Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҙур башлы ҡаҙаҡ ныҡ тота йәки Фәнгә ихтыяж бармы?
Ысынмылыр, бушмылыр был хәбәр, белмәйем – бер төркөм ғалим Иосиф Сталинға һорау менән килгән икән. Бер-береһенә ҡойғанға тиклемге оҙонлоғона ҡарағанда, Ока менән Волганың ҡушылдығын Волга тип исемләү дөрөҫлөккә тап килмәй тигәндәр. Сталин уларҙан: “Был турала халыҡ нисек уйлай һуң?” – тип һораған. Тегеләр: “Волга булырға тейеш тип уйлай”, – тип яуап биргән. “Халыҡ хаталана алмай”, – тип Сталин ғалимдарҙы сығарып ебәргән.

2009 йылдың 8 декабрендә Мәскәүҙә ҡар күп яуғас (12-15 сантиметр ҡалынлыҡта), ҡала мэры Юрий Лужков алдан дөрөҫ фаразламаған синоптиктарҙы язаға тарттырыу кәрәклеге тураһында һүҙ күтәрҙе. Ҡарҙың аҙ буласағына ышанған коммуналь хеҙмәттәр өсөн был хата ҙур уңайһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Мэрҙың фекеренсә, Мәскәү хөкүмәтенә метеорологик хеҙмәтте үҫтереүгә бирелгән аҡсаны ҡар таҙартыу техникаһы алыуға йүнәлтеү дөрөҫөрәк булыр ине. Синоптиктар үҙ хатаһын нигеҙләп маташты, әммә иртәгәгә фараздың ун тапҡырға яңылыш булыуын бер нисек тә аңлатыу мөмкин түгелдер.
Бынан өс йыл элек Италияның Аквила ҡалаһындағы зилзилә тураһында яңылыш мәғлүмәт биргән сейсмологтарҙы алты йылға төрмәгә ултыртып ҡуйҙылар. Силәбегә метеорит төшәсәген ваҡытында күҙаллай алмаған астрономдар, Һауа һөжүменә ҡаршы оборона хеҙмәте язаһыҙ ҡалды – уларҙың бәхетенә күрә метеорит Сыбаркүлгә төштө.
Быларҙы юҡҡа ғына миҫал итеп килтермәнем. Фәндең бөгөнгө ижтимағи тормоштағы әһәмиәте тураһында һөйләшке килә. Ошо миҫалдар башлыса теүәл фәндәргә ҡарай. Унда алдан аныҡ фараз биреү өсөн ҡамасаулаған факторҙар әллә ни күп түгел. Иҡтисад өлкәһенә килгәндә, бында фәнни прогноздар ғәйәт мөһим. Оло быуын кешеләре яҡшы белә: КПСС документтары буйынса беҙ 1980 йылдан коммунизмда йәшәргә тейеш инек. Был турала съезд трибунаһынан ҙур ышаныс менән вәғәҙә иткәйнеләр. Никита Хрущевты ышандырған академик ғалимдар һуңынан кеше йөҙөнә нисек ҡараны икән? Был хәл Совет осорона ғына хас түгел. Рәсәйҙең яңы тарихында ошоноң һымаҡ “фәнни” күрәҙәлек ҡылыуҙар бихисап булды. Егор Гайдарҙың бер нәмәгә лә нигеҙләнмәгән “шаңҡытыу терапияһы” ла, Григорий Явлинскийҙың 600 көн эсендә баҙар иҡтисады төҙөү идеяһы ла ысынбарлыҡта Рәсәй халҡын файҙаланып үткәрелгән тәжрибә булып сыҡты. Борис Ельцин, хатаға юл ҡуйылған хәлдә, башымды рельсҡа һалам, тип вәғәҙә итеп тә ҡараны (бахырың, үҙе лә был “нострадамус”тарға ышанғандыр), әммә юҡҡа ғына.
Баҙар иҡтисады дәүләт органдары төҙөгән пландан баш тартыуҙы хуп күрә, бында бөтә нәмә айырым алынған баҙар субъекттарының стихиялы (алдан ойошторолмаған) ярышы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Шунлыҡтан хаҡтарҙы, аҡса курсын алдан белеү бик ауыр, мөмкин түгел тиһәң дә, хата булмаҫ. Йыш ҡына киң мәғлүмәт сараларында теге йәки был эксперттың бензинға, аҙыҡ-түлеккә, торлаҡҡа хаҡтар, көрсөк, инфляция, девальвация тураһында фаразын ишетергә тура килә. Миңә лә ул турала һорап мөрәжәғәт итәләр. Бының мәғәнәһеҙлеген кешегә аңлатыуы еңелдән түгел. Күҙ алдына килтерегеҙ: берәй эксперт, иртәгә тауарға хаҡ 10 процентҡа артасаҡ, тип иҫбат итә алды һәм уға ышандылар, ти. Халыҡ тауарҙы күпләп ала башлаясаҡ, ә был хаҡтың 10 проценттан күпкә артыуына килтерәсәк. Йыш ҡына был алымды “һөҙөмтәле менеджерҙар” ялланған эксперттар аша бик оҫта файҙалана. Әйтергә кәрәк, прогноз дөрөҫ булған осраҡта ла, был фаразға нигеҙләнеп “хәрәкәт иткән” кешеләрҙең ҡылығы арҡаһында ғилми күҙаллау ялған булып сыға. Тимәк, ижтимағи тормошта фән бер нисек тә “алда бара алмай”, ул һуңынан ғына аңлатып бирергә мөмкин.
Әммә был төрлө фараздарҙы инҡар итергә нигеҙ бирмәй. Дәүләттең йәмғиәткә идара итеүе ошо ғилми күрәҙәлек ҡылыуҙарға ҙур ихтыяж тыуҙыра. Төрлө кимәлдә киләһе йылға прогноздар төҙөлә. Уларҙың иң мөһиме Финанс, Иҡтисади үҫеш министрлыҡтары һәм Үҙәк банк тарафынан атҡарыла. Унда киләһе йылға эске тулайым продукттың үҫеш тиҙлеге, инфляция кимәле, бюджет балансы тураһында күрһәткестәр билдәләнә. Шулар нигеҙендә ил Президенты үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә бурыстар ҡуя. Мәҫәлән, 2012 йылдың декабрендә ул эске тулайым продукттың уртаса үҫеше йылына 5-6 процент тәшкил итергә тейеш тигәйне. Бер йыл да үтеп өлгөрмәне, был проценттар 2,5-кә төштө, ә бөгөн 1% та – бик яҡшы. Нефткә хаҡ кәмемәне, Көнбайыш дәүләттәрендә иҡтисади үҫеш башланды, ә беҙҙә – юҡ. Республиканың иҡтисади үҫеш министрының: “Прогноздарҙың 12 проценты ғына аҡлана”, – тигәнен ишеткәнем бар. Ул ғына түгел, 2011 йылда Президент Рөстәм Хәмитовтың: “2006 йылда ҡабул ителгән “2020 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы” тормош талаптарына яуап бирмәй”, – тигән фекере Башҡортостан Фәндәр академияһына ҙур тап булып ятты.
Ошо һуңғы ике тиҫтә йылда Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы биргән бер генә прогноз да ғәмәлгә тура килмәне. Шуныһы ҡыҙыҡ: чиновниктар эшмәкәрлегенә бәйле булмаған күрһәткестәр фараздан яҡшыраҡ, ә бәйлеләре уға ҡарағанда хөртөрәк килеп сыға. Әйтәйек, нефткә хаҡтар күҙаллауҙан юғарыраҡ, ә иҡтисади күрһәткестәр – түбәнерәк. Виктор Черномырдиндың “Хотели как лучше, а получилось как всегда” тигән афоризмы юҡҡа ғына барлыҡҡа килмәгәндер.
Ошо йылдарҙа дәүләт тарафынан ҡабул ителеп тә үтәлмәй ҡалған пландарҙың осо-ҡырыйы күренмәй. Эске тулайым продуктты икеләтә арттырыу, инновация, нанотехнологиялар буйынса алға китеү, яңы юлдар һалыу, торлаҡ төҙөү... Ошо бурыстарҙың күпселеге үтәлмәй, әммә бер кемдең дә уларҙың сәбәбен йәмғиәткә аңлатҡыһы килмәй. Нисек кенә булмаһын, фән менән сәйәсәттең үҙ-ара бәйләнеше бик тығыҙ һәм ҡатмарлы. Дәүләт сәйәсәте һөҙөмтәле булһын өсөн башлыҡтарҙың – башлы, ә ғалимдарҙың яуаплы булыуы шарт.
Илдар ҒӘБИТОВ,
иҡтисад фәндәре кандидаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә