Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яуаплылыҡ ҡурҡытмай
Яуаплылыҡ ҡурҡытмай
Бынан бер нисә йыл элек Башҡортостан Президенты сығыштарының береһендә "властың төп бурысы — кешеләрҙе тыңлай һәм ишетә белеү" тип билдәләгәйне. Тап ошо һүҙҙәр республиканың бөтә социаль тармағы өсөн ысын мәғәнәһендә девизға әүерелде.

Социаль хеҙмәттәрҙең уңышлы эш күрһәткесе килограмдарҙа ла, метрҙарҙа ла үлсәнмәй, күпме аҡса һалыныуы, күпме балалар баҡсаһы, мәктәп төҙөлөүе менән дә баһаланмай. Был мөһим сәйәсәттең "емеше" — һау-сәләмәт, бәхетле ғаиләләр, ғүмер оҙонлоғо, сабыйҙарҙың артыуы һәм, әлбиттә, киләһе көнгә ҙур ышаныс!
Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының былтырғы эш йомғағына арналған коллегияһында яңғыраған һәр сығыш, һәр яңылыҡ, һәр һан республикабыҙҙа йәшәүселәрҙең олоһона ла, кесеһенә лә ҡыҙыҡлы, фәһемле булыр ине. Үткән йылдың иң мөһим ваҡиғаһы тип 1 ғинуарҙан минималь эш хаҡын 5 500 һум күләмендә билдәләүҙе атарға була (Рәсәйҙә 4 300 һум ине), 2014 йылдың 1 ғинуарында уның күләме 5 554 һумға етте.
Социаль сәйәсәтте һандар "көҙгөһөндә" ҡараһаҡ, былтыр халыҡтың тәбиғи үҫешенең 102 процент тәшкил иткәнен күрербеҙ. Республика — тыуым кимәле буйынса Волга буйы федераль округында икенсе урында, ә күп балалы ғаиләләр һаны буйынса беренселекте яулаған. Сабыйҙар үлеменең кәмеүе лә һөйөнөслө. Былтыр 46 балалар баҡсаһы төҙөлгән һәм үҙгәртеп ҡоролған. Киләһе йылдың аҙағына өс — ете йәшлек сабыйҙар араһында сиратты бөтөрөү өсөн эш дауам итә. Балалы ғаиләләргә 30-ҙан ашыу социаль ярҙам төрө күрһәтелеүен, ошо маҡсатҡа республика ҡаҙнаһынан ғына ла 4 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелеүен әйтеү ҙә уларҙың ниндәй өҫтөнлөк менән файҙаланыуы хаҡында һөйләй.
Былтыр министрлыҡҡа инвалид һәм ветерандарҙы реабилитациялау саралары һәм шифахана-курорттарға юлламалар менән тәьмин итеү буйынса федераль вәкәләттәр тапшырылды. Халыҡ мәшғүллеге идаралығы менән берләшеү эште яңыса ойоштороуға — эшһеҙлекте иҫкәртеү, хеҙмәт баҙарын көйләү яғына ауышҡан. Ә хеҙмәт баҙарына хас оҙайлы "сир" — эшсе көстәргә ихтыяж менән тәҡдимдең ярашмауы күптән билдәле. Йәштәргә үҙ юлын һайлауҙа йүнәлеш биреү, эшсе һөнәрҙәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу — көн ҡаҙағында торған бурыс. Был йәһәттән "Етәксе һөнәр алмаштыра" тигән үҙенсәлекле акцияның үткәрелеүе тап ошо маҡсатты күҙ уңында тотҡайны: йәштәрҙең иғтибарын эшсе профессияларына йәлеп итеү. Хеҙмәт министрының штукатур-маляр, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрының — токарь, һаулыҡ һаҡлау министрының икмәк бушатыусы вазифаларын ихлас башҡарыуы ҡыҙ һәм егеттәрҙе битараф ҡалдырмағандыр.
Хеҙмәт ресурстарын күҙаллау 2016 йылда эшкә һәләтле йәштәгеләрҙең 70,2 мең кешегә ҡыҫҡарасағын иҫкәртә. Министрлыҡ етәкселеге ошо хәлде "йомшартыу" йәһәтенән әле үк тәьҫирле саралар күрмәксе, хаҡлы ялдағыларҙы һәм инвалидтарҙы файҙаланыу һөҙөмтәһендә хәүефле бушлыҡты бер ни тиклем тултырмаҡсы. Һүҙ ҙә юҡ, инвалидтарҙы эшкә алыусыға техник яйланмалар, уңайлы шарттар булдырыу өсөн өҫтәмә аҡса һалыу талап ителә. Был йәһәттән 2014—2015 йылдарҙа улар өсөн 572 эш урыны йыһазландырыласаҡ. "Уңайлы мөхит" программаһын тормошҡа ашырыу буйынса ла эҙмә-эҙлекле эш алып барылырға тейеш.
Яуаплылыҡ ҡурҡытмайХеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова билдәләүенсә, Бөтә Рәсәй конкурсында "Иң социаль яҡшы уҡытыу ойошмаһы" номинацияһында еңеү яулаған "Халыҡ университеты" республика программаһы өр-яңы дәрестәр менән байытыласаҡ, өлкәндәрҙең "Мин һине яратам, тормош!" республика фестивален үткәреү йолаһы ла һүрелмәйәсәк.
Коллегия ултырышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың сығышы тармаҡтағы ҡаҙаныштарҙы барлауға ғына ҡоролмауы, ә иғтибарҙы тормошҡа ашыраһы бурыстарға, эш хаҡының үҫеше буйынса артта ҡалыу, фәҡирлек, ғаиләләрҙе эшле итеү мәсьәләләренә йүнәлтелеүе менән иҫтә ҡалды.
— Йылдың ҡатмарлы шарттарҙа үтеүенә ҡарамаҫтан, өҫтөбөҙгә алған социаль йөкләмәләрҙе үтәнек. Халыҡтың тормошон һәм көнкүреш сифатын яҡшыртыу буйынса даими саралар күрәбеҙ, — тине ул. — Кешегә инвестиция һалмайынса, бөгөн иҡтисадта уңышҡа өлгәшеп булмай.
Башҡортостандың кеше потенциалы үҫеше индексы буйынса рейтингта тәүге тиҫтәнән төшөп ҡалыуы, 2010 йылда 18-се урынды биләүе, социаль күрһәткестәр буйынса башҡа төбәктәрҙең беҙҙе уҙып китеүе менән дә килешә алмауы тураһында белдерҙе республика башлығы. Ысынлап та, 2000 йылда беҙҙән алда Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Татарстан ғына барһа, хәҙер — 17 төбәк. Һәр йән башына тура килгән тулайым продукт, эш хаҡы һәм халыҡтың белем күрһәткестәре буйынса ҡалышабыҙ.
Эйе, Рәсәй Президентының 2012 йылдың майындағы указдарын үтәү буйынса төбәктә байтаҡ эш башҡарылған. Бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡы ҡырҡа күтәрелде. Шулай ҙа әлегә алдынғы төбәктәрҙе был йәһәттән ҡыуып етә алмайбыҙ. Былтыр республика буйынса уртаса эш хаҡы Рәсәй күрһәткесенең 75 процентын ғына тәшкил иткән. Хеҙмәт етештереүсәнлеге лә 20 процентҡа тиерлек түбән. Президент билдәләүенсә, беҙҙе артҡа һөйрәгән ауыл хужалығында хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу, заманса технологияларҙы ҡулланыу, лайыҡлы эш хаҡы түләү өсөн барыһын да хәстәрләргә бурыслыбыҙ.
Борсоуға һалған тағы ла бер мәсьәлә — фәҡирлек кимәленең тотороҡлолоғо (ил буйынса 15-се урындабыҙ).
— 80 меңдән ашыу кеше йәшәү минимумынан кәмерәк эш хаҡы ала. Был хәлде төҙәтергә кәрәк. Йыл да халыҡты социаль яҡлауға 11 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә (республика ҡаҙнаһының 13 проценты тигән һүҙ). Пособиены ғәмәлдә мохтаждар алырға тейеш. Социаль ярҙам кешене үҙ тормошон яҡшыға үҙгәртеүгә дәртләндерергә тейеш, — тип билдәләне Рөстәм Зәки улы.
Ошо йәһәттән республика башлығы социаль контракт нигеҙендә яңы ярҙам формаһын индереүҙең күпкә отошло буласағын белдерҙе. Шуға ярашлы социаль яҡлау органдарының мохтажлыҡ кисергән ғаиләләргә эшкә урынлашыуҙа, һөнәр үҙләштереүҙә, үҙ эшен асыуҙа ҡул һуҙыуы ғәҙәти пособиелар түләүгә ҡарағанда өҫтөнөрәк буласағы икеләнеү тыуҙырмай.
Халыҡ һаны буйынса Башҡортостан — Волга буйы федераль округында беренсе урында. "Беҙ — округта иң йәше. Халыҡтың уртаса йәше — 38 (округта — 39,5). Тимәк, кеше байлығы йәһәтенән ҡеүәтлебеҙ һәм беҙҙә үҫешеү өсөн яҡшы мөмкинлек бар". Президенттың ошо һүҙҙәре хеҙмәт ресурстары менән идара итеү, миграция барышын көйләү, иҡтисади юғалтыуҙарға юл ҡуймау өсөн тармаҡ алдына өр-яңы бурыстар ҡуя. Бер нисә йылдан эшкә һәләтле йәштәгеләрҙең кәмейәсәген күҙ уңында тотоп, республика башлығы эске резервты — эшһеҙ йәштәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙы, пенсионерҙарҙы һәм инвалидтарҙы хеҙмәт баҙарына нығыраҡ йәлеп итеү кәрәклеген белдерҙе.
— Бөгөн пенсионерҙарҙың өстән бер өлөшө генә эшләй, хәҙерге заманда эшкә һәләтлелек сиге күпкә киңәйҙе. Профессионаллеккә, ҙур тормош тәжрибәһенә эйә, йәмғиәттең әүҙем өлөшөн тәшкил иткән файҙа килтерерлек кешеләрҙең бындай ынтылышын хупларға ғына кәрәк. Ундайҙарҙы түңәрәктәргә түгел (уныһы ла мөһим, әлбиттә), эшкә йәлеп итеү әһәмиәтлерәк, — тине ул.
Хеҙмәт баҙары ихтыяжынан сығып, йәштәрҙе һөнәр алыуға йүнәлтеү — көн талабы. Әлегә был эш тулыһынса яйға һалынмаған. Тармаҡ һәм ҙур предприятиеларҙың кадрҙар менән тәьмин итеүҙә киләсәкте күҙ уңында тотҡан аныҡ планы булмауын, власть һәм сәнәғәт араһында бәйләнештең бушаҡлығын да тәнҡит утына тотто Президент.
Яуаплылыҡ ҡурҡытмайБынан ун йыл элек ҡаҙнаның яртыһы социаль сығымдарға тотонолһа, хәҙер ошо маҡсатҡа 80 процент тиерлек өлөшө йүнәлтелә. Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау өлкәләре 130 миллиард һумға яҡын аҡсаны "ашай". Яҡшымы был, насармы? Ә артабанғы үҫеш, торлаҡ, юлдар, күперҙәр төҙөү өсөн аҡсаны ҡайҙан алырға?
Рөстәм Зәки улының әйтеүенсә, ошондай ҡатмарлы шарттарҙа социаль өлкәне дәүләт иҫәбенә генә үҫтереү ауырға һәм ҡиммәткә төшә, йыш ҡына тәьҫире лә күренмәй. Бер илдә лә ҡаҙнаға бындай иҫ киткес ҙур йөк һалынмай, беҙҙәгеләй бихисап дәүләт учреждениелары ла юҡ. Киләһе йылдың башынан көсөнә инәсәк социаль хеҙмәтләндереү тураһындағы федераль закон өр-яңы эш алымдарына юл асыр, тип көтөлә. Уның маҡсаты — социаль хеҙмәттәр баҙарында монополист булараҡ дәүләт позицияһын ҡайтанан тикшереү һәм уға коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы, социаль йүнәлешле бизнесты һәм граждандарҙы йәлеп итеү. Бындай тәжрибәнең Рәсәй төбәктәрендә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла булыуын республика башлығы әйтеп уҙҙы. Йылдың башында ғына коммерцияға ҡарамаған илленән ашыу ойошма социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 30 миллион һумлыҡ грант, субсидия алған. Новости Башкортостан
Президент ошо ҡатмарлы һәм яуаплы өлкәлә эшләүсе бөтә хеҙмәткәрҙәрҙе артабан да һөнәри кимәлде үҫтерергә, һаҡларға, ведомство-ара бәйләнештәрҙе нығытырға саҡырҙы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872