Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сабыйҙарҙы ҡурсалаусы табибә
Сабыйҙарҙы ҡурсалаусы табибә
Эй, серле лә, ихлас та һин, гүзәл зат! Нимәлә һуң бәхетең? Беләм, бала бағыу, сабыйыңдың сәләмәт, ғүмерле булыуы һинең өсөн бөйөктәрҙән-бөйөк, ҡиммәттәрҙән-ҡиммәт!

…Стәрлебаш районының Мостафа ауылында йәшәүсе Сәғитовтарға, аяҙ көндә йәшен һуҡҡандай, оло ҡайғы килә – ғаилә башлығы Закир типһә, тимер өҙөрлөк сағында ҡаты сирләп, береһенән-береһе бәләкәй дүрт балаһын етем ҡалдырып, көтмәгәндә яҡты донъянан китеп бара. Ә тол ҡатынға ни ҡылырға һуң? Бер улын һәм өс ҡыҙын ҡосағына алып, ауырлыҡтарға баш эймәй, артабан йәшәргә үҙенә һүҙ бирә Фатима. Шул антына ғүмере буйы тоғро ҡала: яңғыҙы сабыйҙарын яҡшы итеп тәрбиәләй, белем бирә. Ә өлкәне, Шәмсинуры, һәр саҡ уның ныҡлы терәге була – ҡусты-һеңлеләрен ҡараша, бөтә өй мәшәҡәттәрен иңенә ала.
Эйе, 40 йылға яҡын сабыйҙар һаулығын хәстәрләгән табибә Стәрлетамаҡта ғына түгел, тотош республикала билдәлелек яуланы. Байтаҡ ваҡыт баш табип вазифаһын йөкмәү, ҡаланың 4-се балалар поликлиникаһына мөдирлек итеү Шәмсинур Бүләкованы сыныҡтыра. Хәйер, тормош һынауҙарын йәштән үк еңергә өйрәнергә тура килә уға. Атайһыҙлыҡ, туғандарың өсөн тауҙай яуаплылыҡ уны шәхес булараҡ тиҙ өлгөртә. Ҡаршылыҡтар ҡыҙҙы еңел булмаған был донъяла аяҡта ныҡлы баҫып торорға, хеҙмәт юлында яңылышмаҫҡа, үрҙәргә ынтылғанда абынмаҫҡа өйрәтә.
Әсәһе эштә саҡта ҡусты-һеңлеләренә ашнаҡсы ла, тәрбиәсе лә, сирләп киткән саҡтарында “шәфҡәт туташы” ла була Шәмсинур. “Атайым һымаҡ сирләп, ғүмерлек ҡайғы килтермәһен инде яҡындарым”, – тип ялбарып һорай ул Хоҙайҙан. Һөнәрен дә осраҡлы һайламай. Әсәһе лә фатихаһын биреп оҙатып ҡала ҡыҙын.
Башҡорт дәүләт медицина институтының педиатрия факультетын һайлай Шәмсинур. Дәртле, мауыҡтырғыс студент йылдары һиҙелмәй ҙә үтеп киткәс, йәш белгес хеҙмәт юлын Стәрлетамаҡта участка педиатры булып башлай, шул көндән алып уның был һөнәрҙән, яратҡан ҡалаһынан айырылғаны юҡ.
Үкенескә ҡаршы, Шәмсинур Закир ҡыҙына ла әсәһенең яҙмышын ҡабатларға тура килә. Өйләнешеп, бер йыл да йәшәп өлгөрмәйҙәр, тормош иптәше вафат була, ҡыҙы менән икәүҙән-икәү генә донъя көтөргә тура килә.
Ҡайғыны эш баҫа, тиҙәр. Шәмсинур Бүләкова ла күңел бушлығын хеҙмәт юлында эҙләй: кескәй генә сабыйҙарҙың һаулығы өсөн борсолоп, уларҙы дауалап көндө-көнгә ялғай. Бәхетен яратҡан эшендә һәм ҡыҙына лайыҡлы тәрбиә биреүҙә таба.
– Элек халыҡ менән эшләүе еңелерәк ине. Табип һәм уҡытыусы иң абруйлы, хөрмәтле кеше булды беҙ йәш саҡта. Хәҙер, үкенескә ҡаршы, хәл ҡырҡа үҙгәрҙе. Ғүмеренең оҙаҡ йылдарын медицина өлкәһенә бағышлаған табиптарға нисек дауаларға кәрәклеген өйрәтергә тартынмаусылар ҙа етерлек. Һүҙ ҙә юҡ, һәр кемгә үҙ сабыйы ҡәҙерле, әммә бер врач та балаларға насарлыҡ эшләргә йыйынмай. Киреһенсә, ҡулынан килгәнсә үҙ бурысын намыҫ менән үтәп, уны һауыҡтырыу яғында. Аңлашылмаусанлыҡтар күп, шуға күрә йәштәр араһында беҙҙең һөнәрҙе һайларға теләүселәр аҙая төштө. Нисек кенә булмаһын, пациент менән табип араһында ихтирам тойғоһо артһа, эшләүе лә, дауалауы ла еңелерәк буласаҡ, – тине Шәмсинур Закир ҡыҙы әңгәмәләшкәндә.
Эйе, еңелдән түгел балалар табибы булыу. Шуныһы ҡыҙыҡ: үҙ ғүмеремдә бер генә педиатр егетте лә осратҡаным булманы. Хәйер, кеше балаһын дауалау түгел, үҙ сабыйын ҡулға алырға ҡурҡҡандар ҙа юҡ түгел шул арабыҙҙа. Шунан һуң кем инде ул — көслө зат?!
Шәмсинур Закир ҡыҙының хәҙерге медицина тармағы хаҡында уйланыуҙары ла фәһемле:
– Бер яҡтан ҡарағанда, заман медицинаһы шул тиклем көслө, хатта бер нисә йөҙ грамм ауырлыҡта ғына тыуған балаларҙы ла “кеше итә" ала. Икенсе яҡтан, сирҙәрҙең күбәйеүен экологияның насарлығына ғына һылтау һис дөрөҫ булмаҫ, сөнки сәнәғәт эшмәкәрлегенең һүлпәнәйеүе бер кемгә лә сер түгел, әммә сирле һәм зәғиф сабыйҙар һаны, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдан-йыл арта ғына. Ҡайһы саҡта үҙеңде көсһөҙ итеп тоя башлайһың. Бөтә сирҙәр ҙә кеше организмының быуындан быуынға көсһөҙләнә барыуына бәйле, минеңсә. Кеше рәхәт тормошҡа ынтыла, аҡса артынан ҡыуа, ә һаулығы хаҡында ахыр сиктә генә уйлана башлай, был саҡта ауырыуы күптән киләһе быуындың проблемаларына әүерелгән була.
Кеше тормоштоң ысын мәғәнәһенән, тәбиғәттән йыраҡлашты. Ҡатын-ҡыҙ өсөн дә бит йәшәү мәғәнәһе, тәү сиратта, әсә булыуҙан ғибәрәт, тик быны гүзәл заттың күбеһе үҙ мәлендә аңламай...
Аҙ ғына ваҡыты булдымы, әңгәмәсем ейәнсәре Нәзиә янына ашҡына, яҡындарының хәлен һорашып тора. Үкенескә ҡаршы, әсәһе Фатима инәй эргәһендә юҡ, бынан бер нисә йыл элек баҡыйлыҡҡа күскән.
Бәхетле ҡатын-ҡыҙ, өлгөлө әсә, "тәмле" өләсәй, абруйлы табибә, булдыҡлы етәксе хаҡындағы һүҙгә ошо урында, бәлки, нөктә лә ҡуйырға булыр ине. Әммә бер ғәҙелһеҙлек күңелде өйкәй. 38 йыл буйы әллә күпме сабыйҙы аяҡҡа баҫтырған, “теге донъя”нан алып сыҡҡан, һаулыҡ һаҡлау өлкәһен камиллаштырыу өсөн ал-ял белмәй сапҡан, ҡалабыҙҙың төрлө йылдарҙағы етәкселәре менән уртаҡ тел табып эшләгән, балалар өсөн яҡшы медицина шарттары булдырған шәхестең бер ниндәй маҡтаулы исеме лә, наградаһы ла юҡ. Дәрәжәләр ҙә, байлыҡ та ҡыҙыҡтырмай педиатрҙы. Әммә хеҙмәт кешеһенең фиҙакәр эшен ваҡытында баһалаһалар оло йөрәкле шәхес алдында йөҙөбөҙ яҡтыраҡ, күңелебеҙ сафыраҡ булыр ине.


Автор: Рәмил МАНСУРОВ. Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә