Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » "...Шау сәхрәләй икән был донъя"
"...Шау сәхрәләй икән был донъя"
Яҙмыш беҙҙең ғаиләгә күп михнәт, ҡайғы алып килде. Атайыбыҙҙы 1937 йылда ҡулға алғанда биш бала (Сәлихйән, Рифҡәт, Миңлекәй, Гөлкәй, Алмаҡай) менән тороп ҡалған әсәйебеҙ иренә вәғәҙәһен тулыһынса үтәне: һәр ҡайһыбыҙ уҡып, һөнәр алып, үҙ тормошон хәленән килгәнсә ҡорҙо.

"Әсәнән күргән — тун бескән", тигәндәй, беҙ, өс ҡыҙ бала, эшкә лә, уҡыуға ла шәп булдыҡ: кәрәк икән, кирбес һуҡтыҡ, өй һыланыҡ, кейем-һалымды үҙебеҙ тегеп кейҙек. Етемлектә үҫкән әсәйебеҙ Ғәйнелхаят беҙгә бар белгәнен өйрәтергә тырышты, тик уның йәшәү серҙәренең һәр ҡайһыһын үҙләштерә алманыҡ. Ул күптәргә мейес сығарҙы, хатта ауыл кешеләре "мейесемде ҡара әле, ни өсөндөр төтәй", тиһә, йүгереп барып төҙәтеп тә ҡайтыр ине. Сирлеләр ҙә уға кәңәшкә килде, ноҡот һалдырып, ҡайғы-хәсрәтен баҫып, тынысланып ҡайтып китер булды. Һанай китһәң, уның белмәгән эше булмағандыр ҙа.
Әсәйҙең ошо сифаттары оло ағайым Сәлихйәндә лә бар ине. Тик ул баҡый донъяға иртә күсте. Яҡшы уҡытыусы, бына тигән рәссам ине. Әле лә ауылдағы туғандарҙа, күршеләрҙә уның һүрәттәре өйҙәрен биҙәп тора. Ошо ағайымдың ҙур китапханаһын һеңлебеҙ Алмаҡай рәхәтләнеп уҡып үҫте. Бөтә эшен ташлап, онотолоп китапҡа йәбешер булды. Иҙән йыуа башлап, күнәген бүлмә уртаһына ултырта ла тубыҡланған көйө уҡырға керешә. Әле лә уның өс бүлмәле фатирында өс балаһы өсөн йыйған китаптары, ете ейән-ейәнсәренә туплаған төрлө китап-журналдары тулып ята. Ә үҙе – химик-биолог. Тарих, әҙәбиәт, мәҙәниәт, география, нәфис әҙәбиәт һеңлебеҙҙе ғүмер буйы ылыҡтырҙы.
Хәҙер ул күптән пенсияла, күҙе лә насар күрә, шулай булыуға ҡарамаҫтан, китап йыйыуын, йотлоғоп уҡыуын дауам итә. "Күрәм бит әле", ти ҙә ҡуя. Күренекле шәхестәребеҙ хаҡында сыҡҡан яңы альбомдар, тарихи романдар, шиғыр китаптары һәм "Башҡорт халҡының тарихы" баҫмаларын бөтә туғандарына ла таратып йөрөй. Әсәйебеҙ әйтмешләй, ағайыбыҙға оҡшап, "китап ене" ҡағылған.
Бергә үҫкән биш бала араһында һеңлебеҙ Алмаҡай бәләкәйҙән сирләшкә булды. Ике тапҡыр үлеп терелде, шул арҡала төрлө сирҙәр ғүмере буйы уға эйәреп йөрөнө. Хоҙай Тәғәлә генә һаҡлап алып ҡалды, әсәйҙең төрлө дарыу үләндәрен белеүе лә файҙаға булғандыр. Үҙе йыш сирләгәс, доктор булырға хыялланды. Алтын миҙалға дәғүә иткән һеңлебеҙгә бер уҡытыусы әҙәбиәттән "4" билдәһе ҡуйҙы, шуға күрә вузға имтиханһыҙ инә алманы. Тәүге йылды һынау үтә алмауының сәбәбе лә шул ауырыуы арҡаһында.
Университеттың химия-биология бүлеген уңышлы тамамланы, тик юғары уҡыу йортоноң юлламаһы менән Фәндәр академияһының Биология институтына бара алманы, сөнки торор урын да, матди яҡтан ярҙам да юҡ. Һеңлебеҙ районыбыҙға химия-биология уҡытыусыһы булып эшкә ҡайтты.
Яҙмыш уны яңынан Өфөгә алып килде – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика мәктәп-интернатында балаларға белем бирә башланы. Үҙ фәнен яратҡан эшлекле һеңлебеҙ, педагог исемен аҡлап, "Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы" тигән юғары исемгә лайыҡ булды. Мәктәп-интернатты гөлгә күмде, ҡайҙа йөрөһә лә, сәскә орлоҡтары, үҫентеләр ташыр ине. Ул саҡта ошо белем усағында уҡыусылар уның тынғыһыҙ, егәрле булыуына хайран ҡала торғайны. Көҙ етеү менән, үҙҙәре тәрбиәләп ултыртҡан сәскә һәм ағастарға һоҡланып, йәнә мәшәҡәтле эштәргә сума ине. Ул замандар күңелле лә, тынғыһыҙ ҙа булып иҫтә ҡалған. Уҡыусылар тирә-яҡты йәмләгән гөл-сәскәләрҙән күңел йылыһы алып үҫте. Уларҙың байтағы артабан ауыл хужалығы институтын, медицинаны һайланы. Ҡайһылары биология фәндәре кандидаты ла булды, уңышлы эшләп йөрөйҙәр.
Алмаҡай өс баланы бер үҙе тәрбиәләп үҫтерҙе, сөнки тормош иптәше йәшләй генә баҡыйлыҡҡа күсте. Балалары йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне, институт тамамлап, үҙ тормоштарын ҡорҙо. Тынғыһыҙ һеңлебеҙ әле лә кемгәлер ярҙам кәрәкһә, шунда йүгерә. Дәүләкәндәге апайыбыҙ ҙа уға бик рәхмәтле.
Былтыр үҙем дә ҡаты сирләнем, Аллаға шөкөр, әле нығынып киләм. Әгәр шул Алмаҡай һеңлем хәстәрләмәһә, ни булырын уйлауы ла ҡыйын. Уға барыбыҙҙың да теләге бер: балаларының шатлығын күреп, иҫәнлектә-һаулыҡта оҙон-оҙаҡ йәшәһен. Класташтары, университетта бергә уҡыған иптәштәре, ауылдаштар бик ихтирам итә үҙен. Тәрән белемле, ярҙамсыл, кешелекле һеңлебеҙгә һоҡланып туя алмайбыҙ.
Тормош ауырлығын күп татыһа ла, барыһын да өндәшмәй генә кисерә, ауыр һүҙҙәрҙе лә рәнйемәй ҡабул итә белә. Уҡыусылар уны юҡҡа ғына "аяҡлы энциклопедия" тип йөрөтмәгәндер. Тәрән аҡылы тормош ауырлыҡтарын еңергә, баш эйеп йәшәмәҫкә өйрәтте.
Ул әле лә күп уҡый. "Башҡортостан" гәзите, "Ватандаш", "Аҡбуҙат" журналдары һәм башҡа баҫмалар – һәр саҡ өҫтәлендә. Был күркәм сифаты балаларына ла күскән. Кейәү-килендәре менән килешеп йәшәй һеңлебеҙ. Хөрмәт эсендә, етеш тормошта, татыулыҡта үткәрһен ҡалған ғүмерен дә.
Атай иркәләүен һәм таянысын тойорға яҙмаһа ла, Алмаҡайҙың бына тигән өс бала үҫтереп, оло тормош юлына сығарыуы, хеҙмәте һәм кешелеклелеге менән донъябыҙҙы йәмләп йәшәүе – барыбыҙ өсөн дә ғорурлыҡ һәм ҡыуаныс. Ирекһеҙҙән күңелгә халыҡ йырының ошондай юлдары иҫкә төшә:
"Ҡәҙерҙәрен белеп
йәшәгәнгә
Шау сәхрәләй икән был
донъя..."


Автор: Гөлкәй АЛЛАҒОЛОВА. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә