Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәтегәс бей нәҫелдәре
Тәтегәс – XVI быуатта йәшәгән киң билдәле шәхестәрҙең береһе. Тарихҡа ул Юрматы ырыуының шәжәрәһен яҙҙырыусы, башҡорт ырыуҙарының Мәскәү батшалығына ҡушылыуын башлап йөрөүсе булараҡ ингән. Тәтегәстең вариҫтары булғанмы, кемдәр улар? Был һорау менән Стәрлебаш районының Табылды ауылы кешеһе Әхтәм Ҡарағолов (1914 – 1993) шөғөлләнеп, тулы булмаған шәжәрә төҙөп ҡалдырған. Әхтәм Абдрахман улының тәүҙә Баймаҡ ҡасабаһында ябай эшсе булыуы, ғүмерен театр менән бәйләгәс, оҙаҡ йылдар Стәрлетамаҡта йәшәүе һәм шунда донъя ҡуйыуы билдәле.

Шәжәрәлә Ә. Ҡарағолов Табылды ауылына ни рәүешле нигеҙ һалыныуы хаҡында ла хәбәр итә: «Дүртенсе ҡатынлыҡҡа Тәтегәс Баҡый исемле татар муллаһының ҡыҙын ала. Был ваҡытта бей Ашҡаҙар йылғаһы буйындағы Мәҡсүт ауылынан ун саҡрым самаһы үрҙәрәк ҡышлауҙа көн иткән була». Йәш ҡатынды Тәтегәстең өлкәнерәк өс ҡатыны, билдәле, ҡолас йәйеп ҡаршыламай, йыш ҡына йәберләй торған булған. Ул атаһы йортона ҡайтырға була, ауырлы көйө ҡасып китә. Тәүҙә Оло Күндерәк, аҙаҡ Ҡоро Күндерәк йылғалары буйлап Баҡый ауылы урынлашҡан ҡояш байышына ҡарап атлай. Эҙләргә сыҡҡан кешеләр килеп тапҡанда, ҡатындың бала тыуҙырыр мәле етә, һәм ул кендек әбейе ярҙамында малай таба.
Тәтегәстең йәш ҡатыны ҡышлауға әйләнеп ҡайтыуҙан баш тарта. «Миңә ошонда нигеҙ ҡороп бир, башҡа ҡатындарыңды килтереп йөрөмә!» – ти ул бейгә. Тәтегәс ризалаша һәм, тирмә ҡороп, ошонда йәшәй башлай. Ҡалған өс ҡатынын Ҡабыҡҡыуыш ауылына күсереп, тирмә етмәгәнлектән, ҡабыҡтан өй әтмәләп бирә. Малайға Табылды тип исем ҡушалар. «Әлеге Табылды ауылы урынын уға тиклем «Ҡотло юл» тип атап йөрөткәндәр», тип яҙа Ә. Ҡарағолов.
Автор шәжәрәне ҡасан төҙөй башлағанын күрһәтмәгән. Әммә эске 2-се биттә «Башҡортостан, Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Туҡаев урамы, 7 – 16» тигән юлдарға һәм машинкала баҫылған ҡағыҙҙың ялтыр шыма булыуына ҡарап, 90-сы йылдарҙа булһа кәрәк, тип уйларға мөмкин. Артабан Ә. Ҡарағолов шәжәрәһенең икенсе ҡулъяҙма икәнлеген билдәләй. «Тулы варианты үҙемдә һаҡлана», – ти ул. Тимәк, ҡалған документтар ҡайҙалыр хәрәкәтһеҙ ята йәки кемдәрҙеңдер ҡулында.
«Был шәжәрәгә атайым (Абдрахман Ҡарағолов. – М.Х.), өләсәйем, әсәйем һәм ҡатыным Мәрхәбәнең ата-әсәләренең тармаҡтары, үҙемдең тормош юлъяҙмаларым ингән, – тип дауам итә автор. – Атайымдың нәҫел тамырҙарҙы тураһында – Вәкил Шәкүр улынан, Хәйбрахман Йыһангир улынан, Сабит Зиннур улынан, Вахит Вәкил улынан, хәҙерге дәүерҙе күп кешеләрҙән һорашып яҙырға тура килде».
Ҡарағоловтың өләсәһе яғынан нәҫелдәштәре тураһында шәжәрә Фәйзрахман Ғөбәй улында (Байғужин, ул 80-се йылдарҙа вафат булды буғай. – М.Х.) һаҡланған икән, шунан алынған. Авторҙың әсәһе буйынса мәғлүмәттәр Алтынғужаның ҡатыны Файза инәй һөйләгәндәрҙән тупланған. Шәжәрә буйынса сығанаҡтар Сәхиулла Хәбибулла улы Ғәбйәлиловтан да алына. Олатаһы яғынан нәҫелдәштәре шәжәрәһен автор Сабит Тәтегәсевкә (ул, 70-се йылдар уртаһында булһа кәрәк, донъя ҡуйҙы. – М.Х.) тапшыра. «Көсөм етһә, – тип билдәләй Ә. Ҡарағолов аңлатмаһы аҙағында, – айырым-айырым урыҫса эшләргә иҫәп бар. Бер ни тиклемен атҡарып та ҡуйҙым».
«Беҙгә килеп еткән мәғлүмәттәр буйынса, нәҫел тамыры Тәтегәстән башлана, – тип дауам итә Ә. Ҡарағолов. – Нәҫелебеҙ Юрматы тоҡомона инә. Тәтегәстең яҙмаларына ҡарағанда, юрматылар хәҙерге Стәрлебаш, Федоровка, Мәләүез, Ишембай, Ғафури, Ауырғазы, Әлшәй, Миәкә һәм бер ни тиклем Бөрйән районы ерҙәрен биләгән. 1547 йылда юрматылар башлығы Борнаҡ бей вафат булғас, бейлек Тәтегәскә күсә».
Тәтегәс бей 1490 – 1564 йылдарҙа йәшәгән. 17 йыл бей булған, үҙ халҡы өсөн байтаҡ эш атҡарған. Ул ваҡытта Юрматы тоҡомонда 300 хужалыҡ, йәғни ғаилә иҫәпләнгән. Бей үҙе белемле булмаған шикелле, яҙмаларын Баҡый мулла алып барған. Тәтегәс алдан күреп эш итеүсе, алдынғылыҡты тойоусы, мәҙәниәткә, белемгә ынтылыусы шәхес булған. 1554 йылда ул Ҡазан ҡалаһына барып, урыҫ батшаһы Иван Грозныйға баш эйә. Тәтегәс Мәскәү ҡалаһына ла бер нисә тапҡыр бара, үҙҙәре йәшәгән ерҙәрҙе биләүгә урыҫ батшаһынан грамота ала.
Мәскәү, Ҡазан яҡтарында йөрөгәндә, унда йәшәгән халыҡтарҙың тормошо алға киткәнен, үҙ хужалығының артта ҡалғанын күреп бошона. Ҡазан яғынан Баҡый мулланы эйәртеп алып ҡайта ла: «Ошонда йәшәгеҙ, беҙҙе иген игергә, тормош көтөргә, белемгә өйрәтегеҙ», – тип ер бүлеп бирә. Татар муллаһы быға ҡуш ҡуллап ризалаша, туған-тыумасаһын алып килеп, хәҙерге Баҡый ауылына нигеҙ ҡора. Бер аҙҙан Тәтегәс татар муллаһының ҡыҙына өйләнеп, тамам туғанлашалар. «Беҙҙең өләсәй татар ҡыҙы булып сыға», – ти Ҡарағолов.
Тәтегәс үҙе кеүек башҡорт бейҙәре Ҡармыш, Аҙнай, Илсектимергә: «Беҙ урыҫҡа баш эйгәс, оҙаҡламай беҙҙең яҡтарға урыҫ халыҡтары килә башлар. Улар үҙҙәренең сусҡалары менән һыуҙарыбыҙҙы бысратмаһын өсөн, мосолман татарҙарҙы килтереп, һыу баштарына ултыртығыҙ», – тип кәңәш биргән. Был үҙенсәлекле факт Тәтегәстең вариҫтары фамилия һайлағанда ҡалҡып сыға. Ә. Ҡарағолов төҙөгән шәжәрәлә Әбделғәзиз менән Шәкүр араһында ошондайыраҡ һөйләшеү теркәлгән. «Мин Тәтегәсев фамилияһын һайлайым. Ул (Тәтегәс) батша менән килешеп, күп ер алып ҡалдырған», – ти Әдбелғәзиз. «Эйе, алған да бушҡа таратып бөтөргән, – ти икән Шәкүр. – Мин олатайымдың исемен фамилия итеп алам». Шулай итеп, Шәкүрҙең балалары Ҡарағолов булып киткән.
Тәтегәстең Ишҡол, Йәүәт, Хәйри, Табылды исемле улдары булған. Ҡарағоловтар нәҫеле Табылдынан башланған. Юрматы тоҡомоноң дүрт шәжәрәһе булған, тип билдәләй автор. Улар Тәтегәс бейҙән ҡалған. Икеһе табылған, береһе юҡ. Ә. Ҡарағолов бәйән иткән шәжәрә Әбделғәзиз ҡатыны Мәрғүбәлә булып, уны Вәкил Ҡарағолов ятлап ала, хатта көйгә һалып, йырлап йөрөр була. Артабан шәжәрә Хәйбрахман Тәтегәсевкә күсә. Ләкин 1928 йылда Урта Азия тарафтарына күсенеп киткән Хәйбрахман, йөк ауыр була тип, шәжәрәне Янғолға (һүҙ Табылдыла үткән быуаттың 60-сы йылдарында иҫән булған Янғол бабай Вахитов тураһында бара булһа кәрәк. – М.Х.) биреп ҡалдыра. «Янғол документты 1943 йылға тиклем һаҡлай ҙа йыртҡылап бөтөрә. Шулай итеп, ҡиммәтле тарихи әйбер, беҙҙең көндәргә килеп еткәс, юҡҡа сыға», – тип әсенә Ә. Ҡарағолов.
Күләмле шәжәрәне гәзит өсөн һүҙмә-һүҙ күсереп яҙыу мөмкин түгел, шуға күрә мин мөһим тип иҫәпләгән урындарын ғына күрһәтергә булдым. Ғәрәп һандары менән билдәләнгәнсә, Тәтегәстән һуң Табылды (II быуын), артабан – Аҙнай (III), Ҡармыш (IV), Йәүәт (V), Өсҡол (VI), Сура (VII), Байгилде (VIII), Ишҡужа (IX), Шаһхужа (X), Ғәбделмөжип (XI), Ғәбделшаһман (XII), Шәкүр (XIII), Әбделғәзиз (XIV), Ғәбделханнан (XV) килә. Аҙнай менән Ҡармыш – XVI быуат аҙағы – XVII быуат башында, Сура – XVII быуат аҙағы – XVIII быуат башында, Байгилде XVIII быуат уртаһында һ.б. йәшәгән.
Табылды XVI быуат урталарында ғүмер иткән. Уның Аҙнай исемле (атаһының дуҫы хөрмәтенә ҡушылған. – Ә.Ҡ.) улы булғанлығы мәғлүм. Аҙнайҙан Ҡармыш тыуған, уның улы – Йәүәт. Улар XVII быуатта ғүмер иткән. Йәүәт улына Өсҡол тип исем ҡушҡан. Тыуған балалары бер-бер артлы үлеп торғанлыҡтан, Өсҡол һуңғы малайын Сура тип атаған һәм исемен алмаштырып торған. «Башҡорт халҡында ундай хәл күп осрай», – тип аңлата Ә. Ҡарағолов.
Сура шәжәрәлә ҙур кәүҙәле, ҡыҙыу холоҡло, күркәм кеше булараҡ һүрәтләнә. Һыбай оҫта йөрөй, һунарсы була, һәр яҡлап һәләтлелеге менән алдыра. Ярҙамсыл, тура һүҙле, ғәҙелһеҙлекте күрә алмаусы яндырай кеше булараҡ та таныла. «Ошонан һуң беҙҙең нәҫелде «суралар» тип йөрөтә башлайҙар», – ти автор.
Тәтегәс бей нәҫелдәре XVIII быуат урталарында ғүмер иткән Байгилде – Сураның улы. Унан – Ишҡужа, унан – Шаһхужа, унан Ғәбделмөжип һәм Ғәбделханнан исемле малайҙар тыуа. Был XVIII быуат аҙаҡтарына тура килә. Ғәбделмөжиптең улдары – Шәкүр, Ғәбделғәзиз. Ғәбделханнан Баҡый ауылында мулла булып китә. «Баҡый ауылында беҙҙең нәҫел тамыры бар, – тип яҙа Ә. Ҡарағолов. – Татарҙар». Тәтегәстең был ауылдағы вариҫы Ғәбделханнандан Ғәбделхәбиб һәм Ҡауый исемле малайҙар тыуған. Ғәбделхәбиб тә атаһы кеүек мулла булып китә. Шәжәрәлә уның Мәрүәр, Шәмсиә, Әбделәхәт, Садҡый, Шәйхелислам, Фәтхелислам, Ғәзизә, Зөһрә, Ғабдулла, Фәтҡулла, Ғабдрахман исемле балалары күренә. Дин өлкәһендә тырышлыҡ итеп, ахун дәрәжәһенә еткән Ҡауыйҙың балалары өсәү – Фәтих, Файза, Хәләф.
Ғәбделханнан менән Ғәбделхәбиб Яуышев фамилияһында йөрөгән. Ҡауыйҙың улы Фәтихтән Тайып, Таһир, Хәбибназар исемле улдары донъяға килгән. Тайыптың улы – Барый, Таһирҙыҡы – Йәүҙәт һәм Шәүҡәт. Тыуған йылдары күрһәтелмәгәнлектән, теүәл генә әйтеүе ҡыйын, ләкин уҙған быуаттың 70-се йылдарында Баҡый ауыл Советында секретарь булып Шәүҡәт Яуышев тигән ағай эшләй торғайны.
Хәләфтең дә Ситдиҡ, Маһира, Ғариф исемле балалары күренә. Ситдиҡтан Вафир һәм Тамара теркәлгән. Файзаның балалары иһә күберәк: Закир, Зәки, Камали, Вәғиз, Йыһанур, Шәрғиә. Шәжәрәлә Баҡый ауылында йәшәгән Тәтегәс нәҫеле ошоноң менән тамам. Белеүемсә, Яуышевтар унда әле лә көн итә.
Тәтегәстең нисәнселер быуыны (XVIII быуат аҙаҡтары – XIX быуат башында йәшәгән) Ғәбделмөжип булырға тейеш, тип билдәләй Ә. Ҡарағолов. Унан Шәкүр (1840 – 1904), Әбделғәзиз (1836 – 1906) донъяға килгән. Шәкүрҙең балалары Нәғим, Вәкил, Абдрахман, Мәғәфүр, Нәфисә исемле булып, Абдрахман – Ә. Ҡарағоловтың атаһы. Ул 1898 – 1920 йылдарҙа йәшәп, Һарайҫа ауылындағы Абыҙ исемле кешенең Татлыбикә тигән ҡыҙы менән ғаилә ҡорған. Мәғәфүр 1873 – 1935 йылдарҙа ғүмер иткән. Шаһхужаның Ғәбделмөжип исемле улы Әбделғәзиздән Зиннур, Йыһангир, Йыһанур, Йыһандар исемле малайҙар тыуа. Шәжәрәлә Зиннур Тәтегәсевтең балалары – Зөфәр, Сабит, Мәүүә, Шәмселбанат, Хәйҙәр теркәлгән. Сабит бабай Мөхәрифә инәй менән 70-се йылдарҙа иҫән ине әле. Уның Әбделәхәт, Хәйрәт, Нурия, Сәүиә, Гәүһәр исемле балалары булып, барыһы ла Табылдынан ситтә йәшәне.
Табылды ауылында мәзин Шәкүр Ғәбделмөжип улы Ҡарағолов 1904 йылда 64 йәшендә вафат булған. Ҡатыны Ғәбиҙә Байғазы ҡыҙы менән икеһе лә Табылды зыяратында ерләнгән. Балалары – Нәфисә, Мәғәфүр, Абдрахман, Вәкил, Нәғим. Һуңғыһы – икенсе ҡатындан. Әбделғәзиздең беренсе ҡатыны йәшләй үлеп ҡалғас, Һарайҫа ауылынан бер байҙың ултырған ҡыҙы Мәрғүбәне алған ул. Бик уҫал был ҡыҙҙы бер кем дә яусыларға батырсылыҡ итмәгән икән. Әбделғәзиз иһә ҡыйыу булған, үҙенән биш йәшкә өлкән булыуына ҡарамаҫтан, өйләнгән. Бай ҡыҙы мал менән килгәнлектән, Әбделғәзиздең хужалығы тиҙ күтәрелеп киткән.
Мәғәфүр Шәкүр улы Ҡарағолов (1873 – 1935) Бәҙеғолъямал, Ғәфүрә һәм Фәхерниса исемле өс ҡатын менән донъя көткән. Балалары бик күп күренә: Миңлекамал, Ғәбделсабур, Ғабдулла, Бибиямал, Ғәбделсамат, Вәсилә, Ғәбделәхәт, Хәйрелвара, Миҙхәт, Вәрисә, Зөбәржәт, Тайба. «Береһенән дә нәҫел тамыры ҡалмаған, – тип яҙа Ә. Ҡарағолов. – Мәғәфүр бабай үҙ көсө менән генә донъя көттө, дини кеше ине, мулла булырға тырышып ҡараһа ла, килеп сыҡманы».
Авторҙың араһы Абдрахман Шәкүр улы Ҡарағолов (1879 – 1920) Урман (рәсми атамаһы – Мөхәмәтдәмин. – М.Х.) ауылында ерләнгән. Икенсе яҙманан күренеүенсә, Абдрахман шул ауылда мулла булып торған, ләкин граждандар һуғышынан һуң Советтар яғына күсеп, сауҙала эшләгән. Ниндәйҙер көслө ауырыуҙан ҡатыны менән бер көндә тиерлек донъя ҡуйған. Абдрахмандың да ҡатындары өсәү күренә: Миңлекамал, Ҡотлобикә, Татлыбикә. Балалары – Әхтәм, Әҡсән, Сарфираз.
Вәкил Шәкүр улы Ҡарағолов (1881 – 1956) хатта биш ҡатын менән (бәлки, бер юлы түгелдер) донъя көткән. Бына улар: Мөхибъямал, Гөлнәфис, Ғәйзә, Ҡәмәр, Сәбилә. Балалары Мәжит, Миңзифа, Малик, Сарфираз йәшләй үлгән. Йыһандар 1941 – 1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған. "Вахит, Кейекбай, Йыһанурҙан нәҫел ҡалды, – ти Ҡарағолов. – Вәкил бик оҫта ҡуллы кеше ине, ағас, тимер эштәрен белде, ҡулынан бөтә нәмә килә ине. Иген игеү менән дә шөғөлләнде". Ләкин колхоз ойошторола башлау менән Вәкил ауылды ташлап, Баймаҡ ҡасабаһына күсеп китә һәм заводҡа эшсе булып урынлаша. Мәҙрәсәләрҙә белем алмаһа ла, дини китаптарҙы күп уҡып, муллалар менән бәхәскә инер булған. Урыҫса ла уҡый-яҙа белгән. Шәжәрәлә әйтелеүенсә, «Мөхәмәҙиә» китабын көйләп уҡый башлаһа, кешеләр һоҡланып тыңлай торған булған.
Нәғим Шәкүр улы Ҡарағолов (1882 – 1922) биш балаһы менән аслыҡтан һәләк була. Ауылдан сығып китеп, ҡатыны ғына иҫән ҡала. Беренсе донъя һуғышында башын һалған Йыһандар Әбделғәзиз улы Тәтегәсевтең (1885 – 1914) нәҫелен дауам итеүсе булмай. Йыһанур Әбделғәзиз улы Тәтегәсев (1881 – 1908) мулла булып китә. Шәжәрәлә уның Маһитап, Хәйрелбәшәр исемле балалары күренә. Ниндәйҙер йомош менән Мәскәү ҡалаһына барғанда, аҡсаһын талап, юлда үлтереп китәләр. Йыһангир Әбделғәзиз улы Табылдыға күрше Шәкәр ауылының муллаһы булып китә. Ҡатыны Алмабикә Бәхтигер, Мәүрә, Хәйбрахман, Зәйнәп исемле балалар таба.
Зиннур Әбделғәзиз улы Тәтегәсев, Һарайҫа ауылында мулла булып, дини яҡтан ғилемле шәхестәр рәтенә инә. Өфөләге Мосолмандар диниә назараты мөфтөйөнөң ярҙамсыһы дәрәжәһенә тиклем күтәрелә.
Зөфәр Зиннур улы Тәтегәсев (1904 – 1945) Бөйөк Ватан һуғышында башын һала. Шәжәрәлә уның Нуриман, Клара, Мәрйәм, Хөршиҙә, Асия, Гөлзия исемле балалары теркәлгән. Хөршиҙә апай Хажғәли Исмәғилев ағай менән донъя көтөп, Миҙхәт, Тәлғәт, Йәүҙәт, Әсғәт, Фирғәли, Нурзидә исемле балалар тәрбиәләне. Тәлғәте юғары белем алып, тәүҙә Баҡый урта мәктәбендә, Табылды тулы булмаған урта мәктәбендә уҡытты. Асия апай иһә Мөхәмәтйәр Мәжитов ағай менән донъя көттө, Зөлфиә, Зәриә, Филарет, Данияр, Зөһрә исемле балалары бар.
Сабит бабай Тәтегәсевтән ауылда нәҫел ҡалманы. Табылдыла үткән быуаттың 60-сы йылдарында Юрис Тәтегәсев исемле ағай була торғайны. Малсылыҡта эшләне шикелле, гел ат менеп йөрөгәне хәтерҙә. Сабит бабайға ул нәҫел булмаған шикелле – шәжәрәлә күренмәй. Бер йәйҙә Юрис ағай көтөү төшкәндән һуң ат менгән килеш Сабит бабайға килеп бик ҡаты әрләшеп китте. Иртәгәһен ағайҙы туғайҙа өйәңкегә аҫылынған килеш таптылар. Юрис ағайҙың Баҡый ауылынан алған ҡатыны Фәнүзә еңгәнән ике ҡыҙы ҡалды.
Шәжәрәлә Хәйҙәр улы тип телгә алынған Талха (1913 йылда тыуған) атайым Фәйрушаның дуҫы булған. Ул Свердловск ҡалаһында йәшәне. Хәйҙәрҙән тыуған Рауил, Талха улы Хәсән, Закир, Рауил улы Рафиҡ Тәтегәсевтәр күренә. Рафиҡ Анна исемле мәрйә менән ғаилә ҡора. Шәжәрәлә уның Римма исемле ҡыҙы теркәлгән.
Бәхтигер Йыһангир улы (1880 – 1924) – Тәтегәсевтәр нәҫелендәге һуңғы мулла. Атайым ете йәшендә унан һабаҡ алырға йөрөй башлай, ләкин бер мәл шуҡлығы өсөн мулла маңлайына ҡаты ғына сирткәндән һуң унда йөрөүҙән туҡтай. Шәжәрәлә Бәхтигерҙең Мәсҡүҙә һәм Сәғиҙә исемле ҡатындары күренә. Балалары – Йыһанша, Ғәбдерәүеф, Барый, Мәсрүрә, Фәһимә.
Хәйбрахман Тәтегәсев (1895 – 1979) – урта белемле уҡытыусы, 40 йыл балаларға белем бирә. Ямал, Йомабикә исемле ҡатындары теркәлгән. Балалары – Йәғәфәр, Асия, Азарат, Миҙхәт. Хәйбрахман Айыусы ауылында ерләнгән. Азарат Тәтегәсев иһә Үзбәкстандың Денау ҡалаһында вафат булған. Унан тыуған ир балалар күренмәй. Миҙхәттән Ринат (1966) исемле ул ҡалған, ләкин шәжәрәлә уның ҡайҙа йәшәгәне күрһәтелмәгән.
Барый Бәхтигер улы Тәтегәсев (1908 – 1969), ҡыҫҡа ваҡытлы курс тамамлап, уҡытыусы булып эшләгән. Зоя, Тамара, Гөлфиә, Әнүәр исемле балалары була. Әнүәр электрик булып эшләй, Любовь Николаевна исемле ҡатынға өйләнә. Әнүәрҙең улдары Игорь (1969), Александр (1973), Эдуард ( 1978) Тәтегәсевтәрҙең балалары тураһында мәғлүмәт шәжәрәлә күренмәй.
Документта Хәсбиямал Мәғәфүр ҡыҙы Мөхәммәтова ла бар. Хәсбиямал әбейҙе мин яҡшы хәтерләйем. Ул ҙур ғына кәүҙәле, мөләйем ҡатын була торғайны. Ире Ишбулат Ишдәүләт улы Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан, германдарҙа әсирҙә булғаны өсөн уға «йәбрәй» тигән ҡушамат та тағылған. Мөхәммәтовтарҙың Фаршат, Нәҡисә, Мәмдүҙә, Ғаяз, Илшат, Мәғәфүр исемле балалары йәшләй үлә, Рәшит, Нәбирә исемлеләре генә иҫән ҡала. Ләкин уларҙы Тәтегәс тоҡомо тип атап булмай.
Сәһәрйәр Мәғәфүр улы Ҡарағолов (1922) балта оҫтаһы була. Ҡатыны Елизавета менән Валентина, Николай, Геннадий, Юрий, Фаина, Ирина, Сергей исемле балалар үҫтерә. Әхтәм Ҡарағолов (1914 – 1993) шәжәрәлә 176-сы булып теркәлгән. «Урта белемле слесарь, культура хеҙмәткәре, КПСС ағзаһы», тиелгән. Ҡатыны Мәрхәбә. Шәжәрәлә Зөмәрә, Рөстәм, Мөхәррәм исемле балалары теркәлгән. Рөстәм Ҡарағоловтың (1945) балалары күренмәй. Мөхәррәм (1949) – Тимур, Марат исемле ике бала атаһы. Зөмәрәнең ҡыҙы – Любовь, Мөхәррәмдең ҡатыны ла – Любовь Николаевна.
Вәкил Ҡарағоловтың (1904) Вахит, Кейекбай, Йыһанур исемле улдарынан Радик, Фридик, Марат, Фәрит исемле малайҙар тыуғаны билдәле. Мараттың – Юнир, Фәриттең Ленар исемле ир балалары күренә. Радик Ҡарағоловтың балалары булмаған, ул 1980 йылда Төркөстанда ерләнгән. Фридик Ҡарағолов ҡатыны һәм ҡыҙы менән газдан ағыуланып һәләк булған.
Ленар Фәрит улы Ҡарағолов (1978) Сибай ҡалаһында донъяға килгән. Бәлки, әле лә шунда йәшәйҙер. Марат Тәтегәсевтең улдары Рөстәм (1975), Азамат Тәтегәсевтәр ҙә шәжәрә тултырылғанда өйләнеп өлгөрмәгән була. Марат Мөхәррәм улы Ҡарағолов (ул шәжәрәлә 255-се) 1981 йылда донъяға килгән, ҡустыһы Юнир Ҡарағолов 1983 йылда тыуған. Дөрөҫ, Ә. Ҡарағоловтың шәжәрәһендә ҡатын-ҡыҙҙар яғынан да вәкилдәр байтаҡ урын биләгән, ләкин билдәле сәбәптәр арҡаһында улар Тәтегәс бей тоҡомдары була алмай.
Әлбиттә, шәжәрә тулы түгел. Унда Ҡабыҡҡыуыш ауылында йәшәгән Тәтегәсевтәр бөтөнләй күренмәй. Ә. Ҡарағолов, бәлки, уларҙы теркәү маҡсатын ҡуймағандыр ҙа. Шулай уҡ документта Тәтегәсевтәр тоҡомона урыҫ ҡаны ҡушылыуы ла күренә. Быныһы инде нәҫелдең артабан башҡорт булып дауам итәсәгенә шик тыуҙыра. Бәлки, ошо яҙманы уҡып сыҡҡандар араһында Тәтегәс бейҙең алыҫ вариҫтары осрап, шәжәрәне тулыландырыу сараһын күрергә тотонор.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872