Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шәп үтекленең тормошо шыма
Шәп үтекленең тормошо шыма
"Кешене кейеменә ҡарап ҡаршы алалар...", ти халыҡ. Ысынлап та, тышҡы ҡиәфәт ҙур әһәмиәткә эйә. Башҡаларҙың һеҙҙең хаҡта яҡшы уйҙа булыуын теләһәгеҙ, өҫ-башығыҙға иғтибарҙы йәлләмәгеҙ.


Иң мөһиме — ҡыҙа, тип кенә булмай
Тәү сиратта кейемдең таҙа булыуы шарт. Икенсенән, ул һәйбәт итеп үтекләнгән булырға тейеш. Был эштә төп ярҙамсыбыҙ, әлбиттә, үтек. Тәү ҡарашҡа ябай ғына техника булып күренһә лә, уның тарихы бай.
Бер нисә быуат элек хужабикәләр кейемдең бөгәрләнгән ерҙәрен эҫе тимер сым, таш, ҙур башлы ауыр сүкеш, яҫы тимер әйберҙәр менән шымалаған. Ваҡыт үтеү менән бөгөнгө осло моронло, тотҡалы үтек барлыҡҡа килгән. Тәүгеләрен эсенә ҡуҙ һалып ҡулланғандар. Тик уларҙың саманан тыш ауыр, ҡулайһыҙ булыуы хужабикәгә ҡыйынлыҡ тыуҙырған, күп көс, түҙемлек талап иткән.
"Зәңгәр яғыулыҡ" менән эҫетелгән үтектәр ҙә булған, әммә ҡоролошоноң ҡатмарлылығы, һаулыҡ өсөн зыяны арҡаһында улар киң ҡулланылышҡа инеп китә алмаған.
XX быуат башында электр уты ярҙамында эшләгән үтек барлыҡҡа килгән. Ул бөгөн дә камиллашыуын дауам итә, төрлө функциялар менән байытыла, дизайн йәһәтенән даими үҫешә.
Ғәҙәттә, үтек һайлағанда ваҡ кеүек күренгән, әммә мөһим мәсьәләләргә иғтибар бирмәйбеҙ. "Иң мөһиме — ҡыҙа, һыу һиптергесе бар, башҡа тағы нимә кәрәк инде?" — тип фекер йөрөтә күптәр. Дөрөҫ түгел: бәләкәй генә үтек алғанда ла, аҙаҡтан ыҙаламаҫ өсөн яҡшыһын һайларға кәрәк. Ябайҙары, мөмкинлеге аҙ һәм ҡоро режимда ғына эшләүгә яраҡлы булғанлыҡтан, хәҙер күпләп сығарылмай.
Төрлө туҡыманан тегелгән кейемдәрҙе боҙмау маҡсатында табанының температураһын билдәләү ниәтендә көйләгес ҡуйылған үтектәр бар. Улар ҙа аҙ етештерелә, хаҡы ла осһоҙ. Йылылыҡ кимәлен көйләгесе, һыу һиптергесе булғандарына ла халыҡ әллә ни ихтыяж кисермәй. Етештереүселәрҙең фекеренсә, улар хужабикәнең талабын тейешенсә ҡәнәғәтләндермәй: ныҡ бөгәрләнгән һәм ҡалын туҡымаларҙы шымарта алмай.
Ә бына пар үтегенә ихтыяж ҙур. Өҫтөнлөгө шунда: функциялары күп, ҡулайлы, бөтөн төр туҡыманы яҡшы эшкәртә, тиҙ шыла, төймә аҫтары өсөн табанында махсус улағы ла бар.
Парлы һәм генераторлы үтек иһә ҙур һыу резервуарына һәм көслө пар биреү мөмкинлегенә эйә. Ул башҡаларына ҡарағанда күпкә ҡыйбат. Шулай ҙа был үтекте көндәлек тормошта ҡулланыу өсөн һатып алыуҙың кәрәге юҡ, сөнки улар кер йыуыу фирмалары, оҫтаханалар, ательелар өсөн тәғәйенләнгән.
Белеүегеҙсә, юл үтеге бар. Ул "ағай-энеһе"нән күпкә бәләкәй, функциялары буйынса ябайыраҡ булһа ла, алыҫ сәфәрҙә файҙаһы баһалап бөткөһөҙ.
Сымһыҙ үтектәр була. Улар эш барышына бер ниҙең дә ҡамасауламауы, эләкмәүе, сырмалмауы йәһәтенән отошло. Ғөмүмән, үтекләү барышында һис ниндәй хәүеф янамай. Шулай ҙа был төр техника, ҡиммәтлеген, тиҙ һыуыныуы сәбәпле эҫетеүсе аҫлыҡҡа йыш ҡуйырға кәрәклеген иҫәпкә алғанда, үҙен аҡламай.

Электрҙы "һыҙырып ашағандары" бар...
Үтектең ҡеүәте — иң мөһим үҙенсәлек. Был йәһәттән техниканы өс төркөмгә бүләләр.
Ҙур ҡеүәтле үтек гардеробы кейем менән тулы йәки күп балалы ғаиләләр өсөн ҡулай. 2000 — 2400 ватлыҡ был техника электр утын "һыҙырып ашаясаҡ". Хаҡы ла осһоҙ түгел.
Иң таралғаны — уртаса ҡеүәтле (1600 Вт) үтектәр. Электр утын күп сарыфламай, хаҡы ла ҡәнәғәтләнерлек.
Түбән ҡеүәтлеләргә килгәндә, уларҙы керҙе һирәк үтекләгән, яңғыҙ йәшәгән кешеләр ала. Һатыуҙа ла аҙ осрай.
Үтек билдәләнгән температураны яҡшы һаҡларға тейеш. Был үҙенсәлек эҫегә ныҡ һиҙгер булған синтетик һәм ебәк туҡымалар менән эш иткәндә айырыуса мөһим.

Ниңә осһоҙ? Тотҡаһы уңайлымы?
Яҡшы, сифатлы үтекте көнкүреш техникаһы һатылған махсус магазиндан алырға кәңәш ителә. Бында тауарҙың сифат сертификатын күрһәтеүҙәрен талап итергә, гарантия алырға мөмкин.
Һатыусынан үтектең ҡайһы илдә етештерелгәнен белешегеҙ. Тауарҙың үтә осһоҙлоғона шик менән ҡарағыҙ.
Үтек һайлағанда дизайнына ла ныҡлы иғтибар итергә кәрәк. Ул ҡарап тороуға матур, тотоуға уңайлы булырға тейеш.
Приборҙың иң мөһим элементтарының береһе — тотҡаһы. Һатып алырҙан алда уның уңайлымы-юҡмы икәнен тикшерегеҙ. Тотҡаһында бармаҡтар өсөн "оя"лар булғаны йә ҡул таймаһын өсөн резина ҡушып эшләнгәне ҡулайлыраҡ, әлбиттә.
Шнурҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ. Уның оҙонлоғо 2,5-3 метр булырға тейеш. Үтектең корпусында шнурҙы урап ҡуйырға урын булдырылғанмы — тикшерегеҙ.
Һыу резервуары төрлө дәүмәлдә була. Ҙурырағы яҡшыраҡ, сөнки үтекләгән ваҡытта уны йыш тултырыу талап ителмәй. Шуны иҫегеҙҙән сығармағыҙ: һыуҙы үтек һүнгән мәлдә генә һалырға кәрәк. Резервуары ҡапҡаслы һәм үтә күренмәле техникаға өҫтөнлөк бирегеҙ: күпме һыуы ҡалғаны күренеп торһон.

Таҙа тотҡанды ярата
Хәҙерге үтектәрҙең аҫты таҙартыуға мохтаж түгел. Һис юғында еүеш сепрәк менән һөртөү ҙә етә. Элегерәк сыҡҡандарын аҙ ғына теш пастаһы яғылған сепрәк менән таҙартырға мөмкин. Һуңынан ҡоро йөн туҡыма менән ышҡырға кәрәк. Әгәр үтектең табаны ҡарайһа, гәзит битенә бер аҙ тоҙ һалып үтекләү ҙә һәйбәт һөҙөмтә бирер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872