алғандары ла өҫтәлә. Солтангәрәй Миһран улы һуғышта ҡаты яраланғандан һуң күкрәк тулы орден-миҙал менән тыуған тупһаһына аяҡ баҫа. "Тормош иптәше менән балалар үҫтереп, барыһын да оло тормош юлына сығарҙылар", – тигән Нурулла Мөхитдин улы.
Хатта телгә алынған батырҙарҙың яу яланынан ҡайтҡас, хеҙмәт фронтында ла фиҙакәрлек күрһәтеүе, татыу ғаилә ҡороп, күптәргә өлгө булып йәшәүе – һоҡланғыс күренеш, әлбиттә. Ә бына уҡытыусы, яугир Зыятхан Абдрахман улы Абдрахмановҡа тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайтыу бәхете теймәй, ҡаты алыштарҙың береһендә яраланып, 1943 йылдың авгусында һәләк була ул. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалдар менән наградланған ауылдаштары – бөгөн дә маныштылар өсөн батырлыҡ, илһөйәрлек өлгөһө.
Белорет районының Өмөтбай ауылы кешеләре яҙған хат республикаһы, халҡы өсөн ҙур эш башҡарған оло шәхес, кешелекле етәксе, аҡыллы сәйәсмән, Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовҡа рәхмәт тойғоһо менән һуғарылған.
"Беҙ, рәсәйҙәр, ни өсөндөр шәхестәребеҙҙе имен-аман саҡтарында хөрмәт итә белмәйбеҙ. Йылдар үткәс кенә "шундай яҡшы кеше ине" тип тауыш күтәргән, иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһында гәзит-журналдарҙа яҙа башлаған булабыҙ. Ниңә, мәҫәлән, Мортаза Ғөбәйҙулла улы тураһында документаль фильмдар төшөрөлмәгән? Бындай эштәрҙе шәхестәр иҫән-һау саҡта уҡ тормошҡа ашырырға кәрәк. Күренекле артистарыбыҙ, яҙыусыларыбыҙ, композиторҙарыбыҙ тураһында телеэкрандарҙа йыш күрәбеҙ, ишетәбеҙ, ә беренсе етәкселәребеҙ хаҡында бер һүҙ ҙә юҡ. Беҙ, Өмөтбай ауылында йәшәүсе Кирәй-Ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттары, йыйында ошо тәҡдимдәрҙе күтәреп сығып, ҡарар ҡабул иттек".
Эйе, шәхестәребеҙ — халыҡ яҙмышының ҡото ла, таянысы ла. Өмөтбайҙарҙың өмөтө аҡланырына, халыҡ һүҙенең ерҙә ятып ҡалмаҫына, көслө шәхестәребеҙҙең абруйы артырына ышанысыбыҙ кәмемәһен ине.


Автор: Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта

Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла 16.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң тәҙрәләре аҫтында мәктәп уҡыусыһының үле кәүҙәһе табылған
Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә 16.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ашығыс хәбәр еткерҙе
Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә