Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Маңлайыңа ни яҙылһа...
Маңлайыңа ни яҙылһа...Сит илдәрҙә күпме йәшәргә ҡалғанды белергә тырышып күрәҙәлек итеү һис тә ғәжәп түгел, кемдең “кеҫәһе” ҡалын, шул мотлаҡ ошо хеҙмәттән файҙалана.
Амстердам ҡалаһындағы Ирекле университет ғалимдары 115 йәшкә тиклем үҙ аҡылында, зиһенендә йәшәгән голланд ҡатынының геномын асыҡлай алған. Алдынғы ҡарашлы, ҡыйыу әбей үҙенең кәүҙәһен фәнгә васыят итеп ҡалдырған.

Күпме ғүмер йәшәргә ҡалған?

Белгестәр әйтеүенсә, оҙайлы ғүмер кисергән кеше геномын өйрәнеү ҡартайған көндә уны сирҙәрҙән һаҡлаусы механизмдарҙы асыҡларға ярҙам итәсәк. Монреалдә (Канада) кеше генетикаһын өйрәнеүсе Америка йәмғиәтенең йыл да үткәрелеүсе конференцияһында ошо хаҡта ғалимдарҙың отчеты тыңланған. Ҡатын организмында, белгестәр фекеренсә, бик күп сирҙәрҙән аралаусы мутациялар (ҡапыл хасил булған генетик үҙенсәлектәрҙең үҙгәреүе) табылған, шуға күрә уға альцгеймер, паркинсон, ҡарт кешеләргә хас мейе тамырҙары атеросклерозы хәүефе янамаған.
Генрикье ван Андел-Схиппер 1890 йылда донъяға килә һәм 2005 йылда 115 йәшендә вафат була. Был осорҙа ул Ер шарындағы иң ҡарт кеше иҫәпләнә. 82 йәшендә үҙенең кәүҙәһен Гронинген университетына васыят итә, 29 йыл үткәс, ҡатын йәнә уҡыу йортона шылтыратып, васыяты тураһында иҫтәренә төшөрә. Йөҙ йәшендә Андел-Схиппер һөт биҙе яман шешенән операция үткәрә.
Генетик һәм геронтологтарҙы айырыуса нимә ҡыҙыҡһындыра һуң? Барыһынан да элек оҙон ғүмерле ҡатындың аҡыл һәләтенең һаҡланыу дәрәжәһе. 113 йәшлек әбейҙең уйлау, фекерләү һәләтенә үткәрелгән тест барыһын да шаҡ ҡатыра. Һөҙөмтә 60–75 йәшлек пациенттарҙыҡынан да яҡшыраҡ булып сыҡҡан. Аҙаҡҡы көндәренә тиклем унда ҡарттарға хас альцгеймер һәм башҡа нейродегенератив сирҙәр билдәһе күҙәтелмәгән. 115 йәшлек әбейҙең үлем сәбәбен ашҡаҙандың яман шешендә күргәндәр.
Ҡайһы бер илдәрҙә, атап әйткәндә, АҠШ һәм Испанияла, генетика лабораториялары кешенең геномы анализы буйынса ғүмер оҙайлығын асыҡлау хеҙмәтен көн-төн рекламалай.

Тормош калькуляторы

Ҡартайыу индикаторы сифатында теломерҙарҙы — хромосомаларҙың ирекле радикалдар һөжүменән һаҡлаусы сикләмә өлөштәрен ҡулланалар. Өлкәнәйә барған һайын улар ҙа туҙа, ҡартая, һәр йәш өсөн билдәле оҙонлоҡтағы теломер хас. Ғалимдар ошо оҙонлоҡто үлсәүсе ышаныслы һәм бик үк ҡиммәткә төшмәүсе ысулды уйлап табыу менән анализдар эшләү киң ҡолас ала.
Белгестәр әйтеүенсә, теломер анализы ярҙамында кешенең ғәмәлдәге һәм биологик йәше араһындағы нисбәтте лә асыҡлап була. Тимәк, һөҙөмтәлә кешенең Ерҙә күпме йәшәүен күҙаллау ҙа мөмкин. Тик шуныһы: тест сәләмәтлеккә йоғонто яһаусы бик күп факторҙарҙы — йәшәү рәүеше һөм туҡланыуҙы, характер һәм интеллектты, һөнәр һәм зарарлы ғәҙәттәрҙе, экология һәм стресты иҫәпкә алмай.
Элек-электән ғүмер оҙайлығын теүәллек менән күҙаллау өсөн яңынан-яңы аҙымдар яһалған. 20 йыл элек Америка ғалимдары Роберт Аллен менән Ширли Линди тарафынан эшләнгән алгоритм донъя күрә. Кешенең сәләмәтлек торошо, нәҫел-ырыуы, йәшәү рәүеше күрһәткестәренән сығып үлем ваҡытын билдәләүсе компьютер программаһы күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра.
Бөгөн дә Интернетта күпме йәшәргә ҡалғанды иҫәпләүсе “кәкүк” ролен үҙ өҫтөнә алған ябай һәм ҡатмарлы тест авторҙары һорауыңа яуап бирергә әҙер тора. Бары “эҙләү” графаһына “тормош калькуляторы” тигән яҙыуҙы индереү кәрәк. Күп осраҡта шарлатан һәм алдаҡсылар йәтмәһенә эләгеүең дә бар. Уйын хаҡы арзан түгел, бер нисә йөҙ һум аҡсаңды мотлаҡ һурып аласаҡтар.
Белгестәр раҫлауынса, кешенең сәләмәтлеген тест ярҙамында ентекләп тикшереп, дөрөҫ һөҙөмтә биреүсе программалар ҙа етерлек. Бары биологтар ғына организмдағы ниндәй процестарҙың ҡартайыу механизмын эшкә ҡушыуын, һөҙөмтәлә кешенең күпме йәшәргә тейешлеген белә алмай башы ҡата.
“Миңә күпме йәшәргә ҡалды икән?” тигән һорауға яуап күптәрҙе борсой. Һорау алыуҙарҙан күренеүенсә, күпселеккә (70 %) ҡасан вафат булыу көнөн белеүҙең кәрәге юҡ. Һәр хәлдә был хаҡта алдан ишеткеләре лә килмәй. Шулай ҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыусыларҙың дүрттән бер өлөшө “күпме ғүмер йәшәйәсәгеңде белгең киләме?” тигән һорауға “эйе” тип ыңғай яуап биргән. Яңы хеҙмәттәргә ҡаршы килеүселәрҙең дәғүәһен дә аңларға була. Кеше, һуңғы ғүмер сәғәте яҡынлашҡанын белеп, башҡаларға һис көтмәгән бәлә-ҡаза килтереүе ихтимал, сөнки хөкөмгә тарттырмаясаҡтарын иҫкә алып, үҙен ахырғы сиккә еткереүе мөмкин. Хис-тойғоно ситкә ҡуйып, төптән уйлап фекерләүселәр үҙҙәрен хаҡлы тип иҫәпләй: башланған эштәреңдең осона сығып, яҡындарың менән бәхилләшеү, яҡты донъянан лайыҡлы китеү өсөн үҙеңде әҙерләүгә ваҡыт булыуы бик яҡшы, ти улар.
Ошондай ҡапма-ҡаршылыҡ менән табиптар ҙа даими осраша: һауыҡтырып булмай торған ауырыуға оҙаҡламай яҡты донъянан китәсәген белдерергә кәрәкме, әллә уның күңелен болоҡһотмау өсөн алдашыу урынлымы? Бындай нескә мәсьәләлә дөйөм бер фекергә килеү мөмкин дә түгелдер. Көнбайыш илдәрендә ҡаты ауырыу, көтөлмәгән ауыр хәл хаҡында асыҡтан-асыҡ белдереү уңайлы, хатта тейеш тип һанала, сөнки милек институты шуны талап итә. Беҙҙең илдә әлегә өндәшмәү, ысынбарлыҡты сер итеп тотоу — алтын ҡағиҙә. Күпселек осраҡта ауырыуҙың яҡындарына был сетерекле мәсьәләне хәл итеүҙе үҙ өҫтөнә алырға тура килә.

Оҙаҡ йәшәге килә!

Ғүмер оҙайлығы нимәгә бәйле? Ысынлап та, күпме йәшәргә ҡалғанлығын иҫәпләү мөмкинме? Рәсәй Социаль үҫеш һәм һаулыҡ һаҡлау министрлығы дауалау-реабилитация үҙәгенең баш врачы Татьяна Шаповаленконың ошо һорауҙарға яуабы уҡыусыларыбыҙҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыр, тип уйлайбыҙ. Һүҙ — уға:
— Табиптар ҙа өҙлөкһөҙ бәхәсләшә, хәҡиҡәтте табыу юлдарын эҙләй. Берәүҙәр ҡәтғи диета яҡлы, икенселәр өсөн нәҫелдән килгән сәләмәтлек торошо, гендар — иң мөһиме. Мин алтын урталыҡ яҡлымын, сөнки һәйбәт туҡланып, спорт менән шөғөлләнеп кенә һау-сәләмәт булыу мөмкин түгел, генетик нәҫел проблемалары һаулыҡҡа туранан-тура йоғонто яһай. Өҫтәүенә кемдер йәрәхәтләнә, бәхетһеҙлек осраҡтарына тарый.
Көсөргәнеш, ауыр эш, насар экология — барыһы ла сәләмәтлекте ҡаҡшата, ғүмерҙе ҡыҫҡарта.
Биологик йәште иҫәпләй торған программалар күп. Эш принцибы бер: кеше үҙе хаҡындағы бөтә мәғлүмәтте бирә, хатта туғандарының сәләмәтлегенә ҡағылғандарын да. Программа бөтә әйтелгәнде туплай, иҫәпләй һәм һөҙөмтәне әйтә. Генетика, әлбиттә, дөрөҫлөктө асыҡлауҙа төп ролде уйнай. Бала саҡтағы сирҙәр ҙә өйрәнелә. Кеше бөгөн нисек йәшәй, ниндәй насар ғәҙәттәре бар, нисек туҡлана — барыһы ла иҫәпкә алынып тикшерелә, скрининг үткәрелә.
Кеше үҙенең һаулығы өсөн үҙе яуаплы.
Туҡланыу буйынса теориялар ифрат күп. Үҙеңә генә яраҡлыһын диетолог ярҙамында һайлау отошло. Шулай ҙа дөйөм ҡағиҙәләрҙе иҫкәртеү кәрәктер:
1. Көн һайын мотлаҡ 1,5–2 литр күләмендә таҙа, газландырылмаған һыу эсегеҙ. Бөйөр, ауыр гипертония сирҙәренән яфаланыусылар өсөн сикләүҙәр бар.
2. Суррогат аҙыҡ-түлекте — ыҫланған колбаса һәм балыҡ, өҫтәмәләр, тәмләткестәр, буяуҙар ҡушылған һәр төрлө ризыҡты ашауҙан тыйылығыҙ.
3. Майлы аҙыҡтан баш тартығыҙ, үҫемлек майына өҫтөнлөк бирегеҙ.
4. Һаулыҡ өсөн файҙалы, минераль матдәләргә, витаминдарға бай йәшелсә-емеште күберәк ҡулланығыҙ.
Ҡан анализы биреп, холестерин кимәлен асыҡлауҙан тыш, күпме минераль матдә — калий, натрий, магний, кальций, тимер, цинк — булыуын да белергә мөмкин. Ҡайһыһы һеҙҙең организмығыҙҙа етерлек кимәлдә, ҡайһыһы үтә аҙ икәнен күҙ алдына килтергәндән һуң диетаға үҙгәрештәр индерергә була.
Ни өсөн һыуҙы шул хәтле күп эсергә кәрәк, тип һораусыларға яуап бирәбеҙ. Һыу — ул организмдың бик егәрле санитары. Тоҙло-боросло аҙыҡ ашау шыйыҡлыҡтың тәндә күп миҡдарҙа тупланыуына булышлыҡ итә. Ә һыу — шешенеүгә ҡаршы яҡшы сара, сөнки әйләнештәге ҡан күләменең артыуы туҡымаларҙағы һыуҙы үҙенә тартып алыу һәләтенә эйә.
Һыу — ул йәшәү көсө, ашҡаҙан-эсәк юлы һәм бәүел бүлеп сығарыу системаһы эшен яйға һалыусы. Әгәр ҙә ошо ағзалар теүәл эшләһә, ҡалғандарының да эшмәкәрлеге яҡшырасаҡ, мәҫәлән, быуындарығыҙҙың торошо һәйбәтләнер.
Иң ябай кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ: башығыҙ ауыртһа йәки көсөргәнеш тойһағыҙ, аҙ-аҙлап, әммә йышыраҡ таҙа һыу эсегеҙ. Күпселек осраҡта кеше үҙендә еңеллек тоясаҡ. Организмды шешендергән шыйыҡлыҡ кәмейәсәк, баш һөйәге эсендәге баҫым да, баш ауыртыуы ла баҫыласаҡ. Иртән йөҙөгөҙ шешенеп уянһағыҙ, таҙа һыу эсегеҙ, шеш ҡайтыр. Был хәл бер ниндәй логикаға һыймаған төҫлө тойолһа ла, ысынбарлыҡта шулай.
Профессионалдарҙың фекеренсә, һәр кем һаулығын үҙе ҡайғыртырға тейеш. Сирләп киткән хәлдә уның сәбәптәрен ваҡытында асыҡларға һәм дауаланырға кәңәш итәбеҙ. Ни тиклем иртәрәк табипҡа мөрәжәғәт итһәң, шул тиклем яҡшыраҡ, хатта яман шештәрҙең күбеһен бындай осраҡта дауалап та була.
Белгестәр үҙен һау-сәләмәт тойған кешегә йыл да тикшеренеүҙәрҙең оҙон исемлеген тәҡдим итә. Беҙҙең ҡарамаҡҡа был ҡәҙәре анализды биреү, табиптарға күренеү өсөн хәҙерге медицина шарттарында кәм тигәндә бер-ике ай ваҡыт кәрәк. Улай ғына булһа икән әле... Исемлеккә күҙ һалайыҡ:
Ҡан һәм бәүелдең дөйөм анализы.
Ҡандың биохимик анализы.
Гепатит вирустарын йөрөтөүгә тикшеренеү.
ЭКГ, ЭХО-кардиограмма, спирометрия (физик көсөргәнеште үткәреүгә тест) йөрәк-ҡан тамырҙарының өҙлөгөү хәүефе дәрәжәһен билдәләй.
Баш һәм муйын тамырҙарын ультратауыш ярҙамында тикшереү инфаркт һәм инсульттарҙы иҫкәртә.
Ҡан баҫымын контролләү. 40–45 йәштәрҙән һуң иртәле-кисле ҡан баҫымын тикшереп торорға тәҡдим итәбеҙ.
Боғаҡ биҙен, бауырҙы һәм ҡорһаҡ ятҡылығын ультратауыш ярҙамында тикшереү.
Флюорография.
Гинеколог йәки урологта (ир-ат өсөн) тикшеренеү үтеү мотлаҡ.
Ошо тиклем процедураны йыл да үткән, һаулығын даими хәстәрләгән кем бар икән арабыҙҙа? Булһа ла, бик һирәктер. Яңыраҡ барлыҡҡа килгән сәләмәтлек үҙәктәре ошо бушлыҡты тулыландырырға ярҙам итә.
(“Российская газета”нан).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 132

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 482

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 220

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 927

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 693

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 270

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 591

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 971

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 452

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 528

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 353

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 536