Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яҙмыштарҙы булмай үҙгәртеп
Хеҙмәттәшебеҙ Зинфира Яруллинаны гел маҡтап телгә алалар. Эше өсөн генә түгел, тырыш, кешелекле, кеселекле, изге күңелле, сабыр холоҡло, бөйөк әсә булыуына ла, тормошто яратыуына ла һоҡланалар. Ғәҙәттә, хаҡлы ялдағы кеше иҫтән сығып та ҡуя. Уны иһә һис оноторлоҡ түгел.

“Яҙмыш” тигән төшөнсә лә бар бит әле. Електәргә үтеп ингән ана шул әсе өлөш еле кешене ғүмер буйы һынай. Зинфираның донъяға тәү тапҡыр ауаз һалған, күҙҙәрен асҡан, тәүге һулыш алған ере Борай яҡтары икән. Гүзәл йылға ярҙарына һыйынып ултырған Вострецов ауылы — тыуған төйәге.
Ҡыҙға 14 йәш тулғанда, әсәһе Лотфикамал апай 43 йәшендә яҡты донъя менән хушлаша. Был — яҙмыш ғазабының, тормош һынауының тәүге баҫҡысы ғына. Шулай ҙа, рухи көс туплап, Зинфира Өфөгә юллана. Мәктәптә уҡығанда йыр-моңға тартылған ауыл ҡыҙы тәүҙә музыка училищеһына уҡырға инә. Тик уға бында белем алырға тура килмәй. Атаһы Әхмәтсафа: "Ҡыҙым, фатир өсөн түләргә мөмкинлегем юҡ", – тигәс, ул апаһы Рәсимәнең тәҡдиме буйынса полиграфия училищеһына бара.
Уҡыу йортон тамамлағас, йәш белгес приборҙар эшләү заводының типографияһында эшләй. Көтмәгәндә баш ҡаланың драма театрында мөхәббәтен – буласаҡ тормош иптәше Әсхәтте осрата. Бәләбәй районы егете Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтын тамамларға йөрөй икән. Оҙаҡ та үтмәй, йәш пар гөрләтеп туй яһай.
Әсхәтте юллама буйынса Йәрмәкәй районына эшкә ебәрәләр. Йәш ғаилә тәүҙә кеше фатирында йәшәй. Зинфира иһә үҙенең һөнәре буйынса район типографияһына хәреф йыйыусы булып эшкә урынлаша. Әлбиттә, ул саҡта эш шарттары бик шәптән булмай. Хеҙмәт хаҡы ла ни бары 75 һум. Шулай ҙа ул үҙенең әхирәттәре Ғәйникамал Ғүмәрова, Зөмәрәт Ғиззәтуллина менән уртаҡ тел табып, бында 40 йыл тирәһе эшләй. Дипломлы белгес булараҡ, Зинфира уларҙы хәреф йыйыусы һөнәренең серҙәренә өйрәтә.
Журналистика ветераны Наилә Ғәтиәтуллинаның яҙмаһына күҙ һалайыҡ: ..."Типографияла эшләү дәүерендә Зинфираның ҡулынан күпме цинклы шрифт үткәндер ҙә күпме юл йыйылғандыр. Һәр көн хәреф йыйғанда ҡулдарының ҡором кеүек ҡап-ҡара типография буяуына батыуын хәтерләйем. Ә инде линотипта ҡойолған ҡурғаш юлдарҙы иретеү ҡаҙанына сығарып һалыу, һуңынан яңы юлдар ҡойоу өсөн әҙерләнгән ауыр ҡурғашты күтәреп индереү тиһеңме... Типографияла эшләгән ҡатындарға шундай йөк тә күтәрергә тура килә ул заманда...
Бик күп ауырлыҡтар күрергә тура килә Зинфираға иҫке типографияла эшләгән осорҙа. Әммә ул был йылдарҙы йылылыҡ менән иҫкә ала, сөнки унда йәшлеге, иң иҫтәлекле йылдары ҡалған..."
Ҡайғы-хәсрәт һис уйламағанда килә лә һинең ишегеңде шаҡый. Зинфира Әхмәтсафа ҡыҙы менән Әсхәт Ғабдулла улына тәүге балалары Гөлнара шатлыҡ бүләк итһә, Илфаттың донъяға килеүе ҡыуаныслы хәл булмай. Уны алда мәкерле яҙмыш һағалап торған. Әйткәндәй, сабыйҙың теле лә иртә асыла, бик иртә тәпәй ҙә баҫа. 1,5 йәштә балалар баҡсаһына бирәләр уны. Бында йөрөгәндә ул хәлһеҙләнеп йыш ҡына йығылып китә торған булған. Тәрбиәселәр малайҙың әсәһенә Өфө дауаханаһына барырға тәҡдим итә.
Зинфира Илфатты бер түгел, өс тапҡыр Республика балалар клиник дауаханаһына алып бара, унда уны айҙар буйы дауалайҙар, тик файҙаһы ғына теймәй.
Баланың мәкерле сиргә дусар булғанына ла утыҙ биш йылдан ашыу ваҡыт үткән. Әлбиттә, тиҫтерҙәре кеүек, уның мәктәпкә барып, партаға ултырғыһы килгәндер. Тик яҙмыш уға инвалид коляскаһы әҙерләгән. Рухи ныҡлыҡ, белемгә ынтылыш уға кәртә була алмай. Заманса коляска юллап биргәндәре өсөн Яруллиндар райондың халыҡты социаль яҡлау бүлегенә бик тә рәхмәтле. Дуҫтар йыйылғанда ул: «Осар ҡанаттарым булһа, тормаҫ инем бер минут», – тип йырлап та ебәрә.
— Ҙур йорт та төҙөмәнек, кешенән дә артта ҡалырға тырышманыҡ, – ти Зинфира Әхмәтсафа ҡыҙы. – Бары тик улыбыҙ өсөн йәшәнек. Өҫтәлебеҙҙә һәр саҡ һөт, ҡатыҡ, һуғымыбыҙ булды. Йортобоҙҙа газ, ҡайнар һыу, туалет бар.
Тик шуныһы ғына: Илфатты сабыйҙы тәрбиәләгән кеүек ҡарау зарур. Күпме сабырлыҡ, түҙемлек кәрәк! Ә бит урын-ергә лә ятҡырырға, торғоҙорға, мунсала йыуындырырға ла кәрәк. Был үҙе генә лә ҙур батырлыҡ. Төрлө процедуралар Зинфира апайҙың да, Әсхәт ағайҙың да көн тәртибенә ингән. Ә бала иһә уларға йәшәү өсөн көс бирә. Үҙ сиратында Гөлнара ла ҡустыһы Илфат өсөн йөрәген бирергә әҙер. Ул да ярҙамынан ташламай.
Бигерәк тә әсә кеше, үҙенең бәғер ите булараҡ, балаһы өсөн нығыраҡ борсола, йоҡоһоҙ төндәрҙе күп үткәрһә лә, йөрәккәйе ялҡын булып дөрләһә лә, хәсрәтен йөҙөнә сығармай, сер бирмәй. Шаянлығы, нур сәсеп йылмайған йөҙө бөтә донъяны яҡтыртып ебәргәндәй була.
Яҙмамды Зинфира Яруллинаның тормош иптәше Әсхәт ағайҙың, балаларының ҡанатлы һүҙҙәре менән тамамлағым килә: "Һинең ошо донъяла барлығың, беҙҙең өсөн типкән оло, мәрхәмәтле йөрәгең, эшсән ҡулдарың, күңел байлығың өсөн мең-мең рәхмәт әйтеп, алдыңда баш эйәбеҙ. Һин – донъяла иң сибәр, иң шәфҡәтле, иң ғәҙел зат, һинең бар булмышың – беҙҙең өсөн батырлыҡ, фиҙакәрлек өлгөһө".


Автор: Әнүәр СӨЛӘЙМӘНОВ. Район: Йәрмәкәй районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана

Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

12 майҙан республиканың Экология министрлығында һунарсыларҙан рөхсәт ҡағыҙы алыуға ғаризалар ҡабул ......

Тотош уҡырға 1

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды 05.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын түләү Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрәкәттәге армияла хеҙмәт иткән йәки хәрби хәрәкәттәр ......

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла 05.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 1

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

Был үҙгәрештәр һауа киңлеген файҙаланыу буйынса ғәмәлдәге сикләүҙәргә бәйле....

Тотош уҡырға 1

Республикала аномаль эҫе булыуы көтөлә
Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Еңеү парадының нисек үтәсәге билдәле булды

Башҡортостанда Еңеү парадының нисек үтәсәге билдәле булды 04.05.2026 // Йәмғиәт

9 майҙа Башҡортостандың баш ҡалаһында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 ......

Тотош уҡырға 1

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла 04.05.2026 // Йәмғиәт

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла...

Тотош уҡырға 3

Республикала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Республикала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Республикала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда бала табыу йорттарының береһендә апрелдә 24 игеҙәк тыуған

Башҡортостанда бала табыу йорттарының береһендә апрелдә 24 игеҙәк тыуған 04.05.2026 // Йәмғиәт

Республика клиник перинаталь үҙәгендә яҙҙың икенсе айы өсөн ҡыуаныслы статистика мәғлүмәттәре менән ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда өс көнгә һауа торошо: ямғыр, йәшен һәм +22° тиклем йылыта

Башҡортостанда өс көнгә һауа торошо: ямғыр, йәшен һәм +22° тиклем йылыта 04.05.2026 // Йәмғиәт

Шаршамбы, 6 майҙа, һауа температураһының +22° тиклем күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 1

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә