Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Рухи байлыҡ шишмәһе тәрән
Рухи байлыҡ шишмәһе тәрән
Ғәлийән ағайҙың өйөнә йәм өҫтәп, гел генә ҡыҙҙар донъяға килде. Улар бик эшһөйәр булды, ҡатын-ҡыҙ эшен дә, ирҙәрҙекен дә еренә еткереп башҡарҙы. Кәрәк икән, ҡул тирмәне менән иген тартып он яһанылар, кәрәк икән, урмандан – утын, яландан бесән ташынылар. Утынды бысып, ярып ҡуйыу ҙа улар иңенә төштө.

Ағай ҡыҙҙарының эшлекле булыуына бик ҡыуанды, ләкин юҡ-юҡ та: “Ғүмәров фамилияһын дауам итергә бер малай кәрәк”, — тип ысҡындыра торғайны. Кис һайын беҙгә килеп ултырып, сәй эсеп ҡайтыр ине. Ул бит – минең атайымдың бер туған энеһе. Сәй эскәндә йырлашыуҙарына аптырап ҡарай торғайныҡ. Беҙҙең яҡта иң-иң ныҡ таралған йыр — “Шафиҡ”. Бер кис ултырғанда ул:
Таңғы йоҡоларым йоҡлағанда,
Уяндым мин күнәк тауышына.
Уҙып ҡына барған ғүмеремде
Оҡшатамын тауҙың ағышына,

— тип йырлап ебәрҙе.
Атайым менән әсәйем дә яуапһыҙ ҡалманы. Улар башҡорт халыҡ йырҙарын бик оҫта башҡара ине. Атайым – “Сибай”ҙы, әсәйем “Ашҡаҙар”ҙы йырланы. Әйткәндәй, беҙ уларҙан бик күп йыр отоп алдыҡ.
Ғәлийән ағай бик кешелекле һәм ярҙамсыл булды. Тоҙтүбәнән (хәҙер Соль-Илецк) колхозға ат арбаһында тоҙ алып ҡайтһа, беҙгә лә өлөш сығарыр ине. Ылау менән йыш йөрөнө. Уның ҡайтҡанын көтөп алдыҡ. Балаларына кейем-һалым, тәм-том бүләк итте, беҙҙе лә буш ҡалдырманы. Ауылда ла ихтирамлы булды.
“Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына” ти халыҡ. Ғәлийән ағайға 60 йәш тулғас, 1944 йылдың мартында уның өйөнә нур бөркөп, ҡот өҫтәп малай донъяға килде. Минең атайымды саҡырып, изге доғалар уҡытып, улдарына Ғирфан тип исем ҡуштылар. Бына шул малайға — 70 йәш. Уның бала сағы ауыр һуғыш йылдарына, һуғыштан һуңғы ҡыйынлыҡтарға тура килде. Апайҙары берҙән-бер ҡустыларын ни эшләтергә белмәй, ҡулдарынан тотоп яратып, алмашлап тирбәтеп йөрөттө. Быны улар оло бәхет итеп күрҙе.
Әммә ат өҫтөндә һыбай, арбаға ултырып йөрөү Ғирфанды ҡәнәғәтләндермәне. Бәләкәй генә тимер тәгәрмәс тапһа ла, “тррр” тип машина тауышын сығарырға тырышты. Күңеле техникаға тартылды, ошо балалыҡ хыялы уны беҙҙән 200 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Күгәрсен районының Мораҡ ауыл хужалығы мәктәбенә илтте. Уны уңышлы тамамлап, “тракторсы” тигән таныҡлыҡ алып ҡайтты ул. Ауылда иң йәш механизатор булды.
Атаһының эш яратыу, кешелеклелек, ярҙамсыллыҡ сифаттары тулыһынса улына күсте. Ауыл халҡына утын йә бесән килтерергә булһа, Ғирфанды үтенәләр. Ә унда баш тартыу ғәҙәте булманы. Халыҡ, уның фиҙәкәр хеҙмәтен юғары баһалап, ауыл Советы депутаты итеп һайлап ҡуйҙы.
Ғирфандың тағы бер һәйбәт сифаты бар: уҡырға ярата. Өҫтәлендә “Башҡортостан”, “Йәшлек” гәзиттәре, “Ағиҙел” журналы һәр ваҡыт ятыр ине. Мәҡәләләргә, роман-шиғырҙарға үҙенең фекерен, тәнҡит-баһаһын әйтеүҙән дә тартынып торманы. Сәйәсәт буйынса ла уның алдына сығыусы булмағандыр ауылда. Республика, ил яңылыҡтары менән даими танышып, үҙ фекерен белдереп бара ул.
Төрлө темаға һөйләшеп ултырғанда, йөҙө ҡарайып, уфтанып ҡуя. “Колхоз-совхоздарҙы бөтөрөп әрәм иттеләр. Тотош ауыл халҡы эш менән мәшғүл ине. Колхоз аҙбары тулы һауын һыйыры, һарай тулы йылҡы малы, майҙан тулы техника һәм улар өсөн гараж, ремонт урындары, оҫтаханалар... Шулар “һә” тигәнсә юҡҡа сыҡты. Уйлайым да йөрәгем әрней. Ҡайҙа олаҡтырҙылар уларҙы?”
Эйе, ауылда тормош һүнә бара. Бала күтәреп йөрөгән йәштәр юҡ дәрәжәһендә. Элек һөрөп сәселгән, иген биргән баҫыуҙарҙың әле һабан-тырма күрмәүе борсой ветеранды...
Шулай ҙа күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп бармай. Ҡатыны Зәкирә менән бик матур донъя көтәләр. Күршеләре: “Зәкирә, Ғирфаның бигерәк үткер телле, нисек түҙеп йәшәйһең?” — тип аптырап ҡуя. Ул: “Ғирфандан да татлы телле, йылы һүҙле кеше барҙыр тигәнгә ышана алмайым. Самауыр янында сәй эсеп ултырғанда уның ләззәтле һүҙҙәренән мин иреп киткәндәй булам, хатта үҙемде онотоп ебәрәм. Хоҙайым икебеҙгә лә ошо рәүешле оҙаҡ йәшәргә насип итһен”, — тип ҡуя.
Ысынлап та, уларҙың тормошона һоҡланмаған кеше юҡтыр. Ул — абруйлы тракторсы ғына түгел, һәйбәт ғаилә башлығы, ауыл халҡы өсөн йомарт кәңәшсе, балалары-ейәндәре өсөн өлгөлө атай-ҡартатай.
Рухи байлығы шишмәһенең тәрән булыуы, донъяға оптимистик ҡарашы Ғирфан Ғүмәровҡа йәшәү өсөн дәрт, илһам һәм көс өҫтәп тора.
Сәлимйән ҒҮМӘРОВ,
журналист.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә