Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡурайлы ғүмер юлы
Ҡурайлы ғүмер юлыМин ингәндә, Зәбирйән ағай һыңар ҡулы менән пианинола уйнап:
Иртәнсәккәй тороп, ай, ҡараһам,
Ҡаҫмарт буйы ята күгәреп.
Шул яҡтарға ҡарап мин
йырланым,
Тауышымды алыҫ ебәреп, —
тип беҙҙең яҡтарҙа киң таралған “Ҡаҫмарт буйы”н йырлап ултыра ине. Зоя еңгәй йүгереп йөрөп сәй әҙерләй. Миңә ултырғыс тәҡдим итһәләр ҙә, ултырырға ашыҡманым, күңелде әсир иткән моңдо баҫып тыңларға булдым. Керпек остарынан күҙ йәштәре лә тәгәрәй башланы. Ағайым башҡарған мәшһүр йыр мине Ейәнсура районының матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Сәғит ауылы тарафтарына алып китте...
Зәбирйән Ғүмәров 1926 йылда ошо ауылда донъяға килгән. Бала сағы тиҫтерҙәре менән уйнап, Ҡаҫмарт йылғаһында һыу инеп үтә. Үҫә төшкәс, колхозда ер һөргән, бесән сапҡан, һалам-бесән ташыған. Атайым менән әсәйем уны уҡытырға тырыша, оло ағайым Ғәфүрйән кеүек булыуын теләй. Колхозда бухгалтерлыҡ эшен алып барған өлкән туғаныбыҙ райондың абруйлы кешеһе ине. Йыллыҡ отчет төҙөү мәлендә колхоз-совхоз етәкселәре Ғәфүрйән ағайымдың ярҙамына сиратҡа баҫа, район күләмендәге семинарҙар ҙа унһыҙ үтмәй торғайны. Белеме, тәжрибәһе менән йомарт уртаҡлашты. Үкенескә ҡаршы, дүрт балаһын етем ҡалдырып, һуғышта һәләк булды ағайыбыҙ. Ауыл йәштәрен әйҙәп йөрөүсе еҙнәм дә яу яландарында ятып ҡалды...
Зәбирйән ағай бала саҡтан йыр-моңға, ҡурайға ғашиҡ була. Бындай һәләт атайымдан, әсәйемдән күскәндер: улар боронғо йырҙарҙы бик оҫта башҡара ине. Хәйер, беҙҙең ғаиләлә йырламаған кеше булманы. Әммә Зәбирйән ағайҙың моңо айырым бер үҙенсәлеккә эйә, һыу тулҡынын хәтерләтә. Ҡурайҙа уйнау һәләте менән ауылда ғына түгел, тотош төбәктә абруй ҡаҙанып өлгөргәйне. Ә бит уны бер кем дә өйрәтмәгән, барыһы ла — үҙенең ныҡышмаллығы һөҙөмтәһе.
Зәбирйән ағайым, VII — VIII кластарҙа уҡыған сағында уҡ ололар араһында үткәрелгән бәйгеләрҙә ҡатнашып, призлы урындар яуланы, хатта еңеүсе лә булды. Хәтеремдә, бер тапҡыр уға мандолина, икенсеһендә туҡыма бирҙеләр. Был бүләктәр миңә яҙҙы: мандолинала уйнарға өйрәндем, туҡыманан әсәйем күлдәк-ыштан тегеп бирҙе.
Һыуға сумыу, һыу өҫтөндә хәрәкәтһеҙ ятыу ярыштарында ла Зәбирйән ағайымдың алдына сығыусы булманы. Күрәһең, ҡурайҙа уйнау, оҙон көйҙәр уның үпкәһен киңәйткәндер, тын алмай тороу мөмкинлеген арттырғандыр.
Яҙғыһын ҡар иреү менән ололар ҙа, йәштәр ҙә, беҙҙең өй тирәләй йыйылып, ағайымдың ҡурай моңон тыңлай торғайны. Бәғзеләре ҡушылып йырлап ебәрер ине. Беҙҙең ауыл халҡы бик дәртле булды. “Зәбирйән, халыҡ йырҙарын да көйләп ишеттер”, — тиеүҙәренә ағайым “Урал”, “Әрме”, “Зәлифәкәй”, “Хисам”, “Уйыл”, “Ҡаҫмарт буйы”, “Тәфтиләү”, “Мәҙинәкәй” кеүек йырҙарҙы бик оҫта итеп башҡарыр ине. Һуңынан “Былбылым”, “Йәшлегемә йүгереп ҡайтыр инем”, “Бөгөлә талдар” һәм башҡа йырҙарҙы үҙ итеп алды.
...1943 йылдың көҙөндә 1926 йылда тыуғандар Бәкер тауында, урман эргәһендә уйын ойошторҙо. Ауылдың бөтә йәштәре ҡатнашты унда. Һуғышҡа китәсәк ете егеттең исемен ҙур ташҡа яҙып, уны ҡушҡайын араһына күтәреп ҡуйҙылар. Еңеп ҡайтҡас, ошо урында бергәләп йыйылыу шарты менән. Был хаҡта 30 йыл самаһы элек “Башҡортостан” гәзитендә “Вәғәҙә ташы” исемле очеркым донъя күргәйне.
Ошо ете егет араһынан 1943 йылда иң тәүҙә Зәбирйән ағай менән уның иң яҡын дуҫы Зарифты яуға оҙаттылар. Ағай, көндөң һыуыҡ булыуына ҡарамайынса, ауыл урамын сыҡҡансы ат санаһында ҡурайҙа уйнап барҙы, дуҫы йырланы. Бөтә ауыл халҡы оҙатты уларҙы.
Зариф ағайҙың йыры күңелгә мәңгелек моң булып һеңеп ҡалды, сөнки ул һуғыш яланынан әйләнеп ҡайта алманы.
Зәбирйән ағайҙан өскөл хаттар йыш килде. “Польша ерҙәрен үттек, Берлинға ла алыҫ ҡалманы”, — тип яҙҙы берәүһендә. Унан һуң оҙаҡ ҡына хаты килмәй торҙо. 1945 йылдың апрель аҙағында ғына хәбәр килеп төштө. “Һул ҡулымдан яҙҙым”, — тип уҡыныҡ ағайымдың өскөл хатында. Атай-әсәй, туғандар шатланды — ул иҫән ҡалған! Әммә мине шомло уй солғап алды: “Һыңар ҡул менән нисек ҡурай уйнар?” Донъя көтөүе ауыр булыр инде уға, тип уфтанды бәғзеләр.
1945 йылдың май аҙаҡтарында, һул еңен күк шинеленең кеҫәһенә тығып, ағайым ҡайтып төштө! Уны бөтә ауыл халҡы күрергә йыйылды.
Бер аҙҙан атайым түҙмәй, еңел генә ағастан шарнир ҡуйып, ҡул яһап биргәс, һелтәнмәһә лә, ике ҡуллы кешегә оҡшап ҡалды.
Күренеп тора, ағайымдың күңелендә йыр-моң ташып урғыла, тынғы бирмәй. Бер көн икәүләп Нәжми тауына юлландыҡ. Унда тулҡынланып ҡурай үләне үҫә, хатта көй сығарғандай була. Ағайым уларҙың иң матурын һындырып алды. Бармаҡтары менән үлсәп, ҡурай яһарға ҡушты. Уйнап ҡарағайны, теләгән көйө килеп сыҡманы. Икебеҙҙең дә өмөт селпәрәмә килде. Быны үтә ауыр кисерҙек.
Әммә Зәбирйән ағай үҙен ғорур тотто. Тормош талаптарына тиҙ яраҡлашты, башҡалар менән бер рәттән утын ҡырҡты, бесән сапты, һалам ташыны. Колхозда бухгалтер булып та эшләне. Артабан уны партияның Абзан район комитетына эшкә саҡырҙылар. Өфөлә Рамаҙан Өмөтбаев, Исмәғил Ғөбәйҙуллин менән бергә партия мәктәбендә уҡыны. Ейәнсура һәм Абзан райондары ҡушылғас, Ейәнсурала район башҡарма комитеты рәйесе, ике тиҫтә йыл партия район комитетының икенсе секретары булып эшләне. Ағайым йәйен-ҡышын колхоз-совхоздарҙан ҡайтып инмәҫ булды. Һәр бригадирға, һауынсыға, көтөүсегә исемләп өндәште. Халыҡ араһында абруйы ҙур булды, етәкселәр ҙә уны бик ихтирам итте.
Ул саҡта колхоз-совхоздар бик көслө ине: үҙ аҡсаһына мәктәп, клуб, балалар баҡсалары төҙөй, халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтә торғайнылар. Әле һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Зәбирйән Ғүмәров шул ваҡыттарҙы йылы тәьҫорат менән иҫкә ала.
— Район хөкүмәткә йөҙәр тонна ит, май, иген тапшыра торғайны, — тип хәтерләй ул. — Йөҙәр мең һыйыр малы, һарыҡ, сусҡа аҫрайҙар, шуға ла ауылдарҙа эшкә кеше еткереп булмай ине. Мин етәкселек иткән “Сәғит” колхозында (бер генә ауыл) йөҙәрләгән һыйыр, ат булды, һыу тирмәне эшләне. Заманында унан һуғышҡа иң яҡшы 20 — 30 атты оҙаттылар. Колхозда бүрәнәнән төҙөлгән һарайҙар, келәттәр бар ине. Хәҙер шуларҙан бер бағана ла ҡалмаған. Беҙ ат-үгеҙ егеп һөргән ерҙәр буш ята. Ауыл халҡы эшһеҙ йонсой. Колхозды яңынан тергеҙергә ине. Ошондай тарҡалыуҙарҙы ветерандар бик ауыр кисерә, сөнки ҡан түгеп, йән биреп яуланған байлыҡ ине бит.
Эйе, Бөйөк Ватан һуғышы артта ҡала бара. Еңеүҙе яулаған яугирҙәр ҙә, үкенескә ҡаршы, кәмей. Зәбирйән ағай — уларҙың иң йәштәренең береһе, уға ла хәҙер — 85 йәш. Һуғыш ҡалдырған йәҙрә ярсығын да, 30 — 40 йыл үткәс кенә табып, операция ярҙамында алдылар.
Зәбирйән ағайымдың күкрәген тиҫтәләгән хәрби һәм хеҙмәт ордендары, миҙалдар биҙәй. 1926 йылғы ете егеттән ағайым әле бер үҙе ҡалды. Еңгәй менән бик матур донъя көтә, пенсияһы ла етерлек, һис зарланмай. Дөрөҫ, сәләмәтлеге һәйбәттән түгел, әммә йәшәү дәрте етерлек. Бөгөн дә йыр-моңдан айырылмай ағайым, күрәһең, ул уға йәшәү дәрте өҫтәй, илһам бирә.
Ҡаҫмарт буйлап мәшһүр моң тарата
Ағайымдың ҡырлы ҡурайы.
Шул моң тулҡынында йөҙәр өсөн
Ауылыма ҡайтып урайым.
Йәштән күңелгә, йөрәккә һеңеп ҡалған йыр-моң мәңгелек булып ҡала күрһен. Уны юйып ташлау мөмкин түгел.
Сәлимйән ҒҮМӘРОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872