Бөтә ғүмерен тыуған районының матур киләсәгенә бағышлаған Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәлиәскәр Мусин көн-төн баҫыуҙан ҡайтып кермәгән тынғыһыҙ игенсе генә түгел, үҙе етәкләгән ҙур-ҙур хужалыҡтарҙың хәстәрлекле етәксеһе лә булды.
Миәкә районының "Миәкә" совхозында агроном, баш агроном, директор вазифаларында эшләп, бынамын тигән йәш белгестәр үҫтерҙе. Дүрт йыл Монгол Халыҡ Республикаһында "Халхин-Гол" дәүләт хужалығына нигеҙ һалып, монгол йәштәренә иген үҫтереү һөнәрен үҙләштерергә, ауыл хужалығын фән нигеҙендә үҫтерергә, юғары уңыштарға ирешергә өйрәтте. Ә инде Әлшәй районындағы "Шафран" совхозын етәкләп, ил өсөн бик кәрәкле дарыу үләндәре үҫтергән хужалыҡҡа яңы һулыш өрҙө.
Игенсегә йыл әйләнәһе ваҡыт етмәй. Ә етәксе-игенсегә ваҡыттың һәр минуты алтынға бәрәбәр. Шул хәлдә лә ул ғаиләһе өсөн хәстәрлекле атай, өлгөлө ир булып ҡалырға тырыша.
Күптән түгел мин был етәксе-игенсенең шәхси хаттарына юлыҡтым. Кеше алдында һәр саҡ етди, эшлекле, бер аҙ ҡырыҫыраҡ күренергә тырышҡан ағайыбыҙ ғаиләһендә бөтөнләй икенсе сифатта асылып китә, үтә иғтибарлы, хәстәрлекле атай, ғаиләһе өсөн өҙөлөп торған ярҙамсыл ир булған икән дә баһа Ғәлиәскәр Мусин. Уның алыҫ Монголиянан улы Дамирға, ҡыҙы Әлмирәгә яҙған хаттарының бер нисә өҙөгөнә туҡталғы килә. Уларҙа атай кешенең яратҡан балаларына биргән кәңәштәре, өгөт-нәсихәттәре, ихласлығы, аҡыллылығы һәм шул уҡ ваҡытта бик ябай ҙа, тәбиғи ҙә булыуы иғтибарҙы йәлеп итә. Хат юлдарында атай кешенең ғәзиз балаларын өҙөлөп яратыуы ла, улар өсөн борсолоуы ла, ғорурланыуы ла асыҡ сағыла.
"Һаумыһығыҙ, Дамир һәм Әлмирә, – тип башлана хат. – Һеҙгә бик күп сәләмдәр ебәреп, уҡыуығыҙҙа, тормошоғоҙҙа шатлыҡтар, бәхет, уңыштар һәм, әлбиттә, сәләмәтлек теләп ҡалабыҙ. Был арала бик күп хат алдыҡ. Шулай итеп, бурысым күбәйҙе. Һәр береһенә яуап яҙырға кәрәк. Һеҙҙән дә сәләм хаттары алып торабыҙ. Рәхмәт атай-әсәйегеҙҙе онотмағанығыҙ өсөн. Үҙем Чайбонсандан һәйбәт кенә йөрөп, йомоштарымды теүәлләп ҡайттым. Ара алыҫ, юл бик шәптән түгел. Бында таш, асфальт юлдар юҡ. Таыр, йәғни тапалған дала юлы. Юл бер аҙ йонсотто. Ярай, аҙыраҡ ял итеп алһам, үтә ул.
Март быйыл ҡырыҫ килде. Ҡапыл йылытыр, ахырыһы. Ҡар йоҡа. Уңыш алыуға бөтә ышаныс – июнь, июль айҙарында була торған ямғырҙа. Сәсеүҙе лә шуға ҡарап май урталарында ғына башлайбыҙ".
"Дамир һәм Әлмирә!
Был хат икегеҙгә лә булды инде. Икегеҙҙең дә имтихандарығыҙҙы уңышлы биреүегеҙҙе ишетеп, бик шатландыҡ. Афарин, балалар, тырышаһығыҙ, беҙҙең йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәйһегеҙ. Үҙегеҙҙең дә кеше алдында йөҙөгөҙ яҡты. Беҙҙең төп бурыс – һеҙҙе уҡытыу, эш һөйгән, илен, халҡын һөйгән ысын кеше яһау. Хәҙерге заманда уҡымай һис кенә лә ярамай. Мотлаҡ урта белем алыу – заман талабы. Артабан юғары уҡыу йортон бөтөү һәйбәт. Һеҙ унда ғына ла туҡтап ҡалмай, фән кандидатлығына үрелһәгеҙ, тағы ла яҡшыраҡ, сөнки тормош шуға бара. Беҙ һеҙгә әхлаҡи, матди яҡтан ярҙам итеп торорбоҙ. Был беҙҙең, ата-әсә булараҡ, төп бурысыбыҙ. Мин тормошта маҡсат ҡуйып йәшәнем. Уға ирешер өсөн тырыштым. Күп уҡыным, ныҡышмал булдым, эшкә бөтә күңелемде бирҙем. Бер ваҡытта ла урлашманым, алдашманым, партия ҡушҡанса саф намыҫ менән эшләнем һәм йәшәнем. Минең төп маҡсатым, йәш саҡта ала алмай ҡалған юғары белем алып, халҡыма хеҙмәт итеү булды. Йәш саҡта ауыл хужалығы техникумын тамамлаһам да, артабан уҡыр өсөн матди яҡтан мөмкинлек булманы. Эшләргә, ата-әсәмде, ғаиләмде ҡарарға кәрәк ине. Шөкөр, һеҙгә беҙ бала саҡта күргән ауырлыҡтарҙы күрергә тура килмәне. Һеҙҙең балалыҡ бәхетле осорға тура килде. Шуның ҡәҙерен белеп уҡығыҙ, сәләмәтлегегеҙҙе һаҡлағыҙ...
Дамир! Әсәйең менән беҙ һинең яҡшы уҡыуыңды беләбеҙ. Дәүләт имтихандарын да, диплом эшеңде лә уңышлы үтәп сығырыңа ышанабыҙ. "Диплом алғас, военный сбор көтә", – тип яҙғанһың. Әрме хеҙмәтен дә тәртип менән үтереңә шикләнмәйбеҙ. Һин – намыҫлы егет. Ил алдындағы бурысыңды ла намыҫ менән башҡарып сығырһың. Беҙ һәйбәт. Беҙҙең өсөн борсолма..."
"Дамир, Әлмирә!
Әле үҙаллы тормошоғоҙ булмағанға һеҙгә күберәк яҙам. Яҙғандарыма ҡолаҡ һалырһығыҙ, тип ышанам. Бығаса беҙ бер уйҙа, бер фекерҙә аңлашып йәшәнек. Артабан да шулай булырына ышанам. Нурия апайығыҙ тормошта булғас, үҙаллы йәшәгәс, уға беҙҙең кәңәш әллә ни ярҙам итмәҫ. Уларға хат та һирәгерәк яҙыла.
Хатығыҙға ҡарағанда һеҙҙең эштәр ҙә яҡшы бара. Быға шатбыҙ. Беҙ — маладистар. Үҙебеҙ иҫән-һаубыҙ. Тағы бына бер ҡышты ҡаршыланыҡ. Быйыл ҡар ҡалын яуҙы. Көндәр ныҡ һыуытты. Яланда ҡар ҡалын булғас, малдарҙы 200–250 саҡрым алыҫлыҡҡа ҡыуабыҙ. Унда ҡар йоҡараҡ. Ләкин унда ла һыуыҡ. Ел. Малға ышыҡланыр урын юҡ. Етмәһә, һыйырҙар быҙаулай башланы. Ярай әле монгол малы сыҙамлы. Шырпы кеүек ҡаты үләнде ҡары менән ашай бахырҙар. Мал үлеменә юл ҡуймаҫҡа тырышабыҙ. Тракторҙарға ҡарһөргөс тағып, көтөүлектәрҙе асабыҙ. Быҙауҙар өшөмәһен өсөн фуфайкалар, аяҡтарына, ҡар киҫмәһен тип, ойоҡтар тегеп кейҙерәбеҙ. Бесән, һалам, фураж, тоҙ, улаҡтарҙы тракторҙар, машиналар менән ташыйбыҙ. Маҡсатыбыҙ – мал башын нисек тә кәметмәҫкә. Бөтә халыҡ мал янында. Мин дә улар менән. Өйгә бик һирәк ҡайтыла. Шулай, балалар, эшләмәй булмай. Эшләгән кешене күрәләр, хеҙмәтеңде баһалайҙар. Улан-Баторҙа үткән алдынғылар йыйылышында миңә Монгол Халыҡ Республикаһының иң ҙур бүләген – алтын миҙал бирҙеләр".
"Дамир, Әлмирә!
Быйыл беҙҙең килешеү срогы тула. Октябрь айҙарында осрашырбыҙ тигән пландабыҙ. Быйыл беҙҙең ғаиләлә юбилейҙар йылы. Әсәйең менән миңә – 50 йәш. Бергә йәшәүебеҙгә – 25 йыл. Агроном булып эшләй башлауыма – 30 йыл. Партияға инеүемә – 25 йыл. Иҫән-һау ҡайтып, һеҙҙең менән, туғандар менән бергә ошо даталарҙы шатланып байрам итергә яҙһын!.."
Эйе, Ғәлиәскәр ағай, Монголиянан ҡайтҡас та, бөтә тәжрибәһен, белемен биреп, егерме йыл халыҡҡа фиҙакәр хеҙмәт итте. Уның балаларына яҙған хаттары йылы хистәр менән һуғарылған. Үҙ эшенең дә еңел түгеллеген ул балаларынан йәшермәй, ә, бәлки, һабаҡ алһындар тип бөртөкләп яҙа. Ғәлиәскәр ағай үҙе күптән был фани донъянан баҡыйлыҡҡа күсте. Әммә ил, халҡы алдындағы хеҙмәте йәшәй. Уның тәрбиәле, тырыш ғаиләһе йәшәй. Улы Дамир ҡатыны Рима менән ике ҡыҙ, ике малай үҫтерҙе. Уларға ысын тәрбиә, юғары белем бирҙеләр. Дамир Ғәлиәскәр улы – Өфө урман хужалығы техникумы директоры, фән кандидаты. Ике ейәне — Айнур менән Айбулат — Санкт-Петербург урман хужалығы университетын тамамлап, әле аспирантурала уҡыуҙарын дауам итә. Ҡыҙҙары Нурия менән Әлмирә лә юғары белем алып, матур ғаилә ҡороп, бынамын тигән тырыш улдар, ҡыҙҙар үҫтерҙе.
Ояһында ни күрһә, осҡанында шул була, ти халыҡ. Төҙөк, тырыш, татыу ғаиләләрҙә һәйбәт балалар үҫә. Ғәлиәскәр ағай миҫалында ла был шулай.